Һыуғояр (21.01 – 20.03)
Осорҙо әүҙем һәм файҙалы үткәрерһегеҙ. Бар эште лә үҙегеҙ генә уңышлы башҡарырһығыҙ, кеше ярҙамы кәрәкмәҫ тә һымаҡ. Кесе йомала алыҫтан ыңғай хәбәр алыуығыҙ мөмкин.
Балыҡ (20.02 – 20.03)
Көндәр бик яҡшы килер. Күптәргә яңы мөмкинлектәр асылыр, йыбанмағыҙ ғына. Бәғзеләр күптән туҡтап торған эштәрен ҡуҙғатып ебәрер. Аҙна йомғаҡтары менән мотлаҡ ҡәнәғәт булырһығыҙ.
Ҡуҙы (21.03 – 20.04)
Тура һүҙле булыуығыҙ ҡайһы бер икеле хәлдәргә асыҡлыҡ индереүгә булышлыҡ итер. Шаршамбыла ғына бынан бер аҙ ҡыйынлыҡ кисереүегеҙ ихтимал. Был арала оҙайлы һәм өмөтлө мөнәсәбәттәр булдыра алырһығыҙ, бәлки.
Буға (21.04 – 21.05)
Ҡәҙимге аҙна. Тырышлыҡ күрһәтһәгеҙ, мотлаҡ уңырһығыҙ, иренһәгеҙ – һемәйеп ҡалыуығыҙ ихтимал. Бәғзеләр яңы танышлыҡ булдырыр, әммә яңы фекерҙәштәргә ышанырға ашыҡмағыҙ.
Игеҙәктәр (22.05 – 21.06)
Шишәмбеләге ваҡиғалар эштәрегеҙгә һиҙелерлек йоғонто яһар, моғайын. Кесе йома көнө эске тауышығыҙҙы тыңлағыҙ – ул дөрөҫ йүнәлеш күрһәтер. Йомала бик ҡатмарлы мәсьләне еңел хәл итеп булыр кеүек.
Ҡыҫала (22.06 – 23.07)
Аралашыуҙа ыңғай үҙгәрештәр күренер. Был арала яҡындарығыҙҙан өмөтлө тәҡдимдәр, файҙалы кәңәштәр ишетерһегеҙ. Шаршамбынан һуң мөмкинлектәр тағы ла артыр. Төрлө яҡтан яҡшы хәбәрҙәр килер.
Арыҫлан (24.07 – 23.08)
Ваҡ-төйәк мәшәҡәттәр даими борсоп торор. Төптән уйлағанда, уларға иғтибар бирмәһәгеҙ ҙә булыр ине. Кесе йомала юғалтыуҙар булыуы ла ихтимал. Уларҙы тиҙ ҡайтара алырһығыҙ, моғайын.
Ҡыҙ (24.08 –23.09)
Аҙна һәйбәт башланып китер. Ләкин шишәмбенән һуң төрлө ҡаршылыҡ ҡапыл күбәйер. Ярҙам вәғәҙә иткән кеше һүҙендә тормаҫ, кемдер алдарға маташыр. Башлыса үҙ көсөгөҙ менән эш итерһегеҙ.
Үлсәү (24.09 – 23.10)
Шишәмбелә һәләттәрегеҙҙе күрһәтеү өсөн мөмкинлек сығыр. Ниндәйҙер ауыр мәсьәләне үҙаллы сисә алырһығыҙ. Бынан һуң фекерҙәштәрегеҙ ҙә, дошмандарығыҙ ҙа күбәйер.
Саян (24.10 – 22.11)
Яҡшы таныш эштәрегеҙ ауыр барыр һымаҡ. Был арала һеҙҙән йыш ҡына түҙемлек талап ителер. Шаршамбыла яҡын кешегеҙ менән дә һүҙгә килешеүҙән һаҡланығыҙ. Шулай ҙа хәл тәрәнгә китмәҫ.
Уҡсы (23.11 – 21.12)
Үҙгәреүсән кәйефегеҙ һәр саҡ ҡамасаулар. Яҡындарығыҙ менән юҡ-бар өсөн бәхәстәр күбәйер. Кесе йомала бәғзеләрҙе һиҙелерлек уңыштар көтә. Башҡалар эшләй алғанды еңел булдырырһығыҙ.
ӨМӨТБАЙ.