Бөтә яңылыҡтар
Махсус биттәр
22 Ғинуар , 05:59

"Йондоҙ"ло табынды Гөлшат ҒАЙСИНА әҙерләй!

Бөгөн үҙенең аш-һыу серҙәре менән Башҡортостандың халыҡ артисы, Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры актеры, йырсы Гөлшат ҒАЙСИНА уртаҡлаша.

Француз 
тарталеткалары
Бешеренә башларҙан  алда 145 г майҙы бер сәғәт самаһы бүлмә температураһында тоторға. Шулай уҡ бер йомортҡаның ағынан һарыһын айырып, бер аҙ ул­тыр­тырға. 200 г онға семтеп кенә тоҙ, бер балғалаҡ ҡамыр ҡабартҡыс, өс ҡалаҡ миндаль оно һалып бутарға ла, барыһын бергә май менән ыуырға.
Йомортҡа һарыһына өс ҡалаҡ шәкәр онтағы (пудра) һалып сәнске менән күпергәнсе туғырға. Яйлап ҡына йомортҡаның ағын өҫтәргә. 
Ике массаны ҡушып (онло һәм йомортҡалы), тиҙ генә ҡамыр баҫырға. Бешерер алдынан 1 – 2 сәғәт һыуытҡыста тотһаң, ул матур буласаҡ. Ҡамырҙы 12 өлөшкә бүлеп, йәйеп, махсус формала бешерергә.
Сәй табынына тарталеткалар эсенә күпертелгән һөт өҫтө (взбитые слив­ки), емеш-еләк һалып бирәләр.

Тултырылған карп
Тәүҙә эслек әҙерләп алырға кәрәк: ярты стакан ҡарабойҙай ярмаһын тоҙло һыуҙа бешерергә. Ике тоҙло ҡыярҙы туҡмас һымаҡ нәҙек итеп турарға. Ике баш һуғанды ярым­түңәрәкләп ҡырҡ­ҡылап, үҫемлек майында 3 – 4 минут ҡыҙҙырырға. Ҡыяр менән ҡарабойҙайҙы һәм 150 г ҡай­маҡ­ты бутай-бутай һуған менән бергә өс минут утта тоторға.
400 грамлы ике карп балығын таҙартып, йыуырға. Эсле-тышлы тоҙ­лап, борос һибергә. Эсенә ҡара­бойҙай ҡатнашмаһын тултырып, ситтәрен теш таҙартҡыс таяҡсалар менән ипләп кенә беркетергә. Ба­лыҡты сохарый онтағында әүәләп, майлы табаға урынлаштырырға һәм 190 градус ҡыҙыулыҡтағы мейестә 15 минут бешерергә. Балыҡтарҙың өҫ­төнә 50 г ҡаймаҡ һылап, тағы ла 10 – 15 минут мейестә тоторға.

Гөлнур ҠЫУАТОВА 
яҙып алды.

Читайте нас