Әле көндәр ҡыҙыу тора. Әй буйында 14-15 йәшлек үҫмерҙәрҙән алып 4-5 йәшлектәренә тиклем шунда ҡайнаша. Шашып ҡыуаныу, йәш, дәртле тәндәрҙең өҙлөкһөҙ хәрәкәттән ләззәт алыуы һуңғы нөктәһенә еткән. Ҡояшлы көн менән бергә тирә-яҡ тәбиғәт был ҡыуанысҡа ҡушыла һымаҡ. Йәй башында мул яуған ямғырҙарҙан күпереп үҫкән үлән, аръяҡтағы суҡ-суҡ талдар йәмде арттыра, йәшәйешкә күркәмлек өҫтәй.
Тик бер йән эйәһе генә был дөйөм шатлыҡҡа, йәшәү тантанаһына ҡушылып китә алмай. Инвалид коляскаһында ултырған ун дүрт йәштәр тирәһендәге ҡыҙ бала ул. Әле күпмелер ваҡытҡа үҙенең зәғифлеген, аяҡтарының мәҙәтһеҙлеген онотоп торған. Бар булмышы менән һыу инеүселәр араһында. Әйтерһең, рәхәт һалҡынса һыу уның да тәнен солғай, ул да етеҙ аяҡтары менән йүгерә, һикерә, күҙ ҙә йоммай тәрән сөңгөлгә сума ла, йәнә «пылт» итеп ҡалҡып сыға. Тик ниңә эҫе ҡояш уның түбәһен өтөп алып бара, хатта һыу ярҙам итә алмай. Юҡ, ул һыу эсендә түгел шул, был бары татлы хыял ғына. Ул һаман ялҡытып бөткән коляскаһында, эҫелектән һаҡлаған ҡулсатыры онотолоуҙан бер яҡҡа ҡыйшайып төшкән.
Ҡыҙ, иҫенә килеп, сатырын рәтләне, көсөргәнеүҙән тәненә тир бәреп сыҡты. Хыял ғына шул уның һыу инеүе. Ғөмүмән, һыу ингәне бармы уның? Бар, буғай. Ул саҡта бик бәләкәй ине, атаһы ла иҫән-һау ине. Ҡыҙын, сумдырып уйнатып, үҙе һыу индерә ине. Ҡыҙ көрһөндө. Күҙҙәре күмәктәр араһынан берәүҙе айырып эҙләне. Әллә ҡайтып киткәнме, күренмәй ҙә баһа? Юҡ, бында икән. Уның үҫмерҙәргә хас ҡаҡса, ләкин ныҡлы һыны яр аҫтынан күтәрелә, матур оҙон аяҡтары еңел атлап текә ергә менеп баҫа. Ҡыҙ һоҡланыулы ҡараштарын уның көслө аяҡтарынан айыра алмай. Аһ, аяҡ, аяҡтар! Уның да шулай еңел, һығылмалы итеп атлағыһы килмәйме ни? Юҡ шул, юҡ. Ул йәнһеҙ булып ҡалған аяҡтарына ҡарап алды ла күҙәтеүен дауам итте.
«Аполлон» (ҡыҙ үҙе күҙәткән егетте шулай атаны) йәнә бала-сағаға ҡарап ала, «бына шулай һикерегеҙ» тигән төҫлө ҡарайып-йәшелләнеп ятҡан төпһөҙлөккә тағы сума. Бер генә мәлгә барыһы ла тынып ҡала. Коляска эйәһе тынысһыҙлана башлай: «Ниңә һаман сыҡмай, әллә берәй хәл булдымы?» Ана, сумған еренән шаҡтай ары һыуҙан башы ҡалҡты. Ҡыҙыҡай еңел һулап ебәрҙе. Ыбыр-сыбыр шатланып һикергеләне, үҙҙәре лә Инсафты ҡабатларға тырышып тәпәшәктән суп-суп һыуға һикерә башланы.
– Әй, ваҡ-төйәк, ҡарағыҙ уны, батып ҡуймағыҙ, – үҫмерҙең бойороусан тауышы яңғыраны. Бына ул ҡояшҡа ҡарап алды. – Төш күптән еткән бит, ҡайтырға ваҡыт, – тине лә көн ҡарайтҡан тәнендә ялтыраған көмөш тамсыларҙы таҫтамал менән һөртә башланы.
Унан күрмәксе бүтәндәр ҙә йыйына. Уларҙың эҫтәрендә бүреләр олоғаны иҫтәренә төштө, тиҙ-тиҙ кейенеп тарала башланылар. Күгәргән ирендәр, өшөп ҡалтыранған тәндәр йылы һорай.
Тиҙ арала һыу буйы тынып ҡалды. Зәғиф ҡыҙ бер үҙе ултырып ҡалды. Уны килтереп киткән өләсәһе һаман бөтмәҫ-төкәнмәҫ эштәре менән мәж киләлер. Исеме лә егәрле Мәймүнә бит. Ҡайтырға асфальт юл юҡ, был ҡала түгел.
Ҡуйы болон үләне яр буйын, унан ары уйһыулыҡты баҫып алған. Бер нисә төркөм ҡаҙ ҙа ем ашарға ҡайтыу яғына ыңғайланы. Көсһөҙлөктән, ғәрлектән ҡыҙҙың күҙ йәштәре йылға булып ағып та китте. Тағы ҡасанға тиклем асығып, сарсап ултырыр икән? Өләсәһе бөтөнләй үк онотоп ҡуйһа? Әкренләп тырышып ҡарарғамы әллә? Башҡаларҙан айырмалы, икенсе яҡҡараҡ юл алған Инсаф ҡапыл артҡа боролоп ҡараны ла, йүгереп кире килде, күҙҙәренән йәлләү сатҡылары һирпелде.
– Ниңә өндәшмәй тороп ҡалдың? – тине ул ҡырыҫ ҡына, ҡыҙҙың күҙ йәштәрен ипһеҙ генә итеп һөртөп алды. Яп-ят ҡыҙға ҡағыла алыуына үҙе лә аптыраны. Үҫмер егеттең бәләкәс кенә балаға ҡараған кеүек ҡарауы ҡыҙыҡайҙы ғәрләндерҙе.
– Исемең кем?
– Камилә тип ҡушһалар ҙа һис камил түгелмен.
– Оһо! Башҡортса бик һәйбәт беләһең икән. Мин Инсаф булам.
– Исемеңде беләм. Башҡортса атайым өйрәткәйне. Шунан өләсәй, атайым яғынан.
– Ниңә «өйрәткәйне» тиһең? – Егет үлән шыйығыраҡ ерҙе эҙләй-эҙләй колясканы этте.
– Атайым юҡ хәҙер. Юл һәләкәтендә харап булды. Шул ваҡиғанан һуң мин аяҡһыҙ.
Егет төпсөнөүен дауам итте, әйтерһең, табип.
– Шунан имгәнеп ҡалдыңмы?
– Юҡ, бер ерем дә һынмаған. Стресс аяҡтан яҙҙырған.
– Һин өмөтһөҙ түгел бит, улай булғас.
– Эй-й-й! Кем генә ҡараманы, – үҫмер ҡыҙҙың йөҙө оло кешеләрҙеке һымаҡ артыҡ етди ҡиәфәттә ине. Әйтерһең, бәләкәй генә ҡарсыҡ. – Табиптарҙан ярҙам булмағас, төрлө имсе әбейҙәргә лә йөрөтөп ҡаранылар.
Шулай һөйләшә-һөйләшә, Мәймүнә әбейҙең йортона килеп еттеләр. Шул саҡ ҡапҡа асылып, унан атылып тигәндәй, еңел кәүҙәле әбей килеп сыҡты.
– Эй Илаһым, онота яҙғанмын. Эш шул, эш. Һис бушап булмай. Ҡара һин уны, минең ҡыҙым да егет ҡаратып алған, зәғиф тимәҫһең.
Өләсәһенең ҡайһы ваҡыт шулай, ауыҙы һөйләгәнен ҡолағы ишетмәй, кеше күңелен уйлап тормай, башына килгәнде әйтә лә ҡуя. Шуға ла уны «орҙом-бәрҙем» тип тә йөрөтәләр. Камиләнең ҡаҡса йөҙө мәк төҫөнә инде, егет кеше лә, аптырауҙан аяғын алмаш-тилмәш баҫҡылап тора бирҙе лә, хушлашып, китеү яғын ҡараны. Әбей кеше, иҫенә килеп:
– Рәхмәт, улым, – тип әйтергә өлгөрҙө.
