Бөтә яңылыҡтар
Махсус биттәр
24 Март , 22:00

Титаник (хикәйә)

...   Адрес буйынса эҙләп тапҡан фатирҙың төймәһенә баҫты ла Заһиҙә, әллә ниңә, ишекте айпан-тойпан баҫып, саҡ шыуышып йөрөгән һимеҙ, йәмһеҙ генә ҡарсыҡ килеп асыр, тип көттө. Әммә ғәжәпкә ҡаршы ишекте шундай һылыу , ҡаҡса ғына кәүҙәһен тура тотоп йылдам ғына йөрөгән мөләйем ханым килеп асты. Бөҙрәләнеп, тулҡынланып ҡабарып торған селт-аҡ сәстәрҙең, шул көмөш бөҙрә тулҡындар араһынан һынамсыл ғына йылмайып торған сөм-зәңгәр күҙҙәрҙең, бихисап һыр менән ҡапланһа ла, һис һылыулығын юғалтмаған йөҙҙөң хужабикәһен ҡарсыҡ тип әйтергә теле әйләнмәне Заһиҙәнең. Ул бер-аҙ ғына албырғап ҡалды ла, тиҙ генә үҙе менән таныштырҙы. Был туҡһанға еткән әбейгә оҡшамаған, йә күршеһе, йә туғанылыр, тип уйлап,күҙ алдына килтергән туҡһан йәшлек әбейҙе эҙләп төпкәрәк үтте. Коридорҙа уҡ һиҙелгән ауыр еҫ, фатирға ингәс түҙеп торғоһоҙ ине. Хатта шундай зәһәр ағыулы һымаҡ тойолдо уға был еҫ. Ҡапылғара бер кем дә күренмәгәс, артынан ылдый ғына эйәреп килгән әлеге ханымға кире әйләнеп һүҙ ҡушты...

Титаник (хикәйә)
Титаник (хикәйә)

Заһиҙә кеҫә телефонын алып Иринаға үҙе шылтыратып хәл белешергә булды. Ул шундуҡ яуап бирҙе:

-Эйе, Заһиҙә.

Иринаның тауышынан уҡ төшөндө Заһиҙә. Нимәлер булған.

-Сәләм, Ирина! Хәлдәрегеҙ нисек?

-Хәлдәр хөрт, Заһиҙә. Ҡартыбыҙ китеп барҙы.... Бөгөн төндә...

Көтөлмәгән хәлдән Заһиҙә ни әйтергә белмәй юғалып ҡалды. Ике яҡтала ла аңлайышһыҙ ауыр тынлыҡ һуҙылды. Ниһайәт, беренсе булып Заһиҙә телгә килде:

-Ауыр ҡайғығыҙҙы уртаҡлашам. - тип шыбырланы.

-Рәхмәт, Заһиҙә. Һеҙ әле ҡайҙа? - тип, Ирина ла шыбырлауға күсте.

-Мин шул эшләгән урынымда. 9 көнө ялға сығам, тигәйнем бит. Шул бына ике көн ҡалды инде. Һеҙҙең хәлде беләйем тип шылтыратып торам, - тип яуап бирҙе Заһиҙә үҙен ғәйепле тойоп.

-Эйе-эйе, иҫләйем.... Һеҙ 10 көнө беҙгә килергә тейеш инегеҙ, эйеме?

- Эйе.

- Бына шулай, Заһиҙә, һеҙ беҙҙә эшләп тә өлгөрмөнегеҙ инде. Әсәйем бик оҡшатҡан ине үҙегеҙҙе. Атай оҙаҡ ятманы. Аяҡтан яҙғанына ике аҙна ғына бит. Шуға тиклем хәленән килгәнсе үҙ аяғында йөрөргә тырышты.

  Иринаның тауышында аяуһыҙ көрәштән һуң әсе еңелеү хисе ҡатыш оло юғалтыуҙың үкенесле иңрәүен ишетте Заһиҙә. Башҡалар кеүек мәйетте тәрбиәләү, һуңғы юлға оҙатыу, ерләү мәшәҡәттәре менән борсолоп сәбәләнгән тауыш сығарманы Ирина. Уға хәҙер барыбер һымаҡ ине.

