Вәхит хатты тағы бер тапҡыр ентекләп уҡып сыҡты. Ике ай самаһы элек кенә эшләй башлаған хужаның ярҙамсыһы Фәриҙәнең эше, тиһәң? Йәше утыҙҙы үтһә лә, кейәүҙә түгел тинеләр. Сибәрлеге әллә ни булмаһа ла, күҙ-ҡаштары уйнап тора. Гел йылмайып ҡына йөрөй. Вәхит, ир кеше булыуға ҡарамаҫтан, бер нисә тапҡыр ҡарашынан оялып, үҙе ситкә ҡарағаны булды. Хәйер, уға Вәхиттең ғишыҡ-мишыҡ эштәре менән булышмағанын еткергәндәрҙер. Коллективтың 80 процентын ҡатын-ҡыҙҙар тәшкил иткәс, күҙ алдына килтерегеҙ инде, хәбәрҙең ниндәй тиҙлектә йөрөгәнен. Һуңғы ваҡытта Фәриҙә бик етди һөйләшә. Ә, бәлки, икенсе юлды һайлағандыр, йәғни, айырым осрашыуға саҡырып, хистәрен белдерергә теләйҙер. Бындай осраҡтар булманы түгел, булды. Был эштә, ҡатын-ҡыҙҙар бигерәк тә төрлө байрам сараһын ҡулланып ҡалырға тырыша. Үҙҙәренә күҙ төшмәҫлек түгел, ә бындай көндәрҙә улар айырыуса тырыша. Вәхиттең ҡайһы берҙәрен хатта танымаған саҡтары ла булды. Ярай әле көн дә шулай йөрөмәйҙәр, эш ҡайғыһы ҡалмаҫ ине.
Телефон шылтырағас, уйҙар бүленде. Вәхит тәүҙә хатты өҫтәл тартмаһына һалып ҡуймаҡсы ине лә, һуңынан кире уйланы: йыртып, сүп һауытына ырғытты. Әммә күңеленән тулыһынса сығарып ата алманы. Эш сәғәте бөткәнсе, сүп һауытында ятҡан хат үҙе тураһында гел иҫкә төшөрөп торҙо. Вәхит, ғәҙәттә, алты тулыу менән эштән сығып киткәне юҡ. Был уның вазифаһы менән генә бәйле түгел. Өйөнә ашыҡмай ул. Ҡатыны ла, балалары ла уның һуң ғына ҡайтыуына күнегеп бөткән. Ә бөгөн иһә, эш сәғәте тамамланыу менән сығып китеү яғын ҡараны. Тик кабинетын бикләп сыҡҡас, яңынан әйләнеп инде. Кабинеттағы телефондың шылтырағанын ишетмәгәнгә һалышып, кейем шкафынан тантаналы йыйылыштарға, йә булмаһа ниндәйҙер мөһим осрашыуҙарға ғына кейә торған костюмын алды. Шығырҙап торған аҡ яғалы күлдәгенең төймәләрен элгәс, галстугын ашыҡмай ғына бәйләне. Костюм-салбарға сират еткәндә генә, ишек шаҡынылар.
– Вәхит Ғүмәрович!
Фәриҙәнең тауышын ишеткәс, Вәхит тын да алмай, ҡатып ҡалды. “Тимәк, хат – уның эше! Тикшерергә килгәндер. Әлдә ишекте эске яҡтан бикләп ҡуйғанмын”. Ул тиҙ генә телефонын тауышһыҙ режимға күсереп ҡуйҙы – шылтыратып ҡуймаһын тағы!
Шаҡ-шоҡ итеп атлап киткән аяҡ тауыштары баҫылғас, Вәхит галстугын ысҡындырҙы, күлдәген сисеп, кире урынына элде. Шунан иртәнсәк эшкә кейеп килгән кейемдәрен ҡабат кейҙе лә, ишекте һаҡ ҡына бикләп, урамға сыҡты. Парковка яғына боролмайынса, йәйәүләп кенә "Яҙ" кафеһына табан атланы. Ниндәйҙер үҙе лә аңламаған хистәр уны шул яҡҡа тартты.
