Бөтә яңылыҡтар
Махсус биттәр
7 Март , 22:00

Һүрелмәҫ өмөт

... – Килен, табиптар ете йыл элек үк, һанаулы ғына көндәрең ҡалған, тигәйне. Ошо йәшемә еткәс тә Хоҙайға рәхмәтлемен. Бүре үте эстем, ауыр булһа ла. Ғәрифйән ҡәйнешкә рәхмәт инде, урман яғы һунарсыларынан алдырып торҙо. Киленле булдым, ейәнсәремде күрергә насип итте. Рәүефте ҡәҙер ит, килен. Атаһы һуғышҡа киткәндә уға ете генә йәш ине. Ҡайғы-шатлыҡтарҙы бергә уртаҡлашып, тормош йөгөн бергә тартып йәшәгән өлкән улым. Атаһының “хәбәрһеҙ юғалған” тигән ҡағыҙы килгәс, ҡысҡырып ҡолап китте. Эт күрмәгәнде күрҙек инде, – тип күҙ йәштәренә ирек ҡуйҙы. – Бер һыйырҙың ағы аслыҡ үлеменән алып ҡалды балаларымды. Бойҙайҙы ҡул тирмәненән тартып, ойотҡола бүрттереп ашата торғайным. Бибиниса әхирәтем балаларына толоп ашатты. Тирене өтөп, ҡырып-йыуып, ебетеп һалып ҡуя ла, оҙаҡ итеп бешерер ине. Бәләкәй улы Әҙһәм, әсәй, толоптоң бер еңе генә ҡалды, ул бөтһә, нимә ашарбыҙ инде, тип ҡысҡырып илап ебәргәне әле лә күҙ алдымда...

Һүрелмәҫ өмөт
Һүрелмәҫ өмөт


Ҡояшлы, салт аяҙ көн тыуҙы. Вәхиҙә бөгөн йоҡоһонан көндәгегә ҡарағанда иртәрәк торҙо. Балалары тыныс йоҡлаһа ла, ул арыу уҡ ваҡыт йоҡлай алмай ятты. Рәүеф һыйырҙарҙы көтөүгә ҡыуып, быҙауҙарҙы туғайға сығарып ҡайтҡансы, ул инде һөттө айыртып, самауырын ҡайнатып өлгөрәсәк. Хәйер, Вәхиҙә генә түгел, бөтә ауыл халҡы көндәгенән иртәрәк торған кеүек күренә уға. Шулай булмай ни, бөгөн байрам – Еңеү көнө! Бөйөк Еңеүгә – 20 йыл! Бөтә ғаләм өсөн шатлыҡлы ла, һағышлы ла көн...
Ҡыҙҙары әлегә иҙерәп йоҡлай. Өлкәненә алты йәш, бәләкәйенә йәй аҙағында ике йәш тула. Дилә Вәхиҙәнең әсәһенә оҡшап торһа, бәләкәсе – тас ҡәйнәһе. Үкенес, ҡәйнәһе генә күрә алманы үҙенә оҡшаған ейәнсәрен. Уның баҡыйлыҡҡа күскәненә лә – тиҙҙән өс йыл. Хәләле һуғышта хәбәрһеҙ юғалған ҡатын ҡыҙы менән өс улын яңғыҙы тәрбиәләп үҫтергән. Вәхиҙә ғаиләлә иркә генә кинйә ҡыҙ булып үҫеп, артыҡ эш рәтен белмәһә лә, ҡәйнәһе өйрәтеп алды уны тормош көтөргә.
– Килен, өйгә килеп ингән кешегә яҡты йөҙөң менән тор, берәү ҙә һиңә донъя бүлешергә инмәй. Йоҡоға иртә ят, иртә тор. Баҙыңда һәр саҡ ҡунаҡ һыйларлыҡ йыйындығың булһын. Иреңә тауыш күтәрмә, үҙеңде тыныс тот. Баланы илатма. Ипле, тыныс ҡатындар һөймәлекле була, шарт-шорт баҫып, килде-китте хәбәр һөйләп йөрөү килешмәй. Ҡашығаяҡты ипләп тотон, түрбашта шым йөрө. Күршеләрҙең үҙ-ара ыҙғышҡандарын тыңлап, улар араһында хәбәр ташып йөрөмә. Тәртипһеҙ улар: бер тауыҡ өсөн дә ҙур ғауға сығарып, депутатҡа, силсәүиткә барып еткән кешеләр. Яулыҡ ябынып, сәс-башыңды йыйып, алъяпҡысыңды бәйләп йөрө... – ошолай өгөт-нәсихәттәре менән күп нәмәгә өйрәткән ҡәйнәһенә рәхмәтле Вәхиҙә.

