“Алдаҡсы”
ваҡ бәлештәр
Ғәҙәттә, ваҡ бәлештәрҙең эслеген ит һәм картуфтан әҙерләйҙәр. Ә беҙ үҙебеҙ өсөн йыш ҡына балыҡ консерваһынан бешерәбеҙ. Ул тәмле лә, тиҙ ҙә әҙерләнә, шулай уҡ үҙенсәлекле лә була.
Ике йомортҡаға 300 г ҡаймаҡ (42 процент ҡуйылыҡтағы), бер балғалаҡ ҡамыр ҡабартҡыс (разрыхлитель), самалап тоҙ һәм 1,5 – 2 стакан он һалып, йомшаҡ ҡамыр баҫырға. Уны 5 – 6 өлөшкә бүлеп, йәйергә. Эслекте һалғас, ваҡ бәлеш формаһында бөрөргә лә 180 градус ҡыҙыулыҡтағы мейестә 25 минут тирәһе бешереп алырға. Эҫе сағында өҫтөнә иретелгән аҡ май һөртһәң, улар алтынһыу ғына төҫтә буласаҡ.
Эслек өсөн ике ҡалаҡ үҫемлек майында ваҡлап туралған берәр баш һуған менән татлы боросто 3 – 4 минут тирәһе ҡыҙҙырырға. Уға бер балғалаҡ тәмләткестәр ҡатнашмаһы (борос, тоҙ, кориандр, кипкән һарымһаҡ, укроп һәм башҡалар), ике банка консерваланған һөмбаш (лосось) балығын сәнске менән иҙгеләп һалып, яҡшылап бутарға. Артыҡ һутлы булһа, бер аҙ һарҡытырға мөмкин.
Ҡайнар
шоколад
Бер йомортҡаны күпергәнсе миксер менән туғырға. Уға яйлап ҡына 50 мл һөт ҡушырға. 200 г аҡ шоколадты болғата-болғата һыу быуында иретергә. Болғатыуҙы туҡтатмайынса уға 250 мл һөт, йомортҡалы ҡатышма ҡушырға. Артабан был массаны бәләкәй кәстрүлгә бушатырға һәм ҡайнап сығыр хәлгә еткергәнсе утта тоторға. Әммә эсемлек ҡайнарға тейеш түгел.
Шоколадты эсер алдынан өҫтөнә берәр семтем төйөлгән дәрсен һәм әсе борос һибергә мөмкин – улар эсемлеккә үҙенсәлекле тәм бирәсәк.
Йәшел соуслы
балыҡ
1,5 л һыуға бер стакан ҡоро аҡ шарап һалып, самалап тоҙ өҫтәргә. Уны талғын ғына ҡайнатып, 1,5 кг ауырлыҡтағы һөмбаш балығын 20 минут бешереп алырға. Бер аҙ һыуынғас, балыҡты алып, 3 – 4 өлөшкә бүлергә.
200 г майонезға берәр бәйләм кресс-салат һәм йәшел һуған һалып, блендерҙа ваҡларға. Шулай уҡ ҡара һәм ҡыҙыл борос, бер аҙ лимон һуты ла ҡушырға мөмкин. Балыҡтың өҫтөнә майонезлы соусты һылап, йоҡа ғына итеп теленгән лимон киҫәктәре менән биҙәргә. Гарнирға бешкән дөгө йәки булгур ярмаһы бирергә мөмкин.
Гөлнур ҠЫУАТОВА яҙып алды.