Бөтә яңылыҡтар
Махсус биттәр
22 Ғинуар , 22:00

Селтәрбаш

... Һуғыш яланында инде сәпсим икенсе төрлө булды. Тәүҙә алыҫта ярылған туптарға улар вайымһыҙ ине, әйтерһең дә, ямғыр алдынан ер тетрәтеп, күк гөрһөлдәй. Самолеттар бөтөрҙө беҙҙе. Күҙ менән ҡаш араһында аяҙ күктә осҡан фашистарҙың тимер ҡоштары өҫтөбөҙгә бомба яуҙыра... Мәхшәр. Булған ғына әйберҙәребеҙҙе, йөк машиналарыбыҙҙы, ҡорал, аттарыбыҙ менән ҡуша көлөбөҙҙө күккә осора ине. Уларҙың ҡолаҡ тондороп геүләүенән, ерҙең гөрһөлдәүенән, ут ялҡынынан аттар диңгеҙ тулҡындарылай үрәпсеп өҫкә ынтыла, иһаһайлап кешнәй-кешнәй ҡайҙа барырға белмәй ярһып ергә тәкмәсләп аунайҙар ҙа, хужаларын эҙләп, аҡылдан шашҡан кеүек, ҡайҙа етте шунда сабалар. Налет бөтһә, мәйеттәр, аттар тәгәрәгән, ауыр йөк машиналар түңкәрелгән, танкыларҙың тәгәрмәстәре зыр әйләнә. Хатта ауыр артиллерия ла ҡыйраған. Ер шары күсенән ысҡынып туҡтап ҡалғандай, үҙеңдең тере икәнлегеңә ышанмай, семетеп ҡуяһың. Кусимовтың Ҡарлуғасын күҙҙән яҙҙырҙым бит. Ҡайынға теҙгененән бәйләп ҡуйғайным. Ярһыған ат нисек ысҡынғандыр, бер Хоҙайыма ғына мәғлүмдер. Блиндаждан Кусимов сыҡты. Шул саҡ, аяҙ көндө йәшен уйнап, күк гөрһөлдәнеме ни, аты янына сабып килде лә моронон ҡултығы аҫтына терәне...

Селтәрбаш
Селтәрбаш

Мәрфуға – буласаҡ журналист. Быйыл диплом алырға тора. Баш мөхәррир йәш хәбәрселәрҙе райондар буйлап йөрөргә, һуғыш ветерандары менән осрашырға ҡушты. Ҡайҙа барырға? Туҡта... Ауылында ла бар ине бит улар. Рәхимйән, Ғәлимйән, Йосоп, Муллайән, Шәйхетдин, Мәрүән, Мөхәмәт, Харис, Шәхислам, Селтәрбаш апа... Икәүһе – ағас аяҡ, ут күршеһе – сулаҡ, мал докторы – һуҡыр, сатан, “әсир”, “һалдат” ҡушаматлыһы, елғыуары, дезертиры ла... Яугирҙар ошо исемдәр менән бала саҡ хәтерендә уйылып ҡалған. Улар тураһында сурытып һөйләгән кеше лә булманы. Илебеҙҙе фашизм тырнағынан йолоп алып ҡалғандарын да мәктәпкә барғас ҡына ишетте. Көндәр буйы урам ҡыҙырып уйнап, эңерҙә генә өйөнә ҡайтып күренгән ауыл балаһына улар – ошо ауылдың ғәҙәти оло кешеләре. Утынға барғанда сапҡан ағасын йәшен атҡас, ҡолағы шаңғырып, һаңғырауланған Сәхәм, өйлөк ҡарағай әҙерләгәндә өҫтөнә ағас йығылып имгәнгәнме... Хәйер, ул кешенең исемен ҡартайып, хаҡлы ялға сыҡҡас ҡына белде, баҡтиһәң, ул – Шәйхилислам апа икән дә. Йылы йәй көндәрендә урамда ултырып гәп һатҡан әбей-һәбейҙәр ҙә телдәренә алманы. Селтәрбаш апа – уныһы айырым тарих.