– Йә, арыу булды әле, үҙем йөрөгәнсе. Былай ҙа өлгөрөп булмай. Ямғырҙан һуң ҡый үләне ҡоторҙо. Йә һин эшкинмәйһең, исмаһам! – Һүҙен үлсәп Һөйләй белмәгән ҡарсыҡ, һәр әйткәне ейәнсәренең йөрәгенә уҡ булып ҡаҙалыуын уйлап та бирмәй, үҙенекен сурыта. Колясканы, елтерәтеп тигәндәй, ихатаға алып инеп китте. Күтәрмәгә яйлаштырылған таҡта өҫтөнән өйгә кертеп үк ҡуйҙы.
– Йә, бөгөнгә етерлек йөрөнөң инде. Асыҡҡанһыңдыр.
Аш һалынған тәрилкәне өҫтәлгә ҡуйғас, үҙе шунда торған диванға ыңғайланы.
– Көн үҙәгендә ял итеп алайым, булмаһа. Тандан бирле аяҡ өҫтөмөн бит, – тип һөйләнә-һөйләнә, ятыу менән пуфылдап йоҡлап та китте.
Өләсәһе, ысынлап та, ныҡ арыйҙыр. Көнө буйы тик тормай. Һатҡы ҡалаһында йәшәгән бер коммерсантҡа экологик таҙа йәшелсәләр үҫтерә. Оломон тип тормай, пенсияһына өҫтәп килем алырға тырыша. Йәшелсәһе уңмай ҡалғаны юҡ. Шытҡан һәр бер ҡыйҙы сүпләп кенә тора. Ауыл һыйырҙары төшөрөп киткән «ҡоймаҡтарҙы» йыя, мейес көлө лә ҡалмай. Ҡалалағылар әйтмешләй, «органика» менән ерҙе ашлай. Уйламаған ерҙән ҡыҙы инвалид ейәнсәрен килтереп ташлауы ҡарсыҡтың бәкәленә һуҡты. Бынан алдағы йәйҙәрҙә ҡыҙыҡай гел ҡоҙа-ҡоҙағыйҙар яғына ҡайтарыла ине.
Камиләгә бик бәләкәй генә йәштән ҡот осҡос фажиғә күрергә яҙҙы. Уны ултыртып ауылына ҡайтып барғанда кейәүе юл фажиғәһенә юлыҡты. Атаһының вафатын үҙ күҙҙәре менән күргән сабый аяҡтан яҙҙы ла ҡуйҙы. Мәймүнә әбейҙең моңло тауышлы артистка ҡыҙы был ваҡытта гастролдә йөрөй ине. Йәй һайын шулай алыҫ-алыҫ ерҙәргә сығып китәләр, ҡыҙ бала гел атаһы менән тиерлек. Сабыйға атайҙан да яҡын кеше юҡ ине.
Артистка ҡатын иренең үлемен үҙенсә кисерҙе. Быны иң беренсе уның карьераһына һуға торған фажиғә һымаҡ ҡабул итте. Хәҙер инде бигерәк тә эшеңде ташлап ҡуйырға ярамай, ышаныс үҙенә генә ҡалды. Ҡыҙын инвалид балалар интернатында уҡытһа ла, йәйге каникулда алып ҡайтырға кәрәк. Тәүҙә Камиләне тик иренең ата-әсәһе ҡараны. Артистка Әлфиә ханым, үҙенең әсәһенең холҡон белгәнгә, уға хөрмәт менән ҡарамай ине. Ә ҡәйнәһе, улының фажиғәһенән һуң оҙаҡ мандый алмай, быйыл үҙе гүр эйәһе булып ҡуйҙы. Ҡарсығының вафатынан һуң Вәли олатай ҙа бөгөлөп төштө. Бына шул сәбәптәр менән Камилә бында ҡайтты. Әлфиә әсәһенең ҡатылығын татып үҫкән, тик башҡаса юл юҡ.
Ҡыҙы, атаһына оҡшап, бик нескә йөрәкле бала, хәҙер бигерәк тә күңеле яралы, тотош ҡан һарҡырағандай. Артабанғы тормошо нисек булыр уның? Әлфиә лә иркә булып үҫмәне, сәнғәт донъяһына ла, сәхнәгә лә үҙ көсө, тырышлығы, һәләте менән юл ярҙы. Үҙе әйтмешләй, «ебек ҡыҙыҡайҙар» заманы түгел хәҙер.
Инсаф иһә үҙ уйҙарына сумып ҡайтып бара. Был тиклем дә тәрән кисерештәргә батҡаны юҡ ине: йәшел күҙле, аҡһыл йөҙлө зәғиф ҡыҙ тиҙ үк арала уйға һалды. Уларҙың ғаиләһе район үҙәгендә йәшәй. Атаһы ашығыс ярҙам машинаһын йөрөтә, әсәһе – шәфҡәт туташы. Ҡыҫҡаһы, ғаиләлә кеше һаулығына ҡағылышлы һөйләшеү йыш ҡына була. Инсаф, бәләкәй саҡтан, йәй булһа, өләсәһенә китә. Шуға өйрәнгән: унда йылға, тәбиғәт, өләсәһе бик яғымлы йомшаҡ кеше. Ләкин олоғая килә уның һаулығы ныҡ ҡаҡшаны, аяҡтары бик насар йөрөй. Табиптар артроз тиҙәр, йәғни быуын кимерсәктәре туҙған. Шулай ҙа йорт эштәрен үҙе алып бара, аш-һыуын йүнәтә, өҫ-башын да йыуа. Бына, һыу килтереп мунса яғыу, иҙән йыуыуҙы булдыра алмай инде. Аҙ-маҙ йәшелсәһе лә кәрәк. Был эштәрҙе ейәне башҡара. Эш араһында ваҡыты ла күп: һыу инә, тәбиғәт гиҙә. Ғөмүмән, тәбиғәтһеҙ йәшәүҙе күҙ алдына ла киптермәй. Инсафтың әсәһе өләсәйҙәрен үҙҙәренә йәшәргә саҡырһа ла ул бармай.
– Һеҙҙә, күҙле бүкән булып, ни эшләп ултырайым? – ти ҙә ҡуя. – Бында ни эшләһәм дә үҙ донъям, үҙ йортом.
Инсаф өләсәһен йәлләй. Интернетта артрозға ҡағылышлы мәғлүмәт эҙләй башланы. Өләсәһенең ауырыуы һауыҡмай торған бер яман сир икән, гел артҡа китеш. Бөтөнләй хәрәкәтһеҙ ҡалыуы мөмкин. Ҡиммәтле дарыуҙар торғаны бер алдаҡ ҡына.
Шулай эҙләнә торғас, Инсаф Бубновский тигән профессорҙың дауалау ысулына юлыҡты. Был тренажёр залында ауыртҡан ҡул-аяҡтарҙы йөк тарта торған күнекмәләр ярҙамында дауалау. Ауыртҡан ағзаларҙың мускулдарының, һеңерҙәренең көстәрен арттырыу. Һөйәктәр яңынан үҫмәһә лә, көслө мускулдар кешене хәрәкәтләндереүен дауам итә. Инсафтың өләсәһе бер нисек тә тренажёр залына йөрөй алмай инде. Ауыл ерендә был мөмкин түгел. Ейәненең һүҙен тыңлап гимнастика менән шөғөлләнә башланы. Тәүҙәрәк: «Етмешкә еткән өләсәйеңде бөгөлдөрөп-һығылдырыуҙан фәтүә булмаҫ», – тип башлаһа ла, ике аҙна тирәһе үткәс, бер аҙ һөҙөмтә күренә башланы. – Ҡара һин уны, бала-саға уйыны тип кенә башлағайным, – тип ҡыуанды өләсәһе. – Ҡан баҫымы кәмене, яҡшы ғына йоҡлай башланым. Аяҡ ауырта инде, барыбер күберәк йөрөй алам. Хатта бөгөн иртән түтәл утап ташланым.
– Өләсәй, гимнастика һинең көсөңдө арттыра, мускулдарыңды нығыта, – үҫмер күренгән һөҙөмтәгә ныҡ шатланып йөрөй.
Ейәненең күңелен күрәм тип кенә башлағайны. Инәй әҙ генә уңышҡа ла шатлана. Уның һис кенә кеше көнлө булып йәшәгеһе килмәй. Бөгөн иртәнге сәйҙе эскәндә Инсаф өләсәһенә яңылыҡ еткерҙе:
– Мәймүнә инәйҙең атламаған ейәнсәре бар икән, – тине.
