Махсус биттәр
7 Марта , 19:00

Йондоҙнамә (9 –15 март)

Ылаҡ (22.12 – 20.01) Был арала матди ҡыйынлыҡтар даими һиҙелеп торор, моғайын. Шаршамбыла һеҙҙең өсөн өмөтлө уңайлы шарттар асылырға тейеш. Бынан файҙаланып ҡалығыҙ.

Йондоҙнамә (9 –15 март)Йондоҙнамә (9 –15 март)
Йондоҙнамә (9 –15 март)

 

Һыуғояр (21.01 – 19.02)

Тырышһағыҙ, шишәмбелә бигерәк тә һиҙелерлек уңышҡа өлгәшерһегеҙ. Ялҡауҙар был уңайлы мәлде күрмәй ҙә ҡалыр. Бәғзеләр элекке дошмандарын да үҙ яғына ауҙарыр.

Балыҡ (20.02 – 20.03)

Һеҙҙе яҡшы осор көтә. Аҙна уртаһында бөтөнләй таныш булмаған мәсьәләләр менән булышырһығыҙ. Шулай ҙа элек алған тәжрибәгеҙ ярҙам итер. Шәхси тормошоғоҙҙа ыңғай үҙгәрештәр көтөгөҙ.

Ҡуҙы (21.03 – 20.04)

Ниндәйҙер мөһим эштәрҙе башҡара алырһығыҙ һымаҡ. Бәғзеләр күптән туҡталған ниндәйҙер эшенә ҡабат тотонор. Шаршамбылағы мәшәҡәттәргә иғтибар бирмәүегеҙ хәйерле. Улар бик тиҙ онотолор.

Буға (21.04 – 21.05)

Мәл яуаплы һәм мөһим эштәрҙе башҡарыу өсөн уңайлы. Бәғзеләр ныҡлы нигеҙ булдырыр. Тик эшегеҙҙең һөҙөмтәләрен бик оҙаҡ көтөргә тура килер. Йомалағы хәлдәр кәйефегеҙҙе күтәрер.

Игеҙәктәр (22.05 – 21.06)

Үҙ көсөгөҙгә генә таянырға тура килер. Янығыҙҙа ышаныслы кешеләр күренмәҫ. Шаршамбыла алдығыҙҙа яңы етди мәсьәлә ҡалҡыуы ихтимал. Уны ашығыс рәүештә хәл итерһегеҙ.

Ҡыҫала (22.06 – 23.07)

Икеләнеүҙәр, борсолоуҙар күбәйер. Күп файҙалы эш башҡарырһығыҙ. Ләкин уңайлы мәлдәрҙе күрмәҫһегеҙ, моғайын. Шаршамбыла ниндәйҙер матди мәсьәләне хәл итерһегеҙ.

Арыҫлан (24.07 – 23.08)

Был арала элек беленмәгән һәләттәрегеҙ асылыуы ихтимал. Үҙегеҙ генә түгел, яҡындарығыҙ ҙа аптырар, бәлки. Йәшерәктәр үҙ көсөн дөрөҫ баһаламауы ла мөмкин. Еңел аҡса вәғәҙә иткәндәргә артыҡ ышанмағыҙ.

Ҡыҙ (24.08 – 23.09)

Йондоҙҙар һаулығығыҙға ҡарата иғтибарлыраҡ булырға ҡуша. Бәләкәй генә сәбәп булһа ла, табиптарға күренергә йыбанмағыҙ. Күптәр үҙҙәрендә көс-дәрт артҡанын тойор. Бәғзеләр күптән туҡтаған эшкә яңынан тотонор.

Үлсәү (24.09 – 23.10)

Был арала, ниһайәт, етди ҡарар ҡабул итергә мөмкинлек табылыр. Ниндәйҙер тәжрибәле кеше лә ярҙамға килер. Шаршамбыла элек иғтибар бирмәгәнде асыҡ күрерһегеҙ. Бер юлы элек ебәргән хаталарығыҙҙы ла төҙәтерһегеҙ.

Саян (24.10 – 22.11)

Йондоҙҙар бөтә эшегеҙҙә булышлыҡ итер. Ләкин үҙегеҙгә лә әүҙемлек күрһәтергә кәрәгер. Бер аҙ аҡса ла алырһығыҙ. Бәғзеләргә күптәнге бурыс та ҡайтарырҙар йәки башҡа килем килер.

Уҡсы (23.11 – 21.12)

Тырышһағыҙ, барыһына ла өлгөрөрһөгеҙ. Бынан тыш, оло туғандарығыҙҙың береһенә ярҙам да итә алырһығыҙ, моғайын. Ниндәйҙер сараға саҡырыу алыуығыҙ ихтимал. Унан баш тартмағыҙ.

ӨМӨТБАЙ.

Автор:Рөстәм Илтенбаев
Читайте нас