Ирина менән хушлашып телефонын һүндерҙе лә, Заһиҙә уйға талды. 

  Күҙ алдына бер тапҡыр ғына күрешеп, танышып, һөйләшеп ҡайтҡан, икеһе лә туҡһанға инеп килгән әбей менән бабай килеп баҫты.

Заһиҙә пенсияла булыуына ҡарамаҫтан ярҙамға мохтаж ауырыуҙарҙы, әбей-бабайҙарҙы бағыусы (русса әйткәндә сиделка) булып эшләп йөрөй. Үҙенең йәшәгән еренән ярайһы уҡ йыраҡлыҡта йәшәгән, үлем түшәгенә ятҡан бер әбейҙе тәрбиәләй әлеге ваҡытта. Йыраҡ булғас, әбей менән йәшәргә лә тура килә. Шуға күрә телефондан эш төркөмөндәге иғландарҙы иғтибар менән ҡарап бара ул. Үҙенең фатирына яҡынырыҡ ерҙән эш эҙләй.

  Бына бер көн, уға ҡулай график менән йәшәгән еренә яҡын эш иғланын күреп ҡалды. Шундуҡ шылтыратып, осрашып танышырға  һүҙ ҡуйышты. Әлеге эшендә үҙен ике-өс сәғәткә алмаштырып торорға, көтөп ултырған әбейенең ут күршеһе, гел кереп хәл белешеп йөрөгән яғымлы  ҡатынға мөрәжәғәт итте. Ул ихлас ризалығын белдергәс тә юлға сыҡты.

  Адрес буйынса эҙләп тапҡан фатирҙың төймәһенә баҫты ла Заһиҙә, әллә ниңә, ишекте айпан-тойпан баҫып, саҡ шыуышып йөрөгән һимеҙ, йәмһеҙ генә ҡарсыҡ килеп асыр, тип көттө. Әммә ғәжәпкә ҡаршы ишекте шундай һылыу , ҡаҡса ғына кәүҙәһен тура тотоп йылдам ғына йөрөгән мөләйем ханым килеп асты. Бөҙрәләнеп, тулҡынланып ҡабарып торған селт-аҡ сәстәрҙең, шул көмөш бөҙрә тулҡындар араһынан һынамсыл ғына йылмайып торған сөм-зәңгәр күҙҙәрҙең, бихисап һыр менән ҡапланһа ла, һис һылыулығын юғалтмаған йөҙҙөң хужабикәһен ҡарсыҡ тип әйтергә теле әйләнмәне Заһиҙәнең. Ул бер-аҙ ғына албырғап ҡалды ла, тиҙ генә үҙе менән таныштырҙы. Был туҡһанға еткән әбейгә оҡшамаған, йә күршеһе, йә туғанылыр, тип уйлап,күҙ алдына килтергән туҡһан йәшлек әбейҙе эҙләп төпкәрәк үтте. Коридорҙа уҡ һиҙелгән ауыр еҫ, фатирға ингәс түҙеп торғоһоҙ ине. Хатта шундай зәһәр ағыулы һымаҡ тойолдо уға был еҫ. Ҡапылғара бер кем дә күренмәгәс, артынан ылдый ғына эйәреп килгән әлеге ханымға кире әйләнеп һүҙ ҡушты:

-Ғәфү итегеҙ, һеҙҙең исемегеҙ нисек әле? Ирина әйткәйне, оноттом да инде. - онотмаһа ла Заһиҙә әбей менән аралашып китергә башҡа һүҙ тапманы.

- Надежда Алексеевна,-тип йылмайҙы һылыу әбей.

-Ох, ниндәй матур исем. Ә бабайҙың диагнозы ниндәй? - тип һораны Заһиҙә.

-Рак.-тине әбей ярымтауыш менән.

- Ә был еҫ унан киләме? - тип тағын бер һорауын бирҙе Заһиҙә пальтоһының төймәләрен сисә-сисә. Үҙе киң йылмайып, ишеге асыҡ торған йоҡо бүлмәһендә карауатта ятҡан ҡарт яғына ымланы. Әбейгә уңайһыҙ булмаһын өсөн ул йөҙөнә ҡәнәғәтһеҙлек сырайы сығарманы.

