

“Мимоза” салаты
Был – ҡатлап яһалған классик салат. Мотлаҡ ингредиенттар – майлы балыҡ консерваһы (сәнске менән иҙергә), бешкән кишер (ҡырырға), һуған (ваҡлап турарға) һәм бешкән йомортҡа (ағын һарыһынан айырып, сәнске менән иҙергә.)
Салаттың һәр ҡатына майонез һыларға. Ә иң өҫкә йомортҡа һарыһын һибегеҙ: ул мимоза сәскәһен хәтерләтә. Йәшел тәмләткес үләндәр менән биҙәргә мөмкин. Мин тағы ла байрам табыны өсөн әҙерләгәндә, был салатҡа ҡырылған ҡаты йәки иретелгән сыр өҫтәйем. Һәм салатты төрлө йәнлек йәки сәскә формаһында эшләһәң, ул табынды биҙәп ултырасаҡ.
Ҡыҙҙырылған
тауыҡ бото
Бер әсе боросто оҙонсалап уртаға ярырға. Яртыһын орлоҡтарынан таҙартып, ваҡлап турарға. Икенсе яртыһын бөтәүләй ҡалдырырға. Туралған боросҡа ике балғалаҡ бал, бер балғалаҡ тоҙ, ярты лайм һуты һалып, яҡшылап бутарға.
Дүрт тауыҡ ботон йыуып, ҡоротоп, һәр береһен икешәр өлөшкә бүлергә. Уларға баллы ҡатнашманы һөртөп, берәй сөм һауытҡа һалырға, өҫтөнә ҡалған ҡатнашманы ҡойоп, һалҡынса урында 15 минут тирәһе ултыртып торорға.
Табаға фольга йәйеп, өҫтөнә махсус тимер рәшәткә ҡуйырға. Тауыҡ боттарын шул рәшәткәгә теҙеп, янына туралмаған борос яртыһын һәм дүрт өлөшкә теленгән ярты лаймды ҡуйырға. 210 градус эҫелектәге мейестә 25 минут тирәһе бешереп алырға. Ит киҫәктәрен бер тапҡыр аҫтын өҫкә әйләндереп һалырға онотмағыҙ.
Табынға итте бешкән ярма йәки йәшелсәләр менән бирергә мөмкин.
“Аҡлы-ҡаралы” желе
30 г желатинды 50 мл һалҡын һыуға һалып бутарға ла, бер аҙ бүрттергәс, микротулҡынлы мейескә ҡуйып, иретеп алырға. Һыуынғас, уға ике стакан ҡаймаҡ (20 процент ҡуйылыҡтағы), ике ҡалаҡ шәкәр оно (пудра), бер балғалаҡ лимон һуты һалып, яҡшылап болғатырға. Был массаны десерт һауыттарына (яҡынса 4 – 5 порция буласаҡ) яртылаш һалып, өҫтөн тигеҙләргә һәм ҡатҡансы һыуытҡыста тоторға.
25 г желатинды 50 мл һыуыҡ һыуға һалып бүрттерергә. Ике стакан һөткә ике ҡалаҡ шәкәр һалып, ҡайнатып сығарырға. Уға тағы ла дүрт ҡалаҡ какао өҫтәп, ҡайнатып сығарырға ла, уттан алырға. Желатинды ҡайнар һөт ҡатнашмаһына ҡушып, бутай-бутай һыуытырға һәм иләктән үткәрергә. Ул бер аҙ ҡуйыра башлағас, десерт һауытындағы ҡаймаҡлы ҡатнашма өҫтөнә ҡойорға. Ҡабат һыуытҡысҡа ултыртып, ҡатҡанын көтөргә.
Табынға биргәндә желе өҫтөн ҡырылған шоколад менән биҙәргә мөмкин.
Гөлнур ҠЫУАТОВА яҙып алды.