Бөтә яңылыҡтар
Махсус биттәр
21 Февраль , 21:30

Шатлыҡ тәме...

- Төн уртаһында уянып китәм дә бәпесемдең тын алышын тыңлап ятам, мине бер ҡулы менән ышаныслы ҡосаҡлап тыныс йоҡлаған һөйөклө иремдең йөҙөнә күҙ һалам, һәм шул мәлдәрҙә ошо ике малаҡайға булған һөйөүемдән, наҙымдан илағыларым килеп китә, саҡ үҙемде тыям,  - ти Сафия. - Бәхетемә күҙ тейҙерергә ҡурҡам, хоҙайға рәхмәттәр уҡып бөтә алмайым. Ҡайғы һурпаһын етерлек эскәнгә, шатлыҡ тәмен беләм мин... 

Шатлыҡ тәме...
Шатлыҡ тәме...

- Минең яҙмышымды урыҫтарҙың "бәхет булмаҫ ине, бәхетһеҙлек ярҙам итмәһә" тигән мәҡәле менән әйтеп, һүрәтләп бирергә мөмкин, - тип Сафия алдында ултырған бәпесенең битенән «әп» итә. – Ә бәхетемә юлым, әйтмәксе лә, бик ҡатмарлы булды.

Һәм ул үҙенең тормошо тураһындағы хикәйәһен әсәһе хаҡында һөйләүҙән башлай. Сафияға, 12 йәшлек үҫмергә, аварияла һәләк булған атаһының үлемен, ошо юғалтыуҙы йөрәгенә һыйҙыра алмай сирләп киткән әсәһенең оҙаҡ ауырыуын кисерергә тура килә. Һарыларға һабышҡан әсәһен йәлләй ҙә бит, тик бер нисек тә ярҙам итә алмай, сөнки ғәзиз кешеһе бауырын уға баҫҡан хәлдә лә тыныслыҡ таба алмай, ирен юҡһына. Шуға ла бер нисә йылдан әсәһе, яңынан кейәүгә сығам, тигәс, Сафия хатта ҡыуанып китә. Уҡырға инһәм, әсәйем яңғыҙлыҡтан бөтөнләй бөтөнөр, тигән ҡурҡыу, борсолоуҙары ҡул менән һыпырып алғандай иңенән төшә. Үгәй атаһы менән танышҡанда уның төрмәлә ултырып сыҡҡанын белгәс, күңеленә шом йүгерә, әлбиттә, ләкин күҙ алдында йәшәргән, атлап түгел, осоп йөрөгән әсәһенең алһыуланып киткән йөҙөнә ҡарап, үҙ шиктәрен эсенә йома, өлкәндәрҙең араһына ҡыҫылмай. Ҡураныс ҡына ҡиәфәтле ирекәй ихласлап донъя көтөргә керешә: хужаһыҙ етемһерәгән хужалыҡты өс-дүрт ай эсендә төҙәтеп, сынъяһауға әйләндерә, яңы мунса күтәрә. Сафия ла, уның әсәһе лә ирҙең бер туҡтауһыҙ йүткереүенә, ерле-юҡтан тыны ҡыҫылыуына артыҡ иғтибар итмәй, быны көнөн-төнөн тәмәке тартыуына япһаралар.

Туғыҙ-ун йәшлек күрше малай ситән аша Сафияға: «Ә һеҙҙең абышҡағыҙ - сихут!» - тип тел күрһәткәс, ҡыҙыҡай ғәҙәттәгесә уны баҫтырмай, көлә лә ҡуя. Кисен шул турала әсәһенә әйткәс, ул да асыуланмай, ата-әсәһе беҙҙе һөйләй инде, ти ҙә, шуның менән ваҡиға онотола.

Юғары уҡыу йортона уҡырға ингән Сафия көҙөн ҡалаға китә. Унда тәүге студент кисәһендә үк сибәр егет менән танышып, иҫе китеп ғашиҡ була. Башкөлләй мәхәббәт даръяһына ташлана, йәне-тәне менән һөйгәненә бирелә. Нисектер еңел-елпе ҡыланһа ла, хаталанам, ҡыйыш юлға баҫам тип һис борсолмай, сөнки күңел сафлығы менән һайлаған ишенә ышана, ғүмер юлдарын бергә үтерҙәренә тамсы ла шикләнмәй.