Ҡулына йүгәнен тотоп сыҡҡан апаны бала-саға көтөп кенә тора. Көтөп тора тиһәм, яңылышыраҡ булыр, аңдыйҙар. Апа урам балаларына кәмит күрһәткән шутмы ни, ул күренеү менән көллөһө лә артынан эйәрә. Ана, Мөҙәрискә, төшөп барған ыштанын күтәрә-күтәрә, ялан аяҡ биш йәшлек ҡустыһына тиклем тәнтерәкләп эйәргән, ҡулдарын болғап маташа. “Ана, Селтәрбаш апа килә! Һаумы, Селтәрбаш апа!” Ә теге бәләкәс алдына сығып күрешергә лә тартынмай. Конюх апа уны күккә күтәреп сөйә. Уға шул ғына кәрәк, бармағы менән башына төртә лә, ауыҙы йырылып, бармағын ауыҙына ҡаба. Апа, ҡалын ҡаштарын өҫкә сөйөп, таҡыр итеп алынған башынан ҡара кейеҙ ҡалпағын күтәреп, эре тештәрен күрһәтеп, ихлас йылмая. Йылмайһа, көн дә яҡтырып, баш өҫтөндә ялтыраған ҡояш апай ҙа урамдағыларға ҡушылып ҡыуана төҫлө. “Ҡарағыҙ әле, ҡарағыҙ! Башын ямағандар! У-у-уй, берәү, икәү, өсәү, ..., егерме. Юҡ, ун биш?! Танауын ҡара, танауын, танауы ла тишек. Ҡолаҡтарын кем ҡырҡҡан”, - тип малайҙар, ошондай кәмселектәре булған берҙән-бер оло кешенән тартынмай, уға ишеттереп өндәшәләр. Бара биргәс, эркелешеп уң яғына сығалар. Сөнки танауының уң яғында борсаҡ дәүмәле тишеге уйылып тора. Йүгәнен тотоп, атына барған апа “ҡарап бөттөгөҙмө инде, күңелегеҙ булдымы?”, ҡалпағын тағы күтәреп, артына әйләнеп йылмайып малайҙарға күҙен ҡыҫа ла, баш кейемен кейә. Малайҙарҙан шунһыҙ ҡотола алмаясағын аңлай ул, уларға үпкәләмәй, асыуланмай, киреһенсә, йомшаҡ атлап, ат һарайына инә. Әйтерһең дә, апа бала-сағаны урамда цирк күрһәтеп әүрәткән шут! Ағаларына эйәргән Мәрфуға уның хатта, исемен дә белмәй.

Ана, шул Мәрфуғаның көнө бөгөн ошо ауылдаш апаһына төштө. Ҡушаматын белә, исеме?.. Бала йәнле, оло йөрәкле булған ауылдаш фронтовик! Буласаҡ журналистың аңы быға яңы төшөндө. Эй, һантый, бер ҡатлы бала саҡ! Исмаһам, берәүһе ут-һыуға ингән апаға улай тип өндәшмәгеҙ тип тыйһасы...

Ул, шәп-шәп атлап, ауылына киткән автобусҡа ашыҡты. Буласаҡ журналист иртәгәһенә яланда йәйрәп ултырған ауылы урамындағы бала сағы юлдары буйлап берҙән-бер һуғышсының өйөнә юл алды, сәүит осорондағы ат һарайы юҡ хәҙер. Ана, йондоҙло ҡапҡа. Ҡапҡаға үрелгәйне, һаҡҡолаҡ эт яр һалып, сит кешенең килгәнен белдереп, ләүкелдәне. Балитәкле ситса күлдәк өҫтөнән бишмәт кейгән инәй күренде. Этенә һуйылын күтәрҙе лә, ҡапҡаны асты. “Моғайын, бабайыма – Хажғәлегә килгәнһеңдер”, - тине лә өйөнә ыңғайланы. Тимәк, ветерандың исеме – Хажғәле. Исеме лә мәғәнәле – хажға барған Ғәле. “Ата-бабаларың йәйәүләп хажға барып өс йылдан ғына әйләнеп ҡайтҡандар, улар ҡайтҡансы әбейҙәре бабайға барып бөткәндәр”, - тиер ине Миңһылыу өләсәһе. Ул, уңайһыҙланып, түр яҡҡа үтте. Элекке, күңелсәк апанан елдәр иҫкән, йөҙө болоҡһоу, күккә олғашҡан кәүҙәһе сүккән, мөжөрәйгән, яурындары ла бөршәйгән, аҡыллы күҙҙәре генә элеккесә уйсан. Ул, ҡыҙҙы ҡайҙалыр сырамытҡандай, ялбыр ҡаштарын йыйырып, баштан аяҡ һөҙөп ҡарап, ҡалҡынып, башына биҙәкле түбәтәйен кейҙе лә кире алғас, Мәрфуға саҡҡа ҡысҡырып көлмәй ҡалды. Әбейе: “Әҙерәк ҡолаҡҡа ҡатыланды, ҡысҡырыңҡырап һораш”, - тине лә үҙе йомошона тышҡа йүнәлде. “Кемҡыҙы булаң? Ҡайҙалыр күргәндәй ҙә булам”, - тигәс тынысланғандай булды. “Ни йомош?” – тимәһә лә, берҙән-бер яугиргә хәбәрселәрҙең килгеләүен тойомларға була. Мәрфуға сумкаһынан диктофонын алыуы булды, әңгәмә үҙенән-үҙе башланды.

