Әҡлимә ишек төбөндә ултырған күнәктәрен алып, тышҡа сыҡты. Ҡайҙандыр әсе ел иҫеп, яулыҡ аҫтынан сығыңҡырап торған сал сәстәрен туҙратып алды. Һыуытҡан шул. Ни тиһәң дә, көҙгө көн. Етмәһә, ҡырау төшкәнгә оҡшай. Төнгөлөккә ҡалған тимер һауыттағы тауыҡтар эсерлек һыуҙың өҫтөн үтә күренмәле боҙ селтәрҙәр менән биҙәгән. Ҡояш байыуға йылға һыуығы килә. Кәртә артынан сылтырап аҡҡан Йәнгилде шишмәһе алыҫтан, тау-урман аша ағып төшә. Элек ташҡын ваҡыты булһа, өҫтөндәге ҡалын ҡарҙарҙы йырып, әллә ҡайҙан үкереп аҡты. Һыу юлында йәшәгәндәрҙең утынын, хатта аласыҡтарын да ағыҙып алып киткән ваҡыттары булды. Хәҙер ундай көслө сағы үтте. Бала-саға түгел, ҡош-ҡорт инерлек һыуы ла ҡалманы. Йәй тынды ҡурырлыҡ эҫеләрҙә ҡороп та ҡала.
Әҡлимәнең, билен яҙҙырыу өсөн мәңге йәшел ағастар янындағы бүкән өҫтөнә ултырып, үҙ-үҙе менән һөйләшә торған ғәҙәте лә бар. Ситтән ҡараһаң, уны алышынған тип уйларға ла мөмкин. Вәхите менән өйләнешеп, өй бураһы күтәргәндә, ошо ағастарҙы ултыртҡайнылар, шуларҙың өсәүһе генә терелде. Вәхиттең ысын исеме Василий. Бынан утыҙ саҡрым алыҫлыҡтағы Сергеевка тигән урыҫ ауылында йәшәгән. Үкһеҙ етем – ете йәш тигәндә ата-әсәһе тифтан ауырып, яҡты донъя менән хушлашҡан. Малай, тамағын туйҙырыр өсөн, һыу буйында балыҡ ҡармаҡлап көн күргән. Күп тә тормай, Әҡлимәләрҙең ауылында йәшәүсе атаһының сыбыҡ осо апаһы: “Йорт тирәһендә булышыр”, – тип үҙҙәренә алып ҡайтҡан. Тормош ауырлығына бала саҡтан сынығып үҫкән Вәхит ир-ат эшен үҙ иңенә алған. Тиҫтерҙәре менән бергә колхоз эшенә егелгән.
Ҡыҙҙарҙың күҙе ҡыҙырлыҡ киң яурынлы, күк көмбәҙендәй зәңгәр күҙле, етен сәсле Василий-Вәхит ат башында, Әҡлимә тырмала йөрөгән ваҡытта бер-береһенә күҙ һалды. Вәхиттең тағы бер һөнәре асылды – моңло итеп йырлай ҙа икән. Йәштәр кисен, эш тамамланғас, йылға буйында йөрөр булды. Шунда егет “Сайҡалалар кәмәләр”ҙе һуҙып ебәргәйне, ҡыҙҙың һушы китте. Күкрәгенән иңрәп сыҡҡан моң, тәбиғәттең гүзәллеген, ҡоштар һайрауын үҙенә генә буйһондорған төҫлө ине.
