Бөтә яңылыҡтар
Махсус биттәр
4 Февраль , 22:00

Донъя тотҡаһы

... Ҙур ойошмаһы, хеҙмәткәрҙәре менән еңел генә идара иткән, ыһ та итмәй айына йөҙәр мең һум килем алған ҡатын үҙенең ғаиләлә, ябай тормошта сүпкә лә тормағанын аңланы. Аталарын һағынып илаған балаларын нисек йыуатырға белмәне, улар, етмәһә, бешергән ризығын да оҡшатманы. Үҙе лә уларҙың йә туҡтауһыҙ мыжыуынан, йә тауышланып уйнауынан, кейендереү-йыуындырыу кеүек мәшәҡәтенән арыны. Һүрәт төшөрөү студияһына йөрөгән Таңһылыуына бирелгән өйгә эштәрҙе эш­ләргә ярҙам итә алманы, шулай уҡ балаларының ниндәй ризыҡ яратҡанын да белмәй булып сыҡты.

Донъя тотҡаһы
Донъя тотҡаһы

– Ләйлә ханым, һеҙгә шылтыратыу...
– Эльвира! Киләһе ике сә­ғәт­тә мин бында юҡ! Аң­лай­һыңмы: юҡ! Миңә тимәгәйе ер ярылһын, бомба шартлаһын – юҡмын!
– Эйе, әйттегеҙ ҙә бит...
– Шулай булғас, ишекте теге яҡтан яп! Үҙем сыҡмайынса йәки нимәлер һорамайынса мине борсома!
Ләйлә үҙен әлеге мәлдә дары өҫтөндә ултырғандай хис итә. Уның ойошмаһы бөгөн тәүге тапҡыр республика кимә­лендәге проекттар конкурсында ҡатнаша. Быға тиклем һәр эшен һалҡын аҡыл, сабырлыҡ һәм үҙ баһаһын белеп кенә башҡарһа ла, әлеге мәлдә борсолоуҙан нимә эшләргә белмәй. Комиссия алдында һөйләйәсәк телмәрен күптән ятлаһа ла, ҡағыҙын ҡат-ҡат уҡып алды, кейемен энә күҙәүенән үткәрҙе, документ­тарын тикшерҙе. “Конкурс ултырышын эш көнө башланыуға ҡуйһындар тағы! Төшкә тиклем нисек түҙмәк кәрәк?!” – тип үҙ алдына асыуын да сығарҙы. Дөрөҫөн әйткәндә, эше тауыҡ сүпләһә лә бөтөрлөк түгел. Әммә яҙмышы хәл ителгән мәлдә иғтибарын башҡа нәмәгә йүнәлтә алманы. Шуға ла кемделер ҡабул итеүҙән, бүтән мәсьәләләргә ҡағылған эш­тәрҙе ойоштороуҙан, хатта шылтыратыуҙарға яуап би­реүҙән дә ҡырҡа баш тартты. Ҙур килем алырҙай, ойош­маһын республика ки­мәленә танытырҙай проектты ҡулынан ысҡындырғыһы кил­мәй уның. Һуңғы ике йылда тик ошо конкурста еңеү өсөн тырышты. Ләйлә үҙенең теләһә ниндәй эште лә йырып сыға аласағын белә һәм ышана. Конкурста ғына еңергә кәрәк. Ә инде аҙаҡ илдең баш ҡалаһын яулау юлдарын эҙләргә лә була...
Ҡатындың борсолоуҙарын да, татлы хыялдарын да бүлеп, ишек шаҡынылар. Бер осҡонға дөрләп ҡабынырҙай ултырған Ләйләгә етә ҡалды:
– Эльвира, әйткәнде аңла­майһыңмы әллә?! Бөгөн ҡа­рышҡан кеүек ҡыланаһың...
– Зинһар, ғәфү итегеҙ... Бик ашығыс, тиҙәр. Ҡәйнәгеҙ өс тапҡыр шылтыратты.
– Мин юҡ! Әгәр тағы бер күҙемә күренәһең икән, эшең менән хушлашаһың. Аңла­ныңмы?
– Эйе. Тик ҡәйнәгеҙ...
– Әлеге мәлдә ул ҡарсыҡтың мыжыуы миңә кәрәк түгел. Бер йыл буйы һөйләшмәгәнен тағы бер көн генә түҙер.