Кафе уларҙың ойошмаһынан алыҫ түгел, йәйәүләп атлағанда 15 минутлыҡ юл. Вәхиттең унда бер нисә тапҡыр булғаны бар. Һүҙ ҙә юҡ, кафе эсе зауыҡлы итеп биҙәлгән, аштары тәмле, таҙалыҡ та бөркөлөп тора. Хеҙмәткәрҙәре асыҡ сырайлы, артыҡ һүҙ ҡуйыртмай ғына, ике телдә лә иркен һөйләшә. Махсус тегелгән кейемдәренә лә иғтибар итмәй ҡалмаҫһың: бөхтә, затлы. Хаҡтары яҡын-тирәләгеләрҙекенән күпкә ҡиммәтерәк. Юл ыңғайына сәскә магазинына инеп, раузалар һатып алыу хәстәрен дә күрҙе Вәхит: “Әйҙә, осрашыуға ризалашҡанһың икән, хатҡа яҙылған шарттарҙы еренә еткереп үтә!”
Раузалар! Айсиләнең яратҡан раузалары! Һәр ваҡыттағыса серле, ҡупшылар. Мәңге онота алмаҫлыҡ миҙгелдәр бүләк иткән саҡтарҙы бер генә минутҡа ла ҡайтарып булмай шул хәҙер! Дүрт йыл дуҫлашып йөрөнө улар. Бик йыш рауза сәскәләре менән килде уның янына. Һөйгәнен раузалар менән ҡыуандырыр өсөн, 1-се курста уҡ төнгө ҡарауылсы булып эшкә урынлашты, ара-тирә вокзалға вагондар бушатырға ла төшкөләне. Абитуриент саҡта, беренсе күрешеүҙә үк ғашиҡ булған йәндәр ине улар. Бер-береһенә терәк булып, һөйөп-һөйөлөп 4-се курсҡа еттеләр. Уларға һоҡланмаған кеше ҡалмағандыр. Сибәрлекте лә, тырышлыҡты ла, талантты ла Хоҙай, мәгеҙ, алығыҙ, тип кенә тотторған кеүек. 5-се курстың ҡышҡы каникулдарында туй үткәрергә һөйләштеләр. Никахтарын теркәргә ғариза биргән көндө Айсиләне ашығыс ярҙам машинаһы алып китте һәм ул дауахананан үҙ аяҡтары менән ҡайтманы. Операция өҫтәлендә мәңгелеккә күҙҙәрен йомған һөйгәне үҙе менән Вәхиттең ярты йөрәген алып китте...
– Аҡса түләйһегеҙме?
Вәхиткә уй-хыялдар диңгеҙенән сығырға тура килде.
– Ғәфү итегеҙ, хәҙер, – тип картаһын әҙерләй башланы.
21 раузаны күкрәгенә ҡосҡан килеш, Вәхит кафе ҡаршыһына килеп баҫты. Һөйгәненә һуңғы тапҡыр тап ошо һанда бүләк итте бит уларҙы. ЗАГС-ҡа ғариза биргән көндө Айсиләгә 21 йәш тулған ине. Ҡәберенә лә килгән һайын 21 рауза һала. Халыҡта таҡ һанда ҡәбергә сәскә һалыуҙы өнәп бөтмәгәндәрен белһә лә, бындай нәмәләргә нисектер битараф, ышанып бармай ул.
Кафе ҡаршыһында 2 – 3 минут баҫып торҙо Вәхит, тик ишеген асып инергә ҡулы күтәрелмәне. Юҡ, ҡурҡыуҙан түгел, нисектер күңеле тартманы. Ҡыҙыҡһыныусанлығын һалҡын ҡанлылыҡ алмаштырҙы. Ярты сәғәттән ул сәскәләр менән фатирына ҡайтып инде. “О-о, ниндәй матурҙар!” – йылына ике тапҡыр ғына иренән сәскәләр алырға күнеккән Разия шатлығын йәшермәне. Иренең эштән иртәрәк ҡайтыуының сәбәбен асыҡлап та тормай, киске аш өҫтәле әҙерләргә кереште.
Вәхит Разияны Айсилә менән бер ваҡытта ла сағыштырманы. Эйе, уның ҡатыны сибәр, мөләйем, үҙенә бик иғтибарлы. Ана, хәҙер ҙә ыҫпай күлдәк кейеп, өҙөлөп торған биленә сигеүле алъяпҡыс бәйләгән. Прическаһының үҙенә килешле икәнен аш-һыу бүлмәһендә генә бәйләп йөрөгән йоҡа яулығы ла йәшермәй. Татыу йәшәй улар. Туғандары, дуҫтары өсөн өлгөлө ғаилә, балалары өсөн идеаль атай-әсәй. Тик уларҙың янында күҙгә күренмәгән өсөнсө кеше – Айсилә барлығын икеһе генә белә. Ун йылдан артыҡ йәшәп, ҡатынының бер ваҡытта ла Айсилә тураһында һорашҡаны булманы. Туй алдынан шулай килештеләр. Ҡатыны дәғүә белдермәһә лә, Вәхит, әлбиттә, уға еңел түгеллеген аңлай ине. Төптәнерәк уйлап ҡараһаң, Разияның бында бер ғәйебе лә юҡ. Тик күңелде ярып, унан кәрәкмәгәндәрҙе алып ташлап та, дауалап та булмай шул. Күңел – һәр кемдең шәхси донъяһы, унда бер кем дә рөхсәтһеҙ үтә алмай. Ә көсләп яулап алырға тырышҡандарға ул икеләтә мәрхәмәтһеҙ.
