Бөтә яңылыҡтар
Махсус биттәр
28 Февраль , 23:00

Йондоҙнамә (2 – 8 март)

Ылаҡ (22.12 – 20.01) Мәл ҙур эштәрҙе башлап ебәреү өсөн уңайлы. Был аралағы бөтә үҙгәреш һеҙҙең файҙаға булыр. Шаршамбыла ғына ҡайһы бер эшегеҙ туҡтап торор. Уларҙы аҙаҡ дауам итерһегеҙ.

Йондоҙнамә (2 – 8 март)
Йондоҙнамә (2 – 8 март)

 

Һыуғояр (21.01 – 19.02)

Кемдер был арала һеҙгә ҡаршы даими эш алып барыр һымаҡ. Әгәр ныҡлап уйлаһағыҙ, уның кем икәнен асыҡларһығыҙ. Кесе йомала алыҫтан яҡшы хәбәр килер.

Балыҡ (20.02 – 20.03)

Бик ҡатмарлы осор. Аҙым һайын хата юлдан китеүегеҙ ихтимал. Был арала һеҙгә күберәк күҙәтергә, фекер төйнәргә ҡушыла. Шаршамбынан һуң барыһы ла асыҡланыр. Аҡсағыҙ һәр саҡ үҙегеҙҙә булһын.

Ҡуҙы (21.03 – 20.04)

Бигүк еңел аҙнаға өмөт итмәгеҙ. Шишәмбе-шаршамбыла уйламаған ваҡиғалар килеп сығыуы бар. Йыш ҡына ашығыс эш итергә тура килер. Шулай ҙа ҙур юғалтыуҙар кисермәҫһегеҙ.

Буға (21.04 – 21.05)

Аҙна араһында мөмкинлектәрегеҙ күбәйер. Икенсе яҡтан ҡыйынлыҡтар ҙа артыр. Шаршамбыла ниндәйҙер ҙур мәсьәлә килеп сығыр. Ҡурҡмағыҙ, уны хәл итә алырһығыҙ. Бер аҙ тырышырға ғына кәрәк.

Игеҙәктәр (22.05 – 21.06)

Шишәмбелә бик һирәк осрай торған мәл килеп сығыр. Әгәр уны күрә алһағыҙ, уңырһығыҙ. Күптәр быны ваҡыт үткәс кенә аңлар. Йондоҙҙар йомала икеле кешеләрҙән ары торорға ҡуша.

Ҡыҫала (22.06 – 23.07)

Көндәр һәйбәт килер. Тырыш кешеләр бигерәк тә уңыр. Ялҡауҙар, һәр саҡтағыса, бер ни күрмәй, йоҡлап ҡалыр. Кесе йомала рәсми ойошманан ниндәйҙер хат алыуығыҙ мөмкин. Уның ялған булыуы ла бар.

Арыҫлан (24.07 – 23.08)

Төрлө ваҡ-төйәк мәшәҡәт күбәйгәндән-күбәйер. Ҡайсаҡ баш күтәрергә лә ваҡытығыҙ булмаҫ. Әгәр үҙегеҙҙе тыныс тотһағыҙ, бөтә мәсьәләне лә  сисерһегеҙ. Йомала яҡшы хәбәр ишетерһегеҙ.

Ҡыҙ (24.08 – 23.09)

Аҙнаны бик әүҙем башлап ебәрерһегеҙ. Тик тиҙҙән дөйөм хәлегеҙ ҡырҡа үҙгәрер. Бәғзеләр һис тә уйламаған эш менән булышыр. Икенселәрҙе хәлдәр алыҫ юлға саҡырыр.

Үлсәү (24.09 – 23.10)

Көндәр ҡатмарлы килер. Бәхәстәр ҡапыл күбәйер, моғайын. Күптәр үҙ һүҙендә торор, бер кем дә сигенергә теләмәҫ. Шаршамбыла бик ауыр мәсьәләгә осрарһығыҙ, буғай. Артабан ул бөтә ваҡытығыҙҙы алыр.

Саян ( 24.10 – 22.11)

Ҙур һәм яуаплы эштәрегеҙҙе әлегә кисектереп тороуығыҙ дөрөҫ булыр. Борсолоуҙар, кисерештәр һәр саҡ ҡамасаулар. Икенсе яҡтан, көндәлек яҡшы таныш эштәрегеҙ, һәүетемсә барыр. Кесе йомала яҡшы хәбәр һөйөндөрөр.

Уҡсы (23.11 – 21.12)

Осор ауыр башланыр. Яҡын кешеләрегеҙҙән кемдер ниндәйҙер дәғүә менән мөрәжәғәт итер, бәлки. Шаршамбынан һуң дөйөм хәл мотлаҡ үҙгәрер. Төрлө яҡтан һәйбәт яңылыҡтар килеп торор.

ӨМӨТБАЙ.

Автор: Рөстәм Илтенбаев
Читайте нас