– Ул дауахананан...
– Эльвира!
Ишек шым ғына ябылды. Ләйлә эш өҫтәле артына барып ултырҙы ла, алдындағы ҡағыҙ­ҙарға текәлде. Тик ул ундағы һандарҙы ла, хәрефтәрҙе лә аңларлыҡ хәлдә түгел ине. “Ҡәйнә ҡарсыҡтың тап бөгөн мине иҫенә төшөрөүе кәрәк бит, ә?! Тағы аҡыл өйрәтергә, улын йәлләп мыжырға уйлаймы? Көнө бөгөн түгел, әбекәйем, ғәфү ит...”
...Йәмил менән Ләйлә студент йылдарында уҡ дуҫлашып йөрөп ғаилә ҡорҙо. Тыныс холоҡло, артыҡ һөйләшеп бармаған, уҡыуҙы ла әллә ни ырата алмаған егетте әллә ниңә үҙ итте лә ҡуйҙы. Улай ғына ла түгел, эргәһендә бөтөрөлөп йөрөп, башҡаларҙы яҡын юлатмай, үҙенә ҡаратып алды ла инде. Ә бит уйлап ҡараһаң, һәр ерҙә алдынғы булған, үтеп сыҡҡан, оялыу белмәгән, бөтә курсты бергә туплаған, идеялары менән алға әйҙәгән Ләйләгә ут бөрсәһе кеүек әллә күпме егеттәр дуҫлыҡ тәҡдим итте. Береһе үпкәләп: “Ғүмер буйы Йәмилде этә-тарта йә­шәргә уйлайһыңмы? Һөйрәп йөрөп кенә кешене алдынғы итеп булмай ул”, – тигәйне. Ә әсәһе кейәүенең киләсәген теп-теүәл итеп фаразлап ҡуйҙы: “Һеҙҙең ғаиләлә һин – табыусы, кейәү ҡатын эшен башҡарыусы булыр инде”, – тине.
Тап шулай булды ла. Ләйлә уҡыуҙы тамамлағас та район хакимиәтенә эшкә урынлашты. Аҙаҡ бер ойошмаға етәксе итеп тәғәйенләнеләр. Тәжрибә туп­ла­ғас, үҙенең эшен асып ебәрҙе. Кәрәк ерҙә хәйләкәр ҙә була белде, уҫаллығын да күрһәтте, шул уҡ ваҡытта хеҙмәткәр­ҙәренә эш хаҡын йәлләмәне. Аҡса мул төшкәс, улары ла тырышлыҡ күрһәтте. Дүрт йыл элек ҡалаға күсеп килделәр. Уға тиклем үк Ләйлә эшен асыу өсөн мөмкинлектәр әҙерләп ҡуйғайны. Кадрҙар менән дә ҡытлыҡ булманы: күптәр райондан үҙе менән бергә күсеп килде. Дөрөҫөн әйткәндә, ул үҙен тик эш өсөн генә тыуған кеүек күрә. Ғаиләһе лә, дуҫ-иштәре лә һәр ваҡыт икенсе планда булды. Хатта ял да итә белмәне, буш ваҡыты булһа, интернет селтәрендә ойошто­ролған бизнес-форумдарҙа ул­тырҙы, закондарҙы өйрәнде. Юҡ, ул ирен дә, балаларын да өҙөлөп яратты, уларҙың мох­таж­лыҡ кисермәй йәшәүе өсөн тырышты. Тик гөл-сәскәләр үҫтереп, балаларының мыжыуын тыңлап, иренең яйын яйлап йәшәү уның өсөн түгел. Киске аш ваҡытында хәлдәрҙе, яңылыҡтарҙы һөйләшеп ултырыу, ике ялдың береһендә ҡайҙалыр ял итеүгә барыу Ләйләгә лә оҡшай. Әммә киске ашты әҙерләү, ялға барыуҙы ойоштороу өсөн ваҡыты юҡ.