-Эйе.- тине әбей башын эйеп.

Заһиҙәнең өҫкө кейемен һалдыртып сәй тәҡдим итте хужабикә. Заһиҙә риза булмағас, залға үтеп төптән танышып белешә башланылар. Ул арала әбейҙең 35 йәштәр самаһындағы ейәнсәре килеп инде лә ихлас ҡына әңгәмәгә ҡушылып китте. Күмәкләп ауырыуҙың бүлмәһенә инеп сыҡтылар. Ҡарт йоҡлай ине әле. Ярты башы ҡап-ҡара булып сереп ятҡан сирлене күреп Заһиҙәнең иҫе китте. Рак менән сирләүселәрҙең төрлөһө булды, ә бындайын тәүге тапҡыр күреүе ине. Ул бабайҙың һуңғы тапҡыр ҡасан больницала ятып сығыуын һорашты, врачтарҙың яҙып биргән һуңғы эпикризын һорап алды.  Бында рак ҡына түгел икән шул, баш һөйәгенең гагренаһы ла ашҡынған. Ҡолаҡтан ғына башланған сир ярты башты сереткән инде.

Заһиҙә ниндәй уколдар, дарыуҙар биреүҙәре тураһында һорашты.

Уның уйы буйынса иң көслө уколдар ҙа ҡарттың ауыртыныуын баҫа алмайҙыр кеүек ине.

-Ул бер ауыртыуға ла зарланмай, шуға беҙ уға ауыртыуҙы баҫа торған уколдар яһамайбыҙ. - тип яуап бирҙеләр ейәнсәре менән әбей.

-Нисек?! - Заһиҙәнең күҙҙәре шарҙай булды.

-Ул үлеп уколдан ҡурҡа, бер ҡасан да яһатманы. Әле лә яһатмай.

-Ул ошо хәлдә лә үҙ аңындамы ни?

-Нисегерәк бит әле. Уянһа, хәҙер үҙегеҙ күрерһегеҙ.- тип тә әйтеп өлгөрмәне ейәнсәре, ҡарт ятҡан бүлмәнән ҡыштырлаған тауыш ишетелде.

-Ана, уянды!- тип иң алдан әбейе ашыҡты, уның артынан ейәнсәре менән Заһиҙә эйәрҙе.

-Хәйерле иртә!- тип көр тауыш менән ҡысҡырып килеп инде ейәнсәре. Сирлеләр янында шым ғына йөрөп өйрәнгән Заһиҙә ҡапыл уға әйләнеп ҡараны. Шулай кәрәк, тигәнде аңлатып ейәнсәре баш ҡаҡты ла,

-Насар ишетә бит, ҡолаҡҡа ҡатты. - тип өҫтәп ҡуйҙы.

Әбейен күргәс тә ҡоро һөйәк тә тиренән генә торған оҙон ҡулдарын һуҙҙы ҡарт.

-Һин нисек?

-Ә һин нисек?