Көндәгенән иртәрәк ҡайтҡан атайҙарына хоккейҙан ҡайтып ингән Айҙар менән Әмир генә бер аҙ аптыраны.
– Атай, беҙ һиңә шылтыраттыҡ, телефоның һүндерелгән ине. Беҙҙең команданың еңеүен әйтмәксе булған инек.
– Һеҙ маладистар, башҡаса мөмкин дә түгел, – тип Вәхит телефонын ҡабыҙҙы.
Бер-бер артлы шылтыратыуҙар тураһында хәбәрҙәр, СМС-тар килә башланы. Ул таныш булмаған номер эҙләне. Фәриҙәнең бер нисә тапҡыр шылтыратыуын күрҙе, СМС-хәбәре лә бар ине: "Шеф һеҙҙе эҙләне, ниңә телефонығыҙ һүнгән?" Вәхит Фәриҙәнең номерын йыйҙы, тик был юлы ул трубканы алманы. Вәхит: “Кәрәгем шул ҡәҙәр генә булғандыр”, – тип уйланы ла, йыуыныу бүлмәһенә инеп китте. Фатир эсенә раузаларҙың хуш еҫе таралды...
* * *
"Мин һине киске сәғәт етенсе яртыла "Яҙ" кафеһында көтәм. Икәүҙән-икәү генә һөйләшәһе һүҙ бар! Рауза сәскәләрен онотма! Яратып, мин".
Вәхит шундуҡ сүп һауытына күҙ һалды. "Юҡ, хат та яңы, хушбуй еҫе лә икенсе", – тип үҙ алдына һөйләнә-һөйләнә, конвертты ҡат-ҡат әйләндерергә тотондо. Тимәк, көтөп торған. Ә ниңә йөкмәткеһен үҙгәртмәгән? Ниңә килмәнең, тип һорамаған? Йәки, раузаларың менән ишек төбөнән боролдоң, күреп торҙом, тип яҙмаған? Вәхит, тәфтишсе кеүек, бер-бер артлы үҙ алдына һорауҙар бирергә тотондо. Тик кабинет телефоны уны көндәлек эшкә ҡайтарҙы.
Сәғәт уҡтары киске алтыға еткәндә, Вәхиттең йөҙө кисәге раузалар кеүек ҡып-ҡыҙыл булған ине. Был халәт тора-бара ҡолаҡтарына күсте, унан бөтә йәнен-тәнен биләне. "Һулға йөрөгән ирҙәргә, ололар әйтмешләй, Хоҙай ярҙам бирһен!" – тип көлөмһөрәп ҡуйҙы ул. Шулай ҙа ошо минуттарҙа үҙендә Айсиләне юғалтҡандан бирле тоймаған хистәр тулҡыны урғылғанын һиҙемләне. Ҡатыны Разия менән мөнәсәбәттәре икенсерәк шул. Һалҡынлыҡ та юҡ, ҡайнарлыҡ та. Уртаса ғына йылылыҡ. Разия артыҡ тыныс холоҡло. Вәхиттең табип инәһе таныштырған ине үҙҙәрен.
Дауаханала шәфҡәт туташы булып эшләгән Разияның медицина институтының киске бүлегендә уҡып йөрөгән сағы, ә Вәхит баш ҡаланың бер ойошмаһында инженер булып эшләй ине. 27 йәшен тултырған туғанының буйҙаҡ ҡаҙҙай йөрөүен хуплап бөтөрмәгән Гөлфинә инәһе бер көн килеп яйын тапты – икеһен дә фатирына саҡырып, уратып-сурытмай ғына, туранан-тура әйтте: "Айсиләне мөғжизә менән дә ҡайтара алмайһың, ғүмер үтә, берегеҙгә – өйләнергә, икенсегеҙгә кейәүгә сығырға кәрәк. Бер-берегеҙгә тиңһегеҙ, ҡауышығыҙ ҙа ҡуйығыҙ".