Ә Йәмил, киреһенсә, эшенә әллә ни күңел һалманы. Уға йорт-ихатаһы мөһимерәк ине. Мәктәпкә эшкә урынлаш­ҡай­ны, артыҡ маҡталманы ла, төшөп ҡалғандар иҫәбендә лә булманы. Карьера яһарға ынтылманы, аҡса табырға ла ынтылышы булманы. Ә бына йортон сынъяһау итеп тота, хатта, ҡатынының ваҡыты етмәгәс, ашарға әҙерләү, тәртип булдырыу ҙа уның иңенә ятты. Улай ғына ла түгел, балаларын ҡарауҙы ла ир үҙ өҫтөнә алды. Ләйлә уларға 2 – 3 ай булыу менән эшкә сыҡты, ә ире декрет отпускыһы алды. Ял итергә барғанда ла кемгә нимә кә­рәклеген алдан хәстәрләй. Ашарға әҙерләгәндә лә кемдең нимә яратҡанын күҙ уңында тота.
Йәмғиәттә ғәҙәти булмаған был тормош уларҙың икеһенә лә оҡшай. Ире ҡатынына, балаларға иғтибар бүлмәйһең, тип дәғүә белдермәне. Ҡатын да ирен, аҡса тапмайһың, ҡатын-ҡыҙ эшен башҡараһың, тип хурламаны. Бер-береһенең тормоштағы, ғаиләләге рол­дәренән ҡәнәғәт кенә йәшәп яталар. Ләйлә Йәмилһеҙ эшен алып бара алмаҫын белә. Ир ҙә Ләйләһеҙ был тормошта юға­лып ҡаласағын аңлай. Тик бына ике яҡтың да туған-тыумасаһы, бигерәк та әсәһе менән ҡәй­нәһе уларҙың көнкүрешен туҡтауһыҙ тикшерә, тәнҡитләй. Ир менән ҡатын быға иғтибар итмәй. Тура һүҙле Ләйлә үҙенең дә, иренең дә туғандарына: “Ярҙам кәрәккәндә ниңә миңә киләһегеҙ? Ана, өйҙә ултырған аҡыллы ҡатындар донъя тулы, икенсе юлы улар аҡса бирер!” – тип йөҙҙәренә бәреп әйтә. “Йәмилде тикшермәгеҙ. Һеҙҙең ирҙәрегеҙ кеүек эсеп, аҙып-туҙып йөрөһә, оҡшатыр ине­геҙме? Тәүҙә үҙегеҙҙекен тәр­биәләгеҙ: балаларығыҙҙың тыу­ған көндәрен беләләрме? Ихатағыҙҙа тәртипме?” – тип ҡатындарға ла эләктерә.
Ә ике ҡоҙағый, йәштәргә әйтеп-әйтеп тә файҙа булмағас, бер-береһенә көс төшөргөләп ала.
– Ҡыҙыңды ирҙәүкә итеп тәрбиәләгәс ниндәй изгелек көтәһең инде? Ғаилә ҡарайым, бала бағайым, тиеү юҡ. Бар белгәне – эш тә эш. Иргә лә тәрбиә кәрәк... – тип һөйләгән Әсмәгә Гөлйыһан сәсрәп ҡаршы сыға (ҡыҙы үҙенә оҡшағандыр, һүҙ эҙләп күршегә бара торған кеше түгел):
– Улай тәрбиәләүгә шәп булғасың, улыңдан ниңә ир яһаманың? Аҡса тапҡан, эшләп йөрөгән ирҙәрҙең ҡатындары рәхәтләнеп өйҙә ултыра. Икеһе лә аш-һыу тирәһендә йөрөһә, кем мал ишәйтер һуң? Тәүҙә улыңды тикшер...
Ләйлә лә, Йәмил дә ихтирам йөҙөнән уларға өндәшмәй. Улары ла, бер ҡараһаң әрләшеп, бер ҡараһаң ярашып, һирәк-һаяҡ булһа ла ҡунаҡҡа йөрөшөп йәшәп яталар. Шулай ҙа ҡәй­нәһе киленен өнәп еткер­мәүен йәшермәй. Саҡыр­һ­­а­лар – килә, үҙе лә йылына бер нисә тапҡыр аят ашына әйтеш­терә. Башлыса Ләйлә эштә саҡта улы, ейән-ейәнсәрҙәре менән аралаша, ҡунаҡҡа саҡы­ра. Шулай ҙа ярты йылға бер тапҡыр шылтыратып, Ләйләгә “һабаҡ” биреп ала: “Балаларға әсәй ҙә кә­рәк­леген онотма. Ҡыҙыңа кейемде үҙең һайла. Нәфсе күпме һуҙһаң да һуҙыла, аҡсаны табып бөтөп булмай ул. Ә балалар үҫә лә китә...” Бөгөн дә киленен тәрбиәләп алмаҡсы булғандыр, Йәмил менән балалар кисә уның хәлен белергә барырға тейеш ине...