Егеттең ауылында бер башҡорт ғаиләһе йәшәй ине. Йорт хужаһы, фермала ҡарауылсы булып эшләүсе Хәмиҙулла ағай бик кеселекле, ярҙамсыл булды. Ул оҙон көйҙәрҙе шул тиклем оҫта итеп башҡара. Йырҙарын ихлас тыңлаған кешегә төн йоҡолары ла әрәм булмаҫ. Василий шул ағайҙың үҙәк өҙгөс, тәбиғәт биргән сихри моңон тыңлар өсөн генә һәр төн фермаға барҙы. Бер аяғының яртыһы протез булғанға ирҙе “Сатан Хәмит” тип йөрөттөләр. Йыр-моңға ғашиҡ булғанғамы, уның йөҙө һәр саҡ яҡты. Йорттарынан бер ҙә кеше өҙөлмәне, йомош һорап килеүселәрҙе кире бороп сығарманылар. Рабиға һәм Йәмилә исемле ҡыҙҙары булды. Хәмит ағай шаяртып: “Алыҫ йөрөйһө юҡ, әйҙә, мин һине ике ҡыҙымдың берәүһенә кейәү итәм дә ҡуям!” – тиер ине. Василий быны ысынға алып ҡолаҡ төптәренә тиклем ҡыҙарыр булды. Ағаһының һәр йыры уның күңел төпкөлөндә урын алды. Ә иң яратып башҡарғаны – ошо “Сайҡалалар кәмәләр” булды. Үҙ ғүмерендә күпте күргән ағай Вәхитте яҡын итеп: “Донъялар гел былай тормаҫ, уҡы, ҡустым! Һинән бына тигән ҙур кеше сығасаҡ!” – тине.
Егет һүҙендә торҙо. Һаулыҡҡа туймаған Рауза апаһы ла ҡустыһына ҡулынан килгәнсә белем бирергә тырышты. Вәхит көндөҙ башҡалар менән бер рәттән эшләне, ә кис белем алды. Әҡлимә инде көндөҙгөлөккә йөрөнө. Апаһы ҡустыһына ҡарап ихлас ҡыуанды. Үҙе өй эсендәге мәшәҡәттәр менән булышһа, тыштағы барлыҡ эште Вәхит атҡарҙы. Инде ҡулдарына өлгөргәнлек аттестаты алырға йыйынған йәштәр кисен клубҡа йыйылды. Һәр кем киләсәккә план ҡорҙо. Әҡлимә менән Вәхит туған колхозын артабан да үҫтереү өсөн, агроном һөнәрен һайларға һөйләште. Иртәгәһен сығарылыш уҡыусыларын мәктәп төрлө лозунг, шарҙар менән ҡаршыланы. Һәр класс үҙенең билдәле урынына тороп, уҡытыусыларҙың сығыштарын тыңланы. Иң ҡыуаныслыһы: Әҡлимә менән Вәхиткә, уҡыу алдынғыһы булараҡ, “алтын миҙал” тапшырылды. Егеттең ҡыуаныс йәштәрен – сикәләре буйлап аҡҡан ҡайнар тамсыларҙы береһе лә абайламаны. Был йәштәрҙә әрнеү ҡатыш һағыш ине. Егет күккә ҡараны: күптән гүр эйәһе булған ата-әсәһе уға өҫтән ҡарап, шатлығын уртаҡлаша кеүек ине. Шулай уйлап та өлгөрмәне, йөҙөнә тып итеп ямғыр күҙе төштө. Ләйсән ямғыры һибәләп үтеүгә, тау артынан йәйғор ҡалҡты. Тимәк, яҡындарының рухтары уның менән бергә!
Ҡыҙ менән егет таңды Йәнгилде буйында ҡаршыланы.
– Беләһеңме, Әҡлимә, Алла бирһә, өйләнешһәк, ошо йылға ситенә өй һалам! Алыҫтан көйәнтәләп һыу ташып этләнмәҫһең.
Әҡлимә үҙе лә уйламаҫтан ҡысҡырып көлөп ебәрҙе лә:
– Эй, әле уға барып етергә кәрәк. Ҡасан диплом алғансы утыҙҙы үтеп китмәһәк, – тине.