Башҡаса бер һүҙ ҙә өндәшмәнеләр. Бында һүҙҙәрҙең кәрәге юҡ ине, бер-береһенең ҡулдарын тотоп оҙаҡ ҡына тилмерешеп ҡараштары менән генә аңлаштылар. Ҡәҙерләп-ҡәҙерләп кенә бер-береһенең ҡулдарын иркәләнеләр.  Заһиҙә ситтән генә күҙәтеп торһа ла, уларҙың күҙҙәрен мәңге онота алмаҫлыҡ итеп иҫендә ҡалдырҙы. Шул мәл уның аяғы аҫтында ер уйылып төшөп киткән кеүек хис итте. Әйтерһең ул, ошо пар аҡҡоштар ишле ике оло кешенең мөхәббәтен күреп, шул уҡ мәлдә улар кисергән мең ғазапты һиҙеп иҫергәндәй булып китте. Тәнендәге барлыҡ быуыны бушап сайҡалғандай итте. Саҡ ҡына артҡа сигенеп стенаға һөйәлде. Үҙе әбей менән бабайҙың күҙҙәренән күҙен алманы, улар кисергәнде бермә-бер күңеле менән кисергәндер. Бына һиңә мә-ә, тип уйлап алды.  Ҡайҙалыр күргән кеүек ине бит ул ошо күренеште. Тик ҡайҙа? Шул арала сең-сең тигән үҙәк өҙгөс һағышлы тауыш менән таныш ҡына бер моң уның мейеһенә сеңләп үтте лә, Заһиҙәнең хәтер ҡаҙанын ҡайнатты.Ниндәй көй был, ҡайҙа ишетте? Заһиҙә көйҙө иҫенә төшөрҙө.  Ул Титаник көйө ине. Эйе-эйе, бына бит шул кинолағы ике йәш геройҙың  берен-бере күреп туя алмаған, туйғансы һөйөп тә өлгөрмәгән ҡараштары, ғүмерҙәренең һуңғы минуттары икәнен белеп,бер-береһенең ҡулдарын нисек тә оҙағыраҡ  ебәрмәҫкә  тырышыуҙары күҙ алдына баҫты. Заһиҙәнең тамағына төйөр тығылды. Карауатта ятҡан бабайының ҡулдарын ҡәҙерләп кенә һыйпап, бер өн дә сығармай, ҡараштары менән генә әллә күпме йылылыҡ... юҡ, йылылыҡ ҡына түгел, айбарланған океанға ҡаршы торорлоҡ оло мөхәббәте менән сорнаған әбей, уларҙың берен-бере йоторҙай булып һөйөп ҡарауҙары нәҡ Титаник фильмындағы эпизодты бермә-бер ҡабатлай ине. «Әстәғәфируллаһ!!! Сөбөхан- Аллаһ!!! Мәә-шаллаһ! Ниндәй олуғ мөхәббәт!», тип һоҡланды Заһиҙә үҙалдына. Үҙен шул океандағы фажиғәле ҡыйралыштан һуң һыу өҫтөндә аңлайышһыҙ рәүештә йөҙөп йөрөгән  бер бәләкәй генә тапсыҡ кеүек хис итте. Ошондай бөйөк, ғорур, мәңгелек мөхәббәттең шаһиты булып сайҡала түгелме һуң ул бөгөн?

Тынлыҡты тегеләй-былай өлтөрәп йүгереп йөрөгән ейәнсәре бүлде:

-Заһиҙә апай, мин һеҙгә тағы бер нәмә күрһәтәм, уны нимә эшләргә икән? - тип, олатаһының табанындағы эрен тулып торған шеште күрһәтте. Ҡарттың башбармағының тырнағы итенә ҡаҙалып үҫеп, эренләп табанына тиклем төшкән ине.

Заһиҙә ейәнсәр менән ҡарсыҡҡа хирург саҡыртып шеште таҙалатырға кәңәш бирҙе. Һүҙ ыңғайында әбейҙең күҙен аҡ ҡаплағанлыҡтан насар күреүен дә белде.  Ошоғаса ниңә ярҙамсы, йә сиделка алмауҙарын һорашты. Һорауына яуап ала алмаһа ла, ныҡышманы. Бындай түҙеп торғоһоҙ ҡаты һаҫыҡта эшләүселәр табылмағандыр ҙа.

  Телефондан һөйләшкәндәгесә, күрешеп танышыу ғына ине уларҙың бөгөнгө маҡсаттары. Һөйләп аңлатҡыһыҙ тәъҫораттарға бирелеп Заһиҙә ҡайтырға йыйынды. Ваҡыт та апаруҡ булып киткән икән, миңә ҡайтырға ваҡыт, тигәнде аңлатып ул сәғәтенә ҡараны. Уны ҡаланың икенсе осонда түшәктә ятҡан тағы бер әбей көткәнен беләләр ине хужалар. Заһиҙәнең ялға сығыуын, ялында үҙҙәренә эшкә килеүен көтөп ҡалдылар һылыулығы менән тиңдәше булмаған ап-аҡ ҡына бөҙрә сәсле әбей менән ейәнсәре.

