Бөтә яңылыҡтар
Махсус биттәр
17 Ғинуар , 23:00

Йондоҙнамә (19 – 25 ғинуар)

Ылаҡ (22.12 – 20.01) Осор яҡшы үтер.  Шишәмбелә ниндәйҙер мөһим мәсьәлә буйынса фекер алышырға форсат булыр. Бер юлы өмөтлө кәңәштәр ҙә ишетерһегеҙ, бәлки. Был арала бәғзеләр элекке хаталарын да төҙәтер.

Йондоҙнамә (19 – 25 ғинуар)
Йондоҙнамә (19 – 25 ғинуар)

 

Һыуғояр ( 21.01 – 19.02)

Ваҡытығыҙҙы файҙалы үткәрерһегеҙ. Кемдер яңы фекерҙәштәр ҙә табыр, моғайын. Ошо көндәрҙә ыңғай хәбәр ишетеүегеҙ ҙә ихтимал. Ул туранан-тура һеҙгә ҡағыласаҡ. Йомала ҡулығыҙға мотлаҡ аҡса инер.

Балыҡ (20.02 – 20.03)

Икеле аҙна. Ишеткән хәбәрҙәргә ышанырға ашыҡмағыҙ, был дошмандарҙыҡы булыуы ла мөмкин. Ошо көндәрҙә элек биргән йөкләмәләрегеҙ тураһында иҫегеҙгә төшөрөрҙәр.

Ҡуҙы (21.03 – 20.04)

Алдығыҙҙа яңы мөмкинлектәр асылыр, моғайын. Уларҙы күрергә тырышығыҙ. Был арала үҙегеҙҙе ыңғай яҡтан күрһәтә алырһығыҙ. Алда һеҙҙе оҙайлы һәм уңышлы осор көтәсәк. Йомала һәйбәт хәбәр ишетерһегеҙ.

Буға ( 21.04 – 21.05)

Көндәр бер аҙ ҡатмарлы булмаҡсы. Алдан ҡорған маҡсаттарығыҙ онотолор, бөтөнләй икенсе эштәр менән мәжғүл булырһығыҙ. Йомала ишеткән хәбәрҙең дөрөҫләнмәүе лә бик ихтимал.

Игеҙәктәр ( 22.05 – 21.05)

Һис тә уйламағанда ҡыйынлыҡтар күбәйеп китер. Һеҙҙең тирәләге хәлдәрҙе тиҙ генә аңлап та булмаҫ кеүек. Бының өсөн ваҡыт кәрәк булыр. Шаршамбыла бер ниндәй ҙә бәхәскә инмәүегеҙ хәйерле.

Ҡыҫала ( 22.06 – 23.07)

Кемдер һеҙгә ҡаршы аҫтыртын эш алып бара кеүек. Уның бөтөнләй уйламаған кеше булыуы ла мөмкин. Был арала элек боҙолған араларҙы яҡшыртыу мөмкинлеге тыуыр. Тик тәүге аҙымды һеҙгә яһарға кәрәк булыр.

Арыҫлан ( 24.07 – 23.08)

Аҙна һәйбәт килер. Өмөмтлө осрашыуҙар ҙа булыр. Ниндәйҙер оло кешегә ярҙам итә алырһығыҙ, бәлки. Ә унан бик урынлы кәңәш ишетерһегеҙ кеүек. Кесе йомала күптән көткән хәбәр килер.

Ҡыҙ (24.08 – 23.09)

Ҡатмарлы осор. Эс бошорғос ваҡ ҡыйынлыҡтар күбәйер. Алдан уйлаған ҡайһы бер эшегеҙҙе кисектерергә лә тура килер, бәлки. Күпселектә был хәлдә һеҙҙең ғәйебегеҙ булмаҫ.

Үлсәү ( 24.09 – 23.10)

Көндәр ҡәҙимгесә килер. Шишәмбелә файҙалы бәйләнеш булдырырһығыҙ. Кесе йомала ашығыс аҙымдар ҙур хаталарға килтереүе ихтимал. Өҫтөгөҙгә артыҡ йөкләмә алырһығыҙ.

Саян (24.10 – 22.11)

Һеҙҙе тыныс һәм өмөтлө осор көтә. Бәғзеләр алдан уйлағандан күберәк тә эшләй алыр хатта. Яҡындарығыҙ эштәрегеҙгә даими ҡыҫылырға маташыр, тик был һеҙҙең файҙаға ғына булыр.

Уҡсы (23.11 – 21.12)

Элек тамамланмайынса ҡалған эштәргә кире тотонорһоғоҙ. Был һеҙгә бер ниндәй ҙә ҡыйынлыҡ та тыуҙырмаҫ. Шаршамбыла етди һөйләшеү көтөгөҙ. Уның йомғаҡтары күңелегеҙҙе тағы ла күтәрер.

ӨМӨТБАЙ.

 

Автор: Рөстәм Илтенбаев
Читайте нас