--Уяндыңмы, ҡыҙым? Әйҙә, тор. Сәй эсәбеҙ. Әйҙә, —тип мине күтәреп үк алды. Ситкөйҙә урындыҡта әле генә иртәнге сәйҙе эсеп, таралып бөткән ғаиләнән һуң йыйып алынмаған ашьяулыҡ һәм һыуынып барған самауыр ултыра. Атайым күлдәк-ыштанымды кейҙерҙе, еңелдәтә әсәйемдең һуғылған сәсәкле шәлен ябындырып арҡама ҡайырып бәйләне лә сығып килергә ҡушты.Тышта яҙ башы. Зәңгәр күктә ҡояш апай көлә. Урамдарҙа йырғанаҡтар йырлаһа, һарайҙарҙа тауыҡтар кемүҙарҙан ҡытҡылдай ғына. Тауҙар яңы ғына ҡарҙан әрселгән, әле үлән ҡалҡмаған мәл. Йомошомдо бөтөрөп кире өйгә инеп килгәндә, солан ишегенең уң яҡ мөйөшөндә Гөлбоҫтан ҡартөләсәйемдең урамға сыҡҡанда таянып йөрөй торған таяғын күреп ҡалдым. Тотона торған ере бөгөлөп кенә тора шул. Кисә беҙгә килгән ине, ҡайтырға булғас, атайым:
--Өләсәй, әйҙә үҙем оҙатып ҡуям, ҡараңғы төштө бит, —тип оҙатып ҡуйғайны. Шуға ла таяғын бында онотоп ҡалдырған инде. Был беренсе тапҡыр түгел. Улар беҙгә ҡыя күрше торалар. Атайым, йә булмаһа әсәйем аҙаҡ беҙҙән илттереп ҡуя торғайны ул таяҡты. Таяҡты ҡулға алып ҡартөләсәйемде эләкләп солан буйлап бер ураным да ишекте шаҡыным. Әһә, өләсәйҙеке кеүек сәсәкле шәл бар, таяғым бар, үҙемсә атайымды ҡыҙыҡ итәйем әле, тип уйлап алдым. Атайым рөхсәт биреп ҡысҡырһа ла, ҡабаттан ныҡышыбыраҡ тағы берҙе шаҡыным.
--Әйҙә-әйҙә, инегеҙ!! Әллә аса алмай торағыҙмы?— тип, урындыҡтан төшкәнен һиҙеп, ишекте асып ебәрҙем дә, хәс Гөлбоҫтан өләсәй кеүек кәкерәйеп бер ҡул менән таяҡҡа таянып, икенсеһен билгә һалып туҡылдап килеп индем. Атайым мине күреп иҙән уртаһында туҡтап ҡалды.
--Һаумы, Ҡәбдерәйес улым!? Ни хәлдәрҙә йәшәп ятағыҙ?— тип, һалдырҙым тегенегә. Атайым да тиҙ генә ролгә инеп китте. Көлгөһө килһә лә, үҙен саҡ тыйып миңә яуап бирә:
---Ооооой, инәй, һаубыҙ-һаубыҙ!! Ни йомош менән йөрөйһөгөҙ?--Мына, һеҙҙең хәлегеҙҙе белергә килдем.— тим.
--Уууй, инәй, арып киткәнһеңдер инде, ҡайһы яҡтан килдең?
--Эйе, арыным шул. Икенсе ауылдан килдем, улым, —тим. Үҙем әсәйемдең әсәһе йәшәгән Шәрип ауылының исемен әйткем килә, үәт, иҫкә төшмәй ҙә ҡуя бит. Уның ҡарауы атайым һаман ныҡыша:
--Ҡайһы ауылдан килдең, инәй? —ти. Нимә тип яуап бирергә белмәй торғанды күреп үҙе ярҙамға килде:
--Ауылың ҡайһы яҡта? Ошо яҡтамы? — тип, һорап йылға ағымы ыңғайына,Һәйетҡол яғына күрһәтте. Мин:
-Юҡ,- тим.
-Әллә, был яҡтамы ауылың? — тип йылға ағымына ҡаршы Исхаҡ яғына күрһәтә.
