Бөтә яңылыҡтар
Махсус биттәр
18 Февраль , 05:55

"Йондоҙло" табын - Инсаф ХУЖАБИРГӘНОВ

Бөгөн үҙенең аш-һыу серҙәре менән журналист, “Башинформ” мәғлүмәт агентлығының башҡорт телендәге контент бүлеге етәксеһе Инсаф ХУЖАБИРГӘНОВ бүлешә.

“Шешлек” ашы

Һуғымдар һуйылып, ҡош-ҡорт туңдырғысҡа тултырылғас, был ашты бешереүгә иң ҡулай мәл. Аш бүлмәһендә шешлек тәмләткесе генә булыуы кәрәк, ризыҡтың атамаһы ла тап шунан килә. 
Иң тәүҙә итте турап, ҡаҙанда ярты сәғәт тирәһе ҡыҙҙырырға. Уның янына һуған, тоҙ өҫтәргә. Ризыҡтар майҙа ҡурылғансы, картуф әрсеп, татлы (болгар) боросто таҙартырға. Уларҙы турап, ҡаҙанға төшөрөргә һәм ҡыҙ­ҙырылған иткә һыу өҫтәп, ҡайнатып алырға. Иң мөһиме – ошо ваҡытта шешлек тәм­ләт­кесен өҫтәү кәрәк. Ризыҡтар бешеп сыҡҡас, бер ҡалаҡ он өҫтәп болғатырға. Ашты өҫтәлгә петрушка һәм укроп менән биҙәп ултыртһағыҙ, ресторан ризыҡ­тарынан һис кәм булмаҫ.

Мандариндан
үҙенсәлекле
бәлеш

Талғын утта 50 мл һыуға 100 г шәкәр һалып, ул иреп бөткәнсе бутай-бутай ҡайнатырға. Аҙаҡ утын арттыра төшөп, шәрбәт асыҡ һары төҫкә ингәнсе (ете минут тирәһе) ҡайнатыуҙы дауам итергә. Аҙаҡ уны төбө күмелерлек итеп табаға йәйеп һалырға.
Өс мандаринды йыуып әр­сергә лә, һутын һығып, ҡабығын нәҙек кенә итеп, туҡмаслап турарға. Бер стакан 35 процентлы һөт өҫтөнә мандарин ҡабығын һалып, ҡайнатып сығарырға. Һыуынғас, манда­рин ҡабыҡтарын алырға.
Ике йомортҡаға тағы ла дүрт йомортҡа һарыһы, 1,5 ҡалаҡ бал һәм 50 г шәкәр һалып, блендер менән күпергәнсе туғырға. Туғыуҙан туҡтатмайынса ғына уға мандарин һуты, һөт өҫтөн ҡушырға. Килеп сыҡҡан массаны шәрбәтле табаға бушатып, өҫтөн тигеҙләп, уны ҡайнар һыу ҡойолған һауытҡа урынлаштырып (һыу табаның яртыһына тиклем булырға тейеш), 180 градуслы мейестә 40 минут бе­ше­рергә. Ошолай быуҙа бе­шер­гәндә бәлеш ҡабарып, ал­һыуланып торасаҡ.
Бәлеште бүлмә температура­һына тиклем һыуытҡас, өҫтөн ҡапламай ғына 3 – 4 сәғәткә һыуытҡысҡа ҡуйып тороу яҡ­шыраҡ. Аҙаҡ бысаҡ ярҙамында уны таба ситенән айырып, өҫтөнә тәрилкә ҡуйып, әйлән­дереп ҡапларға. Табаны алып, бәлеште йоҡа ғына итеп ту­рал­ған мандарин киҫәктәре менән биҙәп, табынға бирергә.

Күрәгәле кеҫәл

Әлбиттә, хәҙер магазинда йәнең теләгән тәмдәге әҙер кеҫәл алырға була. Шулай ҙа өйҙә әҙерләгән тәмлерәк тә, хәүефһеҙерәк тә буласаҡ. Би­герәк тә балалар өсөн.
180 г күрәгәне йыуып, 1,2 л ҡайнар һыуға һалып, өҫтөн ябып, 3 – 4 сәғәт бүрттерергә. Аҙаҡ шул һыуҙа (ярты стакан һыуын алып, ситкә ҡуйып торорға кәрәк) уны йомшар­ғансы бешереп, иләк аша үт­кәрергә. Күрәгә иҙмәһенә беш­кән һыуын, ярты балғалаҡ лимон кислотаһы, 180 г шәкәр һалып, бутай-бутай ҡайна­тырға. Айырым һауытта күрәгә бүрттерелгән ярты стакан һыуға 35 г крахмал һалып бутарға һәм ҡайнап торған иҙмәгә ҡушырға.
Әҙер кеҫәлде стакандарға ҡойоп (дүрт порция буласаҡ), өҫтөнә шәкәр онтағы һибеп, бер аҙ һыуытҡыста тоторға. 180 мл һөт өҫтөн ике ҡалаҡ шәкәр онтағы менән күпергәнсе блендер менән туғырға. Мөмкинлек булмаһа, магазиндан әҙерен (взбитые сливки) алырға була. Кеҫәлде табынға сығарғанда, өҫтөн ошо ҡатнашма менән биҙәргә.
                      
Гөлнур ҠЫУАТОВА әҙерләне.

Читайте нас