Ауырға ҡалыуы тураһындағы яңылыҡты Сафия шатланып ҡабул итә, егетенән дә шундай уҡ ҡыуанысты көтә. Ләкин һөйгәне был хәбәргә артыҡ ныҡ һөйөнмәй, һәр хәлдә башындағы бүреген күккә бәреп ҡыуаныстан иҫермәй. Шулай ҙа бер әҙере уйланып йөрөгәс, өйләнергә ниәте барлығын әйтә, хатта бергә йәшәргә фатир таба. 

Көҙгө һыуыҡтар башланмаҫ борон, Сафияның әсәһе һалҡын тейҙерә: тәне гел эҫеле-һыуыҡлы булып дерелдәй, ыртаға хәле бөтә, ныҡ йүткерә, ябыға. Эшкә йөрөргә рәте ҡалмағанда ла, һаман табиптарға мөрәжәғәт итмәй, үтер тип, төрлө дарыу үләндәрен эскән була, түшенә бурһыҡ майын һылай. Бер көн йүткерә торғас, ҡулъяулыҡта ҡан табы тороп ҡала. Шунда ғына әсәһе дауаханаға бара һәм уға «үпкә туберкулезы» диагнозы ҡуялар. «Ай әттәгенәһе, төрмәлә ултырып сыҡҡан зимагурҙан йоҡторғанмын бит», - тип ҡойолоп төшә ауыл ҡатыны, инде ни эшләргә, тип аҙарына. Башы өҫтөндә болоттар ҡуйырғанын тойған ирекәй, йәшен атҡанын көтмәй, тиҙ-тиҙ генә әйберҙәрен йыя һалып, уларҙың өйөнән сығып тая. Караптан ҡасҡан ҡомаҡ кеүек ҡыланған ир кеше хатта яҙыу ҙа ҡалдырмай.

Сафияның әсәһен дауаханаға һалалар. Үкенескә, табиптарға ул бик һуң мөрәжәғәт иткәс, дауалау һөҙөмтәһеҙ була - заманса яңы препараттарға бирешмәгән Кох таяҡсалары ҡатындың ғүмерен ҡыя.  

Тикшереү мәлендә Сафияла ла туберкулез барлығы асыҡлана. Табиптар уға кисекмәҫтән аборт эшләргә ҡуша. Насар хәбәр тиҙ йөрөй бит, сире хаҡындағы яңылыҡ күптәргә мәғлүм була. Былай ҙа аңҡы-тиңке булып йөрөгән сағында егетенең әсәһе килеп, уны пыран-заран килтереп әрләй: «Баламдың башын ашарға хут бирмәйем!», - тип, ҡуртымға алынған фатирҙы хужаларына кире тапшырттырып, улын өйгә ҡайтырға мәжбүр итә. Сафия менән аралашыуҙы ҡәтғи тыя. «Ҡәйнә» булып өлгөрмәгән ҡатын фатирҙан ҡыуғанда кәмһетелгән, ҡурҡҡан Сафия үҙен яҡлап бер ауыҙ һүҙ әйтә алмай, илай-илай сығып китә...

Тубдиспансерҙа нисә ай уҙғарғанын иҫләргә теләмәй йәш ҡыҙ, ул саҡта тормош туҡтаған һымаҡ тойола. Бер нимәгә ҡарамаҫтан, һөйгәнем килер, мине ауыр саҡта ташламаҫ, тигән өмөт күңел төбөндә оҙаҡ йәшәй. Ләкин егете ул шылтыратҡанда телефон трубкаһын алмай, смс-тарына яуап яҙмай, аҙаҡ номерын уҡ алыштырып араларҙың өҙөлгәнен аңғарта. Тәүҙә туғандары, элекке курсташтары (Сафияға академ отпуск алырға тура килә) арлы-бирле булһа ла тубдиспансерға килеп, ҡыҙҙың хәлен белешеп йөрөй, аҙаҡ донъя мәшәҡәттәренә күмелеп, уны оноталар, бер кем дә килмәй башлай. Әйтерһең дә, кәрәкмәгәс, уны тормоштарынан һыҙып ташлайҙар. Әсәһенең аяныслы үлемен, донъяға тыуып өлгөрмәгән сабыйының ғүмере ҡыйылыуын, һөйгәне менән айырылышыуҙы тәрән кисергән Сафия депрессияға бирелә.