- Шул һуғыш осорон һорашырға йөрөйһөңдөр. Шайморатовты атлы дивизияһында һуғышҡайным шул. Бала сағымдан ат йәнле булдым. Атайым мәрхүм конюх. Көн дә таң менән йүгәнен тотоп, ат һарайына юлды тапайым. Бейәләр ҡолонлаһа, миңә байрам. Үҙемсә ҡолонсаҡтарын эйәләштерәм. Ҡулдарым менән ҡолаҡтарын, баштарынан, йомшаҡ ҡына морононан, йылы ғына кәүҙәһенән һыпырам, эләкһә, шаҡмаҡ шәкәр ҙә һоғондорам. Үҙемә лә һирәк эләккән татлы нәмәкәй уларға йәл түгел. Татлыны кем яратмаһын, мине көтөп кенә тора, йомшаҡ мороно менән мине төрткөсләй. Тик башҡорт тоҡомло аттар. Бейәләре һөтлө. Әсәйем мәрхүмә бейәләрен һауып, ҡымыҙын бешә, әлеге лә шул, мин араларында буталам, бешкәге менән бешеп тә булышам. Шуға ла ошондай алпамышалай кәүҙәле булғанмындыр, һаулығыма шөкөр, зарланмайым. Әсәйемдең башҡа балалары тормаған, шуға ла мине һылап-һыйпап ҡына тотҡандыр инде. Ул ваҡытта атҡа ымһынып, урлашып йөрөгәндәр булманы. Аттар дәүләттеке һаналды, һәр береһе хисапта. Айыу һуҡһа, бүре талаһа, ат ҡараусы яуап бирә. Атай мәрхүмгә ҡуша, ҡайыштан йүгән ишәм, эйәр-өпсөнмө, баш аттарға дөңгөр әтмәләйем, аттарҙы ауыҙлыҡлар өсөн ауыҙлыҡ, ҡамыт-ыңғырсаҡ, ҡыҫҡаһы, ат малы миңә иптәш тә, фронтташ та, ғүмер юлдашым да булды тиһәм, арттырмам. Инәйеңде лә һуғыштан ҡайтҡас, ҡырҡ бишкә етеп барғанда алдым. Шуға ла, ана, йүгереп йөрөй. Ҡырҡ беренсе йыл Ярман һуғыш асҡанда апаңа почти ҡырҡ тулғайны инде.

Ул арала, борҡолдап ҡайнаған самауырының ике ҡолағынан тотоп, әбейе күренде. “Әйҙә, өйгә тәүгә ингән ҡунаҡты хәбәрең менән йонсотма, сәй эсеп алайыҡ”, - тине лә түрҙәге өҫтәлгә тәм-томон теҙҙе.
- Ауылдарҙа һуғышҡа ала башланылар. Йәш тә апаруҡ. Һыбайлыларҙы фронтҡа йыялар тигән хәбәр таралды.
Еңел кәүҙәле өтөкәй әбейе уныһын-быныһынан ҡыҫтап сәйен яһай. Апа бер аҙ туҡтап, ҡыҫыҡ күҙҙәрен йомоңҡорап, ниҙер хәтеренә төшөрөп, бер аҙға тынып ҡалды. Сынаяғын түңкәреп, кире урынына ятты.