--Юҡ. Әмәлгә ярағандай тәҙрә аша ауыл ситендәге Бәләкәй тау күҙгә салынды. Исемен белмәгәнмендер инде, шуға күрә ҡулымды һоноп шул тауҙарға күрһәттем дә:
--Анаааау, ятҡан һор тауҙарҙың артында минең ауылым, —тинем күҙҙәремде тупайтып. Атайым бик етди төҫ алып:
--Шулаймы ни? Унда бер үҙең йәшәйһеңме, инәй?--ти бит. Мин дә һис бирешмәйем:-
-Юҡ, бер үҙем түгел, апаң* бар, — тип яуап бирәм. Атайым мин күрмәгән арала һығылып көлә торғас ҡып-ҡыҙыл булып китә. Мин уны күрмәмешкә һалышам. Үҙем шундай итеп ролгә инеп киткәнмендер инде, һис көлкө килмәй. Ихлас башҡарам. Атайым шәлемде һалырға тәҡдим итте. Мин һалманым. Шәлде сисһәм өләсәйгә оҡшамаҫмын төҫлө тойолдо. Шул килеш йыуынып алынды. Һәм шул килеш, һәр кемебеҙ үҙенең ролендә һөйләшә-һөйләшә самауыр артында ҡапма-ҡаршы ултырып иртәнге сәй эсәбеҙ. Үҙемдең көн дә ултырған урынға, төпкә ултырмайым, аяҡты һалбыратып өлкәндәрсә урындыҡтың ситенә ултырҙым. Һор тау артындағы ауылдан йәйәү килгәнемде, арығанымды, унда бәләкәй генә өйөм бар икәнен, бәләкәй генә һыйырым, бәләкәй генә сипаратым, бәләкәй генә мейесем, бәләкәй генә........Өй эсендә нимә күҙгә күренә, барыһының да алдына "бәләкәй генә"не өҫтәйем дә теҙәм бит. Сөнки, күпме һораным атайымдан ҡапҡа эсенә үҙемә генә, бәләкәй генә итеп өй һалып бир тип, юҡ тыңламаны бит. Әйҙә, хәҙер белһен, минең бәләкәй генә өйөм бар икәнен йәнәһе. Сәй эсеп бөтөр саҡта атайым тағы бер һорауын бирҙе.
--Балаларың бармы, инәй?-
-Баааар!
--Нисәү?
--Икәү.
--Ҡыҙҙармы?
--Юуууҡ, малайҙар. Ике улым бар.
-Бәләкәй генәләрме? Уйлап алырға тура килде. Мин атайыма инәй булғас, минең улдарым бәләкәй генә булмай бит инде. Атайым һымағыраҡ булһа, уларҙың да бәпәйҙәре булырға тейеш була.
--Юҡ. Улар ҙур булып үҫеп бөттөләр.
--Һеҙҙең менән йәшәйҙәрме?-
-Юҡ. Кәләштәр алып икенсе ауылда йәшәйҙәр, —тинем. Атайым бик ҡәнәғәт йылмайып миңә оҙаҡ ҡарап ултырҙы.Ул арала әсәйем ҡайтып инде. Беҙ ролдәрҙән сыҡтыҡ. Артабан тормош үҙ йөҙөнә ҡайтты. Ҡайтһа ла, һор тау артындағы ауылдан килгән инәй булып ҡалдым мин өйҙәгеләр өсөн. Оҙаҡ ҡына онотмай көлөп йөрөнөләр. Шулай, атай, тип өндәшәһе килә атайымдың күҙҙәренә ҡарап бөгөн,
- Бына, һор тау артындағы инәйеңдең ысынлап та әлеге көндә ике улы бар. Күрәҙәлек иткән кеүек хатта тура килде бит. Ике улының хәҙер үҙҙәренең бәпәйҙәре бар.- тип әйтке килә. Ғүмеремдең ете генә йылын һинең менән бергә йәшәргә яҙҙы. Шул әҙ генә ваҡыт эсендә лә миңә биреп өлгөргән наҙың, һөйөүең тормоштоң бихисап ауырлығын еңеп сығырлыҡ көс биргән. Барыһы ла иҫтә, кисәге кеүек кенә иҫтә. Һинең үлемең минең ғүмеремде икегә: атайлы һәм атайһыҙ саҡҡа бүлһә, доньямды ла икегә бүлде: атайлы һәм атайһыҙ. Тышҡы доньям атайһыҙ булһа, эске доньям һәр саҡ атайлы булды. Минең эске доньямда һин мәңге тере булып ҡалдың.
* апа һүҙе менән Әбйәлилдәр диалектында атайыңдан оло ир кешеләргә өндәшәләр.