– Эй Аллам! Әле йәшәй ҙә башламаған балаҡай күтәргеһеҙ ҡайғы менән йәшәй. Ә Мәймүнә – орҙом-бәрҙем кеше. Ҡыҙға уның менән ҡыйын икәне күренеп тора.
Әбейҙәргә берәй фекер генә әйт, сурытырға ғына торалар. Ә Инсафтың үҙ уйы: гимнастик күнегеүҙәр етмеш йәшлектәргә файҙалы булғас, йәш организмға тәьҫире көслөрәктер ҙә әле, тип фекер йөрөтә. Уның күҙ алдынан Камиләнең ҡаҡса йөҙө, оҙон керпектәр менән ҡаймаланған йәшел күҙҙәре китмәй йөҙәтә. Тәү күреүҙән үк ярҙам итергә теләү хистәре биләгәйне. Тик бына нисек итеп? Инсаф ҡыйыу, әрһеҙ егет түгел шул.
– Өләсәй, ниндәй эштәрең бар, тиҙ генә эшләп ташларға кәрәк.
– Әлегә әллә ни эш тә юҡ. Үҙ шөғөлдәрең менән бул.
– Мин соланда булырмын.
Йәй көндәрен егет соланда йоҡлап йөрөй. Гантелдәре, бокс бейәләйе, төйгөсләй торған грушаһы ла шунда. Үҫмер комод тартмаһынан бәләкәйерәк саҡта шөғөлләнгән бер килограмлыҡ гантелдәрен сығарып һалып ҡуйҙы. Шунан ноутбугын асып Бубновскийҙың күнегеүҙәре хаҡында мауығып уҡырға кереште. Баш күтәрмәй, оҙаҡ ҡына ултырҙы. Эҫе була башлағас, ҙур таҫтамал алып, шортиксан ғына йылға буйына йүгерҙе.
Кисәге бала-саға күптән бында. Ғәли бабайҙың ейәнсәре Лилиә лә килгән. Улар күптәнге таныштар, дуҫтарса иҫәнләштеләр. Ҡыҙ егет янынан бер ҙә китмәҫкә булды, ахырыһы. Уның менән йәнәш йөҙә, хатта бейек ярҙан һикерергә лә баҙнат итте.
Камилә бөгөн килмәне. Өләсәһе уға ваҡыт тапмағандыр. Инсаф көтөп йөрөнө, ҡыҙ килмәгәс, күңеле төштө. Егет быны үҙе лә аңлап етмәй ине. Ул бөтәһенән дә алда ҡайтырға йыйына башланы. Лилиә йәнә уға тағылды. «Минең менән йөрөмә», – тип әйтеп булмай бит инде, егет өндәшмәне. Лилиә үҙенең мәктәптәге хәлдәре, дуҫтары, мауығыуҙары хаҡында һөйләргә кереште. Егет уны бөтөнләй тиерлек тыңламаны, «эйе», «юҡ» тиеү менән генә сикләнде. Ҡояш байығас, бала-саға, үҫмерҙәр ауыл артындағы болонға уйынға сыға. Волейбол уйнайҙар, бәләкәйерәктәр үҙҙәренә хас уйындар менән мәж килә. Лилиә Инсафты шунда саҡырып, ҡапҡанан инеп китте. Инсафтың бөгөнгө ниәте үтәлмәй ҡалды. Ул күңелен төшөрмәҫкә тырыша ине.
Камиләнең йылғаға бик тә барғыһы килә ине. Башын ҡояш ҡыҙҙырһа ла, эҫенән бышлыҡһа ла, риза ул. Йөрәге ашҡынып типте, үҙенсә төҙәнде, әҙерләнде. Тик:
– Бөгөн һинең арттан йөрөргә бушап булмай, – тип өләсәһе ҡырт киҫте. – Барыһына ла бер үҙем бит. Исмаһам, бер эшкә ярамайһың. Бәпес ҡараған кеүек маташам һинең менән.
Ул арттырып ебәрә инде. Ҡыҙ үҙен тәртипкә килтерә, сәй ҡуя, яһап эсә, йомортҡа ҡура. Һауыт-һабаһын да йыуып ҡуя. Өләсәһе йәшелсә утай, картуф күмә. Картуф оҙонайып бөттө бит инде тип ашыға. Оло кеше булғас, төш етеүгә арый, ятып хәл йыйып ала. Ауылда эш күп шул. Баҡсанан башҡа ла мәшәҡәт етерлек. Икмәгенә тиклем үҙе бешерә.
Ҡыҙ өләсәһенең күңел әрнеткес һүҙҙәренә иғтибар итмәгән кеүек. Кисә үҙен килтереп ҡуйған егетте уйланы. Ул бөгөн дә йылға буйындалыр инде. Рәхәт, күңелле булып ҡалғайны, үҙе һыу ингән кеүек булды. Бөтәһе лә Инсаф тигән егеткә ҡарап торған кеүектәр, сөнки ул ярҙамсыл, ғәҙел, һөйкөмлө. Бала-саға ыҙғыша башлаһа, уларҙы тыя һала. Шул хаҡта уйлап ҡына ултыра ине, Инсаф һыу инеп ҡайтып бара. Эргәһендә – ап-аҡ тәнле, ерәнһыу сәсле матур ғына ҡыҙ. Ул егеттән күҙен дә алмай ниҙер һөйләй, йылмая-көлә. Инсаф аҫҡараҡ ҡарап уйланып бара. Камиләнең күңеле төштө. Нисек тә онотолорға теләне, түгелергә торған күҙ йәштәрен йотто. Ул егет Камилә алдында бурыслы түгел бит. Ни бары бер күргән, онотоп та өлгөргәндер инде. Ҡыҙ үҙе менән алып килгән Джек Лондон китабын ҡулына алды. Ярата шул яҙыусыны.
Онотолоп уҡый башланы. Шул саҡ ҡапҡа асылды. Ихаталағы муйыл ҡыуағы төбөндә ултырған ҡыҙ үҙ күҙҙәренә үҙе ышанманы. Инсаф шул арала уның янына килеп тә баҫты.
– Сәләм! – тине ул ҡаушауын һиҙҙермәҫкә тырышып, – бөгөн һин йылғаға килмәгәс, хәл белешәйем тигәинем.
– Мин һыу инмәйем бот, – тигән булды ҡыҙ ҡырыҫ ҡына, ә үҙенең күңеле күтәрелде, ҡарашы нурланды.
«Крыжовник. Күҙҙәре торғаны менән бешеп килгән крыжовник», – тип уйланы егет эстән генә. Нисек үпкәләтмәй генә фекеремде әйтергә, тип баш ватты.
Мәймүнә әбейҙе тиккә генә егәрле тимәйҙәр, ихата үҙенең матурлығы менән егеттең һушын алды. Тип-тигеҙ итеп сабып ҡуйылған ҡуйы үләнлек, газондарың алыҫ торһон. Ул түңәрәк түтәлдәр менән биҙәлгән. Иртә сәскә ата торған гөлдәр гөрләп ултыра. Улар һырлап үрелгән тәпәш кенә ситәндәр менән уратылған. Ҡойма эргәләрендә бейек үҫемлектәр. Улары көҙгә ҡарай сәскә ата торғандары. Бейек булмаған рәшәткә аша әбейҙең йәшелсә түтәлдәре. Улар, линейка менән һыҙып эшләгәндәй, тигеҙ. Хатта муйыл төбөндәге эскәмйәгә тиклем ҡәнәфи рәүешендә яһалып, матур ҡорама түшәк йәйелгән. Ҡуйы ҡыуаҡ булып үҫеп киткән ағас төбө еләҫ, рәхәт. Ҡаты-ҡото һөйләшкән әбей матурлыҡты, теүәллекте ярата тип кем уйлаған.
– Өләсәй донъяһы шундай инде, – тип ҡуйҙы егеттең ни уйлағанын аңлап торған ҡыҙ. – Бөтәһе лә гөлт итеп тора, һәр ҡыяҡ һуғанға тиклем ваҡыты бар. Миңә генә иғтибар юҡ. Мин үпкәләмәҫкә тырышам, – ул шулай тиһә лә күҙенә мөлдөрәмә йәш тулды. – Мин һине килерһең тип уйламағайным, – ҡыҙ егеттең китеп барыуынан ҡурҡҡан кеүек хәбәрен теҙҙе, – хәл белешкәнең өсөн рәхмәт.
