Эй, мөхәббәт!
Яңы буй ҡалҡытып, танау аҫтына бәпкә йөндәре генә үҫеп килгән үҫмер ҙә, ир уртаһы уҙаман да, сәстәренә сал кергән олпат йәштәгеләр ҙә ошо илаһи көс алдында баш эйә.
Эй, мөхәббәт! Түш алмалары саҡ беленер – беленмәҫ кенә тирткән ер еләгендәй ҡыҙҙар ҙа, донъя йөгөн тартып балалар үҫтереүсе ҡатындар ҙа, донъяла күрәһен күреп, әсе - сөсөһөн ғарыҡҡансы татып аҡыл туплаған көмөш сәсле өләсәйҙәр ҙә – һәр кем йөрәгәнең иң төбөндә ошо сихри тойғоно һаҡлай.
Йәшен дә, ҡартын да, йәмғиәттәге урынын да, социаль хәлен дә ҡарамаған йөрәк эше... Мөхәббәт тигән юғары хистәр көс етмәҫлек ауырлыҡтарҙы атҡарта, батырлыҡтар башҡарта, йыуаштарҙы ҡыйыулыҡҡа әйҙәй, шаяндарҙың телен бәйләй.
Хатта пәйғәмбәрҙәрҙе телһеҙ ҡалдырған ул Мөхәббәт! Әҙәм ғаләйһис - сәләм үҙенең ҡабырғаһынан һурып эшләнгән Әсәбеҙ Һауа радый Аллаһу ғәнһәне күргәс, күңеленә мөхәббәт төшә, шул тиклем илаһи камиллыҡтан, тигеҙ итеп үрелгән йөҙ толомонан, нур бөркөп торған ҡара күҙҙәренән, йөҙөндәге күркәмлектән һушын юғалтырҙай хәлдә ҡала. Әҙәм ғаләйһис – сәләм Һауаға ҡулын һуҙа."Әй, Әҙәм! Ҡулыңды һуҙма! Һауа һинең өсөн яратылһа ла, никахһыҙ ҡул һуҙыу дөрөҫ түгел! Хаҡ Тәғәләнән Һауаны хәләл ефетлеккә һора!" – ти Ябраил фәрештә. Әҙәм ғәләйһис - сәләм Аллаһ Тәғәләнән рөхсәт һорай һәм Хаҡ Тәғәлә уларға никах хөтбәһе уҡый.
Кешелек донъяһы тәүге ошо мөхәббәтле парҙан таралған. Шулай һәр кемдең насибына икенсе яртыһы була. Һылыу һылыу күренмәҫ, һөйгән һылыу күренер, ти халыҡ.
Тимерғәленең танауына еҫ кереп, егет ҡорона керә башлаған мәле. Мөләйем егеткә, хатта буйға әллә ни китмәһә лә, олораҡ йәштәге ҡыҙҙар ҙа ҡармаҡ һала башлай. Шаяртып – уратып һүҙ ҡушалар, йәшерен өмөт менән яналар.
Ә Тимерғәленең үҙенең йөрәгендә бер кем белмәгән сере бар – мулла ҡыҙы Фатихаға ғашиҡ ул. Нисек был турала ҡыҙға еткерергә, аңлашырға, ҡыҙҙың йөрәк ҡылдарын сиртеп ҡарарға?
Тура килтерҙе һөйгәнен егет, бер нисә кәлимә һүҙ әйтелде, икеһенең йөрәге бер булып тибеүен аңлаштылар. Тимерғәле, батырлығын йыйып, әсәһе аша теләген атаһына еткерҙе. Тик атаһы, ауылда яуаплы урынды биләгән коммунист, ҡырҡа ҡаршы булды.
-Сит элемент. Дин менән ағыуланған мулла ҡыҙы менән тормошоңдо бәйләмәксеһеңме? Мин – коммунист. Йәшең еткәс, һин дә партия ағзаһы буласаҡ кандидатура! Юҡ!– тип ҡырҡа киҫте. Тап шул мәлдә Фатиханың ғаиләһенә лә көтөлмәгән ҡайғы төшә: сырхаулап торған мулла ҡапыл ғына вафат булып ҡала. Тол ҡалған ҡатыны ҡыҙҙары менән үҙенең тыуған яғына ҡайтып китә. Тимерғәлене әрме хеҙмәтенә саҡыралар, өс йыл ил тыныслығы һағында йөрөп ҡайта. Тәүге мөхәббәте Фатихаһын бер ҡасан да хәтеренән сығармай, ҡасандыр осратырмын, тигән өмөт менән йәшәй. Йәше үтә башлағас, яҙмыштан уҙмыш юҡтыр тип, һылыу ғына ҡыҙ менән сәстәрен сәскә бәйләй.Тик мөхәббәт хистәре уянмай, ғаиләлә һәүетемсә һәр кем үҙ вазифаһын атҡарып көн итә.
Хәҙер Тимерғәле олпат йәштә, күптән хаҡлы ялда. Уйламағанда, Аллаһ Тәғәлә ҡөҙрәте менән дингә ылығып китте: дини ғилем ала, ҡөрьән китаптары уҡый. Хәҙер ауылда һәр дини мәжлестә ул - көтөп алынған хәҙрәт. Уҙған йыл хәләле гүр эйәһе булып ҡалғас, бөтә күңелен дингә бағышланы. Бөгөн дә уны ҡөрьән ашына саҡырғандар. Таҙарынып, тәһәрәтләнеп, таҙа кейемдәрен кейеп, тәбиғәткә хозурланып, саҡырылған йортҡа табан тәнтерәкләне. Ошо арала йөрәге уйнап тора, нимәлер булыр һымаҡ, бушҡа- юҡҡа күңеле шөбһәләнә.
Хәҙрәт килеүенә ҡунаҡтар өҫтәл тирәләй ултырыша башлағайны, Тимерғәлегә үҙенә тәғәйен урынды күрһәттеләр. Урынлашып бөтөүҙәрен көтөп, хәҙрәт килгән ҡунаҡтарға күҙ йөрөтә башланы. Һәм... Өҫтәлдең икенсе яғында ултырған килешле генә хиджәбтәге ят ҡатынға ҡараны ла ҡатып ҡалды. Ул! Ғүмере буйына йөрәк түрендә һаҡлаған тәүге һәм һуңғы мөхәббәте Фатиха!
Ҡатын да хәҙрәткә ҡарап тертләне, үҙен тиҙ ҡулға алды, ҡараштарын аҫҡа төбәне.
Әллә ни булды хәҙрәткә. Кәрәкмәгән ерҙә тотлоға, аяттарҙы онотоп туҡтап ҡала, тирләп китте. Аралаш йөрәк тапҡырын тотоп ала. Үҙенең вазифаһын нисек атҡарғандыр, үҙен - үҙе ишетерлек хәләттә түгел ине. "Аллаһ Тәғәлә разый булып ҡабул итһен," – тип доғаларын ҡылды ла, хужаларҙы аптырауға һалып, ашҡа ҡалмай, хушлашып ҡайтып китте.