Әлбиттә, инәһе теләгәнсә, өйләнешеүҙәре улай уҡ тиҙ килеп сыҡманы. Бер йылдан ашыу аралаштылар. Вәхит ваҡыты-ваҡыты менән ике араға нөктә ҡуйырға ла теләне. Айсиләне артыҡ ныҡ яратты – Разия күңеленә үтеп инә алманы. Тик теле менән үҙенә әйтергә ҡыйманы. Вәхитте бөтә булмышы менән яратҡан, зирәк аҡыллы, тормошта ир таянысы, уңған ҡатын, яҡшы әсә буласағына бер шиге лә булмаған ҡыҙҙы был кәмһетеү булыр кеүек тойолдо. Никах сәғәте һуҡһа, бер нәмә лә эшләп булмай, тиҙәр бит. Уларҙыҡы ла шулай булып сыҡты, шикелле. Өс аҙналыҡ командировкаға киткәс, Вәхит уны юҡһынды, бәлки, яратыу ошолор, тигән уйҙар ҙа башына инә башланы. Тик уларҙы Айсиләнең яҡты рухы ҡыуып сығара торҙо. Шулай ҙа вәғәҙә бүләге – йөҙөк менән ҡайтты ул унан. Ике яҡтың да аттары күптән егелгән ине, тиҙ генә никах уҡытып, туй яһанылар.
...Вәхит серле хатты, кисәге кеүек, сүп-сар һауытына ырғытманы. Ул уны көнө буйы түш кеҫәһендә йөрөттө. Фәриҙә менән бөгөн бөтөнләй күрешмәнеләр тиерлек, ул ойошма етәксеһе менән иртүк алыҫ ҡына райондарҙың береһенә сәфәргә киткәйне. Юғиһә яйын тура килтереп, хат тураһында һүҙ ҡуҙғатмаҡсы булған ине Вәхит. Ә ниңә һуҙырға? "Яҙ" кафеһына Вәхит яҡын да килмәйәсәк, йөҙ саҡрым урап үтәсәк, ышанып көтөп тормаһын! Кисә яңылыш аҙым яһаны, әлбиттә. Етмәһә, раузалар алып. Был ваҡытта Фәриҙә, әлбиттә, кафе эсендә уны көтөп торғандыр. Туҡта, ә ниңә Фәриҙә булырға тейеш әле? Ғөмүмән, хат хужаһы мин белмәгән кеше булырға мөмкин! Йәки мин белгән, ләкин Фәриҙә түгел! Вәхит, үҙ уйҙарында бутала башлағанын һиҙеп, тиҙ генә һикереп торҙо ла ашыға-ашыға кейенә башланы. "Ә ниңә осрашмаҫҡа? Әйҙә, барайым, күрәйем, аңлашайым. Бындай йомаҡ эсендә йәшәп булмай бит!"
Вәхит шул уҡ сәскәләр магазинынан 21 рауза алды ла, кафеға китте. Унда инеп, ун минут самаһы торғас, хат яҙып саҡырған кешенең юҡлығын аңланы. "Бәй, етенсе ярты яңы булған бит, ҡатын-ҡыҙҙар, ғәҙәттә, һуңға ҡалыусан", – тип үҙ-үҙен тынысландырып, тағы ярты сәғәт көттө. Тик бер нәмә лә үҙгәрмәне, бер ҡатын-ҡыҙ ҙа уға килеп өндәшмәне. 21 ҡыҙыл рауза бөгөн дә өйгә – ҡатынына ҡайтып инде.
Бәлеш һалыу килешкәнме, алма кеүек янып торған биттәре менән ҡаршы алды Разия Вәхитте. Тик ишектән ҡулдарына раузалар тотоп ингән ирен күреү менән, йылмайырға әҙерләнгән ирендәр, тиҙ генә бөрөштө лә, балауыҙ һығырға тотондо. Вәхиттең тәүге һәм һуңғы мөхәббәтен юғалтыу Разияның яратҡан һөнәренә бәйле булыу сәбәпле, уның яраһын яңыртмау маҡсатында, эшендә булған проблема, күңелһеҙлектәрҙе ғаиләһенә алып ҡайтырға күнекмәгән ҡатын сәскәләр батшаһы – раузалар алдында ебене лә төштө. Бындай боролошҡа әҙер булмаған Вәхит тә, ҡатынын йыуатырғамы, юҡмы, тигәндәй, ишек төбөндә тапанып тороуын дауам итте. Был минутта ул үҙенең бөтә йән йылыһын уға күсерергә әҙер булһа ла, быны нисек эшләргә кәрәк икәнен аңлай алмай аптырап ҡалды. Бер аҙҙан, ниндәйҙер бер көс Разияны үҙ ҡосағына алдырҙы. Ниһайәт, ҡатыны телгә килде:
– Нимә булды һиңә?