- Һуғыш башланған йылдың аҙағында унан-бынан Өфө яғына саҡыралар тип ишетелде. Миңә лә шул көҙҙә аттарым менән шунда барырға саҡырыу ҡағыҙы тотторҙолар. Өфө яғынан Дим тигән урынға йыйҙылар инде. Һуғыш уйын түгел, һин ҡайҙан тип тә һорамайҙар, бер ауыҙ урыҫса белмәгәндәр ҙә күп. Ағас ҡоралдар менән алышырға өйрәтәләр, көн дә күнекмәләр яһайбыҙ. Шайморатов аттарға ла мотлаҡ күнекмәләр өйрәтергә ҡушты. Мин бала саҡтан ат ҡоло, малҡайҙарҙы һис сыбыртҡы шартылдатып, уларҙы бәйләп, туҡмап өйрәтмәнем. Һуғыу түгел, сыбыртҡымды күтәргәнем булманы. Мәхлүк йәндәр, күҙҙәрен мөлдөрәтеп, тертелдәмәй, миңә эйәләшергә генә тора. Аттарым миңә тоғро хеҙмәт иткән һалдаттармы ни, ни ҡушам, шуны теүәл үтәйҙәр. Тубыҡланырға ҡушһам, йәиһә тубығына төртһәм – шул күнекмәне мотлаҡ башҡаралар. Ялына тотонһам, алғы боттарын күтәрәләр, һуғышсыға шул ғына кәрәк тә инде, һә тигәнсе атҡа атланаһың. Ниндәй кормды күпме ашатырға, ауыҙҙары күпергәнсе сабып ҡайтҡас, янмаһын өсөн нисек тәрбиәләргә, дағаларға, сысҡансыҡ булһа, ҡолағын ҡырҡырғамы – был өлкәлә апаң яҡшы белгес. Ну, Шайморатов аҙна һайын йөрөп, аттарҙың таҙалығын тикшерә ине. Ап-аҡ ҡына ҡулъяулығы менән атты һөртә лә эҙе ҡалһа, кире таҙарттыра. Минеке инде, ана торалар, атҡайҙарымдың өҫ-башына саң ҡундырмайым.

