Махсус биттәр
28 Марта , 19:00

Йондоҙнамә (30 март – 5 апрель)

Ылаҡ ( 22.12 – 20.01) Һеҙҙе ҡатмарлы көндәр көтә. Киләсәккә ҡарай белмәгәндәргә бигерәк ауыр булыр. Шаршамбыла айырыуса уяулыҡ талап ителә. Ҡайһы бер аҙымдарығыҙ етди мәшәҡәт тыуҙырыр кеүек.

Йондоҙнамә (30 март – 5 апрель)Йондоҙнамә (30 март – 5 апрель)
Йондоҙнамә (30 март – 5 апрель)

 

Һыуғояр ( 21.01 – 19.02)

Әгәр әүҙем эш итһәгеҙ ҡыйынлыҡтарҙан ҡурҡмаҫҡа мөмкин. Хәл итә алмаҫлыҡ мәсьәләләр булмаҫҡа тейеш. Тик кесе йомала ғына ярҙамға мохтажлыҡ кисереүегеҙ ихтимал. Әйткәндәй, уны табыу еңел булыр.

Балыҡ ( 20.02 – 20.03)

Мәл икенсе эш урыны эҙләү өсөн уңайлы. Бәғзеләр яңы килем сығанағын тап ошо арала табыр, бәлки. Йондоҙҙар кеше араһында артыҡ асылырға ҡушмай, серҙәрегеҙ шундуҡ таралып китер.

Ҡуҙы ( 21.03 – 20.04)

Аҙна башы үтә мәшәҡәтле көтөлә. Артабан барыһы ла үҙ яйына ҡайтыр, моғайын. Яҡын кешеләрегеҙгә ярҙам итергә лә тура килер, бәлки. Бының өсөн ҡайһы бер эштәрегеҙҙе туҡтатып торорһоғоҙ.

Буға ( 21.04 – 21.05)

Шишәмбелә ауыр мәсьәләгә осрарһығыҙ ҙа, уны тиҙ генә хәл итерһегеҙ. Тик эске тауышығыҙҙы тыңлағыҙ. Кесе йомала уңайлы мәлдәр, көтөлмәгән осрашыуҙар булыуы ихтимал.

Игеҙәкәтәр ( 22.05 – 21.06)

Был арала һеҙҙән түҙемлек талап ителә. Йыш ҡына еңде һыҙғанып эштәрегеҙгә сумырһығыҙ, моғайын. Ҡай саҡ ярҙамға ла мохтаж булырһығыҙ. Яңы таныштарығыҙға артыҡ өмөтләнмәгеҙ, уларҙан зыян ғына булыр.

Ҡыҫала ( 22.06 – 23.07)

Аҙна башын әүҙем үткәрерһегеҙ. Артабан ҡаршылыҡтар ҡапыл күбәйер, төп эшегеҙҙә башҡалар менән бәхәстәр килеп сығыуы ихтимал. Шуларҙың бәғзеләре бик оҙаҡҡа һуҙылыуы бар.

Арыҫлан ( 24.07 – 23.08)

Көндәр яҡшы кәйеф килтерер. Аралашыу еңел булырға тейеш. Шулай ҙа шаршамбынан һуң эштәрегеҙ ҙә буталсыҡ килеп сығыуы бар. Йүнләп белмәгән кеше менән артыҡ асылып китеүегеҙ зыян килтереүе ихтимал.

Ҡыҙ (24.08 – 23.09)

Бәләкәй генә ҡыйынлыҡтар эсегеҙҙе бошорор. Был арала көтөлмәгән һәм күңелгә ятамаған ваҡ-төйәк ваҡиғалар күбәйер. Иң тәүге сиратта һеҙҙҙән түҙемлек һәм иғтибарлыҡ талап ителә.

Үлсәү ( 24.09 – 23.10)

Эштәрегеҙ һәүетемсә генә барған кеүек. Шишәмбенән һуң ваҡиғаларҙың уйламаған йүнәлештән китеүе ихтимал. Уларҙы ыңғай яҡҡа үҙгәртеү өсөн көс-тир түгерһегеҙ. Яҡындар менән арағыҙ ҙа бер аҙ борсор.

Саян ( 24.10 – 22.11)

Был арала йондоҙҙар ашыҡмаҫҡа ҡуша. Алдан уйланылған һәм тикшерелгән эштәр генә уңыш килтерәсәк. Шаршамбыла кемдәндер кәңәш ишетерһегеҙ. Уны иғтибарға алмауығыҙ, етди хатаға килтерер. Кесе йомала төрлө бәхәстәр күбәйер.

Уҡсы ( 23.11 – 21.12)

Һеҙҙең тирәләге вҡиғалар әкрен барған һымаҡ тойолор. Уларҙы ашыҡтырырға тырышмағыҙ, барыһы ла үҙ яйы менән барһын. Шаршамбыла бәғзеләр тәнҡит һүҙҙәрен дә ишетер, моғайын. Йомала үҙ фекерегеҙҙе яҡларға тура килер.

ӨМӨТБАЙ.

Автор:Рөстәм Илтенбаев
Читайте нас