Бөтә яңылыҡтар
Махсус биттәр
4 Март , 22:00

Ҡырҡ сыраҡ (Хикәйә)

Зәлифә инәй. Ул беҙгә күрше генә, урам аша, шаҡарма солансалы, аласыҡтай ғына, һалам ҡыйыҡлы, береһе ишек алдына, икенсеһе урамға ҡараған тәҙрәле өйөндә йәшәне. Бөгөн ҡалай ҡыйыҡлы, евро тәҙрәһе рәшәткә менән ҡоршалған, стеналары ҡыҙыл кирбестән бөтөрөлгән, ян-тирәһе бейек ҡойма менән уратылған ике-өс ҡатлы коттедждар бермә-бер ишәйгән саҡта, әллә нишләп, һаман да булһа, һалам ҡыйыҡлы, уҫаҡ бүрәнәләрҙән һалынған, аҡбалсыҡ менән аҡланған бикһеҙ ауыл өйҙәрен һағынам, ишек тотҡалары алтынға мансылған бейек һарайҙар батшаларға тәғәйен, ә минең йәнемә иһә ана шул танһыҡ аҡлыҡ, сафлыҡ, етмәне, һәм әлеге көндә лә етмәй.

Ҡырҡ сыраҡ (Хикәйә)
Ҡырҡ сыраҡ (Хикәйә)

Күҙҙәре сәләмәт кешенекеләй һин дә мин ҡарап торһалар ҙа тыумыштан һуҡыр ине инәй, сығышы менән Хәйбулла районы Урыҫбай ауылынан, тик беҙгә ниндәйерәк урау юлдар менән килеп эләккәндер, төшкәндер, уныһын инде, бер Хоҙай белә, һәр хәлдә мин иҫ белгәндә ул беҙгә ҡырҡ ҡоршау быялалы тәҙрә өлгөләрен терәп, йүнәлтеп ҡарап йәшәй ине инде. Һуҡырлығын иҫәпкә алмағанда төҫкә-башҡа башҡа ауыл әбейҙәренән бер яғы менән дә айырылмағайны ул: тәбәнәк буй, йоҡа кәүҙә, таралып барған ап-аҡ сәстәр, йыйырсыҡтар менән сыбарланған ирәбе йөҙ. Миңә ҡалһа уны Леонардо Да Винчиның донъяла киң билдәле Моно Лизаһына оҡшата инем. Әллә көндә күреп йөрөп күҙ өйрәнеп киткәнгәме, әллә икенсе сәбәпме, Зәлифә инәй ете диңгеҙ аръяғындағы Лизаға ҡарағанда матурыраҡ та, һылыуыраҡ та, һөйкөмлөрәк тә ине күренде. Бер ҡатлыраҡ ихлас ҡылыҡһырлауым арттырыу ҙа шаштырыу ҙа түгел. Уның тәү ҡарашҡа сәйер иҫәпләнгән ике ғәҙәте хәтерҙә ныҡ уйылып ҡалған; көн яҡтыһын сырамытып күрмәһә (ошо килеш тә үҙен күҙлеләрҙән былайыраҡҡа иҫәпләне) лә, иртә таңдан, шунан ҡараңғы төшөп төн уртаһы ауғансы өйөндә утын яндыра һәм иртә яҙҙан ҡара көҙ еткәнсе, ҡояш сығып байығансы өйөнөң стеналарын һәрмәп ҡуңалтаҡ өйөн зыр-түңәрәк уратып, әйлән-бәйлән әйләнгеләп йөрөй. Тотоноп, һәрмәп атлағанға бармаҡтар юлаҡлаған өйө уратаһы таҡырланып бөткән берләм һуҡмаҡ менән ҡайылғайны, балдаҡҡа алынғайны. Ҡарсыҡтың өйөндә ут тоҡаныуы була әсәйем былай ти: “Ана, инәйең ҡара таңдан уянып үҙенә ҡунаҡтар саҡыра ла башланы, тағы уның тәҙрәһендәге уттар урам юлын яҡшы яҡтырта, ҡараңғыла абынмай үтеп китеү өсөн ҡулай!” Шул ҡылығы менән инәй башҡаларҙың барыр юлын яҡтыртып, ян-тирәһенән ҡараңғыны ҡасырып йәшәне. Тағы шуны өҫтәп әйтмәксемен, Зәлифә инәй донъяны маңлай күҙе менән түгел, иң әүәл күңел күҙе менән күрҙе һәм ҡабул итте. Күңел күҙе инде үҙ сиратында маңлай соҡорҙарына батҡандарға ҡарағанда үткерерәк тә, төпкөрөрәк тә, хислерәк тә. Инәйҙе тотош ауыл халҡы ҡараны, ауырһынмайынса теләп, ихлас ҡараны, унан ҡалһа аҙна һайын мәктәптән эт өйөрөләй тимур командаһы килә. Ир-ат ҡырҙан утын килтереп бысып-ярып, уны соланса эсенә теҙеп һалып өйҙө йыл әйләнәһенә йылы тотһа, кәрәккәндә йортто, шаҡарма солансаны, инер-сығыр тупһа тирәһен һипләһә, ҡатын-ҡыҙ иһә кейем-һалым, түшәнер-яҫтаныр, ҡабыр ризыҡ, тәғәм хәстәрләне, ҡайғыртты, иҙәнгә ҡый-һай, тәҙрә төбөнә саң ҡундырманы. Хәҙерге көндә кеше-кешене яратмағанда, мөрхәтһенмәгәндә, күңелдәре тарыҡҡанда, көнитмештең аҫты-өҫкә килеп боларғанда, Зәлифә инәй ише артыҡтар, кеше көнлөләр бөгөн йәшәй алмаҫтар ине, билләһи, йәшәй алмаҫтар ине. Булмаҫтайҙы һөйләмәйем, ысынында шул.
