Һыуғояр (21.01 – 19.02)
Аралашыуҙа элекке ҡыйынлыҡтар үҙҙәрен йыш һиҙҙерер. Шишәмбеләге хәлдәр кәйефегеҙҙе төшөрөр. Ныҡлап уйлағанда улар һеҙгә әллә ни янамай ҙа һымаҡ. Ваҡ-төйәккә иғтибар итмәй, етди мәсьәләләргә тотоноғоҙ.
Балыҡ ( 20.02 – 20.03)
Осорҙо әүҙем үткәрерһегеҙ. Бер-нисә етди эште тулыһынса тамамларһығыҙ. Эштәрегеҙгә ҡыҫылырға теләүселәр ҡамасауламаһа күберәк тә булдырыр инегеҙ. Эске тауышығыҙ ауыр саҡта ярҙам итер.
Ҡуҙы ( 21.03 – 20.04)
Ҡайһы бер эшегеҙҙе тиҙерәк бөтөрөргә тырышырһығыҙ, моғайын. Йондоҙҙар ашыҡмаҫҡа кәңәш итә. Башҡаларҙан ярҙам һорарға ла тартынмағыҙ. Бының бер аҙ файҙаһы тейер, бәлки. Йомала үҙ иңегеҙгә яуаплылыҡ алырға тура килер.
Буға (21.04 – 21.05)
Аҙна башында бәғзеләр яҡшы хәбәр алыр. Ғөмүмән, көндәр күтәренке кәйеф менән башланыр. Бөтә күмәк сарала үҙегеҙҙе ышаныслы тойорһоғоҙ. Элекке дошмандарығыҙ менән дә уртаҡ тел табыуы ауыр булмаҫ.
Игеҙәктәр ( 22.05 – 21.06)
Был көндәр оҙаҡҡа иҫегеҙҙә ҡалыр. Өмөтлө ваҡиғалар күбәйер. Шаршамбыла һис тә уйламаған хәлдәргә осрауығыҙ бар. Икеләнеүҙәр дөрөҫ юл табырға булышлыҡ итер. Был арала етәкселәрҙән маҡтау һүҙҙәрен дә ишетерһегеҙ.
Ҡыҫала ( 22.06 – 23.07)
Осор бигерәк тә ижади кешеләр өсөн уңышлы булмаҡсы. Күптәргә илһам килер, яңы ҙур эштәргә тотонорға теләге тыуыр. Шулай ҙа йондоҙҙар хыялдарға артыҡ бирелмәҫкә ҡуша – уларҙың күпселеге хәлегеҙҙән килмәүе лә мөмкин.
Арыҫлан ( 24.07 – 23.08)
Аҙнаны әүҙем үткәрерһегеҙ. Ялҡау һәм яй хәрәкәт итергә өйрәнгән кешеләр ҙә йәнләнеп китер. Шаршамбыла көтөлмәгән хәлдәр булыуы ихтимал – күпселектә улар ыңғай көтөлә. Йомала яҡшы хәбәр ишетерһегеҙ, моғайын.
Ҡыҙ ( 24.08 – 23.09)
Мәл һуңғы ваҡытта йыйылып киткән мәсьәләләрҙе хәл итер өсөн уңайлы. Ашыҡмай, уйлап ҡына эш итһәгеҙ, күпте булдырырһығыҙ. Шаршамбынан һуң кәйефегеҙ күтәрелер, үҙегеҙҙе ышаныслы тойорһоғоҙ.
Үлсәү ( 24.09 – 23.10)
Башығыҙҙа өмөтлө күренгән төрлө фекерҙәр тыуып торор. Уларҙы онотмаҫҡа тырышығыҙ, бер аҙ ваҡыт үткәс кәрәгер. Шаршамбынан һуң яҡындарығыҙ менән уртаҡ тел табыуы ауырлашыр. Йондоҙҙар был арала сығымдарығыҙҙы кәметергә ҡуша.
Саян ( 24.10 – 22.11)
Үҙ көсөгөҙҙә шикләнмәгеҙ. Әйткәндәй, бының өсөн сәбәптәр ҙә булмаҫ кеүек. Ярҙамһыҙ ҙа барыһын да булдырырһығыҙ. Кесе йомала кеше кәңәштәре башығыҙҙы бутар. Йомала һис тә көтөлмәгән, ләкин ыңғай ваҡиғалар көтөгөҙ.
Уҡсы ( 23.11 – 21.12)
Бик икеле осор. Йондоҙҙар һәр саҡ уяу булырға, ишеткән хәбәрҙәрҙе тикшерергә кәңәш итә. Бик күптән күрмәгән кешенең пәйҙә булыуы ихтимал. Уға артыҡ ышанмағыҙ. Кесе йомала уңайлы мәл булыр.
ӨМӨТБАЙ.