  Тышҡа сыҡҡас, бер килке ишек алдында тороп тәрән итеп тын алды. Үҙәге буйына, кейеменә һеңеп өлгөргән еҫтән ҡотолор өсөн төптәнерәк тын алырға тырышты. Ҡайһы яҡҡа китергә кәрәк икәнен ҡапыл ғына  аңлай ҙа алмай торҙо.  Аңлап алғас әкренләп туҡталыш яғына ыңғайланы. Аяҡтары атланы, күңеле диңгеҙ даръяһында сайҡалды, ә күҙҙәренән йәштәре үҙҙәренән-үҙҙәре аҡты. Әсенеп илағандағы шикелле, тамаҡ төбөн һыҙлатып, күҙҙәрҙе  өтөп эҫе булып һығылып сыҡманы улар. Уларҙың бөгөн бөтөнләй ят тәм, ят тойғо менән тамыуы ғәжәпләндерҙе ҡатынды. Был йәштәрҙең ниңә сыҡҡанын да аңламаған кеүек үҙе. «Улар һиңә кем? Яҡын кешеләрең түгел! Үҙеңде ҡулға ал.» тип йыуатып та ҡараны ул үҙен. Туҡталыштағы кешеләргә һүҙ ҡушып мәрәкәләп тә ҡараны. Тиҙерәк үткәреп ебәрергә тырышты. Үтмәне, ҡайтып еткәнсе юлаҡланып еүешләне улар ике сикәһен. Был ни хәл? Үҙенә үҙе аптыраны ул.

Тормошонда әҙ татыманы ундай юғалтыуҙарҙы Заһиҙә лә. Беренсе синыфҡа уҡырға барған йылда уҡ атаһының үлемен кисереп, йылдан ашыу атаһының тауышын ишетеп, уның менән «һөйләшеп» йөрөнө. Шул көндән тиерлек күңеленең яртыһы кителеп юҡҡа сыҡты, һәм ғүмер буйына һәр ҡырын ҡарашты, һәр ҡырын һүҙҙе яҡын алып һиҙҙертеп өңөрәйеп торҙо. Шул атайһыҙлығы арҡаһында һәр саҡ үҙен кешеләрҙән кәм тойҙо. Унан ары, көтөлмәгән хәл - бөртөк ағаһын ерләү, йәшен атҡан кеүек тәьҫир итеп, һуҡыр ҡала яҙғаны ла булды.  Ғәзиз кешеһен, әсәһен дә, үҙ ҡулында ҡосаҡлап ултырып, күҙ ҡабаҡтары мәңгелеккә ябылғансы күҙҙәрен ала алмай оҙатты баҡыйлыҡҡа. Әлеге ошо рак һөйәк тә тирегә генә ҡалдырҙы уның да әсәһен.  Улар өсөн түгелгән әсе күҙ йәштәренең иҫәбе юҡ инде.  Ошондайыраҡ төрлө кисерештәренән айный алмай ҡайтып килгән Заһиҙәне ниндәйҙер бер туҡталышта автобусҡа килеп ингән  йәш кенә бер егеттең шундай тәмле хушбуй еҫтәре егеткә күтәрелеп ҡарарға, һиҙҙермәй генә йылмайырға мәжбүр итте. И-ии-й, балаҡай, һау ғына бул инде, ҡайһылай ҙа тәмле икән дәһә һау, йәшәү нуры менән балҡып торған кешеләрҙең еҫе, тип уйлап йыуанды ул. Кейеменә, тын юлына һеңеп өлгөргән еҫтең көсөн еңә алғаны өсөн хушбуй эшләүселәргә лә, уны ҡулланыусыларға ла эстән рәхмәттәрен уҡыны. Аҙ ғына булһа ла, башында ҡайнап торған уй-кисерештәре таралып, күңеле күтәрелеп китте.

Тәрбиәләп, көтөп ултырған әбейенең фатирына килеп ингәндә Заһиҙәнең төҫө ҡасҡанлығын шундуҡ күрҙе күрше ҡатын.

- Ни булды, Заһиҙә? Төҫөң ҡасҡан. - тип ҡаршы алды ул.

- Һеҙ нисек ултырҙығыҙ? - һорауға һорау менән яуап бирҙе Заһиҙә.

Хәлеңә инеп, хәлеңде һорашыусы кеше табылғанды көтөп кенә торғандар тиерһең, һатлыҡ йәндәй күҙҙәренән атылырға әҙер генә торған йәштәре тағы сикәләре буйлап юл алды.