«Нисек асыҡ күңелле ул, – тип уйлап ҡуйҙы егет, – минең тәҡдимгә ҡаршы булмаҫтыр».
– Камилә, мин һиңә бер уй менән килдем, – тип һүҙ башланы Инсаф. – Һин һау-сәләмәт булып тыуғанһың, юл һәләкәтендә лә имгәнмәй ҡалғанһың. Шулай булғас һин һауығаһың.
– Ни тиклем теләһәм дә, был мөғжизә булманы.
– Тимәк, ныҡ теләмәгәнһең.
– Нимә, һин минән көлөргә килдеңме? – Ҡыҙҙың ирендәре дерелдәй башланы.
– Юҡ, юҡ, һис тә улай түгел.
Егет, ашыға-ашыға, профессор Бубновскийҙың дауалау ысулы хаҡында һөйләй башланы:
– Һин бик йәш, бала ғына бит әле. Был ысул мотлаҡ ярҙам итәсәк. Теләһәң, мин һиңә ярҙам итәм, – тип һүҙен бөтөрҙө.
– Теләмәйемме һуң, теләйем. Быға тиклем бер кем дә ул хаҡта һөйләмәне, – ҡыҙ ултырған еренән талпынып ҡуйҙы.
– Әтеү мин тиҙ генә гантелдәр алып киләйем. Биш минут.
Егет йүгереп ҡайтып китте лә тиҙ үк урап килеп тә етте. «Әллә ул осоп йөрөймө? » – тип аптыраны ҡыҙ.
– Иң беренсе өҫкө яҡ мускулдарҙы нығыта башлайыҡ. Ул – иңбаш, муйын, арҡа, бил тирәһе, – егет күнегеүҙәрҙе тәүҙә үҙе күрһәтеп сыҡты ла гантелдәрҙе ҡыҙға тотторҙо.
Ҡыҙ, дәртләнеп, ашҡыныу менән тотонһа ла, тиҙ үк бышлығып, туҡтап ҡалды. Маңлайына тир бәреп сыҡты.
– Тирләү яҡшы ул, берәй бәләкәй таҫтамал сығарып ҡуйырһың. Һыу эс, хәл йый. Өс тапҡыр эшләргә кәрәк.
– Ю-юҡ, ҡабат эшләй алмам төҫлө. Хәл бөттө.
– Һин нимә? Еңел булыр тиһеңме? Башла, була ул, эшләй алаһың.
Япраҡтарҙы леберләтеп ел иҫте, рәхәт булып китте.
– Ана, ел дә һиңә ярҙам итә.
– Мин әҙер.
– Йәнә ун тапҡыр, көн дә арттыра барырға кәрәк.
Ҡыҙ был юлы еңелерәк эшләне һымаҡ. Килограмлыҡ гантелдәр тәү ҡарашҡа ғына еңел. Биш-алты хәрәкәттән һуң ауырайып та китәләр.
– Йә, хәл йый. Шунан тағы ла бер ҡабатлау, – егет сигенмәй.
– Уфф, былай ауыр тип уйламағайным.
– Күп тир түгәһең бар әле. Һыуыңды йәлләмә, күберәк эс.
Камиләнең шөғөлләнеүенә ун көн тирәһе ваҡыт үтеп тә китте. Әллә ни күп ваҡыт булмаһа ла, үҙгәреш һиҙелә башланы. Ҡыҙҙың беләге ҡатынҡы булып китте, күберәк ашаны, яҡшы йоҡланы. Йөҙөнә сәләмәт алһыулыҡ йүгерҙе. Көндәр ҙә боҙолмай яҡшы торҙо. Инсаф элекке кеүек яртышар көн һыу буйында ятмай инде. Тиҙ генә йөҙөп сыға ла ҡайтып китә. Ҡыҙыҡһыныусыларға: «Эш күп», – тип яуаплай. Өйҙәге эштәрен йәһәт кенә, үҙе белеп эшләй һала. Өләсәһе ейәненең шөғөлөнә ҡаршы төшмәне.
– Бына мин ҡарт кеше инде, – тип бер көн һөйләп китте ул. – Шулай ҙа әҙәм рәүешле итеп атлап йөрөгөм килмәйме ни. Ауа-түнә йөрөйөм, уныһы ла аҙым һайын ҡот осҡос ауыртыу менән. Хет ултыр ҙа бүтән бер ҡасан да ҡалҡынма. Ә йәп-йәш балаға икеләтә ҡыйындыр. Һикергеләп кенә йөрөр сағында. Күнекмәләрҙең, бәлки, файҙаһы тейер, әле үҫә торған ғына сағы. Игелек эшләү ҙур сауап ул. Хоҙай рәхмәте менән шул бала аяҡҡа баҫһа, үҙем атлап киткәндәй шатланыр инем.
Өләсәһенең уны аңлауына, кеше хәленә инә белеүенә Инсаф ифрат та шат. Мәймүнә инәй ҙә бик ҡәнәғәт. Ҡаты күңелле булһа ла, ейәнсәренең атлап китеүен ул да теләйҙер.
– Бик һәйбәт булды әле, – тип һөйөнә ул, – Гөлсараның ейәне юҡты өйрәтмәҫ, өләсәһенә оҡшап ипле бала. Ҡыҙ саҡта әхирәт тә инек. Аҙаҡ, башлы-күҙле булғас, юлдар айырылды. Гөлсараның ире арыу кеше ине. Ипле булды. Һинең олатайың дейеү пәрейенән кәм булмағандыр. Әле йөрәк ҡалтырап китә. Шул тиклем хәйерсе йәшәлде. Минең өсөн шәкәрле сәй ҙә үҙе бер һый төҫлө ине. Шуның өсөн иртә дөмөккәндер, хәйерһеҙ. Шунан яңғыҙ ҡалғас, берҙе биш итеп донъя көтөргә йәбештем. Шөкөр, һаулығым булды.
Юҡ, үпкәләмәй Камилә өләсәһенең холҡона. Бала аҡылы менән булһа ла уның хәлен аңлай. Кесе генә йәштән михнәт күреп йәшәгәс ни. Ауылдағы бала-саға был шөғөлдө белеп етмәй.
Лилиә бер нисә тапҡыр Инсафтың тәҙрә төбөнә килеп сығырға саҡырып ҡараны. Гел өйҙә булмай. Аҡ яулыҡлы Гөлсара әбей генә башын тәҙрәнән тығып:
– Ҡыҙым, Инсаф өйҙә юҡ бит әле, – тип яуаплай.
Ике аҙна самаһы үткәс, Инсаф аяҡтарға күсергә булды.
– Нисек инде аяҡтарҙы хәрәкәтләндерергә?
– Тәүҙә мин ярҙам итермен.
Егет эскәмйәләге түшәкте ергә йәйеп, ҡыҙҙы ятҡырҙы.
– Һин инструкторҙан оялырға тейеш түгелһең.
Инсаф тәүҙә Камиләнең бер аяғын тубыҡтан бөгөп, унан янбаш һөйәге быуынын күтәреп хәрәкәттәр яһатты, шунан аяҡҡа күсте.
– Мускулдарыңа атрофия булған, – тип аңлата ул, белдекле итеп. – Уколдар ҙа барҙыр бит. Мин генә белмәйем.
– Уколдар бар. Әсәйем ебәргәйне. Бында миңә кем өйгә килеп укол һалһын.
– Ә мин укол ҡаҙай беләм. Әсәйем өйрәтте.
Хәрәкәт булғас, уларҙың тәьҫире яҡшыраҡ барып етергә тейеш. Әлегә ауыр булмаһын өсөн аяғыңа көн аша яһарға тура килер.
Көндәр әкренләп үтә торҙо. Камиләнең һулыған аяҡтары һау кешенең аяҡтарына оҡшай башланы.
Үҫмерҙәр бер-береһенә ныҡ ҡына эйәләшеп китте.
Тәүҙә көндәр ҡояшлы торһа ла, кинәт кенә боҙолдо, эс бошорғос ямғырҙар башланды.
– Бәй, ул шөғөлдө өй эсендә эшләп булмаймы ни? Иҙәнгә балаҫ йәйелгән, йәнә өҫтәп юрған һалаһың. Минән тартынһағыҙ, минең аш-һыу эргәһендә эшем күп, – Мәймүнә әбей ҙә ейәнсәренең һауығып китеүенә өмөтләнә ине.
