Бөтә яңылыҡтар
Махсус биттәр
8 Февраль , 10:18

Немец күлдәге (Ҡыҫҡа хикәйә)

Ҡаҡса кәүҙәле Әмирйән ағай килешеп торған һалдат кейемендә түшенә тағылған орден-миҙалдарын сыңлатып һәр килгән кеше менән ихласлап ҡосаҡлашып күреште, шатлыҡтан аҡҡан күҙ йәштәрен һөртә-һөртә, һәр кемгә иғтибар бүлергә тырышты.

Немец күлдәге   (Ҡыҫҡа хикәйә)   Хәмит ӘБҮБӘКИРОВ
Немец күлдәге (Ҡыҫҡа хикәйә) Хәмит ӘБҮБӘКИРОВ

Хәмит ӘБҮБӘКИРОВ

Немец күлдәге

(Ҡыҫҡа хикәйә)

 

– Флүрәнең атаһы ҡайтҡан, Флүрәнең атаһы ҡайтҡан! – тип ҡысҡырып киткән ҡыҙ баланың хәбәре һә тигәнсе таралып та өлгөрҙө ауыл араһында. Һәр кем, бигерәк тә ирҙәрен, улдарын көткән ҡатын-ҡыҙҙар, аталарын һағынған бала-саға ниндәйҙер өмөт сатҡыһы менән уларҙың өйөнә табан ашыҡты.
Ҡаҡса кәүҙәле Әмирйән ағай килешеп торған һалдат кейемендә түшенә тағылған орден-миҙалдарын сыңлатып һәр килгән кеше менән ихласлап ҡосаҡлашып күреште, шатлыҡтан аҡҡан күҙ йәштәрен һөртә-һөртә, һәр кемгә иғтибар бүлергә тырышты. Бер ситтәрәк торған Бибикамалды күреп ҡалды ла күтәреп алып, арҡаһынан тупылдатып һөйҙө. Атаһының инде ҡайтмаҫын белгән ҡыҙ шаулап аҡҡан күҙ йәштәрен тыя алмай иланы ла иланы. “Бына бит, Флүрәнең атаһы ҡайтҡан, ә минеке юҡ...” – тигән уйҙар кимерҙе уның мейеһен.
Ә Флүрәнең шатлығының сиге юҡ, атаһы бит уға Германиянан күлдәк алып ҡайтҡан, ҡып-ҡыҙыл, итәктәре ҡатлы-ҡатлы. Үҙенә килешеп тора. Бындай матур күлдәк ауылда берәүҙә лә юҡ. Ҡыҙ күлдәкте кейеп тегеләй атлап ҡараны, былай атлап ҡараны. Бөтә ҡыҙҙарҙың күҙе уның күлдәгендә ине.
Бер мәл улар күмәкләп йылға буйына төштөләр. Шау-гөр килеп уйнаған балаларҙың араһында Флүрәнең тауышы иң көрө, күлдәге иң сағыуы ине. Шуға ла ул үҙен леп-леп осоп йөрөгән күбәләк кеүек хис итте.
Уйындың иң ҡыҙған мәлендә кемдер:
– Флүрәнең күлдәге бит ниместеке! – тип ҡысҡырып ебәрҙе.
Атайһыҙ ҡалған балаларҙың, ҡайғыларынан арына алмай йөрөгәндәрҙең, оҙаҡ барған һуғыштан миктәгәндәрҙең немецтарға ҡарата бөтмәҫ нәфрәт тойғолары, күңелдәрендә тулышып, ташып сыҡты.
– Әйҙәгеҙ шул нимес күлдәген йыртып ташлайыҡ, – тине араларынан берәү.
– Шулай шул, – тип уны бер тауыштан йөпләп алдылар.
– Нимес күлдәге – фашист күлдәге бит!
Шуны ғына көткәндәй бөтә балалар Флүрәнең күлдәгенә килеп йәбеште.
– Шул кәрәк һиңә, шул кәрәк!
– Ниместең дохы ла ҡалмаһын!
Күмәк тауыштар араһынан Флүрәнең:
– Теймәгеҙ, атайым алып ҡайтҡан бит! – тигән өҙөк-һуҙыҡ ҡысҡырыуы ғына ишетелеп ҡалды.

Күлдәккә күҙе ҡыҙған, бигерәк тә етем ҡалғандар, үс-нәфрәтен шул арала матур итәкле күлдәккә төшөрҙөләр. Бер аҙҙан сағыу нимес күлдәгенән бер ни ҡалмаған ине.
Иптәштәренең бындай ҡылығын көтмәгән Флүрә үпкәләп, илап, ҡайтыу яғына ыңғайланы. Ә немец күлдәген өҙгөләгән балалар был мәлдә үҙҙәрен фашистан үс алған батыр һымаҡ тоя ине...

  Хәмит ӘБҮБӘКИРОВ

 

 

Автор: Гөлнур Ҡыуатова
Читайте нас