Фажиғәле яҙмыштар
Бер ғаиләнең яҙмышы тураһында һөйләмәксемен. Ул тарих күптәнән тынғы бирмәй йонсота, маҙаһыҙлай. Кемделер хата аҙымдарҙан аралаһа, кемдер фәһем алһа, һөйөүһеҙ тормоштоң әселегенә ишара яҙмам бушҡа булмаҫ.
Аяуһыҙ ваҡиғалар сылбыры бик күп тиҫтә йылдар элек башланған. Ауылда ир менән ҡатын йәшәгән – Заһит* менән Мәрзиә. Улар итәк тултырып балалар үҫтергән. Бабайҙың үтә йыуашлығын, ә әбейҙең уҫаллығын иҫәпкә алмағанда, башҡаларҙан бер нимәһе менән дә айырылмаған ябай ғына бер ғаилә (ундайҙар донъя тулы). Иң өлкән ике балалары башлы-күҙле булып, айырым донъя ҡорған. Тағы бер балалары ситтә эшләгән, барыһына ла бүләктәр алып, ялында яландай тыуған йортҡа ҡайтып йөрөгән. Ҡалған алты бала - мәктәп йәшендәгеләр.
Июлдең эҫе бер көнөндә Заһит менән Мәрзиәне ҡоҙалары ҡунаҡҡа саҡыра. Ата-әсәй байрамға ғына һандыҡтан ҡутарылған матур кейемдәрен кейеп, өйҙән сығып киткәс, балалар үҙ аллы донъя көтөп ҡала. Эштән бигерәк уйыны күберәк инде. Бер нисә сәғәттән уларҙың тормошо тулыһынса юҡҡа сығасаҡ. Ләкин әлегә улар был турала белмәй, эштәрҙе теүәлләп, рәхәтләнеп иптәштәре менән уйнай. Уйнап туйғас, тыныс ҡына йоҡларға яталар, таралып әүен баҙарына китәләр...
Иртәнге сәғәт дүрттә уларҙың үҫмер ҡыҙҙары Әсмә ярһып күршеләренең ҡапҡаһын ҡаға. Туҡылдатыуҙы һәм Әсмәнең ҡысҡырған тауышын ишетеп, иң тәүҙә әхирәте Сайма уянып, тышҡа йүгереп сыға, ҡапҡаны аса.
- Атайың өйҙәме? Әсәйем ныҡ ауырып китте, - ти ҡобараһы осҡан, төҫө ҡасҡан Әсмә. Сайма кире елдереп өйгә инеп, ҡаты йоҡлаған атаһын уята. Үҙе урамға сығып, күршеләренә инергә уйлай ҙа, ҡыймай - ни тиһәң дә, төн уртаһы. Артабан нишләргә белмәй, урамда яңғыҙы аптыранып туҡтап ҡала. Тап шул мәлдә Сайма күршеләренең асыҡ тәҙрәһенән Заһит бабайҙың тауышын ишетә: “Егерме һигеҙ йыл буйына тәҡәтемде ҡороттоң”.
Бер аҙҙан Сайманың атаһы күршеләренә барып, шаҡ ҡатыуҙан телһеҙ ҡайта. Ҡатынының, ни булды, тип төпсөнөп һорашыуына саҡ телен әйләндереп әйтә ала: “Бабай әбейен балта менән сапҡылаған... Әбей үлгән”.
Бабай, әбей, тигәндәре саҡ иллене уҙған йәштәгеләр ул. Аҙаҡ билдәле булыуынса, ҡунаҡтан ҡайтҡан ата-әсәнең зыҡ ҡубып ирешкәнен ишетеп, йоҡлап ятҡан балалар ҡурҡып уянышып, балтаға болашҡан. Тик ҡатынын сабып, күҙенә ҡан һауған атайҙары, китегеҙ, юғиһә, хәҙер үҙегеҙҙе лә сабам, тип балтаһы менән һелтәнгәс, Әсмә, ярҙам һорап, күршеләренә йүгергән була ла инде, бахырҡай...
Кискеһен урамда шау-гөр килеп уйнап, яҡшы кәйефтә йоҡларға ятҡан балаларҙы шулай ҡот осмалы хәүефле иртә уята – уларҙың күҙ алдында атайҙары әсәйҙәрен сапҡылап үлтерә. Бәлиғ булмаған алты балаҡай бер юлы әсәйһеҙ ҙә, атайһыҙ ҙа тороп ҡалып, балалыҡтан кинәт ҙурая. Йөрәкте ярырлыҡ хәл-күренеш уларҙың яҙмышын пыран-заран килтерә, матур киләсәктәрен ботарлап ташлай, гүйә.
Ошоғаса себенде лә рәнйетмәгән, бик баҫалҡы ирҙе, ғаилә башлығын, алып китәләр. Төрмәлә әллә ни күп тә ултырмай һуғыш ветераны: фронтта алған контузияһы арҡаһында һаташып, ҡатынын үлтергән тип, уны өс йылдан һуң иреккә сығаралар. Фажиғәгә тиклем ихтирам менән ҡараған ауылдаштары бабайҙан ныҡ ситһенә, ситләшә. Ул саҡта яңы кейәүгә сыҡҡан бер йәш ҡатындың хәтерләүенсә, Заһит бабай төрмәнән әйләнеп ҡайтҡас, таныш-белештәренә инеп, күрешеп сыға. “Ни көтөрөн белеп булмай икән яҙмыштан, тип әйтте. Тартынып ҡына күрештем, түргә уҙығыҙ, сәй эсегеҙ, тип тә әйтә алманым, телем көрмәлде”, - тип һөйләй ул. Икенсе ҡатын: “Заһит бабай килеп кермәһен, тип ҡурҡтым да ултырҙым, - тип иҫләй. - Әллә нисек үҙгәргәйне ул”. Заһит бабай ултырып сыҡҡандан һуң ғүмерҙә лә ҡыланмаған ғәҙәткә - эсеүгә һалышып китә.