Йәштәр башланған күнекмәләрҙең дауам итеүенә ҡыуанды. Камилә, салҡан ятҡанда, аҙ булһа ла аяҡтарын үҙе күтәрә, бөгә башланы, уларға әкренләп көс ҡайта ине. Был хәл Инсафты сикһеҙ шатландыра, ҡанатландырып ебәрә. Күнегеүҙәр туҡтамай бер ай дауам итә инде. Шулай июль урталары етте.
Бала-саға еләккә йөрөй башланы. Мәймүнә әбей ҙә көн дә тигәндәй бара, һауытын тултырып алып ҡайта.
– Их, мин дә шулай тауға бара алһам ине. Унда ғүмерҙә лә булғаным юҡ бит, – тип ысҡындырҙы бер көн Камилә.
Инсафтың ҡолағы «ҡарп» итеп ҡалды:
– Мин дә нәҡ һинең кеүек уйлағайным бит. Һиңә ундағы матурлыҡты күрһәткем, саф һауаһын һулатҡым килә. Тауҙа тын алыуҙары башҡа төрлө ул. Был ҙур проблема түгел. Берәй көн сәйәхәткә сығабыҙ, теләйһеңме?
– Әлбиттә!
Был көнгә ентекләп әҙерләнделәр. Иң беренсе ике яҡтан да рөхсәт алынды, аҙыҡ-түлек әҙерләнде: йомортҡа, термос менән сәй, Гөлсара инәй бешергән тәмле бәлештәр, ҡоймаҡ.
– Ҡырҙа аш үтә ул, – ти өләсәһе.
Иртүк кенә ҡуҙғалырға булдылар. Ауыл һыртынан, тау аҫлатып юл үтә. Элекке оло юл булғанлыҡтан яҡшы, тигеҙ һалынған. Хәҙер иһә бесән ташығанда ғына йөрөйҙәр. Әле көн эҫе түгел, һауа һулап туйғыһыҙ. Дәртле генә баралар. Ҡыҙ боролоп Инсафҡа һораулы ҡараш ташлап-ташлап ала. «Ауыр түгелме һиңә?» – тип әйтергә теләй. «Юҡ-юҡ, ҡыйын түгел», – егет нурлы күҙҙәрен балҡытып йылмая. Икеһенә лә күңелле, рәхәт. Шулай байтаҡ ҡына барғас, егет туҡтаны.
– Бына ошонан менеп китәбеҙ, – тине.
Ҡыҙҙы колясканан алып юл ситенә ултыртты. Арбаны иһә юлдан арыраҡ үҫкән таллыҡ эсенә йәшерҙе. Ҡыҙ уның баҙыҡ кәүҙәһенә, ышаныслы хәрәкәттәренә һоҡланыуҙан бушаманы. Бар булмышын тултырған шатлыҡтан донъяһын онотто. Әйтерһең, мәңге шулай буласаҡ.
– Хәҙер минең арҡаға ҡунаҡлайһың, – егет мөмкин тиклем ғәмһеҙ булырға тырыша.
– Тауға менәм тигәс, тыңламай булмай, – ҡыҙыҡай ҙа бирешмәй.
Инсаф шәп кенә тауға артылыуын белде. Бына иң текә ергә еттеләр.
Шул ерҙә егет ҡәҙерле йөгөн, әкрен генә шыуҙырып төшөрөп, текә битлеккә ултыртты. Үҙе һулышын тигеҙләр өсөн аяҡ өҫтө ҡалды. Икеһе лә ниңәлер өндәшмәй ине. Бер аҙҙан юлды дауам иттеләр. Егеттең икенсе һулышы асылғандай, артабан ғәжәп шәп менеп етте.
Бына улар тау башында. Өҫтән ҡарағанда улар менгән ара шаҡтай текә, бейек тойола. Бөгөл-бөгөл булып көнбайышҡа һуҙылған йылға, уны ҡаймалаған бөҙрә талдар, бейек тирәктәр, матур ҡомлоҡтар хайран ҡалырлыҡ күренеш тыуҙыра. Һыубаҫар туғайҙар йәшел бәрхәт булып, күҙҙе иркәләй. Инсаф, Камиләне йыуан ҡарағай төбөнә ултыртҡас, йәнә ашығып түбәнгә төшөп китте. Ергә йәйә торған түшәкте, аҙыҡты мендерергә кәрәк.
Бына ҡыҙ үҙенең хыялына иреште: ул – тау түбәһендә. Һау кешегә бер ни ҙә тормаған нәмәләр уның өсөн буй еткеһеҙ хыял. Ә бит шул хәлде сәләмәт әҙәми заттар башына ла индермәй. Хәрәкәт бәхетен Камилә йәш кенә булһа ла, яҡшы аңлай. Уның күҙҙәре тирә-яҡты ҡомһоҙланып байҡай, үпкәһе саф тау һауаһын һулап туя алмай. Ул арала Инсаф та менеп етте. Түшәкте йәйеп, ҡыҙҙы шунда күсерҙе.
– Йә, нисек?
– Шәп! Әйтер һүҙ табып булмай.
– Ергә ҡара.
– Ай, бында еләк! Үрелеп алырльгк, – ҡыҙҙың һоҡланыуының сиге юҡ.
– Ярар, һин бында сүпләштер. Мин ситкәрәк барып йыйып килтерәйем.
Ул һауытын тултырып килеүгә, ҡыҙ эргәһендәгеләрен йыйып ашаны.
– Бындай тәмле еләк бер ерҙә лә юҡтыр ул.
– Ерҙән сүпләп ҡапҡан емештәр иң файҙалыһы, ти өләсәйем. Тағы ла аша, – егет һауытын ҡыҙға һондо.
Улар бер-береһенә ҡарап туҡтауһыҙ йылмая, күңелдәре күккә аша.
– Әйҙә, хәҙер сәй эсеп алайыҡ.
Камилә, шуны ғына көткәндәй, таҫтамал йәйеп, аҙыҡты теҙә лә башланы. Уның бәләкәс ҡулдары оҫта хәрәкәттәр менән табын ҡороп та ҡуйҙы. Көрөшкәләргә ҡойолған сәйгә еләк таҙартып һалды. Уның бар булмышы нур сәсә: күҙҙәре оторо нурланған, битенә нәфис алһыулыҡ ҡалҡҡан.
– Һинең күҙҙәрең яңы ғына бешә башлаған крыжовникка оҡшаған, – егет уйлап йөрөгәнен әйтмәй булдыра алманы.
– Шаяртма, күҙ-күҙ кеүек инде, крыжовниктың бында ни ҡыҫылышы бар? – Ҡыҙ ҡаршы әйтһә лә, эстән барыбер бик ҡәнәғәт. Ул өҙлөкһөҙ йылмая. Шатланһа, иҫ киткес матурая. Егет уны әсәһе үҫтерергә яратҡан орхидея сәскәһенә оҡшата. Ләкин өндәшмәй. Әле крыжовник, әле орхидея. Бер-береһенә бөтөнләй оҡшамаған.
Егет ҡарашын унан һис тә айыра алмай, ирекһеҙҙән ҡулын һуҙҙы, инһеҙ генә уның сәсен һыйпаны. Икеһе лә уңайһыҙланып тынып ҡалды.
– Әйҙә, сәй һыуынып бөттө бит, – ти ҡыҙ.
Сәй уларҙы уңайһыҙланыуҙан ҡотҡарҙы.
– Ах, еләкле сәй! Минең бындайҙы бер ҡасан да эскәнем юҡ.
– Миңә лә ныҡ оҡшаны, бынан ары гел еләкләп эсермен, – тигән була Инсаф та, үҙе һүҙенең бер ахмаҡлыҡ икәненә төшөнөп.
– Тик йыл әйләнәһенә еләк бешеп ултырмай шул.
– Эйе, еләк айы, бары бер ай ғына.
Икеһе лә күңелһеҙләнеп киткәндәй итте. Тиҙҙән айырылышыу ваҡыты етер. Ни эшләрҙәр? Икеһе лә бер үк ваҡытта көрһөнөп ҡуйҙы.
– Сәй ҙә, йомортҡа ла, бәлештәр ҙә бигерәк тәмле булды, – егет күтәренке генә тауыш менән әйтеп ҡуйҙы.
– Өләсәйем еләктән ҡайнатма ғына эшләп ҡалмай, киптерә лә. Ҡышын сәйгә һалырға була.
– Минең өләсәй тауға йөрөй алмай шул.
– Һин уға ла йыйып алып ҡайт.
– Эйе лә, – Инсаф шатланып китте, – мин хәҙер.