Был шаярыу егеткә оҡшаманы. Йәшел үләндә ятҡан костюмын алып, яурынына һалды ла, ҡайтыу яғына атланы. Ауылға еткәнсе бер-береһенә һүҙ ҡушмай атланылар. Өс көндән Вәхит документтарын тапшырырға ҡалаға йыйынды. Апаһы юлына тип бешеренеп-төшөрөндө. Ҡустыһы: “Йөк итеп, кәрәкмәй”, – тиһә лә, сумкаһын тултырып та ҡуйҙы. Районға тиклем ҡыҙ менән егетте колхоздың еңел машинаһы алып сыҡты. Ғариф ағай йәштәрҙең сумкаларын урынлаштырғанда:
– Вәхит ҡустым, уҡып сыҡһаң, һинән бына тигән етәксе сығасаҡ! – тине.
Юлда алсаҡ шофер менән һөйләшә-көлөшә район үҙәгенә барып еткәндәрен һиҙмәй ҙә ҡалдылар. Артабан – автобуста. Ҡалаға төнгә ҡарай ғына барып еттеләр. Әҡлимә тәүге туҡталышта уҡ төшөп ҡалды. Егет Хәлиҙә апаһы биргән адрес буйынса барып, биш ҡатлы йорттағы фатирҙың кнопкаһына баҫҡайны, ишекте башына аҡ яулыҡ ябынған, яҡты сырайлы оло ғына ҡатын асты. Иҫәнләшкәс, егет костюмы кеҫәһенән хат сығарҙы. Һеңлеһе яҙған сәләм хатын уҡыған инәй күҙҙәренә йәш тулышып, йылмайып, Вәхитте күкрәгенә ҡыҫты ла, түҙмәй илап ебәрҙе.
– Балаҡай! Мин күргәндә һин бер йәшлек сабый ғына инең! Йәшләй күпме ҡайғы, михнәт күрҙең! – тип егеттең тулҡынланып торған еҙ сәстәренән һыйпап, арҡаһынан яратып һөйҙө.
Ыҡсым ғына бүлмәле фатирҙа Разифа инәй яңғыҙы йәшәй, тормош иптәше күптән мәрхүм булған. Бер ҡыҙы үҙ ғаиләһе менән Мәскәү ҡалаһында төпләнгән. Инәй хаҡлы ялда булһа ла, теген фабрикаһында бригадир булып эшләй. Иртәнсәк тороуына тәмле итеп ҡоймағын ҡойоп, бутҡа бешереп әҙерләгән дә, өҫтәлгә асҡыс менән записка ҡалдырып, эшенә киткән. Вәхит йыуынып-кейенеп, уҡыу йортона китте. Барып ингәс, Әҡлимәһен эҙләп тапты. Сират алып та өлгөргән. Тиҙ генә ситтән тороп уҡырға документ тапшырҙылар ҙа, ҡала буйлап йөрөргә сығып киттеләр. Егет баш ҡалала тәүге тапҡыр, ә ҡыҙҙың бер туғандары бында йәшәгәс, һәр мөйөштө белә.
Өсөнсө көнөнә әңгәмә үтергә барып, көҙгә тиклем ҡала менән хушлашып, ҡайтырға сыҡтылар.
Тынды ҡурырлыҡ эҫе көндәр башланды. Үлән кибеп ҡалмаһын өсөн, колхоз быйыл бесәнгә иртә төштө. Ҡул араһына ингән һәр бала-саға ҡулына тырма алып, ололар артынан йөрөнө. Бисә-сәсә миндек бәйләп, урман-һыу буйҙарындағы бер ҡый үләнен дә ҡалдырмай урып-йыйҙы. Малдарҙы ҡышҡылыҡҡа индергәс, яҙға табан бигерәк ауырға төштө. Малсылар бәйләнгән һаламды ҙур ике мискәләй һауыттарға өҙгөләп тыңҡыслап тултырҙылар. Шуның эсендә пар менән әҙ генә көрпәне һалып аш бешерҙеләр. Колхоз малы йонсоу сыҡһа ла, бер юғалтыуһыҙ йәшел үләнгә баҫты. Был өлкәлә ике йәш белгестең ҡаҙанышы ҙур ине.