Бер көн әсәйем яулыҡҡа ашанты төйнәп, шуны инәйгә индереп бирергә ҡушты. Унда ылғый инеп-сығып йөрөгәнлектән һәләт ҡуҙғалдым. Уйым – оҙаҡ тотҡарланмай ғына күренеү ҙә, ҡулымдағын ҡалдырып сығыу, әсәйемдән өлкән кеше менән һүҙем, хәбәрем берекмәҫе көн кеүек асыҡ.
Өй эсе яҡты, йылы, бөхтә итеп йыйыштырылған. Аҡ ҡорғандары ян-яҡҡа тартылған тәҙрә төбөндә тамсы гөлө тамылйып сәскә ата. Һығылдырып һый теҙелгән урындығының түренә ҡәҙерле ҡунаҡтай ҡуҡырайып ҡунған инәй бер үҙе генә. Минең аяҡ тауыштарын ишетеү менән уның йөҙө йылмайыуҙан балҡып китте:
- Бына бит, бәхетленең ҡунағы бер көндә, Хәйҙәр улым да килә ята, яңғыҙ тамағыма аш үтмәй аптыранып утыра инем әле, бик тә йәтеш килеп сыҡты, әйҙә, һыйла инәйеңде! – Инәй күҙленән ғәйре, һаҡ ҡолаҡ, аяҡ тауыштарынан кемдең килгәнен, кемдең ингәнен шундуҡ һиҙемләп ала һәм һис ҡасан яңылышмай. Тыбызыҡлағандай аяҡтарымды алмаш-тилмәшләгәс теләкһеҙ генә урындыҡ ҡырлауына һағып, һағайырға мәжбүр булдым. Урындыҡҡа йәйелгән ашаулыҡҡа ҙур ҡунаҡ саҡырғандағылай аш-һыу теҙелгәйне; бер күнәк һыу һыйҙырмалы еҙ самауырҙың янына теленгән өй икмәге, әрсеп бешерелгән картуф, йомарламдан ватылған һыйыр майы, һары эремсекле май, яңы айыртылған ҡаймаҡ, бөрлөгән, ер еләге ҡайнатмалары, бетәү бешерелгән йомортҡалар, бер һүҙ менән әйткәндә текә ханбикәгә, хөкөмдар батшабикәгә эләкмәҫ тәмле-татлы һый ҡуйылған.
- Әхмәҙейҙең бисәһе Хәҙисә әпкилде быларҙы әле генә. Килтергәнен хәстәрләп алдыма теҙҙе, мине ошонда мендереп утыртып ҡуйҙы ла, ҡабалан йомошом бар, тип ҡайтып та китте. – Зәлифә инәй алдына ҡуйылғандың ҡайҙан икәнлеген аңлатты, төшөндөрҙө.
- Әсәйем тауыҡ һурпаһы, түтәрәм икмәк, йомарлам май, йәнә бер әсмүха камауай шәкәр, бер әсмуха һинд сәйе ебәрҙе.
- Һе, улайға уҡ китһә, мин дә һурпаһыҙ, итһеҙ утырмайым шыпа, ә мына күгәрсен һөтөләй таптырмаған һинд сәйе ҡайҙан килеп юлыҡты һеҙгә?