* * *
Күрше ауыл егете Рәүеф уға тәү күреүҙән ғашиҡ булды. Егеттең тыныслығы юҡҡа сыты: нисек тә ҡыҙҙың ағаһын күреп һөйләшергә кәрәк. Иҫке генә мотоциклын ремонтлап ала ла, юҡ йомошон бар итеп, көн дә һөйгәненең ауылына килә. Йөрәгенә ут ҡапҡан егеткә 12 саҡрым ара бер ни түгел! Ауыл Советында сәркәтип вазифаһын башҡарған Камил ағайҙы өсөнсө килгәндә генә осрата алды: йә ул район үҙәгенә киткән була, йә берәй ауылда йыйылышта.
– Йомошом һеҙҙә ине, Камил ағай, – тип уның артынан эш бүлмәһенә эйәреп барып инде Рәүеф.
– Әйҙә, үт, ҡустым, ни йомош? Балаға таныҡлыҡ яҙҙырырға килдеңме?
– Юҡ, мин өйләнмәгәнмен әле, – тине егет уңайһыҙ­ланып ҡына.
– Бынауындай егетте ҡыҙҙар ниңә күрмәй икән, ә? Тимерсе булып эшләйһең бит, эйеме? Оҫталығыңды ишеткәнем бар, маладис! – һүҙгә әүәҫ ағай хәбәрен автоматтан атҡан кеүек теҙҙе.
Ҡайҙалыр ҡабаланып китергә торғандай күреп, Рәүеф һүҙҙе ҡыҫҡа тоторға булды.
– Камил ағай, мин һеңлегеҙ Вәхиҙәне оҡшатып йөрөйөм. Ул һеҙҙең менән йәшәгәс, килдем әле ололарҙың кәңәшен тотоп.
– Ә-ә-ә... Ҡайҙа күрҙең һин уны? Осрашып йөрөйһөгөҙмө? Ҡалай бер нәмә лә һиҙҙермәй әле ул. Клубҡа һирәк сыға: еңгәһенә бала ҡараша, өй эштәре лә уның ҡарамағында. Ҡалаға эшкә китергә ниәтләнгәйне, риза булманыҡ. Ярай, ярай, еңгәһе менән бөгөн үк һөйләшербеҙ.
Камил ағайҙы бик уҫал кеше, тип ишеткәне бар ине. Ә бөгөн һис тә улай күренмәне. Әрләмәне, ыңғай ғына һөйләште. Рәүефтә ниндәйҙер өмөт уянды, оло кинәнес кисереп килеп сыҡты ул бүлмәнән.
– Ыңғайға һөйләшкәндәй булһа, почтальонканан әйтеп ебәрермен, көн дә килеп йөрөмә ыҙалап, эшең ҡала бит… – тип оҙатты.
– Ағай ул егетте бер-ике тапҡыр ғына күрҙем, һөйләшкәнем дә юҡ, – тип ҡыҙ ҡаршылашып ҡараһа ла, ағаһы һүҙҙе ҡыҫҡа тотто:
– Ай-һай, йәшерәһеңдер. Нисек бер һөйләшмәйенсә ул һиңә өйләнергә булып киткән һуң? Бушты һөйләмә! Шәп егеткә оҡшай, буй-һыны бына тигән, эше лә бар. Тырыш, үҙ-үҙенә талапсан икәнлеге бер һөйләшкәндә үк һиҙелде. Йәштәш ҡыҙҙарың кейәүгә сығып бөттө бит. Мин һиңә яҡшылыҡ ҡына теләйем, яйы сыҡҡанда тәүәккәлләргә кәрәк.
Өсөнсө көн Камил почтальонка аша Рәүефте саҡыртып, ниәтте бойомға ашырып та ебәрҙеләр. Шулай итеп, Вәхиҙә 18 йәше тулыуға кейәүгә лә сыҡты. Оҙон буйлы, матур егеткә тиҙ ылыҡты ул. Ҡәйнәһе лә үҙ ҡыҙылай күреп, өҙөлөп торҙо, эшкә, тәртипкә өйрәтте.
Яҙлы-көҙлө ауылдар буйлап йөрөгән диуананы ла индереп, өйҙә йоҡлатып, мунса төшөрөп, әллә күпме ризыҡ, кейемдәр биреп сығарған ҡәйнәһенә башта аптырай торғайны Вәхиҙә.
