Махсус биттәр
11 Апреля , 19:00

Йондоҙнамә (13 –19 апрель)

Ылаҡ (22.12 – 20.01) Осор һеҙҙән үтә иғтибарлылыҡ талап итер. Ҡулығыҙға эләккән рәсми ҡағыҙҙарҙы ете ҡат тикшерергә кәңәш ителә. Сығымдарығыҙҙы ла ҡат-ҡат тикшерергә ҡушыла. Туғандарығыҙ менән аралашыуҙа түҙемлерәк булығыҙ.

Йондоҙнамә (13 –19 апрель)Йондоҙнамә (13 –19 апрель)
Йондоҙнамә (13 –19 апрель)

Һыуғояр ( 21.01 – 19.02)

Был арала хаталаныу ихтималлығы юғары буласаҡ. Йондоҙҙар тәүге сиратта башлаған эштәрегеҙҙе тамамларға өндәй. Кесе йомала аралашыуҙа ҡытыршылыҡ асыҡ һиҙелер.

Балыҡ ( 20.02 – 20.03)

Күптән таныш эштәрегеҙ яҡшы барыр. Матди хәлегеҙ һәр саҡ һиҙҙереп торор. Юҡ-барға иғтибар итмәйенсә, алға ынтылыуығыҙ хәйерле. Йомалағы ҡыйынлыҡтарҙан һис тә ҡурҡмағыҙ.

Буға ( 21.03 – 20.04)

Һәйбәт көндәргә өмөт итергә мөмкин. Шулай ҙа бер аҙ тырышлыҡ күрһәтергә лә онотмағыҙ. Һеҙгә ҡарата башҡаларҙың иғтибары артҡаны асыҡ беленер, моғайын.

Буға (21.04 – 21.05)

Аҙна яҡшы яңылыҡтарҙан башланыр. Бәғзеләр элекке бурыстарын ҡайтара алыр. Был көндәрҙә сығымдарығыҙ ҡәҙимгенән күберәк булырға оҡшай. Артыҡ борсолмағыҙ, уларҙың сауабы киләсәктә күп булыр.

Игеҙәктәр ( 22.05 – 21.06)

Был арала хыял диңгеҙендә йөҙөүҙән туҡтарға тырышығыҙ. Юғиһә алға китә алмаҫһығыҙ, көрсөккә терәлерһегеҙ. Һәр осраҡта ла мөмкинлектәрҙән сығып эш итеүегеҙ дөрөҫ булыр.

Ҡыҫала ( 22.06 – 23.07)

Борсолоу өсөн сәбәптәр күбәйер. Уйламаған хәлдәргә, икеле ваҡиғаларға тап булырһығыҙ һымаҡ. Әгәр быға тыныс ҡараһағыҙ, алдығыҙҙа яңы мөмкинлектәр мотлаҡ асылыр. Бигерәк тә кесе йома ыңғай яғы менән айырылып торор.

Арыҫлан ( 24.07 – 23.08)

Осор араһында үтә иғтибарлы булығыҙ. Бәләкәй генә хаталар һиҙелерлек һөҙөмтәләргә килтереүе ихтимал. Кесе йомала рәсми ҡағыҙҙарҙы ентекле тикшергә ҡушыла. Элекке бәйләнештәргә артыҡ өмөт итмәгеҙ.

Ҡыҙ ( 24.08 – 23.09)

Ҡәҙимге аҙна. Йондоҙҙар тәүге сиратта башлаған эштәрегеҙҙе тамамларға кәңәш итә. Яңылары өсөн уңайлы мәл булыр әле. Шаршамбылағы ҡыйынлыҡтарға иғтибар итмәүегеҙ хәйерле, улар һеҙгә дәрт кенә өҫтәр.

Үлсәү ( 24.09 – 23.10)

Ихлас күңел менән эш итерһегеҙ. Элекке тәжрибәгеҙҙе файҙаланыу өсөн мөмкинлектәр осрар. Яҡын киләсәккә маҡсаттарығыҙ тураһында артыҡ күп һөйләмәгеҙ. Тәгәрмәскә таяҡ тығыусылар шунда уҡ табылыр.

Саян ( 24.10 – 22.11)

Был арала яҡшы таныш ысулдарға таяныуығыҙ дөрөҫ булыр. Ышаныслы кешеләрҙән дә урынлы кәңәш ишетерһегеҙ. Бәғзеләр бик үк алыҫ булмаған сәфәрҙәргә юлланыр, бәлки. Ул мотлаҡ уңышлы үтер.

Уҡсы ( 23.11 – 21.12)

Көндәр ыңғай килһә лә, уйламаған хәлдәр барыбер осрар. Шаршамбыла кемдер ярҙам һорап мөрәжәғәт итер. Уның алдында элекке бурысығыҙҙы иҫләп, мөмкин тиклем булышлыҡ итерһегеҙ.

ӨМӨТБАЙ.

Автор:Рөстәм Илтенбаев
Читайте нас