«Мин бер кемгә лә кәрәкмәйем икән, йәшәүемдән ни мәғәнә?» - тигән уй мейеһен иртәнән-кискәсә быраулай, йоҡоһон урлай.

Һаулығы былай ҙа ҡаҡшаған мәлдә күңел төшөнкөлөгө уның хәлен айырата киҫкенләштерә. Ҡыҙҙың ғүмере өсөн табип-фтизиатрҙар ғына түгел, психологтар ҙа көрәшә, башҡа  пациенттар ҙа ситтә ҡалмай. Сафия иң ауыр саҡта ярҙам иткән бергә дауаланған иптәштәренә рәхмәтле: "Улар хәлдәренән килгәнсә күңелемде күтәрергә тырышты: бер егет  шахмат уйнарға өйрәтте, икенсеһе ай-вайыма ҡарамай  гитара ҡылдарын сирттерҙе, палаталағы ҡатын ноутбукта бухгалтер программаларының нескәлектәренә төшөндөрҙө. Һәр кем кеүек мин дә йылы һүҙгә, аңлауға мохтаж инем..." Һәм Сафия терелә, ауырыуҙы еңә. Дауахананан сыҡҡас, өр-яңы тормош башлау маҡсатынан икенсе ҡалаға күсеп китә, унда ҡуртымға бүлмә таба, диспетчер булып эшкә урынлаша.

Юғары уҡыу йортона документтарын тапшырып, белем алыуҙы ситтән тороп дауам итә. Ҡыйралған мөхәббәте үлсәп бөтөрмәҫлек тәрән яра ҡалдырғас, ир-егеттәргә күтәрелеп тә ҡарамай, берәй ваҡыт ғашиҡ булырмын, тип уйламай. Әммә таксопарктағы йәш көләкәс егет йыл буйына Сафияның артынан йөрөп, уның йөрәген яулай, кешеләргә ышанысын кире ҡайтара. Улар өйләнешә. Сафия электән хыял иткәнсә була туйҙары: аҡтан-аҡ туй күлдәге, аҡ күгәрсендәр, кескәй генә булһа ла туй сәфәре... Туғыҙ айҙан Сафия иренә ике тамсы һыу кеүек оҡшаған туптай ир бала таба. Көйлө барған тормоштарын тағы ла ыңғайлатып, республика программаһына ярашлы, йәш ғаиләгә торлаҡ бирәләр.

- Төн уртаһында уянып китәм дә бәпесемдең тын алышын тыңлап ятам, мине бер ҡулы менән ышаныслы ҡосаҡлап тыныс йоҡлаған һөйөклө иремдең йөҙөнә күҙ һалам, һәм шул мәлдәрҙә ошо ике малаҡайға булған һөйөүемдән, наҙымдан илағыларым килеп китә, саҡ үҙемде тыям,  - ти Сафия. - Бәхетемә күҙ тейҙерергә ҡурҡам, хоҙайға рәхмәттәр уҡып бөтә алмайым. Ҡайғы һурпаһын етерлек эскәнгә, шатлыҡ тәмен беләм мин. Ғөмүмән, ауырлыҡтар кисереп, күп уйлана торғас, байтаҡ нәмәне аңланым. Тормошта тупик булмай икән, ни бары ҡапыл боролоштар ғына бар. Шул боролошто үтә алһаң, алда һине шатлыҡ-ҡыуаныстар, ыңғай үҙгәрештәр көтә, сөнки ғүмер юлы гел ҡара һыҙаттарҙан ғына тора алмай. Шуға ла һис ҡасан өмөтһөҙлөккә бирелергә ярамай. Йәшәү дауам итә.

Баныу Ҡаһарманова.

Автор: Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас