...Яйлап ял итә-итә барырбыҙ, тип улар шәмбе иртән иртүк юлға сыҡты. Эй, үҙебеҙҙең яҡтың матурлығы! Хөрриәт, торғаны бер ожмах инде. Мәликә тәҙрәнән күҙҙәрен алмай, тирә-яҡҡа һоҡланып барҙы. Шулай килә торғас, таныш ауыл исемен күреп, аптырап ҡалды.
– Был беҙ йәшәп киткән ауылмы әллә? – тип иренә ҡараны.
– Шул.
– Ниңә, юл ошонан үтә инеме ни әле ул?
– Юҡ, яңы юл һалғандар. Элек аҫтан ине.
– Шулайҙыр, бер ҙә таныш һымаҡ түгел шул. Үҙгәреп бөткән икән был яҡтар ҙа. – Мәликәнең башында кинәт кенә ауылды күреп сығыу теләге тыуҙы. Ни тиһәң дә, дүрт йыл ғүмерҙәре шунда үткән. Ваҡыт етерлек. Оло юлдан да алыҫ түгел, ни бары өс саҡрым ғына. – Әйҙә инеп сығабыҙ, ситтән генә булһа ла ҡарап китәйек, бәлки, таныштарҙы осратырбыҙ, – тип иренә ҡараны.
Рауилдың артыҡ теләге булмаһа ла, ҡаршы килмәне. Үҙенә лә ҡыҙыҡ булып китте: ауыл үҙгәргәнме, бергә эшләгән иптәштәре нисек йәшәп ята? Улар “һә” тигәнсе ауылға килеп инде. Юл зыярат эргәһенән үтә. Унда йыйылған халыҡты күреп, туҡталырға булдылар.
– Кем үлгән икән? – тип Рауил үҙ алдына тигәндәй һөйләнеп ҡуйғайны, таныш түгел ир әйләнеп ҡарамай ғына:
– Шәкир ҡарт, – тине.
– Кем? – тип шунда уҡ Мәликә иренә ҡараны. – Шәкир тиме?
Ҡатындың йөҙө күҙгә күренеп үҙгәрҙе. Үлгән кешеләр тураһында алама әйтергә ярамаһа ла: “Дөмөккән икән”, – тип ысҡындырғанын һиҙмәй ҙә ҡалды.
...Туҡһанынсы йылдар башында донъялар үҙгәреп, магазиндарҙа аҙыҡ-түлек талонға ғына бирелә башлағас, Өфөләге фатирҙарын бикләп, үҙебеҙ мал, ҡош-ҡорт аҫрап йәшәрбеҙ, тип ошо ауылға сығып киткәйне улар. Рауил ҡасандыр вахтаға бергә йөрөп эшләгән иптәш егетен осратҡан да, тегеһе үҙҙәренең ауылына барырға ҡоҙалаған. Йәнәһе, совхоздарында уның кеүек иретеп йәбештереүселәр бөтөнләй юҡ, «начальство күҙеңә генә ҡарап торасаҡ. Буш торған йорттар етерлек, йәнең теләгәнен һайлап алырһың, май эсендәге бөйөр һымаҡ йәшәрһегеҙ». Ысынлап та, унда күскәндәренә бер ҙә үкенгәндәре булманы. Йәш, көслө саҡтары. Гөрләтеп донъя көтөп алды ла киттеләр. Хәҙер иҫкә төшөрһәң, иҫең китерлек. Сит ауылға нисек йөрьәт итеп сығып киткәндәр, тиһең?
Балалары мәктәпкә йөрөнө, Рауил үҙенең һөнәре буйынса совхозға урынлашты, Мәликә ауыл халҡынан һөт йыйҙы. Йыуаш ҡына, тыңлаусан бер бейәне биреп ҡуйҙылар үҙенә. Быға тиклем ат янына яҡын барырға ҡурҡҡан Мәликә, нисектер, уға тиҙ генә эйәләште, хатта егергә лә өйрәнде. Көн дә иртән ысыҡ кисеп, шул бейәне йүгәнләп алып ҡайта ла арбаға феләктәрен ултыртып, шалтыр-шолтор сығып та китә. Ауыл бисәләре уның килгәнен тулы биҙрәләре менән урам буйына сығып ҡаршы ала. Ә аты һөттө үлсәп, бушатҡанын тыныс ҡына көтөп тора. Шул тиклем дә аҡыллы мал булыр икән. Мәликә матур итеп ҡарағас, көрәйеп, йомороланып китте, әкиәттәге дөлдөлөң ары торһон.
Ана шул ваҡытта хужаһыҙ ҡалған бер эт эйәләп алды бит үҙҙәренә. Быға тиклем, өйҙәре янына килгәнендә, бер нисә тапҡыр ашатып сығарғайны, хәҙер бер тотам ҡалмаҫ булды ла ҡуйҙы. Көн дә бергә “эшкә” йөрөйҙәр. Ат туҡтаһа, ултырып ял итә, ҡуҙғалып китһә, ул да тороп йүгерә. Исемен белмәгәс, түшендә ағы булғанға, Мәликә уға “Аҡтүш” тип өндәште. Һөттө йыйып бөткәс, йәйләүҙән килгән тракторҙы тау башында көтөп торалар. Мәликә феләктәрен шунда тейәп ебәрә.
Бер заман ваҡытынан алдараҡ килделәр ҙә, ҡатын арбаға ял итергә ултырып торҙо. Эте, ни эшләптер, аяҡ аҫтында буталды ла буталды. Быға тағы ни булған, тип ҡарағайны, иҫе китте: Аҡтүш уның салбар балағына йәбешкән дегәнәктәрҙе тешләп тартып ала ла, ергә төкөрә. Ғәжәп итте Мәликә. Аптырамаҫлыҡ та түгел шул. Һөйләһәң, әҙәм ышанмаҫ. Аҡтүштең күрһәткән яҡшылығы күп булды инде ул. Бигерәк шәп эт булып сыҡты.
Баштараҡ ауыл малайҙары Рөстәмгә бәйләнеп бер булды. Бер көндө шулай һеңлеһе Гөлсәсәк менән мәктәптән ҡайтып киләләр ине, тегеләр ҡыуып етте лә, береһе Рөстәмдең сумкаһын тартып алып футбол тубы һымаҡ типкеләй башланы. Инде тотоп алайым ғына тиһә, сумка икенсеһенә оса. “Бирегеҙ ағайымдың сумкаһын!” – тип Гөлсәсәк сайылдап сумкаға барып йәбеште. Аҡтүш таныш тауышты ишетеп ҡалғандыр, күрәһең, шунда уҡ ҡаршы сығып та сапты. Малайҙар табандарын ялтыратҡанын һиҙмәй ҙә ҡалды. Уның ҡарауы, һуңынан Рөстәм дә, Аҡтүш тә уларҙың яҡын дуҫына әйләнде. Үҙҙәренең сираты еткәндә ауыл көтөүен дә көтөштө эт. Берәй мал ситкә китеп кенә ҡараһын! Хәҙер бороп алып килә. Нимә әйтереңде аңлап торған һымаҡ.
Нисек кенә аҡыллы, тыңлаусан булмаһын, ни өсөндөр Аҡтүш үҙҙәренән өс-дүрт өй аша йәшәгән Шәкир ҡартты яратманы. Ул күренһә, ене ҡупты, ҡаршыһына ләүкелдәп өрмәйенсә сыҡмай ҡалманы. Тегеһе асыуынан ни эшләргә белмәй, ҡулына нимә тура килә шуны бәреп, уҫал янап, тиргәшеп саҡ үтеп китә. Башҡа бер кемгә улай эшләмәй. Юғиһә көнөнә нисәмә кеше эргәләренән уҙа. Был ҡарт үҙе үсектергәндер йә һуҡҡандыр. Яһиллығы йөҙөнә сыҡҡан әҙәм инде. Ауылда ла яратып бөтмәйҙәр үҙен. Бер көндө шул Шәкир ғүмер буйы бәйҙә торған башмаҡ ҙурлыҡ овчаркаһын тотоп, Мәликәләргә килеп инде.
