“Эх, Мостафам, Мостафам” ... – тип, доғаларын уҡып өшкөрҙө. Эҫкерт төбөнә аламаһын йәйеп, арыған аяҡтарын яҙырға, шунда сүгәләне. “Яҙмышҡайҙарығыҙ Хоҙай ҡулында шул... Ҡайҙарҙа ғына йөрөйһөгөҙҙөр, ниҙәр генә күрәһеләрегеҙ барҙыр...” – тип, һуғыштың тәүге көндәренән яуға оҙатҡан улы менән ирен юҡһынды. Әсә йөрәге улы менән иренең тере ҡайтырына өмөтләнә.
“Эх, атайым да, ағайым да ҡайтһа ине... Беҙ ошолайтып эҫкертте һаҡлап ятмаҫ инек...” – тине лә Мәрйәм камзул төбөнә иген ҡамылдарынан бөртөкләп бойҙай сүпләне. Кеҫәһенең төбөнән генә, бер ус. Анау яуыз сулаҡ ҡына эләктермәһен... Унда-бында иген урлап тотолоп, Белорет төрмәһенә ебәрелгәндәре ишетелеп ҡала. Шомло Уралтау ҡуйынында ҡасҡындар һуғыштан ҡасып йөрөй, тигән шөбһәләр ҙә ишетелә. Яҡтылыҡ күҙгә эленгәс тә, алан-йолан ҡаранып, Һаҡмар йылғаһынан түбәнгә ыңғайланылар. Алты мөйөшлө өйҙәрен атаһы Динислам төҙөгән, тик ҡапҡаһына өлгөрмәгән. Мәрйәм ҡара мунса артына сапты. Алама яулығының бер мөйөшөн йыртып, кеҫәһендәге бойҙайын шунда һалып бәйләне. Ҡара тупраҡты ситкә этәләп, алып ҡайтҡанын күмде, аяҡтары менән тигеҙләне.
Әсәһе эшкә киткәс, уға оҡшатып, шл ашлыҡты ағас килелә оҙаҡ ҡына төйҙө лә уттыҡтағы ҡаҙан аҫтына тапсыҡ яҡты. Уға һыу ҡойоп, һарыҡ майы төшөрөп, төйөлгән бойҙайҙы болғай-болғай тандырҙа ҡайнатты. Эх, тәмле лә һуң шыйыҡ өйрә!!! Эҫкерттәге ашлыҡты лобогрейкала әйләндереп ҡайтҡан әсәһе гекнә ҡыуанманы. “Уй, Аллаҡайым, ҡғайҙан алдың был нәмәне, ә?! Белеп ҡалмаһындар, бер ус бойҙай өсөн күпме ҡатындар төрмәлә? Аллам һаҡлаһын!” – тип уҡынып алды. Әҙләп кенә өйрәнән ауыҙ итте. Тәмле ине шул бойҙайҙан бешергән шыйыҡ өйрә! Өлкән ҡыҙы Мөбинәне эйәртеп, Белорет районы Ҡағыға күриндә ағас ҡырҡыу эшендә лә булдылар. Ул Ҡырҙас ауылына барып ҡайтҡас: “Күрәҙәсе әбейҙән бол һалдырттым. Ҡыҙҙарымдың яҙмышын яҡшыға юраны, ә бына малайҙарымдыҡын...” – тине күҙҙәре шәмәреп. “Ә бол һалыу нимәгә кәрәк? Күрәҙәсе?” – ун бер, ете, биш йәшлек хәлдән тайған балалар уны аңламай, сөнки бар уйҙары – йән аҫрамаҡҡа берәй нәмәне ҡабыу... Ситән буйында үҫкән йәшел төймәсектәр – бесәй икмәгенең берәүһен генә ҡапһаң да, тоноҡ күҙҙәре, йөҙҙәре асылып ҡала, аслыҡтан лепелдәгән йөрәккенәләре ял иткәндәй. Алай ҙа ғына бөҙрә йөнлө аө һарыҡтары бар. Бар байлыҡтары – һарыҡ тиреләре лә ярыҡтары тимер менән ҡоршалған сынаяҡтары. Күп кешеләрҙең һикеһендә лә – тире, тәҙрәләрендә лә – тирен пәрҙә. Йылына ике тапҡыр һалым йыйыусы килеп, ҡағыҙҙар ҡалдырып китә. Йыл да итенә, майына, йөнөнә, йомортҡаһына, тиреһенә тиклем һалым түләргә мәжбүрҙәр. Балаларының ауыҙҙарынан тартып түләтуән ҡағыҙҙары, әсәләренең күҙ йәштәренә һуғарылып, һарғайып кипкән. Ә һуғыш тигәндәре бөтөргә уйламай.
