

Һыуғояр (21.01 – 19.02)
Ҡыйынлыҡтар алдында юғалып ҡалмағыҙ: тәүәккәллек күрһәтһәгеҙ, йондоҙҙар һәр саҡ ярҙам итер. Шишәмбенән һуң төрлө бәхәс күбәйер. Ҡайһы саҡ үҙ фекерегеҙҙе ныҡлап яҡларға мәжбүр булырһығыҙ.
Балыҡ (20.02 – 23.03)
Был арала кеше араһында, йәмәғәт сараларында күберәк булырға кәңәш ителә. Яҡын кешеләрегеҙ менән асығыраҡ булыуығыҙ мөһим. Күрерһегеҙ, һеҙҙе аңларҙар һәм ярҙам итерҙәр. Йомала бүләк йәки аҡса алыуығыҙ бик мөмкин.
Ҡуҙы (21.03 – 20.04)
Йыш ҡына етеҙ эш итергә тура килер. Ваҡиғалар барышы үтә шәбәйеп, улар артынан өлгөрә алмаҫһығыҙ. Күпселек осраҡта үҙ көсөгөҙгә генә таянырһығыҙ. Йомала еңел генә элекке хатағыҙҙы төҙәтерһегеҙ.
Буға (21.04 – 21.05)
Һеҙҙең тирәләге хәлдәрҙең уйламаған йүнәлеш алыуы ихтимал. Ҡайһы бер мөһим эштәрегеҙҙе бер аҙға туҡтарырға тура килер, бәлки Аралашыуҙа ла ҡыйынлыҡтар күбәйер. Шаршамбынан һуң ғына үҙегеҙҙе иркенерәк тойорһоғоҙ.
Игеҙәктәр (22.05 – 21.06)
Был арала үҙегеҙҙе аңлаған фекерҙәштәр табырһығыҙ. Шәхси мөнәсәбәттәрҙә лә ыңғай үҙгәрештәр төҫмөрләнә башлар. Кесе йомала йондоҙҙар һаҡ булырға, башта тәжрибәле кешеләр менән кәңәшләшергә ҡуша.
Ҡыҫала (22.06 – 23.07)
Аҙна бигүк уңышлы башланмаҫ. Айырым эштәрегеҙ туҡтап та торор. Кисерештәрегеҙ арҡаһында йыш хаталанырһығыҙ. Кесе йома һәм шәмбе бик уңышлы уҙыр.
Арыҫлан (24.07 – 23.08)
Шишәмбе-шаршамбыла уңайлы мөмкинлектәр тыуыр. Уларҙан файҙаланып ҡалығыҙ. Аралашыуҙа бәғзеләр яңы фекерҙәш табыр. Ниндәйҙер дөйөм эш тураһында тәҡдим ишетеүегеҙ ҙә бар. Матди хәлегеҙҙе нығытыу форсатын табырһығыҙ.
Ҡыҙ (24.08 – 23.09)
Көндәр өмөтлө килер. Иң ҡатмарлы эштәрегеҙ ҙә әллә ни ҙур ҡыйынлыҡ тыуҙырмаҫ. Шаршамбылағы ваҡиғалар тәжрибәгеҙҙе арттырырға тейеш. Йомала күптән көткән хәбәрҙе ишетерһегеҙ.
Үлсәү (24.09 – 23.10)
Аралашыуҙа мотлаҡ уңырһығыҙ. Бәғзеләр яңы фекерҙәш осратыр. Шишәмбелә ниндәйҙер хәбәр алырһығыҙ, бәлки. Уны ныҡлап тикшерергә кәрәк булыр. Был арала ҡайҙалыр саҡырһалар, унда барығыҙ, ҡәнәғәт ҡалырһығыҙ.
Саян (24.10 – 22.11)
Аҙна араһында яҡын кешеләрегеҙгә ярҙам итеү мөмкинлеге булыр. Ауыр саҡта улар ҙа һеҙгә ярҙам итер. Шаршамбыла элек тонорға баҙнат итмәгән ҙур эште башлап ебәрерһегеҙ. Ул уңышлы буласаҡ.
Уҡсы (23.11 – 21.12)
Әүҙем эш итһәгеҙ, мотлаҡ уңырһығыҙ. Фекерҙәштәрҙе дөрөҫ һайлауығыҙ ҙа мөһим. Күпте өмөт иткәндәргә артыҡ ышанмағыҙ. Кесе йомала тиктомалға кәйефегеҙ боҙолоуы ла ихтимал. Был көндә уйламаған сығымдарҙан һаҡланығыҙ.
ӨМӨТБАЙ.