– Бер нәмә лә!
– Ниңә улай булғас икенсе көн рәттән раузалар менән ҡайтаһың?
– Ярамаймы ни?
– Мин бит йылына ике тапҡыр ғына сәскә алырға күнеккән: тыуған көнөмдә һәм 8 Мартта.
– Бәлки мин ҙур премия алғанмындыр!
– Улай булһа, ярай ҙа ул. Тик шулай ҙа аптыратма инде мине, Вәхитем!
* * *
"Мин һине киске сәғәт етенсе яртыла "Яҙ" кафеһында көтәм. Икәүҙән-икәү генә һөйләшәһе һүҙ бар! Рауза сәскәләрен онотма! Яратып, мин". Вәхит үҙ күҙҙәренә үҙе ышанмаҫҡа тырышһа ла, факт өҫтәленең ҡап уртаһында бөгөн дә ята ине.
Көс-хәл менән эш сәғәтен тамамланы ул. Йүгерә-атлай тигәндәй, кафеға барып инде. “Юҡ, бөгөн мин уны осратырға тейеш. Ул юрамал, иртәрәк килеп, бәлки, билдәләнгән ваҡытта сығып китәлер?” – тигән уйҙар менән ишектән алыҫ булмаған урынға килеп ултырҙы ла, ашыҡмай ғына залды ҡараштыра башланы. Сәскә алырға онотҡаны иҫенә төшөп, кәйефе төшһә лә, кире магазинға барманы. Ул арала менюны килтереп бирҙеләр. Вәхит уның менән танышҡан ҡиәфәт сығарып, залды күҙәтеүен дауам итте.
Ике ерҙә парҙар ултыра. Бер нисә йәш кеше инде сығып китергә әҙерләнә. Уң яҡта, тәҙрә яҡлап, уртаса йәштәрҙәге ир-ат телефондан һөйләшеп ултыра. Улар араһында хат хужаһына оҡшаған ҡатын-ҡыҙҙы күрмәне ул. Сәғәт уҡтары теүәл етенсе яртыны күрһәткәндә, ишектән бер ҡатын килеп инде. Вәхиткә уның йөҙө таныш кеүек тойолдо. "Бәй, был ханымды кисә кафела күрҙем дә баһа! Әгәр ҙә хат хужаһы ул булһа, минең янға үҙе киләсәк. Улай тиһәң, ниңә кисә өндәшмәгән?" Башында тағы бер-бер артлы һорау бөтөрөлдө. Ә ханым уға ҡарап та тормай, күрше өҫтәлгә килеп ултырҙы. Тағы 15 минутлап ваҡыт үтте. Вәхиттең түҙемлеге бөтә башланы, ул, ни булһа ла булыр, яңылышһам, ғәфү үтенермен, тип теге ханым ултырған өҫтәлгә яҙыуҙы килтереп һалды.
– Был хаттың хужаһы һеҙме?
Ҡатын башта сөгөлдөр кеүек ҡыҙарҙы. Унан хатты тиҙ генә йомарланы ла, сумкаһына тыҡты.
– Ул һеҙгә нисек килеп эләкте?
– Минең эш өҫтәлемдә ҡалдырғас, туп-тура килеп эләкте. Бөгөн өсөнсө хат алдым.
– Нисек инде һеҙҙең өҫтәлгә? Ул бит бөтөнләй икенсе кешегә тәғәйенләнгән ине.
Вәхит бер аҙ еңел һулап ҡуйҙы. Тимәк, яңылышлыҡ килеп сыҡҡан. Кем бутаған? Ханым да эштең нимәлә икәнен төшөндөмө, йылмайып ҡуйҙы.
– Хәҙер Әнәстең ниңә өсөнсө көн минең хаттарға битараф булғаны аңлашылды.
– Әнәс?
– Эйе, Әнәс. Бынан алыҫ түгел ойошмала урынбаҫар булып эшләй.
– Әнәс Мират улымы?
– Һеҙ ҙә уны беләһегеҙме ни?
– Беҙ бер треста эшләйбеҙ, ойошмалар ғына төрлө. Бер бинала ултырабыҙ. Мин дә урынбаҫар.
