Һыуғояр (21.01 – 19.02)
Аралашыуҙа мотлаҡ уңырһығыҙ. Был арала фекерегеҙ үтемле булыр, файҙалы бәйләнештәр ҙә булдырырһығыҙ. Бәғзеләр үҙҙәрен ниндәйҙер яңы һөнәрҙә һынап ҡарар, бәлки. Йома бигерәк тә уңышлы үтер.
Балыҡ (20.02 – 20.03)
Ҡайсаҡ үҙегеҙҙе тыйырға ла кәрәк булыр. Кәрәкмәгән кәңәштәр биреп, башҡалар менән мөнәсәбәттәрҙе боҙоуығыҙ ихтимал. Кесе йомала бик сетерекле мәсьәләне еңел генә сисерһегеҙ.
Ҡуҙы ( 21.03 – 20.04)
Башығыҙҙа ҡыҙыҡлы уй-фекерҙәр даими тыуып торор. Бәғзеләре бик өмөтлө күренер. Кемдер дөйөм эш тураһында һөйләшә алыр. Кесе йомала ниндәйҙер элекке бурысығыҙ тураһында иҫегеҙгә төшөрөрҙәр.
Буға (21.04 – 21.05)
Аҙна күңелле генә башланыр. Дуҫтарығыҙ менән даими хәбәрләшеп торорһоғоҙ. Артабан мәшәҡәттәрегеҙ күбәйеп, ваҡытығыҙ етмәй башлар. Кесе йомала аҡсалата килем алырһығыҙ.
Игеҙәктәр (22.05 – 21.06)
Шишәмбелә ниндәйҙер хата ебәреүҙән һаҡланығыҙ. Әйткәндәй, бындай хәл күптән түгел генә булғайны ла инде. Тәжрибәле кешеләр тейешле юлды күрҙәтер. Йомала ҙур уңыш көтөгөҙ.
Ҡыҫала (22.06 – 23.07)
Көндәр ауырыраҡ килергә оҡшай. Эштәрегеҙ күбәйер, ҡайсаҡ нимәгә тотонорға ла белмәҫһегеҙ. Иң мөһим эштәрегеҙҙе билдәләй алһағыҙ, артабан бөтәһе лә һәүетемсә генә барыр. Кесе йомала көтмәгәндә ҡулығыҙға аҡса килер.
Арыҫлан (24.07 – 23.08)
Ваҡиғалар бик үҙгәреүсән буласаҡ. Әгәр тырышһағыҙ, бөтәһенә лә өлгөрөрһөгөҙ. Шаршамбыла күптән көткән хәбәрҙе ишетерһегеҙ. Артабан кемдер эштәрегеҙгә ҡыҫылырға маташыр.
Ҡыҙ (24.08 – 23.09)
Аҙна бигерәк тә уңышлы булырға оҡшай. Ваҡытығыҙҙы юҡҡа уҙғармағыҙ, бындай уңайлы мәл башҡа булмаҫ. Иғтибарлыҡ арҡаһында бер ниндәй ҙә хатаға юл ҡуймаҫһығыҙ. Шаршамбыла уйламаған яҡтан аҡса килер.
Үлсәү (24.09 – 23.10)
Был арала күберәк үҙаллы эш итерһегеҙ. Янығыҙҙа ышаныслы кешеләр күп түгел. Шишәмбелә бик күптән туҡтап торған эшегеҙгә ҡабат тотонорһоғоҙ. Бында тәжрибәле кешенең кәңәше ярҙам итер.
Саян (24.10 – 22.11)
Әгәр юҡ-барға иғтибар итмәһәгеҙ, күпте булдырырһығыҙ. Бигерәк тә шаршамбыла ғүмерҙә булмағанса уңышҡа өлгәшерһегеҙ. Йомала ашығыс аҙымдар яһамағыҙ.
Уҡсы (23.11 – 21.12)
Шишәмбелә яҡындарығыҙ менән ниндәйҙер бәхәс килеп сығыуы ла ихтимал. Йондоҙҙар бер аҙ һығылмалы булырға кәңәш итә. Барыбер аҙаҡ үҙегеҙгә тейешлеһен алырһығыҙ. Шаршамбыла яҡшы хәбәр ишетерһегеҙ.
ӨМӨТБАЙ.