- Кейәүҙәге өлкән апайым Матрайҙа һатыусы булып эшләй бит. Ул күстәнәс араһына ике әсмуха сәй һалған, әсәйем шуның береһен һеҙгә ебәрҙе.
- Йәмиләнең ҡулы бигерәк балыуан шул, ә йомартҡа игелек икеләтә артып, әйләнеп ҡайта. Мына бәрәкәт, мына рәхәт, мына рәхмәт, мынау сәйнүктәге грузин таҡта сәйен хәҙер үк ҡаҡ та шул ожмах һыйын мул итеп услап һалып әбәр! – Эш тапмаған эш тапҡан, тигәндәй, бынан тиҙ генә сығып ысҡынып булмаясағын тойомланым.
Инәйҙең өҫтөндә эре сәскә биҙәкле, оҙон, иркен итәкле күлдәк.
- Күлдәгегеҙҙе әйтәм, бигерәк матур, инәй!
- Сағыу сәскә биҙәклене үҙ күрәм, теләгемә ярашлы, Әхмәҙулланың бисәһе Ғаҡиҙә тегеп кейҙерҙе, йә килешәме?! – Инәй ҡаҡ һөйәк яурындарын бейетеп ҡыйпаңланы. Ни хәл итмәк, ни ҡылмаҡ, ниндәй торошта ла, ҡайҙа ла ҡатын-ҡыҙ ҡатын-ҡыҙ булып ҡала, сепрәк-сапраҡты оло байлыҡтай күрә.
- Килешмәгән ҡайҙа, ауылда бындай күлдәклеләрҙең күренгәндәре юҡ әлегә.
- Әйтмә лә, шулай икәнлеген мында утырып та беләм!
Ҡаймаҡ туҡылған бер сынаяҡ һинд сәйен түңкәрәһенән һемергән ҡарсыҡтың йөҙө алһыуланып китте:
- Ер аяғы ер башынан килгән күстәнәс сәйҙең зәхмәте зәһәр икән дә баһа, баштарым зыр әйләнеп китте, хатта! – Былай булғас хәл белеү оҙаҡҡа һуҙылмаҡсы. Күренеүенсә, инәйҙең көйләп алырға, йырлап ебәрергә яйы. Ни булһа ла булыр, тип, ыңғайға һыпырам:
- Был сәй башты ғына әйләндереп ҡалмай, телде лә сисә торған.
Инәй сал сәстәрен ҡаҡ һөйәк бармаҡтары менән аралап ебәрҙе:
- Күңел, тигәнең күккә яҡын, тел тигәнең йырға тартым. Ҡыҙ саҡтан
“Ғилмияза”ны яраттым. Көйләгәнең яҙмышҡа ятҡандай тормошоңа юш килә ҡайһы саҡ. – Ул ҡайнар сәй менән ирендәрен сылатып алғас, йырлап та бәрҙе:
Һаҡмар һыуы аға ҡибла табан,
Урал тауы буйлап көн битләп.
Илкәйемә лә шул ҡайтыр инем,
Аяҡтарым талһа, имгәкләп...
Тамаҡ төбөнән саҡ ишетерлек кенә булып һығылып, һыҙылып сыҡһа ла Зәлифә инәйҙең ипле тауышы үтә лә моңло, әһаңлы ине. Ул уның тоҙ төҫөнә ингән күҙ төптәренә һағыш, һағыныу эҙҙәрен һиҙелер-һиҙелмәҫ яҡһа ла, тотош өй эсен йәмләп, нурландырып, ҡотландырып ебәрҙе. Йыр иртәнге бала-ҡояштың күңел түрен тирбәтеп, тирбәлдереп алғандыр, һис шикһеҙ алғандыр, шулай булмаһа, берҙән-бер тәҙрәнән көләс йөҙөн күрһәтеп йылмайып баҡмаҫ ине. Йырлаусыларҙың да төрлөһө була, бәғзеләр кәрәк булған өсөн тейешлекте үтәп кенә көй һуҙалар, ә ҡайһы берәүҙәр күңеленә, йәненә һыймағанды ян-тирәһенә тарата, теләп, яратып тарата. Һуңғыһы инде беҙ йәшәгән донъяны матурлай, йәнде иркәләй, бөләңгерт тормошто йәмле, мәғәнәле итә.
Бер аҙ тын ултырғас ҡыймай ғына һорарға иттем:
- Инәй, һин сығышың менән Урыҫбайҙан шикелле, әгәр яңылышмаһам?
