– Әссәләмәғәләйкү-ү-үм, хужалар өйҙәме? – тигән тауышҡа төпкө бүлмәлә бәйләм бәйләп ултырған Фатима әбей терт итеп ҡалды.
Кем булыр икән? Артыҡ ҡысҡырып иҫәнләшмәһә лә, йөрәге дарһылданы ла киттесе. Тауышы таныш та кеүек әле.
– Ә-ә-ә, Сәйфи бабай, һаумыһығыҙ, әйҙәгеҙ, үтеп китегеҙ. Ни йомош менән килдегеҙ? – тип улы уны әйҙүкләп түргә саҡырҙы.
– Рәхмәт, рәхмәт, Сәғит улым. Йомош тип ни, өйлөк ағас кәрәк ине. Үҙең күреп тораһың, иҫкерҙе йортобоҙ. Малайҙың үҙенең генә ҡулынан килерлек түгел. Иҫән ваҡытта ярҙам итеп ҡалайым, тигән баш инде.
– Билет алдығыҙмы һуң?
– Ә кәк же, әбизәтелнә. Шул диләнкә ярған ваҡытта, арыу ғына ерен ҡарап бирә алмаҫһыңмы икән, тип килгәйнем дә...
Ҡарт кеҫәһенә тығылды. Мут ҡына йылмайып, бер ярты килтереп сығарҙы.
– Юҡ, юҡ, быныһын алып ҡуйығыҙ.
– Теге кем әйтмешләй, күстәнәс, тип кенә алғайным.
– Кәрәкмәҫ, – Сәғит шешәне кире этте.
Ә-ә-ә, бына кем килгән. Тауышы мейеһендә тороп ҡалған икән. Ҡалмаҫлыҡ та түгел шул. Фатима әбей яйлап ҡына баҫып ирҙәр һөйләшкән яҡҡа атланы.
– Һәйбәт ағас кәрәк булдымы ни, Сәйфи түрә? Юха, татлы телләнеп ҡалай һөйләнеп торған була. Теге ваҡыттағы һымаҡ ниңә дауайламайһың?
Уны күреп ҡарт һикереп тороп баҫҡанын һиҙмәй ҙә ҡалды. Йөҙө бер ағарҙы, бер ҡыҙарҙы, нимә эшләргә лә белмәй албырғап ҡалды.
Фатиманың күҙ алдынан ҡыҫҡа ғына арауыҡта әллә нимәләр үтте. Бынан бик күп йылдар элек йөрәгенә мәңге төҙәлмәҫлек яра һалған кеше бит ул. Әле һаман йөрөп ята икән үҙе. Нисек ер күтәрәлер? Ярһыған әбей әллә нимәләр әйтерҙәй булып бер аҙ Сәйфигә ҡарап торҙо ла:
– Улым, был кешене таныйһыңмы? – тип Сәғиткә боролдо.
– Таныйым, әлбиттә. Сәйфи бабай ҙа инде, – бер ни ҙә аңламаған Сәғит аптырап әсәһенә ҡараны.
– Хәҙер мин һиңә үҙең менән булған бер ваҡиғаны һөйләйем, иғтибар менән тыңла.
– Мин ҡайтайым әле, башҡа ваҡытта килермен, – тип бабай сығырға уйлағайны, Фатима юлына арҡыры төштө:
– Һиңә лә ҡағыла, ултыр, тыңла. Һы, миҙалыңды тағып килергә онотмағанһың әле.
– Әсәй, улай ҡаты бәрелмәй тор әле. Оло кеше бит. Етмәһә, һуғыш ветераны.