Егеттең яурындарына ҡанаттар үҫкән төҫлө. Уның был хәтлем бәхетле булғаны юҡ ине. Йәш йөрәк үҙе ғашиҡ булған ҡыҙҙың зәғифлеген уйлап та бирмәй. Шуның өсөн йәшлек бит ул! Шул ваҡыт, урман яңғыратып, Камиләнең йөрәк ярғыс тауышы ишетелде лә, тынып ҡалды.
– Ни булды икән? Ни генә?
Егет, еләк тулы көрөшкәһен ырғытып, нисек йүгереп килеп еткәнен үҙе лә аңғармай ҡалды. Ә күргәне башына һыйырлыҡ түгел: ергә йәйелгән түшәк өҫтөндә Камилә баҫып тора, ҡулы ниҙер күрһәтеп ергә төбәлгән.
– Ана, ана!
Инсаф ҡыҙҙың баҫып тороуына шатланырға өлгөрмәне, Камилә күрһәткән ергә төбәлде. Унда, башын кәңкәйтеп, кәүҙәһен яртылаш күтәргән йылан Камиләгә ҡарап тора ине. Хатта ҡурҡырға уйламай ҙа. Ҡорбаны саҡ ҡына хәрәкәтләнһә лә ҡапыл ташланыр һымаҡ.
– Камилә, ҡыбырлама! – тине егет әллә ниндәй ят тауыш менән. Алан-йолан ҡаранып, оҙон ағас ботағын һеләүһен етеҙлеге менән ала һалып, йыланды эләктереп, йыраҡҡа, тау аҫты яғына быраҡтырып ебәрҙе. Шунан аяғында саҡ бәүелеп торған ҡыҙҙы ҡосаҡлап алды. Хистәре ташып, ҡыҙҙың янып барған йөҙөн үбеүҙәре менән күмде. Оло шатлыҡтанмы, сикһеҙ яратыуҙанмы икәнлеген икеһе лә аңламаны. Ике тойғо бергә ҡушылғандыр, моғайын.
– Камилә, һин бит баҫып тораһың! Әллә үҙең дә һиҙмәйһеңме? – Егет телгә килде.
– Эйе, мин торам, мин баҫып торам, – ҡыҙ ихлас илап ебәрҙе.
– Йә, тыныслан, бөтәһе лә үтте. – Ҡыҙҙың ҡоштай тулаған йөрәге аҡрынлап тынысланды. Ә егет һаман уны ҡыҫып ҡосаҡлаған килеш тора бирҙе. Ул күктең етенсе ҡатында, тәүге хистәр өйөрмәһендә бөтөрөлә.
– Йә, йә инде, илама! – Инсафтың да күҙҙәренән ике бөртөк йәш сығып, яңаҡтары буйлап тәгәрәп төштө. – Һиңә оҙаҡ торорға ярамаҫ ул.
Ул әкрен генә ҡыҙҙы урынына ултыртты. Икеһе лә, кисерештәрҙән хайран булып, тын ҡалды. Барыһы ла бер юлы булды шул. Үлемесле ағыу сәсергә торған йылан, ҡыҙҙың аяҡҡа баҫыуы, тәүге ҡосаҡлашыу уларҙың бар булмышын тетрәтеп уҙғайны.
– Инсаф, ҡайтайыҡ, өләсәйҙәр асыулана башлар.
– Эйе, эйе, ҡайтайыҡ.
Инсаф ҡайтып ингәндә өләсәһе нисектер, төҫө боҙолоп, ҡобараһы осоп, хайран ҡалған кеше һымаҡ ултыра ине. Егет бер ҡасан да уны бындай ҡиәфәттә күргәне булмағас, аптырау ҡатыш шомланып китте.
– Эй, улым, шулай оҙаҡҡа юғалмаһаң ни була. Әле атайың, әле әсәйең бер нисә шылтыратты. Атайың бөгөндән ялға сыҡҡан. Һиңә төшкө автобус менән ҡайтырға ҡуша. Гараж ремонтлай башланым, ти.
Инсаф өнһөҙ ҡалды. Бал ҡорттарындай, иҫәпһеҙ уйҙар ябырылды. Иң тынғы бирмәгәне – Камилә хаҡында. Хәҙер бик кәрәк саҡта, ул бына-бына атлап китергә торғанда, Инсаф ҡайтып китергә мәжбүр. Белекһеҙләнеп, ҡайтмай ятырға ла ярамай, атаһы әсәһенә ябырыласаҡ. Ул ғәйәт ҡаты холоҡло, тос ҡуллы. Инсафты ла бер ҡасан да иркәләтеп торманы. Өләсәй ҡулында тәрбиәләнгән яғымлы, кешелекле улын «ебек малай» итеп күрә. Әсә һөтөнән айырылғас та баланы шул артыҡ йомшаҡ күңелле ҡарсыҡ ҡулына тапшырып ҡуйыуҙы хата тип һанай. «Хатта төҫ-ҡиәфәте уға тартым. Исемен дә ҡәйнә теләгәнсә ҡуштым», – тип уфтана. Үҙе улын Тимур итергә теләгәйне, әбей: «Юҡ, улай булмаһын, Аҡһаҡ Тимер ҡанескес батша булған», – тип ҡаршы төшкәйне.
Тыштан һиҙелмәһә лә, ҡәйнә менән кейәү араһында ҡаршылыҡ йәшәп килде, сөнки улар бар яҡлап төрлө ҡарашлы кешеләр. Кейәү кеше йорт һалғанда: «Ҡәйнә ҡарсыҡ ултырыр», – тип бер бәләкәй бүлмә лә эшләгәйне. Гөлсара әбей: «Үҙ йортомдан киткем килмәй», – тип ҡырт киҫте лә ҡуйҙы. Ә кейәү кешенең үҙ пландары бар ине. Унда ашап-эсеп йәшәгәс, әбейҙең пенсияһын йыя барып, бик елле генә машина алырға ине иҫәбе. Шулай итеп, пландары селпәрәмә килде лә ҡуйҙы.
Был хәлдәр, тулыһынса уҡ булмаһа ла, Инсафҡа мәғлүм. Шулай булғас, атаһын тыңламай булмай. Киске автобусҡа ни бары ҡырҡ минут ваҡыт ҡалған. Туҡталышҡа тиклем өс саҡрым. Үҫмер етеҙ генә бер сынаяҡ сәи эсте лә юлға сыҡты, кейемдәрен дә йыйып торманы. Ҡапҡанан сығып китеү менән йүгерҙе.
Баланың төҫө ҡасыуы, ныҡ күңелһеҙләнеүе өләсәйҙең йөрәген телгеләне. Ә ниндәй балҡып ҡайтып ингәйне... Шул тиклем дә эсе бошто Гөлсара әбейҙең, күңелен һағыш баҫты.
Тауҙағы сәйәхәттән ҡанатланып ҡайтҡан Камилә икенсе көндө түҙемһеҙләнеп Инсафты көттө, сабырһыҙланып ни эшләргә белмәне. Инсаф менән бергәләп атлау хәрәкәттәрен ҡабатларға, йәнә лә шатлыҡлы минуттар кисерергә ашҡынды. Самаһыҙ оҙон көн үтте, ә ул килмәне.
Ҡыҙ бала түшәк ситенә килеп ыҫылдап ятҡан йыланды, Инсафтың ҡурҡып ҡалмауын, аҙаҡтан тәүге ҡосаҡлашыуҙарын ҡат-ҡат күңеленән үткәрҙе. Шул тиклем ихлас итеп уның менән шөғөлләнеүе, һөйөү ҡараштары менән иркәләүе, шунан килеп һис ни аңлатып та тормай юҡҡа сығыуы уның иҫен китерҙе. Йорт телефоны менән дә алышманылар, кәрәк тә түгел ине шул. Хушлашыу хаҡында һүҙ ҙә юҡ ине бит әле. Камиләнең кеҫә телефоны ла бар, әсәһе менән аҙнаһына бер һөйләшеп ала. Инсафтыҡы ла барҙыр инде. Шулай өс көн үтте. Ҡыҙ бала өмөтләнеүҙән туҡтаманы, тик ҡанаты ҡайырылған һымаҡ хис итте үҙен.
«Ниңә былай бөтөрөнөп ҡалдым әле? – тип уйланы ул күңелһеҙ генә. – Бынан ауырыраҡты ла кисерҙем бит».
Өләсәһе, нескә күңелле булмаһа ла, ҡыҙының хәлен аңлап йөрөй.