Ләйлә ҡәнәғәт йылмайып, көр кәйеф менән ҡала ха­ки­миәтенән сыҡты ла, маши­на­һына ултырҙы. Кеше алдында еңеүен иғлан иткәс, шулай тейеш кеүек ҡыланды. Яйлап ҡына урынынан ҡал­ҡынды ла, ышаныс күрһәтеү­ҙәренә рәх­мәт әйтте, проектты атҡарып сығыу өсөн бар көсөн һалырға вәғәҙә бирҙе. Ә маши­наға ултырғас, эмоцияларына ирек бирҙе: тәүҙә бар тауышына “Ур-ра-а-а!” ҡысҡырҙы, сәпәкәйләп алды. Билен һығып торған ҡайышын ысҡындырып, иркен тын алды ла, сумкаһынан телефонын эҙләй башланы. Шат­лығын тәү сиратта Йәмил менән уртаҡлашҡыһы килде. Экранға текәлеү менән йөрә­генә шом төштө: иртәнсәктән бирле тауышһыҙ режимдағы телефонға иҫәпһеҙ-һанһыҙ шыл­т­­ы­ратыуҙар, хәбәрҙәр кил­гәйне. Әсәһе, ҡәйнәһе, ағаһы, күршеһе, тағы әллә кемдәр... Ул тәү башлап кемгә шылты­ратырға белмәне. Башҡа ва­ҡытта яуап булмаһа сабыр ғына көткән туғандарының тиҫтә­ләрсә ҡат шылтыратыуы юҡҡа түгеллеген аңлағайны инде. Ҡурҡа-ҡурҡа әсәһенә шылтыратты.

– Ҡайҙа йөрөйһөң һин?! Ҡасандан бирле шылты­ратабыҙ...
– Нимә булды? Эштә инем.
– Кейәү дауаханаға эләкте. Машинаһын йүнәткәндә домкрат шылған да, өҫтөнә төш­кән. Әлдә генә күрше­ләрегеҙ тауышын ишетеп, шунда уҡ йүгереп ингән...
– Хәле нисек?
– Әллә инде... Улар әле дауаханала. Миңә ҡоҙағый шыл­ты­ратҡайны, балалар янына килдем. Табип, тик­шер­гәс Өфөгә ебәреүҙе хәл итәбеҙ, тигән. Һине таба алманыҡ бит. Үҙеңә лә, эшеңә лә шыл­ты­раттыҡ, секретарь ҡыҙ урынында юҡ, тип тик тора. Ҡайҙа икәнеңде әйтмәй. Ахырҙа Руслан барып килергә булды. Ысынлап та юҡһың. Үҙеңә бер-бер хәл булмаһын, тип ҡурҡа башлағайныҡ.
– Ярай, борсолма, хәҙер үк дауаханаға барам.
Әсәһенә борсолмаҫҡа ҡушһа ла, Ләйлә үҙе нимә эшләргә белмәй үрһәләнде. Маши­наһын тейешенән күпкә юға­ры тиҙлек менән дауаханаға ҡыуҙы. Башына килгән мең төрлө уйы тик насар күренештәрҙе генә һүрәтләне: Йәмил ауыр операцияны күтәрә алмай вафат булған, аяҡ-ҡулы имгәнеп, ғүмерлек­кә ғәрип булып ҡалған, дауаханаға килмәгән ҡатыны­на үпкәләп, һөй­ләшергә теләмәй... Ҡатын уларҙы башынан ҡыуырға теләһә лә, килеп сыҡманы. Ире өсөн борсолоуҙан, телефонды алмауына үкенеүҙән күҙ йәш­тәре туҡтауһыҙ аҡты ла аҡты. Дауаханаға барып ет­кән­се көн оҙоно ваҡыт үткән­дәй тойолдо. Ҡайҙа төбәп барырға белмәй ағаһына шылтыратты.
– Ҡоҙағый менән мин ауырыуҙар ҡабул иткән ерҙә. Тура беҙҙең янға кил. Кейәүгә операция яһайҙар, әлегә хәле билдәле түгел.