Ҡыҙҙың ата-әсәһе яҙғы эштәр тамамланғас та йәштәрҙе өйләндермәксе итте: барыбер бергәләр, йә икеһенең бере сит-ятҡа күҙ һалып ҡуйыр. Ышаныс юҡ. Шундай изге уйҙа Әҡлимәнең ата-әсәһе Рауза апайҙың ишеген шаҡыны. Байтаҡ ҡына сәй артында һөйләшеп аңлашҡас, туй көнөн билдәләнеләр. Эштәр бер аҙ тамамланғас, гөрләтеп туй яһап ебәрҙеләр. Егет апаһы нигеҙенә килен төшөрҙө. Йәштәргә барыһы ла һоҡланып, бәхет кенә теләне. Һәр береһе: “Ике аҡҡошмо ни!” – тип тел шартлатты.
Йәштәр йорт нигеҙен Йәнгилде йылғаһы буйына ҡорҙо. Йәш ҡатын да, йөклө булыуына ҡарамаҫтан, сүкеш-ҡаҙауын алып бирешеп, иренең янында булды. Ихаталарына урмансыларҙан һатып алып, дүрт төп ҡарағай ағасы ултырттылар. Әҡлимә уларға көн дә йылғанан һыу ташын ҡойҙо. Өмә итеп, эсен-тышын һылап, иҙән түбәһен һалыуға, өйҙө ҡотлап малайҙары тыуҙы. Сабыйға Сабир тип исем ататтылар. Тормоштары шулай түп-түңәрәк булып алға тәгәрәне. Хәҙер инде колхоздың бар эше – Вәхит иңендә. Абруйлы йәш белгес үҙе артынан йәштәрҙе лә ылыҡтыра белде. Ауыл күҙгә күренеп матурайып, ҙурайҙы.
Ғүмер үтте, улдары Сабирға 15 йәш тулды. Атаһына оҡшап, бик отҡор, эре кәүҙәле. Атаһы малай сағынан уҡ үҙе менән бергә эшенә йөрөттө. Әсәһе: “Ҡуй, ул балаға көсө етмәҫтәй эш ҡушып!” – тиһә, Вәхит ҡоро ғына: “Ана, ҡыҙ тыуһа, яҡлашырһың! Егет кеше хәҙерҙән үк сынығып үҫергә тейеш!” – тиер булды.
Сабир мәктәпте тамамлап, ҡулына өлгөргәнлек аттестатын алып ҡайтҡанда, атаһы өйҙә ине. Әсәһе түрбашта мыш-мыш килеп, әйбер йыйып өйә. Сабирҙың йөрәге жыу итеп ҡалды: әллә берәй хәл булдымы? Атаһы ултырған урынынан тороп, көр тауыш менән: “Ҡотлайым, улым!” – тип ҡулын ҡыҫып, арҡаһынан яратты ла, сөйҙә элеүле торған фуражкаһын алып, тышҡа сығып китте. Сабир әсәһе янына килеп, иңенә башын һалды. Уныһы шуны ғына көткәндәй, ҡысҡырып илап ебәрҙе.
– Улым, һуғыш! – тип кенә әйтә алды йәшенә быуылып.
Егет һаман бер ни аңламағандай, әсәһенең йәшле күҙҙәренә ҡарап ултырҙы ла, ҡапыл һикереп тороп, атаһы артынан йүгерҙе. Ул барып еткәнсе бар ауыл халҡы клуб алдына йыйылған ине. Күңел асыу өсөн һалынған йәйге сәхнә өҫтөндә атаһы, тағы ла райондан килгән ике кеше баҫып тора. Хәрби кейемдәгеһе ҡулындағы папкаһын һелтәп, халыҡҡа нимәлер аңлатып маташа. Атаһына ла һүҙ бирҙеләр. Ул башын ғорур тотоп, ауылдаштарын тыуған илебеҙҙе фашист илбаҫарҙарынан тиҙерәк азат итеп, еңеү менән ҡайтырға өндәне.