– Егетеңде атаһы саҡыртып алған, – тип хәбәр һалды ул бер көн. – Кем дә шулай итер инде. Өрлөктәи егет йәй буйы бот күтәреп ята, йәнәһе. Гөлсараның кейәүе бик һыҡмыр, ҡомһоҙ ғына кеше, беләм инде.
Шулай итеп, әҙме-күпме асыҡлыҡ инде. Ҡыҙ үҙен ҡулға алырға, Инсаф өйрәткәндәрҙе туҡтатмай дауам итергә булды. Юҡһа, бөтөнләй бөтөрөнөп, ҡулдарын һалындырған. Яурындарынан башлап аяҡтарын күтәреү, бөгөү кеүек күнекмәләрҙе ҡабатлап сыҡҡас, күңеле күтәрелде, көсө артҡандай булды. Бына бит, үҙе лә булдыра ала. Элеккегә ҡарағанда байтаҡҡа көслөрәк икәнен аңлау ҡыҙҙы бөтөнләй дәртләндерҙе. Хәҙер, сәмләнеп, тиргә батып көн дә икешәр, хатта өсәр тапҡыр шөғөлләнергә булып китте. Беләк көсөнә таянып дивандан коляскаһына төшә, ултыра ала хәҙер.
Бер көндө йөҙ түбән ятып, билен өҫкә йәйә кеүек бөгөп шөғөлләнеп ята торғас, тәүҙә ҡулдарына, унан тубыҡтарына таянып кәүҙәһен күтәргәнен үҙе лә һиҙмәй ҡалды. Былай күтәрелә алғас, аяҡҡа баҫырға ла тырышырға кәрәк, бер баҫып ҡараны бит инде. Нисек тура килә шулай шыуышып коляскаһына барып етте лә, уның һөйәнгесенә тотоноп, әкрен генә баҫты. Колясканы этәреп, әкрен генә атлап китте. Шулай өйҙө урап сыҡты. Әллә тулҡынланыуҙан, әллә артыҡ көсөргәнеүҙән йөрәге шартлап типте. Лысма тиргә батып, диванға ауҙы, шунан илау ҡатыш көлөп ебәрҙе. Их, Инсаф, Камиләнең уңышы менән уртаҡлашырға һин юҡһың, юҡһың! Килһәң ине, күрһәң ине дуҫыңдың еңеүен!
Инсаф иһә үҙенсә һағыш-көйөктәргә батып йәшәй. Атаһы ҡушҡан йомоштарҙы теүәл үтәргә, уға ярарға тырыша. Икәүләп иҙмә яһайҙар, стеналары ҡаҡшаған гаражды һәр яҡлап нығыталар. Унан ҡыйығын алыштырып ябырға кәрәк.
– Бер башлағас, ихата-ҡоймаларҙы рәтләргә, тимер бағаналар ултыртып, төптәрен нығытып эшләргә кәрәк булыр, – атаһы һаман эш арттыра.
Улының бар көсөн һалып, тырышып эшләүен, һәр эшкә ҡулы килешеүен күреп йөрөһә лә, маҡтап-хуплап ебәрергә ашыҡмай. Йәнәһе, ниңә аҙындырырға. Егеттең бар уйы, бөтөн күңеле Тирәкле ауылында, Камилә янында. Ни эшләй икән ул? Башлаған күнекмәләрҙе ташлап, элекке кеүек илап-һыҡтап йәшәйме? Иң ҡыуаныслы ваҡиғалар башланғас ҡына осрашыуҙан мәхрүм булып ҡалдылар ҙа баһа. Инсаф һаман ҙур түҙемлек, тырышлыҡ менән иҙмә бутай, кәрәк ергә ташый, йә булмаһа, юғарыға ҡыйыҡ ябыр өсөн ауыр тимерҙәр биреп тора. Тик уйы йәшел күҙле ҡыҙ янында. Бер минутҡа ла иҫенән сыҡмағас, сыҡмай инде. «Ниңә шулай икән?» – тип уйлай егет. Уның янында үҙенең класташ ҡыҙҙары күпме өйрөлдө, ауылда Лилиә лә гел уның эргәһендә булырға тырышты, тик береһе лә Камилә ише хистәр уятмай ине. Әллә яратыу, ғашиҡ булыу тигәнең ошо буламы? Тәүге бер һирпеп ҡарауы булды, егеттең йөрәген ниҙер һиҫкәндереп, тетрәтеп уҙҙы, шунан бирле ул хистең ташлап киткәне юҡ.
Бер көн килеп ихата тирәһендә эш бөткәндәй булды. Август уртаһы етеп килә. Атаһының отпускыһы бөттө. Егет эстән шатланды, бына бөгөн үк киске автобус менән өләсәһенә сығып китер. Шул ваҡыт телефон шылтыраны. Төш ваҡыты ине, трубканы атаһы алды. Тыңлаған һайын уның йөҙө ҡараңғылана барҙы. Ә Инсафҡа бөтә донъя емерелгәндәй булды. Атаһы янаулы итеп:
– Шулай, – тип ҡуйҙы.
Аш әҙерләп йөрөгән әсәһе:
– Кем шылтырата, атаһы? – тип һорамай булдыра алманы.
– Ҡәйнәнең ауылынан. Һин, әсәйгә ярҙам кәрәк тип, улыңды шунда һалып ҡуяһың. Ә ул өләсәһен түгел, йәй буйы тигәндәй бер инвалид ҡыҙҙы ҡарап ятҡан. Йә, күпме түләнеләр һиңә уны тәрбиәләгән өсөн? – атаһының уҫал ҡарашы улын өтөп алып бара. – Бынан һуң унда аяҡ баҫыу бөттө һиңә!
– Атаһы, аңламай-нитмәй ниңә бала менән булаһың? Кеше һүҙенә ҡарап.
– Әлдә әйтеүселәр булды. Юҡһа, яңынан шунда атылырға торғаны һиҙелеп тора.
Бер киреләнһә, атаһының алдына сығырлыҡ түгел. Егет өндәшмәне, үтенмәне, инҡар итмәне, сөнки белә: ялынған һайын киреһе килеп сығасаҡ. Ул үҙ бүлмәһенә инеп китте. Ауылда саҡта кеҫә телефоны кәрәкмәгәйне, йүгереп бараһың да етәһең. Ауылға тиҙ әйләнеп килермен тип уйлағайны шул. Тирәклелә бәйләнеш тә насар.
Таяҡ осона элеп, йәшен тиҙлегендә алыҫҡа ырғытылған йылан, ергә килеп төшкәс, ни кисерҙе икән? Үҙе хәҙер шул мәхлүк хәлендә. Ул хаҡта өләсәһенә һөйләй алмаһа ла, уның яуабын ишеткәндәй булды: «Йылан булмаған ул. Камиләне аяҡҡа баҫтырыу өсөн ебәрелгән фәрештә. Шул йән эйәһе осрамаһа, ҡыҙ кинәт кенә аяғына баҫмаҫ та ине...»
Ни эшләйһең, ниҙәр уйлайһың, йәшел күҙем? Быға тиклем шундай ҙа көсһөҙлөк, мәхрүмлек кисергәне юҡ ине егеттең. Аптырағас, верандаға инеп, бишәр килограмлыҡ гантелдәре менән шөғөлләнергә кереште. Тиргә батты. Ни ғәжәп, күңеле бер аҙ баҫылғандай булды. Атаһы менән әсәһе йорт эсендә геүләшеп бәхәс ҡуптарып алдылармы, әрләштеләрме, аңлағыһы килмәне, ҡыҙыҡһынманы. Бер аҙҙан йортҡа инде. Өләсәһе Инсафты саҡырып шылтыратҡан икән. Атаһының ҡаны ҡатҡан, ебәрмәйәсәк. Әсәһе менән һеңлеһе ял көнө барып ярҙам итеп ҡайтасаҡ. Шәфҡәт туташы булып эшләгән кешегә былай ҙа еңел түгел, хәҙер шулай ял һайын йөрөргә тейеш булырмы? Инсаф атаһының ҡаты күңелле булыуын белһә лә, был яңылыҡты бик ауыр ҡабул итте. Өҙөлдө юл, күңелдәге иң тәүге саф хисте үлтерергә тырыша бит. Ләкин был хис бер ҡасан да һүнмәҫ төҫлө.
Камилә шөғөлләнеүҙән туҡтаманы. Үҙен әкренләп шыуышһа ла, байтаҡ ара үтә алған ҡусҡар һымаҡ хис итте. Туҡтауһыҙ күнегеүҙәр, хәлдән килгән тиклем атлап йөрөү уның һағышын баҫҡандай итә.