- Шунан. Ҡайтмағаныма ни ғүмер! Әммә өмөттө өҙгәнем юҡ әле, бер ҡайтып урарға йыйынып көн һайын аяҡтарымды нығытам. Сәфәргә сәхәрҙә йәйәүләп сығып бер һыуһын атлаһаң тиҙ арала Ашҡаҙарға барып етергә мөмкин, иртәгеһенә Ҡаҙыршаға, ары, билде һыға быуып тырышһаң Ғәлиәхмәттең үҙенә артылдым, тигән һүҙ. Теге яғына, тау аҫтына тәгәрләһәң дә Урыҫбайға бараһың да төшәһең инде у!
Һабыр менән Урыҫбай араһы илле саҡрым тирәһе, шуны әйтеп ҡайһылайтып кешенең уй-хыялын һүндермәк, емермәк кәрәк, ҡеүәтләп ебәрәм ыңғайы бер:
- Һеҙҙең аҙымға яйлаһаң көн ярымда бараһың да етәһең инде!
Хәлен самалаған инәй шик белдереңкерәй:
- Көн ярымда уҡ етеп бумаҫ, ике көн тирәһе, шай.
Уйға батыңҡырап ултыра инек, инәй бер аҙ теремекләнә төштө:
- Әллә улым, һин дә йырлаштырып алаһыңмы бер һыуһын?
Көтөлмәгән тәҡдимдән юғалыңҡырап ҡалдым. Инәйҙең хәлен беләм тип кенә ин дә ауыҙ күтәреп, донъя яңғыратып йырлап ултыр инде, килешмәгән эш. Ипле генә баш тарттым:
- Ҡабалан барыр ерем бар ине...
- Һис ҡасан ашыҡма, ашыҡҡан етмәҫ, бойорған етер, тигән Аллаһы Тәғәлә!
- Килешер микән?
- Килешмәй тағы, һин миндә һыйы һығылған табында ҡунаҡта утыраһың да баһа, табын тигәнең йыр танһыҡлай ғәҙәттә.
- Ҡолағыма айыу баҫҡан, моңом самалы...
- Ә һин үҙеңсә генә итеп, үҙебеҙсәгә тартып. Бик беләһең килһә йырламаған кеше бумай, йыр бит у йән талабы, күңел торошо, йәшәү талабы!
- Боронғо йырҙарҙы белмәйем бит әле...
- Ә һин хәҙергене көйлә, йәнеңдә ятҡанды, күңелеңде тирбәткәнде һайлап, йырҙың йыртығы юҡ.
Ҡайһылайтып оло кешенең һүҙен йығаһың? Күмәгәйе тупайған тамағымды ҡырып алғас торна муйынымды юғарыға һоноп, сәгер күҙҙәремде ҡыҫа төшөп, аллы-гөллө тауышланып йырлап та ебәрҙем:
Хәтерҙә ул матур айлы кистәр,
Хәтерҙә бормалы һыу юлы.
Онотолмай беренсе саф мөхәббәт.
Онотолмай Ағиҙел һылыуы...
- Бына бит ҡайһылай килешле! – Инәй минең семтем дә моң әҫәре сағылмаған йырымды маҡтап ташлаған булды ла, ары дауам итте. – Бар ул ер йөҙөндә мәхәппәт, бар, у бумаһа гөлдәр, ҡыуаҡтар сәскә атмаҫ, ҡоштар һайрамаҫ ине!
Институтта әҙәби осрашыу мәлендә бер ҡыҙ миңә һорау бирҙе: “Ерҙә мөхәббәт барлығын нимә менән иҫбат итә алаһығыҙ?” Күпте күргән, күпте кисергән аҡыл эйәһеләй яуап ҡайтарҙым шул саҡ: “Мөхәббәт булмаһа гөлдәр сәскә атмаҫ, ҡоштар һайрамаҫ ине!”
Инәй хәтирәләрен яңырта:
- Йәш саҡта миңә бер егет ғашиҡ булды бит, уйламағанда-көтмәгәндә!
- Бына ишетмәһәң ишет!
- Күрмәһәң – күр, тип тә өҫтәп ебәргән бу!
- Егетте әйтәм, күрмәлекле булғандыр!
- Һыу һөлөгө һымаҡ, ул буй-һын тиһеңме, ул төҫ-баш тиһеңме, торғаны алпамыша!
- Була бит донъяла ташҡа баҫылған кәртинкәләй ыҫбай кешеләр! – Инәйҙең һуҡыр ҡарашынан тартынғандай һонтор, йоҡа кәүҙәмде ҡабарта биреп турыландырам, яҫы маңлайымды, асҡалаҡ йөҙөмдө һыпырам.