Атаһы район кешеләрен төшкө ашҡа үҙҙәренә алып ҡайтты. Хәрби кейемдәгеһе Вәхиттәр йәшәгән урынды бер әйләнеп сыҡҡас, тел шартлатып: “Дәә, Николаевич, һин ожмахтағы кеүек йәшәйһең! Баҡсаңда ниндәй генә төр ағас, емеш-еләк юҡ бит. Ә, бынау ҡарағайҙарың һаҡта торған һалдаттармы ни!”– тине.
– Ер эшен яратҡанға ла, көн дә ошо баҡсала соҡонабыҙ, ә инде ҡарағайҙар ел-дауылдан һаҡлай, беҙҙең йәшлек ағастары улар! – тип яуапланы Вәхит.
Ҡашығаяҡ янында йөрөгән Әҡлимә бер һирпелеп, иренең күҙҙәренә ҡараны. Икеһенең дә ҡараштары моңһоу ине.
Иртәгеһен Сабир йоҡонан тороуға атаһы өйҙә юҡ, конторға киткән ине. Кем белә, бәлки, төнөн йоҡламай ҙа сыҡҡандыр. Ҡулдарына ҡорал тота алырҙай ир-егеттәрҙе район үҙәгенә саҡыртып, повестка тоттороп ҡайтарҙылар. Әҡлимә был юлы үҙ-үҙен йыуатып: “Колхоз рәйесе булараҡ, бәлки, ҡалдырырҙар?” – тип, уйланы. Шулай булырға тейеш ине лә ул. Тик Вәхит үҙ теләге менән, ирешә-талаша тигәндәй, ҡулына ҡағыҙ тотоп ҡайтты. Ҡатыны һөйөклөһөнең холҡон күптән белгәнгә тыныс ҡына итеп:
– Ҡасанға юлға? – тип һораны.
– Иртәнән һуңға, – яуап ҡыҫҡа булды.
Мунса инеп сығып, сәй табыны янында оҙаҡ ҡына һөйләшеп ултырғас, икәүләп баҡса артында сылтырап ятҡан Йәнгилдегә төштөләр.
– Һөйөклөм, йырла әле “Сайҡалалар кәмәләр”еңде!
Ҡатыны әйтеүгә, Вәхит уны киң ҡосағына алып, йырлап та ебәрҙе. Күкрәк төпкөлөнән сыҡҡан моң, тау аҫтынан урғылып сыҡҡан көслө шишмә һымаҡ, аҡты ла аҡты. Үтәнән-үтә күренгән күм-күк һауалағы йондоҙҙар бер-береһенә күҙ ҡыҫышҡандай тағы ла юғарыраҡ күтәрелгәндәй тойолдо. Ошо моң эсендә генә ҡалып, икәү бергә генә мөхәббәт тулҡынында, алыҫҡа кеше аяғы баҫмаған ергә, йөҙәләр ине. Ана, зәңгәр күлдә ике аҡҡош ҡойона, оҙон муйындары менән бер-береһен ҡосҡан кеүек, вальс әйләнәләр...
Илаһи моң тымып ҡалды. Уйҙарынан арына алмай ултырған Вәхит ҡатынының ҡара шыма сәстәренән һыйпап:
– Яратҡаным! Минең ҡосағымда һөйөп, һөйөлөп тә туя алманың. Ярһыу аттай, әйҙә эш артынан саптым. Бына хәҙер килеп хушлашабыҙ! Ярай, Алла бирһә, тиҙ арала дошманды дөмөктөрөп, Еңеү менән ҡайтырбыҙ! Таянысың Сабир бар. Әгәр колхозға рәйес итеп өгөтләһәләр, бер һүҙһеҙ риза бул. Һинең тәжрибәң минекенән дә, ҙурыраҡ! – тине.