Һуғыш яланында инде сәпсим икенсе төрлө булды. Тәүҙә алыҫта ярылған туптарға улар вайымһыҙ ине, әйтерһең дә, ямғыр алдынан ер тетрәтеп, күк гөрһөлдәй. Самолеттар бөтөрҙө беҙҙе. Күҙ менән ҡаш араһында аяҙ күктә осҡан фашистарҙың тимер ҡоштары өҫтөбөҙгә бомба яуҙыра... Мәхшәр. Булған ғына әйберҙәребеҙҙе, йөк машиналарыбыҙҙы, ҡорал, аттарыбыҙ менән ҡуша көлөбөҙҙө күккә осора ине. Уларҙың ҡолаҡ тондороп геүләүенән, ерҙең гөрһөлдәүенән, ут ялҡынынан аттар диңгеҙ тулҡындарылай үрәпсеп өҫкә ынтыла, иһаһайлап кешнәй-кешнәй ҡайҙа барырға белмәй ярһып ергә тәкмәсләп аунайҙар ҙа, хужаларын эҙләп, аҡылдан шашҡан кеүек, ҡайҙа етте шунда сабалар. Налет бөтһә, мәйеттәр, аттар тәгәрәгән, ауыр йөк машиналар түңкәрелгән, танкыларҙың тәгәрмәстәре зыр әйләнә. Хатта ауыр артиллерия ла ҡыйраған. Ер шары күсенән ысҡынып туҡтап ҡалғандай, үҙеңдең тере икәнлегеңә ышанмай, семетеп ҡуяһың. Кусимовтың Ҡарлуғасын күҙҙән яҙҙырҙым бит. Ҡайынға теҙгененән бәйләп ҡуйғайным. Ярһыған ат нисек ысҡынғандыр, бер Хоҙайыма ғына мәғлүмдер. Блиндаждан Кусимов сыҡты. Шул саҡ, аяҙ көндө йәшен уйнап, күк гөрһөлдәнеме ни, аты янына сабып килде лә моронон ҡултығы аҫтына терәне. Мин, коновод, ни эшләргә белмәй, ҡыуанысымдан улар янына ашыҡтым.Ҡарлуғастың күҙҙәренән эре йәш тамсылары хужаһының итектәренә тама ине. Мин дә сыҙамай уларҙы ҡосаҡлап алдым да өсәүләшеп илашабыҙ, өҙөлгән теҙгенен ялғаныҡ, һыртындағы тупрағын, бер яҡҡа ҡыйшайған эйәрен төҙәтәбеҙ. Дер-дер ҡалтыраған аттың муйынынан һыйпайбыҙ, әммә ул тиҙ генә тыныслана алмай, ҡолаҡтарын торғоҙоп, ул-был яҡҡа башын борғолай. Фашизмдың яуызлығына, ҡанһыҙлығына шаһит булған Ҡарлуғастың ыңғырашып, ытырғанып, яҡлаусы, һаҡлаусы эҙләп, Шайморатов һалдаттарынан ярҙам һорап, ҡуйынына һыйынған саҡтары йыш булды, - ауыр хәтирәләрҙән апа башын диван яғына терәп, күҙҙәрен йомоп, тынып ҡалды. – Минең кеүек әҙме-күпме донъя күргән, урта йәштәгеләр ҡырылһа ярар ҙа. Аттар менән мыйыҡтары яңы беленә башлаған егеттәр, йәш кенә санитаркалар һуғыш барған ергә һибелер ине...
Тынлыҡ. Тәҙрә төбөндә ҡайҙалыр мөйөш табып, йәшенеп ҡалған себен генә безелдәгән тауыш сығарып, унда-бында һуғылып ни эшләрен белә алмай ҡаңғыра. Инәй, бөгөнгә етте тигәнде аңлатып, фронтовиктың башына төртөп ишараланы. Тимәк, апаның башындағы яралары ҡуҙғалып, яу хәтирәләре йөрәген әрнетә. Мәрфуға диктофонын һүндереп, ишеккә атланы.
...Мәрфуға, салт аяҙ көн тыуғанға ҡыуанып, һөйләшеп бөтмәгән хәтирәләрҙе ялғарға юлланды. Ул барып ингәндә, ололар тирләп-бешеп сәй эсә инеләр. Кәйефтәре күтәренке, йөҙҙәре лә май ҡояшылай асылған. Уны ла төшкө сәйгә саҡырҙылар. Апа, сынаяғын түңкәреп, бата уҡыны ла, ҡулъяулығы менән йөҙөн һөрткөләне. “Һабантуйға Кусимов килһә, әллә ҡайҙан бабайымды танып, үҙенең янына ултыртты. Икәүләшеп таңға тиклем һөйләшәләр, илашалар”, - тип, әңгәмәгә ҡушылды әбейе. “Ул ауан, хәйләләшә лә белмәй, асыҡ кеше. Эсендәге тышында тиҙәр ундайҙар турында. Урыҫ командирҙарҙы ла ҡайһы саҡта һанға һуҡмай, дошманға айғырҙай ташланып, барыбер еңер ине. Ысын башҡорт инде. Беҙҙең ҡандалыр ул еңелмәҫ рух, көс-ҡеүәт. Анау һынлы кәүҙәһе менән ниместәрҙе алҡымынан бөрә тотоп, күтәреп һуғыуы ике тин бер аҡса ине. Бигерәк кенә итектәрен ялтыратып, үҙҙәрен еңелмәҫ халыҡ күреп, ерҙе дер һелкетеп, һыҙғырышып килеп баҫтылар бит. Барыбер еңдек тегеләрҙе, фашистарҙы. Үлһәк үлдек, тәгәрәнек, барыбер еңдек...”
Ауылдаш апа сынаяғын түңкәреп, ситкә ҡуйҙы ла урынына тәгәрәне.
- Бабай, туғыҙ ай госпиталдә ятҡаныңды һөйлә, - тип әбейе башы аҫтындағы мендәрен ҡабартҡылап һалды.
- Дошмандың өңөнә етеп барабыҙ. Еңелгәнен һиҙһә лә, һаман ҡырталаша, һаман еңешә бит, ҡәһәр һуҡҡыр. Днепр йылғаһының ҡаршы яғына урынлашып алғандар ҙа, үҙҙәре иленә юлды быуалар. Көнө-төнө прожекторҙары йылғаны ҡапшап, яҡтырта. Ҡола яланда ниндәй ағас таҡта булһын, ишектәрҙән һал ҡорап, ҡараңғы төндә бисмиллалап ҡуҙғалдыҡ. Йылғаның уртаһына барып еткәйнек, һиҙеп ҡалдылар бит. Утлы өйөрмәнән күптәребеҙ һыу төбөнә китте. Йөҙә белгәндәребеҙ йөҙөп, теге ярға сыҡтыҡ. Күк бүреһе олоймо ни, дошман утынан тирә-яҡ геү килә. Алыш башланды. Ҡапыл башымды ташҡа һуҡтыммы ни, күҙ алдымда осҡондар сәсрәне, ҡалғанын иҫләмәйем.
- Туғыҙ ай госпиталдә ятҡан. Башы ҡырҡ урындан ямалған, танау тишек. Сәсен үҙем алам, кеше ҡурҡа, - тине әбейе кеткелдәп. Хажғәле һуғышсы әбейенең һүҙен йөпләп, “Селтәрбаш апағыҙ шулай ул” тигәндәй, түбәтәйен сисеп кире кейҙе.
Ҡаһарман һуғышсы апа тураһында мәҡәлә үҙәк гәзит битен биҙәне.

Зөһрә Бәшәрова

Автор: Рөстәм Илтенбаев
Читайте нас