Һыуғояр (21.01 – 19.02)
Был арала башығыҙҙа өмөтлө генә уй-фекерҙәр тыуып торор. Бәғзеләрен янығыҙҙағылар, бигерәк тә етәкселәр менән, уртаҡлашыу дөрөҫ булыр. Шуларҙың бер нисәһе мотлаҡ хуплау табыр.
Балыҡ (20.02 – 20.03)
Көндәр яҡшы килер. Эшегеҙҙе, ҡағыҙҙарығыҙҙы тәртипкә килтерергә форсат булыр. Йондоҙҙар кәрәкмәгән әйберҙәрҙән, иҫкергән кейемдән һис йәлләмәйенсә ҡотолорға ҡуша. Алыҫтан ыңғай хәбәр килер.
Ҡуҙы (21.03 – 20.04)
Ҡәҙимге осор. Шишәмбелә кемдер һеҙҙе алдарға маташыр. Кеше һүҙенә ышанмай, бөтә мәсьәләне төплө өйрәнегеҙ. Ғөмүмән, башҡалар менән уртаҡ тел табыу ҙа ауырлашыр.
Буға (21.04 – 21.05)
Аҙна тыныс һәм файҙалы үтер. Был арала үҙегеҙ өсөн ниндәйҙер мөһим мәсьәләне хәл итә алырһығыҙ, бәлки. Кемдер элекке бәйләнеште тергеҙер. Кесе йомала эске тауышығыҙ дөрөҫ юл күрһәтер.
Игеҙәктәр (22.05 – 21.06)
Икеле хәлдәрҙең ҡапыл күбәйеп китеүе ихтимал. Кемгәлер артыҡ ышаныусан булыуығыҙ ныҡ ҡамасаулар. Был яҡтан бигерәк тә шаршамбыла һаҡ булығыҙ. Ебәргән хаталарығыҙҙы бик оҙаҡ төҙәтергә тура килер.
Ҡыҫала (22.06 – 23.07)
Яҡшы осор. Шишәмбелә һирәк осрай торған бәхетле мәл кисерерһегеҙ. Оҙайлы ғына күтәренке кәйефтә йөрөрһөгөҙ. Кесе йомалағы икеле хәл мотлаҡ һеҙҙең файҙаға тамамланыр.
Арыҫлан (24.07 – 23.08)
Тура һүҙле булыуығыҙ һәр саҡ эштәрегеҙгә булышлыҡ итер. Был арала ҡыҙыҡлы фекерҙәштәрегеҙ ҙә күбәйер һымаҡ. Матди хәлегеҙ ыңғай яҡҡа үҙгәрер.
Ҡыҙ (24.09 – 23.09)
Аҙна бер аҙ көсөргәнешле башланыр. Кемдер күптәнге ваҡиғаларҙы иҫегеҙгә төшөрөр. Элекке үпкәләшеүҙәр ҙә үҙҙәрен белдерер. Араларҙы боҙмаҫ өсөн һеҙҙән түҙемлек талап ителә.
Үлсәү (24.09 – 23.10)
Был көндәрҙә дөрөҫ ҡарарҙарҙы ҡабул итеү еңел бирелмәҫ, һымаҡ. Шаршамбыла бөтөнләй яңылыш юлдан китеүегеҙ ҙә ихтимал. Хатағыҙҙы төҙәтеү күп көс-ваҡытығыҙҙы алыр. Өйҙәге мәшәҡәттәр ҙә һәр саҡ борсоп торор.
Саян (24.10 – 22.11)
Ыңғай яғы менән иҫтә ҡалырлыҡ осор. Бәғзеләрҙә ижади һәләт асылыр. Был ҡайһы бер хәлгә икенсерәк ҡарарға булышлыҡ итер. Шаршамбы бигерәк тә уңышлы үтер – ике-өс көнлөк эште башҡара алырһығыҙ.
Уҡсы (23.11 – 21.12)
Был арала алдығыҙҙа яңы мөмкинлектәр асылыр. Тик күптәр быны күрмәҫ тә кеүек. Элекке дошмандарығыҙ һеҙгә йылмая ла башлар хатта. Белегеҙ: был ваҡытлыса ғына булыр. Уйламаған яҡтан ярҙам килер.
ӨМӨТБАЙ.