Бар ауырлыҡты үҙ елкәһендә татыған иренең кәңәштәрен күңел төбөнә һалып ултырған аҡыллы ҡатыны барыһын да аңлай ине.
– Әйҙә, таң да атып килә, өйгә инәйек. Юғиһә, Сабир юғалтып үҙебеҙҙе. Атайҙар ҙа килеп етер. Аш һалаһы бар, – тип иренең ҡосағынан ысҡынды Әҡлимә һәм уға ҡулын бирҙе.
Сабир тәмле төшөнән арынып, уянырға уйламай ине әле. Бала саҡта йоҡо тәмле була шул. Шул арала өй эсенә тәмле аш, май еҫтәре таралды. Туғандар барыһы ла өҫтәл артына йыйылды. Вәхит менән Әҡлимә үҙҙәрен тыныс тоторға тырышты. Һүҙ араһында ҡыҙыҡ хәлдәрҙе иҫкә төшөрөп көлөшөп алдылар. Ә иртәгеһен, сыуаҡ матур көндә бар ауыл ир-уландарын яу яланына оҙатты. Һәр кем үҙ яҡынына: “Бына күреп торорһоғоҙ дошман беҙҙе күреү менән артҡа сигенәсәк. Тиҙҙән Еңеү менән ҡайтасаҡбыҙ!” – тиеүгә, ауылдың иң оҫта гармунсыһы Ирғәле ағай ҡулындағы гармунын тартып та ебәрҙе. Кемдер һығылып иланы, кемдер һағыштан ҡушылып йырланы.
– Белеп булмай, минең менән берәй хәл була ҡалһа, зинһар, әсәйеңде һаҡла! Һин хәҙер берҙән-бер көслө зат. Бик ауырға тура киләсәк. Ил өҫтөнә төшкән ауырлыҡты бергә күтәрерһегеҙ! Уҡыуыңды дауам ит! Кеше булып ҡал, улым! – тине Вәхит улына сикәһе буйлап аҡҡан йәштәрен күрһәтмәҫ өсөн ситкә боролоп. Йөрәге сәнсеп алды. Аталы-уллы бер-береһенән айырыла алмай торғанда әсәләре килеп ҡушылғас, күңел әрнеүҙәрен береһе лә йәшерә алманы.
Тәүге осор Вәхиттен хат-сәләмдәре килеп торҙо. Өйҙәгеләр өсөн был оло ҡыуаныс, йәшәүгә көс бирҙе. Әҡлимәне колхоз рәйесе итеп ҡуйҙылар. Улы менән эш араһында ғына күрешәләр тиерлек. Тракторсы етмәгәс, Сабир шунда ултырҙы. Улы төҫө, холҡо менән һуйып ҡаплаған атаһы. Ҡатын берҙән-беренә һоҡланып та, ҡурҡып та ҡарай. “Әсәй, мин дә атайым артынан барам!” – тип әйтер кеүек.
Бер йыл үткәс, ғаилә башлығының бик ауыр яраланып, Куйбышев өлкәһендәге госпиталдә ятыуы тураһында хат килде. Ә 1943 йылдың көҙөндә Сабир хәрби комиссариатҡа барып, үҙ теләге менән ғариза яҙып, повестка тотоп ҡайтты. Инде уға әсәһенең өгөтләүе кәрәкмәй ҙә – салбарын һалдырып шыйтыҡ сыбыҡ менән туҡмарға ун йәшлек малай түгел. Әҡлимә күңеле менән ошо көн килерен һиҙеп йөрөнө. Әсә кешегә берҙән-бер балаһын яу ҡырына оҙатыуы бигерәк ауыр ине. Был ваҡытта илбаҫарҙарҙы ҡәһәрләп, улыҡайын күкрәгенә ҡыҫып үкһеп иларҙай булды. Шулай ҙа үҙендә ниндәйҙер илаһи көс тапты. Әсә фатихаһын биреп:
– Улым, атайыңды эҙләп табып, бергә иҫән-һау, Еңеү менән ҡайтығыҙ! – тине.