-Беҙ ней, һәйбәт кенә ултырҙыҡ... тик ултырырға ни кем дә шәп инде... бөтөн эште эшләп киткәсең.  Ә һин үҙең ниңә илайһың? Берәйһе йәберһеттеме әллә?

Заһиҙә сәй ултыртып күрше апай менән сәй эскәнсе күргәндәрен бермә-бер һөйләп бирҙе.

-Уй һеңлем, барма һин унда эшкә. Бигерәк күңелеңә яҡын алаһың кешеләрҙең ҡайғыһын. Ярамай улай.

-Һүҙ бирҙем бит, апай. Әбейе көтә. Бигерәк һылыу инде әбейе. Үҙе лә бик һылыу булғандыр, ахыры, ул бабай. Ошо хәлендә лә төҫ ташламаған, рухын һындырмаған. Ныҡ ябыҡҡан, бер күҙе сереп бөткән. Серемәй ҡалған ярты ғына башы менән дә аҡылы, иҫе теүәл, апай. Мин яҡыныраҡ барып үҙем менән таныштырҙым. Беләһеңме, апай, ул шундай итәғәтле, иғтибарлы түрәләр шикелле генә һаулыҡ һорашты ла, һау ҡалған күҙен әбейенән алманы. Йоҡлап торғансы ла әбейен һағынғандыр инде бахырың. Унан мин:

- Эсергә теләйһегеҙме, ашарға килтерәйекме, тип һорағайным,

-Юҡ, мин йоҡонан яңы ғына уянып торам бит. Һуңыраҡ, йәме, - тине.

Һәм шундай ауыр хәлдә лә бер укол да һалдырмай, апай. Ул нисек түҙә икән ул? Их, апай, күрһәгеҙ икән уларҙың мөхәббәтен. Әйтегеҙ әле, һеҙҙә шундай мөхәббәт булдымы? - тип һорап ҡуйҙы хистәренә бирелеп. Һораны ла телен арҡыры тешләне. Үҙ-үҙенә бирҙе шул һорауын эстән генә. «Ә һинең үҙеңдең шундай мөхәббәтең булдымы һуң, тапсыҡ?» Күрше апайҙың:

- Юҡ, ҡайҙа ул миңә ундай мөхәббәт,- тип башланған һүҙе нимә менән бөткәндер, Заһиҙәнең бер ҡолағынан инде, икенсеһенән шундуҡ сыҡты. Уның мейеһен Тапсыҡ һүҙе сүкене.

Заһиҙә үҙен шаҡ ҡатырған тәъҫораттарын күрше ҡатын менән уртаҡлашып, күрһәткән изгелеге өсөн уға рәхмәттәр уҡып оҙатып ҡалды.

Аш бүлмәһендә яңғыҙ ҡалғас, уйына кире әйләнеп ҡайтты. Бына ҡайҙа икән ят тойғонан сыҡҡан күҙ йәштәренең сығанағы. Был нимә? Көнләшеүме? Юҡ, бала сағынан уҡ ундай күңел сиренән азат ул. Һоҡланыумы? Һоҡланғанда күҙ йәштәре ҡойола тиме ни? Юҡтыр! Ә ниңә тапсыҡ ҡынаһың һин? Шулай булмай, бөгөнгө күргән оло һөйөү алдында кемһең ул һин? Һинең бәхеткә, һинең өлөшкә оло мөхәббәттең ярсығы ла эләкмәне ошо йәшеңә етеп. Яңғыҙ янған яуапһыҙ һөйөүеңдән. Яуап ҡына ла түгел, өнһөҙ, хатта ымһыҙ ҡалған бер яҡлы ғына һөйөүеңдән.  Үҫмер көйө генә янып-көйөп көлө күккә осҡан һөйөүеңдән. Ә башҡаны бит үҙең яҡын юлатманың. Үҙемме ни? Юҡ, мин түгел, ул яҡын юлатманы. Икенсе берәүҙе яратырға тырышып ҡарағанда ла күҙ алдынан китмәне бит. Кәм булмаҫҡа тырышып тормош та төҙөнөм мин, түлһеҙ ҙә ҡалманым. Бер кемдән дә кәм түгелмен,алдыма килеп башын эйгәндәр ҙә бар. Тик ул түгел шул.  Ул түгел шул...Ул булманы. Булмаһа ла һыңар ғына ҡанатлы мөхәббәтем һис ҡасан да мине ташлап китмәне. Шул йәшәргә көс бирмәнеме ни? Ауырлыҡтарҙы еңеп сығырға юл күрһәтмәнеме? Һәр ваҡыт ысын хистәреңде үҙенә генә тоғро ҡалдырҙы. Тик үҙенә тоғро ҡалдырҙы. Һыңар ҡанатлы ғына булһа ла мөхәббәтле иткән мине лә Хоҙайым. Шулай булмаһа, анауындай олуғ һөйөү алиһәләренең мөхәббәт тулы ҡараштарын тапсыҡ ҡына хәлендә мин күрә алыр инемме ни? Бөтә әҙәм дә уны күрергә һәләтле түгел.