– Һағыш кисереү ҙә файҙалы, ахырыһы, – тип уйлай ҡыҙ.
Ул шөғөлөн өләсәһе күрмәгәндә башҡара ине. Бер көн коляскаһын иҙән буйлап этеп йөрөгәндә өләсәһенең ингәнен һиҙмәй ҡалған.
– Aha, ҡыҙыҡай! Күҙемә күренмәйме, ысынмы? – тип өләсәһе бот сабып аптыраны. – Теге малай тиккә ваҡыт үткәрмәгән. Үҙ күҙем менән күрмәһәм, ышанмаҫ инем.
Өләсәһе шатлана ине:
– Өйҙә генә ятма. Инсаф киткәне бирле тышта ла йөрөмәйһең. Шулай бөлөнөп китергәме ни? Әйҙә, – өләсәһе уны ҡултыҡлап тышҡа сығарҙы.
Көн һәйбәт, һауа саф. Өләсәһе уға ике таяҡ тотторҙо:
– Тәүҙә ошоларға таянып йөрө.
Ихата өй түгел инде – иркен. Ҡыҙ, ике таяҡҡа таянып, улай-былай йөрөргә тотондо. Арып китһә, муйыл төбөндә ял итеп ала ла тағы йөрөргә керешә. Ярты көндө шулай үткәрҙе. Өләсәһе шул тирәлә уралды, тәмле итеп ашарға бешерҙе. Ғүмерендә беренсе тапҡыр тигәндәй яҡты йөҙ күрһәтте. Төнөн, уйланмай, уянмай оҙаҡ йоҡланы. Төшөндә Инсаф менән тау башында йөрөгәнен күрҙе. Икеһе лә шат, бәхетле ине.
Иртән йылмайып уянды. Бышылдап ҡына: «Инсаф, рәхмәт! Мин һине бер ҡасан да онотмаясаҡмын», – тип ҡуйҙы. Бәлки, бүтән бер ҡасан да Инсафты осратмаҫ. Ләкин үҙенә әйтеп бөтөргөһөҙ бәхет – хәрәкәт шатлығы, тәүге хистәр бүләк иткән кешене онотоу мөмкин булмаҫ.
Ике йыл үтеп китте. Инсаф ике йыл буйына Тирәклегә барманы, өләсәһе менән күрешмәне тип әйтеп булмай. Машинаға ултырып, ғаилә менән барып ярҙам итәләр, йә үҙен ҡунаҡҡа алып ҡайталар. Инсаф та, өләсәһе лә Камилә хаҡында бер ҡасан да һүҙ ҡуҙғатманы. Әйтерһең, мәңгегә тыйылған ҡанун. Оло кеше ейәненең йөрәк яраһына ҡағылырға теләмәне. Осрашһалар, «келт» итеп иҫтәренә Камилә төшә, икеһе лә шуны аңлай. Ләкин телдәр был хаҡта ләм-мим.
Гөлсара инәй үҙ һүҙендә тора, кейәүе менән ҡыҙына йәшәргә килмәй. Быйыл Инсаф урта мәктәпте көмөш миҙалға тамамланы. Үҙе теләгән медицина университетына документтарын тапшырҙы. Үтеп китә аласағына шикләнмәй.
Йәйге матур бер көндө өләсәһенә барырға ҡарар итте. Үҙе генә, элеккесә автобусҡа ултырып. Егет бит әле ул. Атаһының, ҡыҙыулығына барып, тыйыу һалыуына ғүмер буйы ҡарап йәшәргә тейешме? Киске аш ваҡытында бөтәһенә лә ишетерлек итеп әйтеп ҡуйҙы:
– Иртәгә өләсәйгә барам, һуңғы арала уға барғаным юҡ.
Үҙенән инде бер башҡа оҙонайып киткән, ҡойоп ҡуйған кәүҙәле, мускулдары уйнап торған улына атаһы бер һирпелеп ҡарап ҡуйҙы ла, өндәшмәй ҡалды. Нимә тиһен инде. Теге ваҡыт артыҡ ҡыланғанын аңлай ул, ләкин түбәнһенеп был хаҡта һүҙ сығарғыһы килмәй. Йәнәһе, балаһы алдында бәҫен төшөрмәй.
Өләсәһе әүәлгесә йәшәп ятҡан була. Шәбәймәһә лә, бирешеп тә китмәй. Ейәне өйрәткән күнегеүҙәрҙе көн дә яһарға тырыша. Ауыр эштәр эшләй алмаһа ла, үҙ-үҙен ҡарай әле. Әле ейәненең килеүенә ныҡ шатланды. Уның медицина университетына документ биреүен дә белә, Инсаф өсөн ҡыуана, ейәненә ҡарап туя алмай. Улын һыйлағыһы килеп, бауырһаҡ ҡамыры баҫа башланы.
Инсаф:
– Өләсәй, ауылға яңғыҙым ғына килгәнем булманы, тирә-яҡты ҡарап йөрөп киләм, – тине.
Өләсәһе шатлыҡлы, мәғәнәле йылмайҙы:
– Бар, балам, ҡайҙа теләйһең, шунда йөрөп әйлән, ҡайтыуыңа һый әҙерләп торормон. Дуҫыңды ла саҡыр, – тине.
Август баштары, көн артыҡ эҫе түгел, һил. Ҡояш өтөп бармай, талғын йылылыҡ һирпә. Инсаф тәүҙә һыу буйында йөрөнө. Бынан ике йыл элек шашып һыу инеүҙәр, ул саҡтағы моңһоҙ сабыйлыҡ иҫенә төштө. Хәҙер оло кешегә әйләндеме ни? Үҙ алдына йылмайып ҡуйҙы. Эйе, хәҙер инде ул бөтөнләй башҡа, ҙур кеше һымаҡ хис итә үҙен. «Ҙур кеше, имеш... Мәймүнә әбейгә барып Камилә хаҡында һорашырға батырсылыҡ итмәгән көйөңә», – тип үҙен намыҫландырҙы. Туҡта, бая өләсәһенең әйткәнен ҡолағы аша үткәрҙе, бик мәғәнәле итеп: «Дуҫыңды ла саҡыр», – тип ҡалды түгелме? Теге ваҡыт Лилиә донъяны болғаны. Инсаф уға иғтибар итмәгәс, атаһына шылтыратты. Аҙаҡ үҙе шылтыратып та, хат яҙып та бер булды, Камилә хаҡында мыҫҡыллы һүҙҙәр яҙырға ла оялманы. Шундай Лилиәләрҙән еңелеп, кеше яҙмыштарын боҙорға тимәгән. Үҙең теләгәнде эшләргә, үҙеңсә йәшәргә кәрәк!
Инсаф тәүәккәл аҙымдар менән йәшел ҡапҡалы йортҡа юл тотто. Ул әкрен генә ҡапҡаны асты. Әүәлгесә бөхтә ихата, ҡойма эргәһендә бейек георгиндар эре-эре сәскә атҡан. Урталыҡта матур-матур ялбыр астралар, гладиолустар күҙҙең яуын ала. Үҙе тупаҫ ҡына күренгән әбей шул тиклем сәскәләр ярата. Муйыл төбөндәге ҡәнәфигә матур ҡорама түшәк түшәлгән, шунда уҡ китап ята.
Инсафты ғына көткәндәй, веранда ишеге асылды һәм... Камилә килеп сыҡты. Ул да буйға үҫеп киткән. Ниндәй гүзәл ул! Төҙ, матур аяҡтарында баҫып тора. Тулҡынланып торған ҡуңыр сәстәре яурындарына таралған, нескә генә ҡара ҡаштары, аҫыл таштай балҡып торған күҙҙәре бар йөҙөн нурландыра. Инсафтың ике йыллыҡ ҡайғы-һағыштарына, күңел болоҡһоуҙарына яуап бар был ҡарашта. Ниңә һаман үҙеңде тыйып торорға? Икеһенең дә уйҙары бер төрлө ине, буғай. Бер-береһенә сарсаған ҡулдар тоташты, уттай янған йөҙҙәр ҡауышты. Бар донъя тып-тын ҡалды, йөрәктәре генә ярһып дөпөлдәне. Донъяла ғәҙеллек бар ул! Тик сабырлығың ғына етһен.
– Юғалған кешекәйем минең! Бүтәнсә бер ҡасан да юғалма!
– Юҡ, юғалмам. Һин бар саҡта бер ҡайҙа ла юғалмам...
Тәскирә ДАЯНОВА.