...“Родина” колхозы план үтәүҙә районда беренселәр рәтендә тора. Ауылдаштары Әҡлимәгә таң ҡалып: “Атың да, үҙең дә ярһыуһың, ҡасан ашап, йоҡларға ятаһың һин?” – тиҙәр. “Йоҡлап та, ашап та түгел, эш менән еңеүҙе яҡынайтайыҡ иптәштәр!” – ти ул.
Ҡатын кисен баҫыуҙан арып ҡайтып, баҡсаһына инеп китте. Ниндәй илаһи матурлыҡ! Әкрен генә иҫкән наҙлы елдәр ҡатындың битенән яратып һыйпап үтте. Бындай ваҡытта бергә, ғаиләң яныңда булып, бар донъянан ләззәт алып ҡына йәшәге килә лә һуң...
Ҡарағайҙар шаулап алды, әйтерһең дә, бик алыҫтан сәләм еткерә. Ҡатын күңел кисерештәренә түҙмәй, һомғол ағастарҙы ҡосаҡлап илап ебәрҙе. Анһат түгел уға ла. Япа-яңғыҙы ятһа ла, торһа ла, улы менән ире өсөн, үҙ уйҙары эсендә аҙашып китә. Һуғыш шаңдауы ҡатындың тормошон да, үҙен дә күпкә үҙгәртте. Йөҙөнә – һырынтылар, сәстәренә аҡ бураҙналар һалды. Элекке Әҡлимәнең шаянлығы ла ҡалманы.
Шуныһы ҡыуаныслы: Сабирҙан хат өҙөлмәне. Ә госпиталдән һуң, ҡабат һуғышҡа юлланам, тип яҙған Вәхиттән хәбәр юҡ. Ай янына айҙар өҫтәлеп, йыл артына йылдар теҙелде. 1945 йыл ергә еңеү алып килде. Кемде генә осратма – һәр кемдең йөҙөндә ҡыуаныс сатҡылары. Бер-береһен ҡотлап, ҡосаҡлап илашалар.
Әҡлимә район үҙәгенә юл тотто – кәңәшмә буласаҡ. Бында ла таныштар сәләм биреп, йылмайып ҡул ҡыҫыша. Республика буйынса иң күп план үтәгән “Родина” колхозы етәксеһе Әҡлимә Яппаровнаға миҙал тағып, бер нисә эшсеһен Маҡтау ҡағыҙы менән бүләкләнеләр.
– Иле, ере өсөн, барыһы ла фронт өсөн, тип йәнен аямаған ҡатындан, иптәштәр, барығыҙ ҙа үрнәк алырға тейешһегеҙ! Эйе, ундайҙар был донъяға бер тыуа! Намыҫ менән башҡарған эше китапҡа алтын хәрефтәр менән яҙылырға тейеш! – тине район етәксеһе Әкрәм Вәлиевич.
Барыһы ла тороп ҡул сапты. Ҡатын башын тағы ла ғорур күтәреп, көслө тауышы менән телмәр тотоп, барыһына ла рәхмәтен еткерҙе. Ҡайтыр яҡта хәрби комисариатта эшләгән Сабит ағай сәләм еткерҙе: Вәхите Варшавала фашистар менән ҡаты алыштарҙа яраланып, ҡабат госпиталгә ингән. Шуға хаттары туҡталып торған икән. Аяҡҡа баҫҡас та тыуған иленә ҡайтырға сыға, тине. Бына бит ниндәй ҡыуаныслы көн булды! Ҡатын талпынып, аяғы ергә теймәҫтән йүгереп ҡайтып, тиҙерәк ҡарағайҙарын һөйөнсөләргә ашыҡты. Улары ла уның шатлығын бүлешкәндәй, япраҡтарын шыптырҙатып алды.
