Бөтә яңылыҡтар
Махсус биттәр
18 Март , 06:00

"Йондоҙ"ло табынды Тимур Рәхмәтуллин әҙерләй

Бөгөн үҙенең аш-һыу серҙәре менән Яҙыусылар союзы ағзаһы, журналист, “Башҡортостан уҡытыусыһы” журналы хеҙмәткәре Тимур РӘХМӘТУЛЛИН бүлешә.

Һарыҡ итенән 
былау

700 г һарыҡ итен киҫәктәргә (4х5 см тирәһе итеп) турап, ярты стакан үҫемлек майында ал­тынһыу төҫкә ингәнсе ҡыҙыу утта ҡыҙҙырырға. 180 г кишер,      1 баш һуғанды турап, ит менән бергә 3 минут тирәһе ҡурырға.        2 ҡалаҡ былау өсөн махсус тәмләткес һалып бутарға. Утын һүрәнләткәс, 1 баш һарымһаҡ менән 1 әсе боросто бөтәүләй көйө ҡаҙан уртаһына һалып,         1 стакан һыу ҡойоп, биш минут тоторға. Аҙаҡ һарымһаҡ менән боросто алып, һүрән утта тағы ла ярты сәғәт ҡыҙҙырырға.
300 г “Басмати” дөгөһөн һал­ҡын һыуҙа ҡат-ҡат йыуып, ит өҫтөнә тигеҙ генә итеп һалып сығырға. Уға һарымһаҡты кире тығып ҡуйырға ла мөмкин. Дөгө өҫтөнә бер иле ҡапларлыҡ итеп һыу ҡойорға ла, тоҙ өҫтәп, талғын утта 30 минут бешерергә. Утын һүндергәс, тағы ла 15 минуттай томалап тотоғоҙ.

Йәшелсә салаты

500 г кәбеҫтәне туҡмаслап турарға ла, самалап тоҙ һибеп, ҡул менән ыуырға. 2 ҡалаҡ көнбағыш майына 1 балғалаҡ шәкәр һәм 1 ҡалаҡ аш һеркәһе һалып бутарға. Әсе ризыҡ яратыусыларға ваҡлап туралған ярты ҡуҙаҡ әсе борос өҫтәргә лә мөмкин. Кәбеҫтәне ошо маринад менән бутап, 1 сәғәт йылы урында ултыртып торорға. 1-әр ҡыяр менән ҡыҙыл татлы боросто, 2 һабаҡ сельдерейҙы йыуып, таҙартып – һаламлап, 1 ҡыҙыл һуғанды ярым түңәрәкләп турарға.
3 ҡалаҡ көнбағыш майына           1 – 2 балғалаҡ керән пастаһы, самалап тоҙ һәм ҡара борос һалып туғырға. Кәбеҫтәне бер аҙ маринады һәм бүленеп сыҡҡан һутынан һарҡытып алырға. Уға туралған йәшелсәне һәм ке­рәнле соусты ҡушып, яҡшылап бутарға.

Татлы “ҡаҙы”

500 г печеньены ваҡлап һындырырға. Полиэтилен ҡап­сыҡҡа һалып, уҡлау менән ваҡларға ла була. Уға бүлмә температураһында йомшарған 200 г аҡ май, 380 г ҡуйыртылған һөт һәм 4 – 5 балғалаҡ какао порошогы һалып, яҡшылап бутарға. Килеп сыҡҡан массаны колбаса формаһында әүәләргә лә, фольгаға төрөргә һәм 3 – 4 сәғәткә һыуытҡысҡа ҡуйырға. Табынға түңәрәкләп ҡырҡып бирергә.

       Гөлнур ҠЫУАТОВА яҙып алды.

Читайте нас