Башҡа ваҡытта тойғоларын белдереп бармаған, теләһә ниндәй ваҡытта ла һалҡын аҡыл менән эш иткән ҡатын был осраҡта үҙен үҙе тота алманы. Ағаһы менән ҡәйнә­һенең борсоулы йөҙөн күргәс, ҡабат иларға тотондо. Улары ла Ләйләне нимә тип йы­уатырға белмәне. Ҡәйнәһе уға үпкәләгәйне, баш ҡағып ҡына иҫәнләште лә, һөйләш­кеһе килмәгәнен белдереп, боролоп ултырҙы. Һүҙ юҡта һүҙ булһын, тигәндәй генә:
– Ҡайҙа йөрөнөң ул, көнө буйы шылтыратып эләгә алманыҡ, – тигән ағаһына:
– Телефонымды машинала онотҡанмын, – тип алдашты.
Шатлығы менән уртаҡ­лашыу урынһыҙ булыр ине. Хәйер, күңелендә шатлыҡтың бер генә осҡоно ла ҡалма­ғайны. Әлеге мәлдә ул Йәми­ле, уның һаулығы өсөн барлыҡ эштән, вазифанан баш тартырға әҙер ине. Коридор осонда таныш табипты күргәс, ҡатын ҡаршы йүгерҙе.
– Зөфәр Даянович, зинһар, ярҙам итегеҙ...
– Ләйлә ханым, ты­ныс­ла­нығыҙ, барыһы ла һәй­бәт. Сағыштырмаса һәй­бәт. Ҡур­ҡы­уыбыҙ бушҡа булған: умыртҡа һөйәге лә, яурын тирәһе лә зыян күр­мәгән. Һынған ҡабыр­ғалары ике урындан үпкәһенә зыян килтергән, шуға операция кәрәкте. Ул уңышлы үтте. ирегеҙ наркоздан айнымаған әле, йоҡлай. Иртәгә иртәнсәк янына инергә рөхсәт булыр. Бөгөнгә ҡайтығыҙ. Берәй нәмә кәрәкһә йәки ниндәйҙер үҙгәреш булһа, хәбәр итербеҙ.
...Ләйлә баш ҡалалағы проектты башлағансы, тип ял алды. Урынбаҫарына мөһим документтар һәм осрашыуҙар кәрәккәндә генә шылты­ратырға ҡушты ул. Йәмилдең хәле һәйбәтләнеүе күңеленә тыныслыҡ бирһә лә, көн­күреш уға ярайһы ғына һы­нау­ҙар әҙерләгәйне. Ҙур ойош­маһы, хеҙмәткәрҙәре менән еңел генә идара иткән, ыһ та итмәй айына йөҙәр мең һум килем алған ҡатын үҙенең ғаиләлә, ябай тормошта сүпкә лә тормағанын аңланы. Аталарын һағынып илаған балаларын нисек йыуатырға белмәне, улар, етмәһә, бешергән ризығын да оҡшатманы. Үҙе лә уларҙың йә туҡтауһыҙ мыжыуынан, йә тауышланып уйнауынан, ке­йендереү-йыуындырыу кеүек мәшәҡәтенән арыны. Һүрәт төшөрөү студияһына йөрөгән Таңһылыуына би­релгән өйгә эштәрҙе эшләргә ярҙам итә алманы, шулай уҡ балала­рының ниндәй ризыҡ ярат­ҡанын да белмәй булып сыҡты. Ике көн һайын йыуып, йыйып торһа ла йортоноң, ихатаһының ҡото киткәндәй тойолдо. Бәләкәсен балалар баҡсаһына урынлаштырыу өсөн медицина тикшеренеүе үтергә дауаханаға барғас, бөтөнләй оятҡа ҡалды: табип эшләнгән прививкалар, нин­дәй­ҙер ризыҡҡа йәки дарыуға аллергия булыуы тураһында һорай башлағас, нимә әйтергә белмәй ыҡ-мыҡ килде Ләйлә. Тегеһе уға аптырап ҡарап ҡуйҙы ла: “Була бит шундай әсәйҙәр, ә? Төҫкә-башҡа адекват кеүек, ә үҙе балаһын да ҡарамай...” – тине.