Ғәйшә апай элекке Һаҡмар башы ауылына оло Ҡыҙыл буйы Ахай ауылынан килен булып төшкән. Атаһы Батырша быйма баҫҡан, тире эшкәртеп итектәр ҙә теккән. Унан күрмәксе, ҡыҙы тирене әсетә лә, эшкәртеп, толобон тегә. “Ошо тирене таҙартһаң, атай һиңә һуғыштан аҡ ҡына ҡолонсаҡ алып ҡайта...” – тип әүрәтә Мәрйәм ҡустыһын. “Ур-ра! Мин ҡолонсаҡты егеп, Уралтауға менәм”, - ти уныһы. Атаһы яу яланына киткәндә сәңгелдәктә ятып ҡалған Мозафары кипкән тире ҡабығын һыҙырырға эшкинде.
Бол һалған күрәҙәсе яңылышмаған. Әле бына эштән ҡайтыуына Ҡырҙастан почта Насир Мостафанан хат ҡалдырып киткән. “Был хатты Силәбе өлкәһе Сыбаркүл ҡалаһындағы госпиталдән яҙам. Яраланғаныма егерме көн булды. Бер күҙемә, сикәмә снаряд ярсығы тейҙе. Ярам бик үк ауыр түгел, тиҙ арала арыуланырмын, минең өсөн хафаланмағыҙ. Бәлки, ярам йүнәлгәс, бер аҙ ваҡытҡа ҡайтып килергә рөхсәт булыр. Яҙмыш ҡушһа, шунда күрешербеҙ”, - тип яҙған ине улы.
Бер аҙҙан инде Мостафаның хәбәрһеҙ юғалыуы тураһында хат килде. Хәбәрһеҙ юғалғандар ғаиләһенә ярҙам ҡаралмаған. “Мостафам, аһ, Мостафам, балам...” – тип Ғәйшә апайҙың яҫтығына ятып үкһеүҙәре - ҡара ҡайғы йөрәктәрен өттө... Мәрйәмдең тиңдәштәренең күптәре районда асылған балалар йорттарына китте. Ғәйшә апай балаларына йоҡа табанлы булһа ла быйма баҫып кейҙерҙе, һарыҡ-кәзә малдарының ас эсәктәренә тиклем эҫе һыуҙа бешекләп, тоҙлап, киптерҙе, картуф ҡабыҡтарын сәсеп, картуфын, ҡыр йыуаларын, хатта эремсек-ҡоротона тиклем йомролап киптерҙе. Бөтмөр ҡатын алты балаһын да үҙе янында тотто.
Ауылда урам уртаһында ат һарайы бар. бағры йылғаһы буйында “Һәүәнәк” колхозы һыйырҙар көтә. Уның һөтөн-ҡаймағын көн дә район үҙәгенә тапшыралар. Бала-саға ҡышҡылыҡҡа шул малдарға бесән әҙерләй. Һәр саҡ ялан аяҡ йөрөп, табаны эрзин кеүек туҡылдап торған Әхмәтшәриф ат кәсилкәһендә тиҫтерҙәре менән төндәрен йылға буйында бесән саба. Көндөҙ ҡыҙҙар ат менән тырмата. Туғыҙ йәшлек Мәрйәм дә ҡалмай. Тәүҙә Әхмәтшәриф атты егеп бирә ине, тора-бара үҙе өйрәнде.
Сәкинә менән Мәрйәмде Белорет районы Ҡағы яғына ағас ҡырҡыу эштәренә ебәрҙеләр. Барактарҙа урын булмағас, ҡыҙҙарҙы урыҫтарға йәшәргә төшөрҙөләр.
Ҡарт бабай менән әбейҙең яңғыҙ һыйыры, ырҙыны бар. Кешенең күплеге... Күккә олғашҡан ҡарағайҙарҙы ҡул бысҡыһы менән бысалар, унан ботаҡтарын ботайҙар. Мәрйәм тиҫтерҙәре ботаҡтарҙы бер урынға ташып өйәләр ҙә үртәйҙәр. Эш өсөн берәр буханка арыш йәиһә һоло икмәге эләгә, төшкөлөккә һыу һалмаһы. Таң менән тороп, урыҫтарҙың һыйырын һауып, иҙәндәрен йыуырға өлгөргән ҡыҙҙарға ҡайтыуҙарына урыҫ мейесендә бер сөгөн боҫрап бешкән мундир картуф көтөп тора. Арманһыҙ булып ҡайтһалар ҙа, йәштәр уйынға сыға.