– Булған инде, бутҡа яһағандар. Бала-сағаға йомош ҡушһаң, шул булыр инде.
– Аңлатып бирһәгеҙ ине, зинһар.
– Бөтә серҙәрҙе астырып һалаһығыҙ инде. Һөйләмәй ҙә булмай, хәлдәр былайға киткәс. Ҡыҫҡаһы, Әнәстең тормош иптәше үткән йыл вафат булғанын беләһегеҙҙер инде. Беҙ бит мәктәптә бергә уҡыныҡ, йәш саҡта арабыҙҙа мөхәббәт тә булғайны. Күптән түгел һабаҡташтар осрашыуында тағы ла күрешеп һөйләшергә вәғәҙәләштек. Мин дә яңғыҙ, ул да яңғыҙ, тигәндәй. Унан мин шифаханаға киттем. Ялдан ҡайтыу менән хәбәр бир, осрашырбыҙ, тип әллә нисә тапҡыр шылтыратҡас, үҙемсә сюрприз яһайым, йәнәһе. Ниндәй сәскә яратаһың, тип тә һораны әле. Һөйләшкәндә әйтмәнем, рауза яратҡанымды хатта белдерҙем инде. Исемдәрҙе ҡуймайынса ғына хат яҙҙым да, әхирәтемдең ҡыҙына индереп сығырға ҡуштым. Ул да шул бинала урынлашҡан бер ойошмала эшләй.
– Аңлашылды! Ә һеҙ минең асыуҙы килтерҙегеҙ, дөрөҫөн әйткәндә.
– Китегеҙ әле, шундай матур кеше лә асыулана беләме икән?! Һеҙ бит Һиндостандың иң сибәр киноактерҙарына оҡшағанһығыҙ. Ҡатынығыҙ бәхетле һеҙҙең! Ҡарағыҙ әле, һөйләшәбеҙ, һөйләшәбеҙ, исемдәребеҙҙе лә атамайбыҙ. Ҡурҡмағыҙ, һеҙгә бүтән хат яҙмам, миңә Әнәстән башҡа бер кем дә кәрәкмәй. Уның тормош иптәшенең иртә китеүенә шатланып ултырыуым түгел. Ләкин Әнәстең яңғыҙына ауыр, һиҙеп торам. Балалары ла булмаған исмаһам. Заманында һауалағы торнаға алданып, шундай аҡыллы егетте ҡулдан ысҡындырҙым. Әйткәндәй, мин Айсилә булам.
– Айсилә?! Исемегеҙ ҙә үҙегеҙ кеүек матур, яғымлы. Ә мин – Вәхит.
– Эй, көлмәгеҙ инде, мин дә булһын, матур ҙа булһын...
– Минең өсөн Айсилә исемле ҡатын-ҡыҙҙар иң-иңе. Әлбиттә, Разиянан ҡала.
– Аңлашылды, тимәк, ҡатынығыҙ Разия исемле.
– Тап шулай!
Ауыл кешеләренә хас ихласлығымы, исеменең Айсилә булыуымы, икеһенең дә ҡыҙыҡ тарихҡа эләгеүе йоғонто яһанымы – Вәхит кафенан бөтөнләй икенсе кәйеф менән сыҡты. Хатта үҙен егет сағына ҡайтҡан кеүек хис итте, шаярғыһы, көлгөһө генә килеп торҙо. Разияға шылтыратып, тиҙҙән ҡайтып етәсәген әйткәс, сәскә магазинына инде. Ҡатынына магазиндағы иң ҡупшы раузалар гөлләмәһен һайлағанда, йәшлек мөхәббәте Айсиләне күңеленән ебәргәнен аңланы.
Люция ӘБЛИЕВА.
(Автор тураһында - Люция ӘБЛИЕВА (БӘҘРЕТДИНОВА) 1962 йылдың 21 авгусында Саҡмағош районының Туҙлыҡыуыш ауылында тыуа. Башҡорт дәүләт университетының юридик факультетын тамамлай. Хаҡлы ялға сыҡҡансы Дәүләт күҙәтеүе органдарында эшләй. 2007 йылда Ҡазан ҡалаһына күсә.
Ижадҡа бала сағынан тартыла, район гәзите ойошторған “Йәш хәбәрселәр” түңәрәгендә шөғөлләнә. Дүрт китап авторы, әҙәби конкурстар лауреаты. Татарстан һәм Рәсәй Яҙыусылар союзы ағзаһы.)