Бөтә яңылыҡтар
Махсус биттәр
22 Март , 00:00

Йондоҙнамә (23 – 29 март)

Ылаҡ ( 22.12 – 20.01) Йондоҙҙар был арала үтә һаҡ булырға ҡуша. Элекке танышығыҙ үҙе хаҡында белгертер, бәлки. Быға артыҡ ҡыуанмағыҙ, ул кешенең мәкерле уйҙары булыуы ихтимал. Йомала яңы танышлыҡ булдырырһығыҙ.

Йондоҙнамә (23 – 29 март)
Йондоҙнамә (23 – 29 март)

 

Һыуғояр ( 21.01 – 19.02)

Аҙна башында хаталарығыҙ күбәйер. Йүнһеҙ кешеләргә артыҡ ышаныуығыҙ ҙа мөмкин. Яңлыш ысҡынған һүҙегеҙ араларҙы оҙаҡҡа боҙор моғайын. Кесе йомалағы ваҡиғалар һеҙҙе етди уйланырға мәжбүр итер.

Балыҡ ( 20.02 – 20.03)

Барыһы ла ҡулығыҙҙан килер. Бер юлы ике-өс эште лә башҡара алырһығыҙ хатта. Йондоҙҙар сығымдарығыҙға ҡарата иғтибарлыраҡ булырға ҡуша. Оло кешеләр кәңәштәренә артыҡ ышанмауығыҙ хәйерле. Эске тауышығыҙ, тәжрибәгеҙ, дөрөҫ юлды күрһәтер.

Ҡуҙы ( 21.03 – 20.04)

Был арала үҙегеҙҙе һынап ҡарарға мөмкинлектәр булырға тейеш. Алдан уҡ әйтергә мөмкин – эшегеҙҙән ҡәнәғәт ҡалырһығыҙ. Мәл элек боҙолғанды тергеҙеү өсөн уңайлы. Был әйберҙәргә генә түгел, башҡалар менән булған мөнәсәбәткә лә ҡағыла.

Буға ( 21.04 – 21.05)

Һеҙҙән, иң тәүге сиратта, иғтибарлыҡ талап ителә. Йыш ҡына хәлдәрҙең һеҙ уйламаған йүнәлештә китеүе бар. Шишәмбеләге ваҡиғаларҙы мотлаҡ иҫәпкә алып, тейешле һығымта яһарға тура килер.

Игеҙәктәр (22.05 – 21.06)

Аҙна барышында ҡайһы бер эшегеҙҙе тәртипкә килтерергә мөмкин булыр. Аҡса ла килеп торор – улар артыҡ ҙур булмаһа ла, кәйефегеҙҙе күтәер. Бәғзеләр был арала элек боҙолған араларҙы тергеҙер.

Ҡыҫала ( 22.06 – 23.07)

Таныш ысулдарҙың яңы үҙгәрештәргә килтермәүе лә ихтимал. Күптәргә яңы юлдар эҙләргә тура килер, бәлки. Бәғзеләр элекке хаталарын күреп, уларҙы төҙәтә алыр. Бер-береһен яратҡанда өсөн йома-шәмбе бәхетле булыр.

Арыҫлан ( 24.07 – 23.08)

Алдығыҙҙа яңы мәсьәләләр ҡалҡып сығыр. Ҡайсаҡ яҡындарығыҙға ла ярҙам һорап мөрәжәғәт итерһегеҙ, моғайын. Йомала ниндәйҙер элекке бурысты ҡайтарырға уңайлы форсат сығыр.

Ҡыҙ ( 24.08 – 23.09)

Был арала яуаплылыҡтан ҡурмағандар мотлаҡ уңыр. Башҡалар уңайлы мәлдәрҙән файҙална алмаҫ. Шаршамбыла өмөтлө осрашыуҙар булыуы ихтимал. Боҙолған мөмкинлектәрҙе ялғау мөмкин булыр. Тик беренсе аҙымды үҙегеҙ яһағыҙ.

Үлсәү ( 24.09 – 23.10)

Аҙна башы мәшәҡәтле башланыр. Һис тә уйламаған өлкәләрҙә кире хәлдәр килеп сығыуы бар. Кесе йомала ниндәйҙер мөһим эште тәртипкә килтерерһегеҙ.

Саян ( 24.10 – 22.11)

Үҙегеҙҙе ышаныслы тойорһоғоҙ. Шулай ҙа шаршамбыла борсолор, икеләнеү өсөн сәбәптәр булырға оҡшай. Был хәлдәрҙе тиҙ генә аңлап та булмаҫ, бер аҙ ваҡыт кәрәк булыр.

Уҡсы ( 23.11 – 21.12)

Был арала элекке хаталарығыҙҙы төҙәтер өсөн уңайлы мәлдәр булыр. Бәғзеләр күңеленә ятмаған эш менән булышыр. Кесе йомала килеп сыҡҡан мәсьәләне үҙаллы хәл итегеҙ.

ӨМӨТБАЙ.

Автор: Рөстәм Илтенбаев
Читайте нас