- Кәртинкә, тигән булаһың, ҡайтыш нимә менән сағыштырып, у һыбайлы атынан төшөп байҡарлыҡ, йәйәүле ятып ҡаралыҡ уҙаман ине; башында ҡама кәпәс, өҫтөндә бил тирәһе һоро төҫтәге билдек менән уралған ҡанатлы ҡыҙыл бишмәт, гәләфи салбар, аяғында хром итектәр, итектәре баҫҡан һайын шығыр-шығыр килә. Ауылға килеп инеп, атынан һикереп төшөүе була уны шундуҡ бала-саға уратып та ала: “Еҙнәй, тупайған кеҫәләреңдәге кәнфит менән һыйла әле?” “Кәнфит түгел бит ул, гәләфи!” “Гәләфи булһа ла ашайбыҙ!” тиҙәр тегеләр. – Зәлифә ҡарсыҡ үҙе уйлап сығарған
хәл-ваҡиғанан ҡыҙыҡ табып кеткелдәп көлөп ебәрә.
- Бигерәк кәттә булған икән дә баһа ул егет.
- Кәттәнән былайыраҡ, ә мин һайланып уны күҙгә элмәгән булдым, алйот.
- Зерә лә хата эш эшләгәнһең, инәй.
- Әйтмә лә, мына бөгөн балда-майҙа йөҙөп, рәхәтлеккә кинәнеп кенә йәшәр инем.
- Теге егетте әйтәм, һине күҙләргә ҡасан килә торғайны?
- Ҡасан тип ни, иртәһен дә кисен дә, күрше ауылдан ине бит у.
- Нимә менән йөрөнө?
- У саҡта тихника, тигәнең юҡ ине бит, һыбай, билдәле, һыбайлыға ҡайҙа ла юл.
- Аты...
- Аты, тимә, толпары, тиң!
- Эйе, толпары шәп булғандыр?
- Эйәргә ҡушарлап һағып йөрөмәгәс уның шәплеген этем белһен, иллә төҫө шәп ине, әллә ҡайҙан йылҡылдап күренә ине.
- Күк инеме әллә?
- Күк-буҙ!
- Күк күҙҙе тишеп бара, буҙ инде төҫтө күпкә тыйнаҡландыра! – тип әкиәтте элеп алған булам.
Зәлифә инәйем шулайтып, тыуған ауылына ҡайтайым, тип өйө һуҡмағында аяҡтарын нығытып йөрөгәндә ауылдаштарға ауырлыҡ һалмай кинәт кенә баҡыйлыҡҡа күсте. Яттарға бәләһен, ыҙаһын һалмағандар, ауырлыҡтарҙы үҙ иңендә күтәрә белгәндәр һирәк.
Ғәйепләп әйтмәйем, ҡатын-ҡыҙҙың булмышын, ҡылмышын, эске донъяһын бик тырышһаң да үҙгәртеү мөмкин түгел, ғаиләле булһа ла, балалар үҫтерһә лә, ул һәр саҡ, хатта ҡартайғансы, күк атҡа атланған күңел йәренең көтмәгәндә килеп инерен көтөп, уның ҡасан да булһа шулай булырына зар-интизар булып йәшәй. Күңел йәре, тип әйтеүем, көндәлек тормошто ҡабыҙған яҡты өмөт осмото бит ул, йәйҙең иң ҡыҫҡа төнөндә ҡарурман эсендәге сәскә атҡан абағаға, ҡәҙер төнөндә асмандың асылыуына тиң. Ҡатын-ҡыҙ һәр саҡ илаһи хыялына ынтылып, матур, яҡшы көндәрҙең килеренә ышанып йәшәй, яҡты маяҡтай өмөт, ышаныс алға әйҙәй уны.
Кеше көнлө Зәлифә инәй ҙә тыуған төйәгенә бер ҡайтып әйләнергә йыйынып, көн һайын, аҙна һайын, йылдар буйы аяҡтарын нығытып көн итте, йәнә теге күк-буҙ толпарға атланған йәшлек мөхәббәтенең уны эҙләп табырына өмөтләнде.
Ҡатын-ҡыҙҙың күңел донъяһы ҡырҡ яҡлы, ҡырҡ сыраҡлы, ҡырҡ тартмалы, әгәр шуларҙың береһен тормоштоң ыжғыр елдәре көтмәгәндә һүндереп ҡуйһа, ул икенсеһен, өсөнсөһөн ҡабыҙа, һәм шул юл менән үҙен генә түгел башҡаларҙы ла яҡтырта, йылыта!

Хәйҙәр Тапаҡов

Автор: Рөстәм Илтенбаев
Читайте нас