– Һин уны батырҙарса һуғышҡан ысын ветерандарыбыҙ, атайыңдар менән тиң ҡуйма, балам. Үкенескә күрә, фронтовиктарҙың да төрлөһө бар. Беҙҙекеләр фашистарға ҡаршы йәндәрен аямай көрәшкән ваҡытта, ул былай ҙа ауыр хәлдә ҡалған ауылдаштарының йөҙөнән көлдө, – әбей хәтирәләргә бирелеп, күңелен өҙгөләгән ваҡиғаны барланы. – ...Һуғыш барған ауыр йылдар. Атайың фронтта. Һинең яңы ҡул араһына инеп барған сағың. Ауылда йүнле бер ир-ат ҡалмаған. Бөтә көс ҡатын-ҡыҙҙар менән үҫмерҙәр иңенә төшкән мәл. Бер ваҡыт фронттан яраланып ошо әҙәм ҡайтып төштө. Электән юҡ-барға бәйләнеп, кеше өҫтөнән ялыу яҙырға яратҡанлыҡтан, үҙен ауылда бик яратып бөтмәйҙәр ине. Шуға ҡарамаҫтан, яраланып ҡайтҡас, тейешенсә хөрмәт күрһәтергә тырыштылар. Саҡырып ҡунаҡ та иттеләр – фронтовик бит, миҙалы ла бар. Һуғыштағы хәлдәрҙе һораштырҙылар. Ирҙәр юҡ ваҡытта ҡатын-ҡыҙҙарҙың эшен бер аҙға булһа ла еңеләйтер, тип ҙур өмөт бағланылар үҙенә. Техника-фәлән ватылһа ла, ат егеп ағас ташығанда ла ир кеше ир кеше булыр әле, тинек. Райондан иғтибар ҙур булды үҙенә. Электән ҡупырыҡ Сәйфи үҙен әллә кем итеп тоя башланы. Ҡайҙа барһа ла миҙалын ялтыратып, күкрәген һуҡты. Үҙен лесник итеп һайлап ҡуйғас, бигерәк ҡоторҙо. Элек урмандан ҡоро-һары ташып яҡҡан ауылдаштарға көн бөттө. Бер ваҡыт һин үкһеп илап ҡайтып индең. Үҙең өшөгәнһең, ҡалтырап тораһың, еүешләнеп бөткәнһең. Март айы, көндәр һалҡын. “Нимә булды, балам, ҡайҙа утының?” – тип һорайым. “Әсәй, ҡайтып етергә күп тә ҡалмағайны. Анауы боролошта ғына Сәйфи бабай осраны. Урлашып йөрөйһөгөҙмө әле, тип Әсхәт менән икебеҙҙең дә ҡолаҡтан тотоп борҙо. Әле һаман һыҙлап тора. Шунан кеҫәһенән бәке сығарып, утынды аҫып алған йүкәне ҡыя тартты ла ҡуйҙы. Этләнеп йыйған ҡоро-һарыларыбыҙ шауҙырлап бысраҡҡа барып төштө, ул шуларҙың өҫтөнә баҫып тапап ҡуйҙы. Этеп ебәргәйне, батҡаҡлы һыуға барып төштөм ишеү. Вис еүешләндем. Тағы ла шулай урлашып йөрөһәгеҙ, әсәйеңде төрмәгә ябасаҡтар, тип ҡурҡытты. Әсәй, һине алып китмәйәсәктәр бит, эйеме?” – тип мөлдөрәп ҡарап тороуың бөгөнгөләй хәтеремдә. “Юҡ, балам, алып китмәйәсәктәр. Ул мөртәт үҙе лә күрмәгәнен күрер. Атайыңдар ҡайтһын әле”, – тип йыуаттым үҙеңде. Шунан, өшөүҙәнме, ҡурҡыуҙанмы, бик ҡаты ауырып киттең. Тәнең ут кеүек янып, төн буйы һаташып сыҡтың. Өләсәйең мәрхүмә үләндән төнәтмәләр әҙерләп, яныңдан китмәй ҡараны. Саҡ аяҡҡа баҫтырып алдыҡ...
Шул балаларҙың ҡулында балталары ла юҡ ине бит. Урманды ҡый-һайҙан таҙартҡан өсөн шулай кәмһеттең. Башҡаларға көсөң етмәгәс, бала-саға менән бисәләрҙән үсеңде алдың...
Сәғит устары менән башын ҡыҫып тотто.
– Ошо бабай инеме ни ул?
– Нәҡ үҙе.
– Ул ваҡытта закондар ҡаты ине бит, кем, Фатима килен. Мин бер ни ҙә эшләй алмай инем.
– Һин үҙең закун булдың, нимә теләнең, шуны эшләнең. Күпме ҡатын-ҡыҙҙың башынан көлдөң? Бында ла закунды ғәйепләйһеңме? Барыһын да белдек. Өндәшеүсе кешеһе генә булманы. Миңә генә көсөң етмәне. Үҙеңдең арт һабағыңды уҡытып сығарҙым. Хәтерләйһеңме? Күреп ҡалһаң, әллә ҡайҙан урап үтә торғайның. Их, Хәмитем генә яу яланынан әйләнеп ҡайта алманы. Күрмәгәнеңде күрһәтер ине, мөртәт.
– Үткән эштән төш яҡшы тигәндәй, килен, ҡуйсәле, юҡты һөйләп ултырма.
