Бөтә яңылыҡтар
Махсус биттәр
21 Февраль , 00:00

Йондоҙнамә (23 февраль – 1 март)

Ылаҡ (22.12 – 20.01) Һеҙҙе һирәк осрай торған уңышлы осор көтә. Ашыҡмағыҙ, тайпылмағыҙ – бөтә икеле хәл дә һеҙҙең файҙаға тамамланыр. Кесе йомала яңы танышлыҡ булдырырһығыҙ, бәлки. Ул оҙайлы һәм файҙалы булыр.

Йондоҙнамә (23 февраль – 1 март)
Йондоҙнамә (23 февраль – 1 март)

 

Һыуғояр (21.01 – 19.02)

Шишәмбелә яҡын кешеләрегеҙ менән дә бәхәстәр, үпкәләшеүҙәр булыуы ихтимал. Һеҙҙән түҙемлек һәм сыҙамлыҡ талап ителә. Кесе йомала уйламағанда ярҙам килер. Был ҡасандыр ҡылған изгелегегеҙгә яуап булыр.

Балыҡ (20.02 – 20.03)

Аҙна бер аҙ мәшәҡәтлерәк килер. Йорт-хужалыҡ эштәре лә даими борсор моғайын. Шулай ҙа бәғзеләр ниндәйҙер ҙур һәм мөһим эште башлап ебәрер. Ул мотлаҡ уңышлы тамамланыр.

Ҡуҙы (21.03 – 26.04)

Көндәрҙе әүҙем үткәрерһегеҙ. Башығыҙҙа өмөтлө фекерҙәр һәр саҡ тыуып торор. Шишәмбелә йондоҙҙар ашыҡмаҫҡа ҡуша. Яңлыш юлдан китеүегеҙ бик ихтимал. Хатағыҙҙы төҙәтеү ҡиммәткә төшөр.

Буға (21.04 – 21.05)

Был арала борсолор өсөн сәбәптәр табылып ҡына торор. Төптән уйлағанда, күп осраҡта бында үҙегеҙ ғәйеплеһегеҙҙер. Бер аҙҙан дөйөм хәлегеҙ ыңғай яҡҡа үҙгәрергә тейеш.

Игеҙәктәр (22.05 – 21.06)

Аҙна бер аҙ көсөргәнешле уҙыр. Иң ышаныслы кешеләр ҙә һүҙҙәрендә тормаҫ, моғайын. Шаршамбыла ниндәйҙер мөһим мәсьәләне асыҡлау мөмкинлеге булыр. Килгән аҡсағыҙ бик тиҙ бөтөр.

Ҡыҫала (22.06 – 23.07)

Еңел көндәргә артыҡ өмөт итмәгеҙ. Ауырлыҡтар күбәйгәндән-күбәйер. Бында үҙегеҙҙең дә ғәйебегеҙ күптер – һуңғы ваҡытта артыҡ ял иттегеҙ һымаҡ. Был арала бөтөн үҙгәрештәр һеҙҙең файҙаға булыр.

Арыҫлан (24.07 – 23.08)

Башҡаларҙан күпте өмөт итмәгеҙ. Был көндәрҙә мөмкинлектәрегеҙ әҙәйер. Иғтибарлы булыуығыҙ арҡаһында ғына шаршамбыла хаталар ебәрмәҫһегеҙ, моғайын. Шишәмбелә һирәк осраҡ торған бәхетле мәлде көтөгөҙ.

Ҡыҙ (24.08 – 23.09)

Был арала һүҙегеҙ бигерәк тә үтемле булыр. Ҡайһы бер дошманығыҙҙы ла үҙегеҙҙең яҡҡа ауҙараалырһығыҙ. Яҡын кешеләрегеҙ ҙә йомоштары менән йыш бимазалар.

Үлсәү (24.09 – 23.10)

Өмөтлө осор. Бәғзеләр үҙ эштәрен, ҡағыҙҙарын тәртипкә килтерер. Йондоҙҙар иҫкергән һәм кәрәкмәгән әйберҙәрҙән мөмкин тиклем ҡотолорға кәңәш итә. Йомала һеҙҙең өсөн яңы мөмкинлектәр асылыр.

Саян (24.10 – 22.11)

Мәл әүҙемдәр өсөн уңайлы. Кемдер үҙен яңы эштә һынап ҡарар. Тик бының йомғаҡтарын оҙаҡ көтөрһөгөҙ, моғайын. Ошо көндәрҙә бик күптән күрмәгән кешенән хәбәр алырһығыҙ.

Уҡсы (23.11 – 21.12)

Үҙгәреүсән кәйефегеҙ бер аҙ өҫтәмә ҡыйынлыҡ тыуҙырыр һымаҡ. Шулай ҙа был һиҙелерлек юғалтыуҙарға килтермәҫ. Шаршамбыла ғына үҙ фекерегеҙҙе башҡаларға еткереү ауырлашыр. Алған аҡсағыҙ тиҙ генә бөтөр.

ӨМӨТБАЙ.

Автор: Рөстәм Илтенбаев
Читайте нас