Ҡырҙастан бригадир икенсе партия балалар килтереп, Мәрйәмдәр менән килгәндәрҙе алып ҡайтты.
Ҡыш Мәрйәм әсәһенә эйәреп, кешеләргә мейестәрен дә сығарҙылар, толобон да тектеләр, мәктәпкә утынын дә хәстәрләнеләр... Ҡайһы берҙә әҙерәк бойҙай ҙа эләгә ине. Ата тоҙ, бойҙай тартҡан тирмәндең дыһыр-доһор Мәрйәмдең атаһынан да “хәбәрһеҙ юғалған” ҡағыҙы килде. Еңеү яҙын көткәндә ҡыҙҙар Ҡаран йылғаһы артындағы “сәсе ҡырып алынған” баҫыуға башаҡҡа йөрөргә булды. Мәрйәмдең сәстәре, әсәһенекенә оҡшап, Ҡаран күле ҡамышылай шыма, оҙон. Ғәйшә апай сәсен толомлап үрҙе лә башы артына уратып бәйләп ҡуйҙы. Мәрйәмгә тапҡан бойҙайын өйөлгән сәс толомо төбөнә бөртөкләп йәшерергә ҡушты. Ҡараңғылатып ҡыҙҙар баҫыуға сыҡты ла бөртөкләп сүпләй башланы. Таң һарыһы юғалғас та ҡайтыу юлына ашыҡтылар. Ҡаран йылғаһына килеп еттек тигәндә генә, аттың бышҡырғаны ишетелде... “Тпррр! Ану, ни эшләп йөрөйһөгөҙ, йолҡоштар! Тегендә Германды еңергә кәрәк! – сулаҡ бригадир атынан йәһәт кенә һикереп төштө лә, сыбыртҡыһын моронона терәп, йыйылған ғына бойҙайҙарын ергә түктерҙе. – Ә, һин, Динислам йолҡошо, ниңә ҡатп ҡалдың? Ҡайҙа урлағаның? Төрмәлә серетәм!” ҡыҙҙар шыңшып илашырға тотондо: “Әһә, башыңда нимә шылҡылдай? Тапмаҫ тиһеңме? Бушат сәсең араһындағы бойҙайҙы! Тегендә атайҙарығыҙ аслыҡтан ниместе еңә алмай! Бында балалары ҡотора!” Мәрйәм, оҙон сәс толомдарын һүтеп, бойҙайҙы бөртөкләп ергә ташланы...
Ниһайәт, көткән яҙ килде! Атайҙар, ағайҙар, олатайҙар ҡайта торҙо. Тик Ғәйшә апайҙың ишеген туҡылдатыусы булманы. Сәкинәнең дә атаһы яу яланында ятып ҡалды. Фашизм тигән мәкерле дошманды еңһәләр ҙә, тормош тиҙ арала еңеләймәне. Мәрйәм күрше ауылдағы Ҡырҙас мәктәбенә уҡырға төштө. Фронтовиктар ҡайтһа ла, күптәре ғәрип. Иген утарға, ураҡ урырға ла үҙҙәре йөрөйҙәр. Уҡытыусы апай ҡыҙҙарға алмашлап өйрә бешереп алып килергә ҡушты. Туғыҙ йәшендә бер ус бойҙайҙы ла аш итеп яраштырып өйрәнгән Мәрйәмгә өйрә бешереү, ыумас ыуыу ауыр булманы. Ғәҙәтенсә, апайҙары биргән бойҙайҙы елгәреп, ағас килелә оҙаҡ ҡына төйҙө. Ҡаҙан аҫтына тапсыҡ яғып, ҡайнар һыуға әҙләп төшөрөп, бер сәғәттәй тандырҙа ҡайнатҡас, тоҙлап киптереп ҡуйған һарыҡтың ас эсәген ҡырҡып өйрәгә ҡушты. Ураҡсылар Мәрйәмдең өйрәһен маҡтап туйманылар.
Һуғыш йылдарында ҡабынған мөхәббәт онотолманы: Мәрйәм менән Әхмәтшәриф ғаилә ҡорҙо. Бала саҡтары ауыр көрәш йылдарына тура килгән балалар тормоштоң ҡәҙерен белеп йәшәне, ең һыҙғанып эшләне, итәк тултырып балалар үҫтерҙе. Тик күптәре “Һуғыш балалары” миҙалын таға алмайынса фани донъяны ташлап китте. Уларҙың исемдәре “Тыл геройҙары” китабына инде.
З.Бәшәрова