   Ниһайәт,Заһиҙә уйҙарының осона сыҡты. Етте һеҙгә, тип хистәрен йүгәнләне. Һалҡын һыу менән битен сайҡатып алды.  Аш бүлмәһенең уртаһына баҫып кәүҙәһен турайтып баҫты ла эшкә тотондо. Һәр ваҡыттағыса, ғүмер буйына шулай эшләп өйрәнгәнсә.  Киске ашҡа әбейенә ҡабаҡ ҡатнаштырып, иҙелтеп кенә тары бутҡаһы бешерергә булды. Күрше ҡатын сығып китеп өйҙә тынлыҡ урынлашҡас, берҙән-бер, етмешенсе тиҫтәне ҡыуып барһа ла һөнәре буйынса хәрби кейемен һалмаған, улының контракт төҙөп МХО-ға киткәнен ишетеү менән инсульт һуғып, бөтөнләй аҡылынан яҙған туҡһан йәшлек әбей ҙә телгә килде. Ул ике бүлмәле фатирының ҙур залында махсус карауатта ята. Уның өсөн Заһиҙә ҡыҙы ла, күршеһе лә, килене лә, апайы ла, күберәген әсәһе лә булып китә.

-Әсә-ә-әй! - тип ҡысҡыра сабырһыҙланып ҡурҡҡан тауыш менән.

- Ә-ә-әү! - тип яуап биргән булды Заһиҙә үҙалдына йылмайып.

- Мине атала-а-ар!

Заһиҙә нимә тип яуап бирергә белмәй, бешеренеп йөрөгән еренән ултырып тороп әбейгә ишеттермәй генә көлөп алды. Әбей ихлас кемдәр менәндер һаташа ине, дөрөҫөрәге һуғыша ине. Төрлөсә әрләште-әрләште лә, тағы ла:

-Әсә-ә-әй!- тип Заһиҙәне саҡыра.

-Ә-ә-әү!

-Мине аталар!

-Ҡысҡырып ятма һуң атҡастар, шым ғына ят! - тип яуап бирҙе аш бүлмәһенән сыҡмай ғына Заһиҙә. Әбей тынысланманы.

- Әсә-ә-әй, мине атала-а-ар! - тип сәбәләнеп ҡысҡырырға тотондо.

Заһиҙә янына сыҡты, әбейҙең үҙенең генә күҙенә күренгән дошмандары менән тарбаҡ-торбаҡ һуғышып ятҡан ҡулдарын әкрен генә тотоп тынысландырырға тырышты. Ысынлап та ҡурҡышынан күҙҙәре аларған әбейҙең йыуатыуға бирешкеһе килмәне. Һаман, аталар тип, тулауын белде. Бындай мәлдә тонды үҙгәртеү кәрәк икәнен ул белә инде, шуға:

-Атһалар ней, бирешеп торма, һин шәп тә инде. Мылтығын тартып ал да, көбәген һындыр ҙа ырғыт!- тип ҡаты бойорҙо.  Әбей бер-аҙ тынсланды ла, балалар тауышы менән генә:

-Ярай.- тип ҡуйҙы.