– Диуана килә, диуана! – тип сыбыҡ аттарҙа малай-шалай урамға сабып сығыу менән ҡәйнәһе Рәүефкә мунса тоҡандырырға ҡуша, килененә аш-һыу яраштыра башларға кәрәклеген аңғарта. “Мейес эргәһендәге һәндерәлә булһа ла йоҡлап сыҡһын, йонсоп йөрөй, бахыр”, – тип йәлләр ине диуананы ҡәйнәһе. Ә уның тоғонан сығарып биргән күстәнәстәрен алырға ҡушмай. Ниндәй кешелекле ҡатын булған ҡәйнәһе.
* * *
...Рәүеф менән икәүләп кенә ултырып иртәнге сәйҙе эстеләр. Урамдан бер туҡтауһыҙ мотоциклдар, егелгән аттар үтеп тора. Улар ауыл Советы үҙәгендәге байрам тантанаһына ашыға. Ҡапҡа алдына туҡтаған ылау тауышы ишетелһә, Вәхиҙә тиҙ генә тәҙрәнән ҡарап ала. Берәүҙең килерен көткән кеүек.
– Быйыл да бармаҫҡа булдың инде? – өҫ-башы тәрбиәле Рәүеф икеләнеп, ишек төбөндә тора бирҙе лә сығып китте. – Берәйһенең атына эләгермен әле, мотоциклды сығармайым.
Ул арала өлкән ҡыҙы йоҡоһонан уянып тороп ултырҙы. Әсәһе Диләнең сәсен тарап үрҙе, таҙа күлдәк кейҙерҙе. Ғаиләлә кинйәкәү булып, иркәләнеп кенә үҫкән Вәхиҙә ҡәйнәһенең дә, иренең дә мыжыуҙарына үпкәләмәне, артыҡ иғтибар бирмәне. Яңғыҙы тырыш ҡына донъя көткән, аш-һыуға оҫта, таҙа, бөтмөр, егәрле ҡәйнәһе – ауылда күптәр өсөн өлгө. Яман шеш ауырыуы менән интеккәс, бигерәк йәлләне килене. Дүрт йыл бергә йәшәп ҡалдылар, тик сир үҙенекен итте.
– Килен, табиптар ете йыл элек үк, һанаулы ғына көндәрең ҡалған, тигәйне. Ошо йәшемә еткәс тә Хоҙайға рәхмәтлемен. Бүре үте эстем, ауыр булһа ла. Ғәрифйән ҡәйнешкә рәхмәт инде, урман яғы һунарсыларынан алдырып торҙо. Киленле булдым, ейәнсәремде күрергә насип итте. Рәүефте ҡәҙер ит, килен. Атаһы һуғышҡа киткәндә уға ете генә йәш ине. Ҡайғы-шатлыҡтарҙы бергә уртаҡлашып, тормош йөгөн бергә тартып йәшәгән өлкән улым. Атаһының “хәбәрһеҙ юғалған” тигән ҡағыҙы килгәс, ҡысҡырып ҡолап китте. Эт күрмәгәнде күрҙек инде, – тип күҙ йәштәренә ирек ҡуйҙы. – Бер һыйырҙың ағы аслыҡ үлеменән алып ҡалды балаларымды. Бойҙайҙы ҡул тирмәненән тартып, ойотҡола бүрттереп ашата торғайным. Бибиниса әхирәтем балаларына толоп ашатты. Тирене өтөп, ҡырып-йыуып, ебетеп һалып ҡуя ла, оҙаҡ итеп бешерер ине. Бәләкәй улы Әҙһәм, әсәй, толоптоң бер еңе генә ҡалды, ул бөтһә, нимә ашарбыҙ инде, тип ҡысҡырып илап ебәргәне әле лә күҙ алдымда...
Һуғыш ваҡытындағы ауырлыҡтарҙы һөйләр ҙә һөйләр ине ҡәйнәһе. “Хәбәрһеҙ юғалған” тигән ҡағыҙ алһалар ҙа, ғүмер буйы ирен һуғыштан көттө.
– Ҡайның иҫән ул. Төшөмдә ҡуйы урман ситендә миңә йылмайып ҡарап торҙо ла, эсенә инеп китте. Бай урында йәшәп яталыр. Кем белә, бәлки, әсир төшкәндер, йәки ауыр йәрәхәттән үткәндәрен онотҡандыр. Ҡасан булһа ла ҡайтып инеренә өмөтөм ҙур. Бына, байрамға ла ҡайтып инер әле. Дүрт балаһын бер иҫенә төшөрмәһә, бер төшөрөр.