– Мин юҡты һөйләйемме? Ә Мәрйәм?! Хәнифә апайҙың бәләкәй ҡыҙы Мәрйәм төшөңә кереп йонсотмаймы? Бахыр баланың үлеме силсәүит Ғилметдин менән икегеҙҙең намыҫында. Налогты тейешенсә түләмәйһегеҙ, тип аҡтыҡҡы һыйырҙарын алып сыҡтығыҙ. Хәнифә апай ҡан илап, артығыҙҙан күпме йүгереп барҙы. Элмәнегеҙ ҙә. Иренең хәбәрһеҙ юғалыуы тураһында ҡағыҙ килгәс, нимескә пленға бирелгәндер, тип юҡ-бар хәбәр тараттығыҙ. Ҡуй инде, һинең күрһәткәндәрең... Ҡарап торғандары шул бер һыйыр ине. Ә һеҙ уны аҙаҡтан урманға алып барып һуйып бүлешеп алғанһығыҙ. Күреүселәр ҙә булған, әлеге лә баяғы өндәшергә ҡурҡтылар. Кешенең ҡотон алып бөткәйнегеҙ бит инде. Һеҙгә бер нәмә лә булманы, ә Мәрйәм аслыҡтан шешенеп үлде. Шунан һуң Хәнифә апай һыйыр тотманы – уларға тыныс ҡарай алмай ине. Берәй нисек ризалатырһың әле, тип беҙ бер һауын кәзәһен биргәйнек, шуны ишәйтеп көн күрҙеләр. Ә ире Калининград өлкәһендәге туғандар ҡәберлегендә ерләнгән. Һеҙ әйтмешләй, бер ниндәй ҙә әсиргә бирелмәгән. Эйе, ирҙәрҙең аҫылдары ятып ҡалды. Бына һинең һымаҡтарға ғына бер нәмә лә булмай ул.
– Улай тип әйтмә, тормош миңә лә язаһын бирмәй ҡалманы. Бына күрәһеңме, уң ҡулымды әйләндереп тә, күтәреп тә булмай. Инде нисәмә йыл йонсойом.
– Уң ҡулым, тиһеңме? Минең Сәғитемә ҡайһы ҡулыңды күтәргәйнең әле? Ә-ә-ә, шуныһымы ни? Был ғына нимә ул, Сәйфи. Тән яраһы төҙәлә, бына йән яраһы... – Фатима әбей йөрәгенә йәбеште.
Сәғит уны тынысландырып арлы-бирле иткәнсе, бабайҙан елдәр иҫкәйне.
...Бынан күп йылдар элек урманда Сәйфиҙе ниндәйҙер ят кешеләр бик ҡаты туҡмап киткәнен ишеткәйне Фатима. Иҫенә килә алмай әллә күпме ятҡан, тиҙәр. Туғандары саҡ эҙләп табып алып ҡайтҡайны. Үлгән, тип бөткәндәр хатта. Бик оҙаҡ дауаханала ятҡан. Кемдәр туҡмағанын да белә алманылар. Күптәрҙең үҙәгенә үткәйне шул. Ә кеше рәнйеше ебәрмәй.
– Һаман бирешмәй бит әле, бәлтерәп бөтһә лә, этлеген һөйрәп йөрөп ята. Ярай, күрер әле.
– Эй, уның йәшәүен әйтәйем инде, әсәй. Ҡарсығы үлгәндән бирле балаларының ҡайтҡаны ла юҡ. Үҙе лә улар менән һыйышып ҡына йәшәй алмай. Ҡайтһалар, көн күрһәтмәне. Урам яңғыратып әрләй, хатта пыр туҙҙырып ҡыуған саҡтары ла булды. Ул ғынамы, күрше-тирәләге балалар ҡысҡырышып уйнаһа ла, тәҙрәһен асып, йоҙроҡ күрһәтеп, ҡоттарын алып ятыр ине. Шуға ла кеше яратмай үҙен. Хәҙер ауыҙын яптылар инде. Әле шул төпсөгө менән йәшәп ята. Уныһы ла холоҡһоҙ, тиҙәр. Бер ҡайҙа ла эшләмәй, өйләнмәгән дә. Йәше апаруҡ хәҙер. Эсергә ярата, бабайға пакуй юҡ унда. Бер пенсияға икәүләп көн күрәләр. Ҡартайған көнөндә рәхәт түгел инде. Юҡҡа ағас һорап килгән тиһеңме ни? Шул малайын башҡаландырып, ҡалған ғүмерен тыныслыҡта үткәрәм тигәндер инде.
– Ғүмер буйы нужа күрмәй, балда-майҙа ғына йөҙөп йәшәрмен, тип уйлағандыр ҙа. Юҡ шул. Донъя ҡуласа, әйләндереп килеп бер баҫа...
Хәлиҙә ЧЕМБАРИСОВА,
Сабир Шәрипов исемендәге “Иҙел башы” яҙыусылар ойошмаһы ағзаһы.