Үҙенең насар ҡатын ғына түгел, булдыҡһыҙ әсәй икәнен дә аңлау уны нисектер шаң­ҡытты. Етмәһә, шул көнө Йәмилдең хәлен белергә балаларын да эйәртеп бар­ғайны. Уларҙың аталарын ҡосаҡлап яратыуы, эргәһенән китмәүе лә күңелен әрнетеп ебәрҙе – улар бит бер ҡасан да әсәләренә ҡарата бындай хистәрен күрһәткәне юҡ. Эштән ҡайтҡанында үҙе бер арҡаларынан ҡағып, яратып ала ла, иртәнсәк сығып киткәнендә ҡосаҡлап үбә. Ә улар яғынан ҡосаҡлау, үбеү булғанмы – уйлап та ҡара­маған. Эш, аҡса, тип йөрөп, балаларына, иренә бөтөнләй ете-ят кешегә әйләнгән тү­гелме? Эйе, ул ирен өҙөлөп яратып кейәүгә сыҡты. Тик һуңғы арала унан бит үҙенә уңайлы кеше яһап алған.
Түгелеп илап ебәргән ҡа­тынына ҡарап, Йәмил дә аптыраны. Алдында ултырған балаларын һаҡ ҡына карауатына күсерҙе лә, Ләйләнең янына килде.
– Һиңә яңғыҙыңа ауырҙыр инде, аңлайым... Аҙ ғына түҙ инде, йәме? Өс-дүрт көндән сығарырға тейештәр.
– Миңә нимәһе ауыр булһын? Бында һиңә ауыр ул.
– Юҡсы. Бына бит, шәбәйеп киләм. Бер нисә ай һаҡланып ҡына йөрөһәм, элекке хәлемә ҡайтасаҡмын.
– Ауырыуыңды ғына әйт­мәйем мин. Нисәмә йыл буйы мине түҙеп йәшәп ятаһың. Ә бит һин булмаһаң, мин бөтөнләй юҡҡа сығыр инем.
– Ҡуй әле, Ләйлә, нимә һөй­ләй­һең ул? Һинме инде юҡҡа сыға торған кеше?
– Һин ошо бәләгә осра­ма­һаң, тормошомдоң, эшем­дең бер мәғәнәһе лә юҡ икәнлеген белмәҫ инем.
– Улай тимә, һин – беҙҙең донъя тотҡаһы. Эшләһәң, беҙҙең өсөн тырышыуың бит...
– Ярай, балалар, бәхәс­ләш­мәгеҙ, – ҡәйнәһе, күрәһең, палатаға шым ғына инеп, уларҙың һөйләшкәнен бер аҙ тыңлап торған. – Аллаһы Тәғәлә кешеләрҙе парлағанда, бер-береһенә тап-таман ғына итеп ҡуя, ти. Һеҙ ҙә силәгенә күрә ҡапҡасы кеүек кенә йәшәп ятаһығыҙ. Кеше алдында кәм-хур түгелһегеҙ, ә инде икәү үҙ-ара килешһәгеҙ, беҙҙең күңел тыныс. Ололарға күп кәрәкмәй ул, килгәндә яҡты йөҙөгөҙ булһа, кү­ңелебеҙ бөтөн. Бынан һуң да үҙегеҙгә нисек оҡшай, шулай йәшәгеҙ.
– Һаумы, әсәй. Мин дә шу­лай тием. Беләм бит, донъя­ла Ләйләнән дә һәйбәт ҡатын юҡ.
– Донъяны белмәйем, эҙләп ҡарағаным юҡ. Ә бына минең өсөн һинән дә һәйбәт ир юҡ. Донъя тотҡаһы һин ул, балалар өсөн өҙөлөп тораһың, йорт-ер имен. Тыныс күңел менән рәхәтләнеп эшләп тик йөрөгәнмен. Һигеҙ көн дауаханала ятаһың, ә минең донъя­­ның аҫты өҫкә әй­лән­де...
Ләйлә яҡшы аңлай: ул бер ваҡытта ла тыныс ҡына өйҙә ултыра алмаясаҡ. Әммә бынан һуң эш тип ғаиләһенә тейеш иғтибарҙы, ваҡытты ситкә ебәрмәйәсәк. Түңәрәк кенә матур донъяны теүәл итеп тотоу өсөн ир ҙә, ҡатын да тотҡа булырға тейеш...

Гөлнур ҠЫУАТОВА.

Автор: Гөлнур Ҡыуатова
Читайте нас