Байрам ғына түгел, былай көндә лә, ҡапҡанан берәй ир-ат инеп килһә, тиҙ генә таҙа яулығын ябына һалып, ҡаршы сыҡты. Шунан, ҡанаты ҡайырылған ҡош кеүек, кәйефе төшөп, кире килеп инер ине өйгә. Ҡәйнәһенең ошо һөйләгәндәре Вәхиҙәнең күңеленә уйылып ингән. Ана бит, ҡапҡа алдын әленән-әле ынтылып ҡарап, үҙе лә аңғармаҫтан кемделер көтөп йөрөй. Үҙенең дә үткәнен иҫләп, оҙаҡ ултырҙы урындыҡ ситендә.
Эйе, үҙенең атаһы ла хәбәрһеҙ юғалған. Вәхиҙәгә йәш ярым булғанда һуғышҡа алынған ул. Ҡыҙға атай һүҙен әйтеп үҫергә яҙмыш насип итмәгән. Тиҫтерҙәренең аталары һуғыштан, арыу уҡ ваҡыт үтһә лә, берәм-һәрәм ҡайтып төштө. Ә уныҡы ҡайтманы. Атаһының һарғая башлаған фотоһүрәтен гел генә үҙе менән алып йөрөнө.
– Бер туҡтауһыҙ атайыңды һөйләп, йөрәгемде өҙгөләйһең, балам, – тип әсәһе илай башлаһа, ул да ҡушыла.
Һалдат ҡайтып төшкәнен ишетһәләр, әсәһенә мыжый башлар ине.
– Әйҙә, әсәй, барып атайымды һорашайыҡ. Бәлки, күргәндер.
Байрамға барған кеүек, матур күлдәктәр кейеп, китәләр һалдат ҡайтҡан өйгә. Тик һаман шул бер үк яуап: “Юҡ, күрмәнем шул атайыңды, ҡыҙым...”
– Улар ҡайһылай бәхетле: атайҙары ҡайтты. Ә минеке ҡасан ҡайтыр икән? Мин уның фотоһүрәтен ҡарап яратам, әсәй. Уға ҡарап шиғыр һөйләйем, йыр башҡарам. Ҡайта ул, ҡайта. Ана бит, Ғәббәс апа ике йылдан һуң да ҡайтып төштө, – тип һулҡылдап илар ине. Һуғыш өсөн иламаған, рәнйемәгән, ул афәтте ҡәһәрләмәгән кеше юҡтыр.
Әсә ҡыҙҙарын байрамса кейендереп, урамға сығарҙы. Хоҙайҙан күҙ йәштәре аша: “Ҡыҙҙарым, атай, тип иркә­ләнеп үҫһен инде. Ҡабат һуғышты күрһәтмәһен”, – тип һораны. Ул иртәнсәктән ҡуйған ҡамырҙан йыуаса, бәлеш­тәр бешереп алыуға, байрамға киткән ылауҙар кире ҡайта башланы. Флагтар, транспаранттар тотҡан халыҡтың кәйефе шәп, гармун тауыштары яңғырай. Шатлыҡлы ла, ҡайғылы ла байрам...
Рәүефе ҡайтып инде лә, ҡатынына текәлде:
– Әллә илағанһың инде?
– Эйе, ҡәйнәм мәрхүмәнең хисле өмөттәренә минеке лә ҡушылды. Ҡайным менән атайым бөгөн бергәләшеп килеп инерҙәр кеүек тойолоп киттесе бер мәл.
Ир ҡатынын ҡосаҡлап алды. Уның да күҙҙәрендә йәш бөрсөктәре ялтырай ине.
– Эйе, кешене өмөт йәшәтә. Тик был – хыял, тормошҡа ашмаҫ өмөт шул. Тыныслан, ҡәҙерлем. Ныҡ булайыҡ, беҙ күргән ауырлыҡтарҙы балалар күрмәһен. Етемлек, ҡайғылы яҙмыштар, ҡан ҡойош, ҡорбандар кәрәкмәй! Һуғыш булмаһын ҡабат!
Ҡәйнәһенең: “Ҡайның ҡайта ул, матур итеп ҡаршы алырһығыҙ”, – тигән һүҙҙәре, васыят кеүек, һүрелмәҫ өмөт булып ҡалды...

Сулпан ӘҠСӘНОВА.
Әбйәлил районы.

Автор: Рөстәм Илтенбаев
Читайте нас