Барыһын да шаңҡытҡан фажиғәгә аптырамаған кеше ҡалмай. Шулай ҙа, һаташып үлтергән, тигәнгә ышаналар. Ә үҫмер ҡыҙ Сайма бабайҙың әбейенә, шунсама йыл тәҡәтемде ҡороттоң, тигәнен ишеткәнде бер кемгә лә әйтмәй. Күрше өйҙәге фажиғә мәлендә балаларҙың иң өлкәне булған 12 йәшлек Әсмәне йәлләй – тетрәнеүҙең олоһо әхирәте өлөшөнә төшкәнен аңлай, яраларына тоҙ һалыуҙан тыйыла.
Был фажиғәнең төп сәбәптәре билдәһеҙ. Ыҙғыштың нимәнән сыҡҡаны, ирҙең ни өсөн ҡатынына “егерме һигеҙ йыл буйы тәҡәтемде ҡороттоң” тип әрнеүе кеүек үк.
Олораҡ ауылдаштарының әйтеүенсә, Мәрзиә әбей уҫаллыҡтан тыш, боҙоҡ, йомоғораҡ холоҡло була. Өлкән ҡыҙҙары Йәмиләнең яҙмышын тәү сиратта ул юҡҡа сығарған һымаҡ. Изге ниәттәндер ҙә, әлбиттә, ҡайһы әсә үҙ балаһына яуызлыҡ теләп ултырһын. Ә шулай ҙа... Заһит менән Мәрзиәнең тәүге балалары Йәмилә бик һылыу ҡыҙ булып буй еткерә. Уңған ҡыҙ ауылдың иң матур егете менән дуҫлаша. Бөҙрә сәсле, баҫҡан ерендә ут сығарған, теттереп гармунда уйнаған шәп егет бер көндө Йәмиләне һоратып килгәс, ҡыҙымды һиңә бирмәйем, тип әсә кеше ҡырҡа ҡаршы сыға, өйҙә оло ғауға ҡуба. Үҙ һүҙен һүҙ итеп, Мәрзиә ҡыҙын гармунсыға кейәүгә бирмәй. Күп тә үтмәй бүлексәгә уңыш йыйышырға күрше ауылдан ике комбайнер килә. Береһенең - арҡаһы бөкрө. Шул егет Йәмилә менән таныша - һылыуҡай тәү күреүҙән уның да йөрәген әсир итә.
- Улар йөрөгәндәрме-юҡмылыр инде, белмәйем, бәләкәс инем, - тип һөйләне ошо турала ауылдаштарының береһе. - Әсәйемдәр өйҙә юҡ саҡта шул ике комбайнер ағай беҙгә килде лә, Йәмилә апайға записка яҙҙылар. Бөкрө ағай, нимә тип яҙайым икән, тип һораны. Икенсеһе, беҙ килдек, тип яҙ, ти. Шул записканы Йәмилә апайға биреүемде һоранылар. Ҡағыҙ киҫәген апайға артҡы ҡапҡанан керетеп бирҙем. Беҙ килдек, тигәне һаман онотолмай. Нишләп йәшереп кенә записканы уҡыманым икән, тим. Ғүмер буйы ошо хаҡта уйлайым. Әгәр ҙә уҡыһам, өлкәндәргә әйтһәм, бәлки, Йәмилә апайҙың яҙмышы икенсе төрлөрәк булыр ине кеүек. Шул төндә Йәмилә апай ҡасып кейәүгә сығып китте. Урлап алып киттеләр, тип яу ҡуптарҙылар. Ә мин яҙыу тураһында бер кемгә лә өндәшмәнем. Йылдар үткәс кенә әсәйемә серҙе систем. Йәмилә апай төҫкә бик матур булды бит, яңыраҡ туғанын осратып, нишләп шундай һылыу ҡыҙ бер көмрөгә кейәүгә сыҡты ла ҡуйҙы, тип һорамай түҙмәнем. Әсәйе артыҡ уҫал булды, бер ҡайҙа ла йөрөтмәне, шуға ҡасып сыҡты бит ул, тине.
Әсәһе арҡаһында һөйгәне менән ҡауыша алмай, яратмаған кешеһенә кейәүгә сыҡҡан Йәмилә бәхетһеҙ була. Хәйер, ире лә, балалары ла бәхеткә туймай. Йәмилә бер ваҡытта ла йылмаймаған, йөҙөнән һағыш уты китмәгән. Һөйөүһеҙ тормоштан ялҡҡан ире, мин аҫылынып үләм, тигәс, битараф ҡына, үл һуң, тигән. Ире, ысынлап, сыҡҡан да, аҫылынған. Байтаҡ йылдар үткәс, уларҙың ике балаһы ла шул уҡ юл менән ғүмер ебен өҙә. Йәмиләне өлкән балаһы бысаҡ менән сәнсеп үлтерә...
Заһит менән Мәрзиә мәрхүмдәрҙең биш балаһы үҙҙәренә ҡул һалып, бик иртә яҡты донъянан китә. Упҡынды тыуған йорттарында күргән бисараҡайҙар, шунан ҡотола алмай, үҙҙәре лә төпһөҙлөккә убыла.
...Иң йыуаш, сабыр кешенең дә бер көн килеп, игәүҙәргә түҙмәй тәҡәте ҡороуы, сабырлығы шартлап һыныуы ихтимал.
Баныу Ҡаһарманова.
* - исемдәр үҙгәртеп алынды.
Фото: ЯИ.