Шул йылдың ҡышына Сабиры ҡайтып төштө. Унан һуң күптә тормай, түшен орден-миҙалдар тағып, ҡултыҡ таяғына таянған Вәхит ҡайтты. Үҙе йәш аралаш йылмайһа ла, йөҙө моңһоу ине. Уны күрергә тип бар ауылдаштары килде, Әҡлимә шатлығынан, йүгереп йөрөп өҫтәл әҙерләне.
– Яратҡаным минең, бер ҙә үҙгәрмәй һылыулығыңды минең өсөн генә һаҡлағанһыңдыр. Тик мин генә һиңә артыҡ йөк булып ҡайттым, – тине Вәхит ҡатынына. – Госпиталгә эләккәс, өс көн иҫемә килтерә алмай йонсоғандар, ҡанымды күп юғалтҡанмын. Бер аяҡты төптән ҡырҡырға, тигәс иң тәүҙә һине уйланым. Ошондай ғәрип ир һылыу ҡатынға кәрәк булырмы икән? Башыма ниндәй генә уй килмәне. Исемемде алмаштырып, хәбәрһеҙ юғалған, тигән хәбәр юллатырға ла ниәтләнем. Шуға байтаҡ ваҡыт хат яҙмай торҙом. Бәлки, минән төңөлөрһөң тинем. Әммә йөрәккә бойороп булмай икән, һеҙҙе яратыуым, һағыныуым шул тиклем көслө булып сыҡты. Тыуған ерем дә үҙенә тартты. Төшөмдә иркен киң баҫыуҙарҙы, йылғаларҙы, ҡарағайҙарымды күреп уяныр инем. Рухым һынмаған булған икән.
Әҡлимә йәш аралаш һөйөклөһөн ҡыҫып ҡосаҡлап, сикәләренән, ирендәренән үпте:
– Инде бындай һүҙҙе һинән башҡа ишетмәйем! Килештекме? Иң ҙур ҡыуаныс – тыуған илеңә ҡайттың, беҙгә барыбыҙ ҙа бергә! Барыһы ла артта ҡалды.
Ошо һөйләшеүҙән һуң күңелдәре күтәрелеп, баҡсаға сыҡтылар. Тышта шундай йылы, рәхәт. Күктә йондоҙҙар йымылдаша. Бөгөн ҡарағайҙар тып-тын.
– Аллаһы Тәғәлә был ағастарҙы ҡоротмай, беҙҙең өсөн үҫтергәндер. Тимәк, улар беҙгә ғүмер тәсбихе тартып ултырған…
Вәхиттең яраһы һыҙлап ыҙаланы. Бер нисә тапҡыр дауаханала ятып та ҡараны. Файҙаһы булманы. Шулай ҙа эске әрнеүен тышҡа сығармай, ҡайһы бер эштәрҙә ҡулынан килгәнсә ҡатынына ярҙам итергә тырышты. Әҡлимә лә етәкселек вазифаһын йәштәргә тапшырып, башҡа эшкә күсте. Улдары юғары хәрби уҡыу йортона инеп, ике йылдан һуң табип һөнәрен үҙләштергән Рәмилә исемле ҡыҙ менән никахлашты. Вәхит һуғыш яраларын күтәрә алмай, ҡәҙерлеләрен оло ҡайғыға һалып, яҡты донъя менән хушлашты...
Әҡлимә яңғыҙы түгел, баҡсаһында һөйөклөһө менән бергә ултыртҡан парлы үҫкән йәшлек ҡарағайҙары бар. Түбәләре күккә ашҡан ғорур ағастар янына тағы ла үҫентеләр сыға. Тик илдәр генә тыныс торһон.
Зифа ИШМЫРҘИНА.
Ейәнсура районы.