Бешкән йәшелсәләрҙән ҡайнар салат
Өс татлы борос (йәшел, ҡыҙыл һәм һары төҫтәгенән алһаң, салат матур буласаҡ) менән шул сама уҡ баклажанды йыуып, 200 градус ҡыҙыулыҡтағы мейестә 30 – 40 минут тирәһе бешерергә. Әҙер йәшелсәләрҙе полиэтилен ҡапсыҡҡа һалып, 15 минут тоторға – шулай иткәндә улар еңел таҙартыла.
Ул арала соус әҙерләргә мөмкин. Ике ҡалаҡ зәйтүн майына ике балғалаҡ бөртөклө гәрсис, бер ҡалаҡ лимон һуты, самалап ҡына тоҙ, борос ҡатнашмаһы, шәкәр һалып, бутарға.
Борос менән баклажанды әрсеп, орлоҡтарынан таҙартырға һәм турарға. Уларҙы тәрилкәгә сиратлап, ҡатлы-ҡатлы итеп һалырға. Һәр ҡатына соус һыларға.
Салат өҫтөн базилик япраҡтары һәм консерваланған эре каперстар менән биҙәп, йылы килеш табынға бирергә. Ул ит ризыҡтары менән бергә бик тәмле була.
Шоколадлы кекс
Бүлмә температураһында йомшарған 150 г аҡ майға бер стакан шәкәр һәм дүрт йомортҡа һалып, миксер менән күпергәнсе туғырға. Был массаға 160 г он, 40 г крахмал, өс ҡалаҡ ванилинлы шәкәр онтағы, балғалаҡ осонда ғына сода һәм лимон кислотаһы һалып бутарға. Иң аҙаҡтан 50 г йөҙөм һәм 40 г ваҡлап туралған шоколад ҡушырға. Бутағас, бер аҙ ултыртып торорға кәрәк.
Ҡамырҙы махсус формаға һалып, 200 градус ҡыҙыулыҡтағы мейестә 40 минут бешереп алырға.
Йәшелсәләрҙән аш-пюре
Дүрт баш һуғанды, 800 г кишерҙе әрсеп-турап, дүрт ҡалаҡ үҫемлек майында ҡыҙҙырырға. Шунан кәстрүлгә һалып, 1 л һурпа йәки һыу өҫтәп, утҡа ҡуйырға. Таҙартып туралған картуф (1,2 кг тирәһе), ике лавр ярпағы, петрушка һалып ҡайнатырға. Йәшелсәләр бешкәс, уның яртыһын алырға, ә ҡалған яртыһын блендер менән иҙергә.
Иҙмәне ҡабат утҡа ҡуйып, бешкән йәшелсәләр, 200 г консерваланған йәшел борсаҡ, 200 мл һөт өҫтө ҡушып, тоҙ, борос һибеп, тағы ла биш минут быҡтырырға. Табынға йәшел тәмләткестәр, сохарый һәм ҡаймаҡ менән бирергә.
Гөлнур ҠЫУАТОВА
яҙып алды.