Заһиҙә көлә-көлә әбейҙе ҡосаҡлап һөйөп алды, уныһы ла әллә ниндәй йыртҡыстан ҡотолған сабыйҙар кеүек ҡыуанып һырыға бирҙе.

Яңы ғына барып күреп ҡайтҡан, шундай ғазаптар кисереп ауыр хәлдә ятһа ла, үҙ аңында булған бабай менән сағыштырҙы ла, ул әбейенә:

-И-и-и-ий, һин бәхетлерәк тиһәм дөрөҫ булырмы икән, юҡмы инде? - тип нығыраҡ ҡосағына ҡыҫып һөйҙө. Һөйгәнде кем һөймәһен инде, әбейҙең дә йөҙө балҡып, йөҙөндәге һәр һырынан нур бөркөлдө. Таҙа итеп ҡарағас унан бер генә насар еҫ тә килмәй, тамаҡҡа һау булғас, төҫө лә бар. Аҡылының алышыныуы арҡаһында  күп кенә мәшәҡәттәр тыуҙырған шикелле, ошо карауатында ятҡан килеш көләмәс итеп һөйләрлек мәҙәктәрҙе лә булдырып ятҡан әбейенә эҫенеп тә бөткән инде Заһиҙә.

  Карауаты янында тумбочкала ултырған «аҡыллы колонка»нан әкрен генә көй ағыла. Гелән булмаһа ла, релакс көйҙәрҙе тыңлап, әбей ҙә тыныслана төшә ҡай берҙә. Башҡорт-татар йырҙарына ҡушылып йырлап та ебәргеләй. Әле иһә, ваҡыты ваҡыты менән Заһиҙәнең мейеһендә сеңләп киткән Титаник көйөн тапшыралар. Тауышын асыңҡырап ҡуйып ул шул сихри көйгә, сихри тауыш ыңғайына бөтөнләй ирене. Ҡулдары эш менән булһа ла, башынан әллә күпме уйҙар үтте.

  Эх, Титаник! Күпме ғүмерҙәрҙе, күпме күренекле шәхестәрҙе алып киткәнһең үҙең менән һыу төбөнә. Әлеге заман фарызлауы буйынса, алдан уйланылған эш тип тә фекер йөрөтөүселәр бар. Бәлки... кем белә инде. Уйлай китһәң, хәҙерге ваҡытта ла Титаниккә тиң фажиғәләр аҙмы ни? Океан өҫтөнән түгел, ер өҫтөнән йөҙгән рак ауырыуы ғына нисәмә Титаниккә бәрәбәр. Яһалма уйлап табылған вирус ауырыуҙары, бөтмәҫ- төкәнмәҫ һуғыштарҙағы ҡан-ҡойоштар үҙҙәре ни тора? Йәшен дә, олоһон да, байын да, ярлыһын да, иманлы - иманһыҙын да, талантлы - талантһыҙын да һайлап тормай, йота ғына. Яуызлыҡ менән изгелектең, фанилыҡ менән әхирәттең мәңгелек көрәшелер был. Ана шул көрәш эсендә - йәшәү эсендә изгелеген, иманын, мөхәббәтен,  кешелек фазиләтен иң юғары кимәлдә һаҡлап әжәлен лайыҡлы ҡаршы ала белгәндәргә һоҡланмау мөмкин түгелдер.  Мотлаҡ шул көн Заһиҙә ана шундайҙарҙың үҙҙәрен, туҡһанға инеп килгән әбей менән бабайҙы, күреп ҡайтыуын бөгөн генә аңланы. Мөхәббәт тулы ҡараштарҙа һыҙланыуҙы ла, әжәлдән ҡурҡыуҙы ла, тәндәге кире төҙәлмәҫлек йәрәхәттәрҙе лә, түҙеп торғоһоҙ һаҫыҡ еҫте лә күрмәне. Уларҙа тик аяҙ зәңгәр күк кеүек саф һөйөүҙе генә күрҙе. Ул Ер йөҙөндәге бөтөн яуызлыҡтарҙан да юғары, ғорур, һоҡландырғыс!

Рәшиҙә Рәис     

 

 

 

 

Автор: Рөстәм Илтенбаев
Читайте нас