– Эттәрҙе һуғыштырырға тип килдем әле. Кемдеке еңер икән? – ти был ҙур йәшел күҙҙәрен йылтыратып.
Күренеп тора, үҙенең эте еңеренә ышанысы ҙур. Аҡтүштең үҙен яратмағанын белеп, үсен алырға килгән был. Ҡатындың ҡото алынды.
– Һеҙҙеке көслөрәк икәне былай ҙа күренеп тора инде. Юҡ менән булмағыҙ әле, ағай, бар, ҡайтығыҙ. Хәҙер балалар мәктәптән ҡайта, ҡурҡырҙар.
Шуны ғына көткәндәй, ҡапҡа асылып китте лә Рөстәм килеп инде.
– Ә-ә-ә, бына улым да ҡайтты, эттәрҙең көс һынашҡанын ҡарағың киләме? – тип ауыҙын ҡыйшайтып йылмайғандай итте.
Эштең нимәлә икәнен һиҙеп ҡалған Рөстәм йүгереп барып этен лапаҫҡа бикләп ҡуйҙы. Овчарка өҫкә үрәпсеп-үрәпсеп ырылдай, тотоп тыйғыһыҙ. Уғаса булмай, Аҡтүш лапаҫ аҫтынан килде лә сыҡты бит. Шәкирҙең “фас!” тип команда биреүе булды, тегеһе барып та йәбеште. Рөстәм этен йәлләп үкереп илай башланы. Үлтерә бит был хәҙер Аҡтүште! Мәликә күҙе аларған овчарка менән хужаһын нисек тынысландырырға белмәй, тегеләй-былай йүгергеләне, ләкин бер ни ҙә эшләй алманы. Эх, Рауилы өйҙә юҡ шул.
Алыш ҡаты барҙы. Ә Шәкир бер ни булмағандай, этен хуплап дәртләндереп тороуын белде. Тегеһе Аҡтүште бөрөп алып бара. Быны күреп, Рөстәм түҙмәне, таяҡ алып этен яҡлашырға ашыҡты. Әсәһе саҡ ҡына һиҙмәйерәк ҡалды шул. Ярһыған алабай уға йомолдо. Хатта Шәкир үҙе тотоп тыя алманы. Шул саҡ ерҙә хәлһеҙләнеп ятҡан Аҡтүш бөтә көсөнә тороп баҫып, дошманының боғаҙына барып йәбешмәһенме! Оҙаҡ ҡына барҙы алыш, овчарка ҡанға батты. Шәкир ярһыуынан ыҫылдай башланы. Этенең еңелә башлағанын күргәс, тиҙерәк ҡапҡаны асып, алып сығыу яғын ҡараны. Уның асыуының сиге юҡ ине. Хәле бөтөп саҡ ҡайтып инде лә бөтә үсен этенән алды: “Шул бер сәүеккә бирешеп тораһың, йүнһеҙ! Нимес овчаркаһы, имеш. Юҡҡа ашатып тотаммы ни мин һине?” – тип былай ҙа йәрәхәтләнеп һыҙланған бер ғәйепһеҙ хайуанды ярһыуы баҫылғансы туҡманы. Уның йөрәк өҙгөс сыйылдауы бөтә урамға ишетелде. Йәлләнеләр, тик барып яҡлашырға береһе лә батырсылыҡ итмәне. Уға ышанһаң, үҙеңде күҫәкләп сығармаҫ, тимә.
Был хәл инде онотолоп, аҙна-ун көн тирәһе ваҡыт үткәндер. Аҡтүш тә яйлап йүнәлә башланы. Элекке кеүек хужабикәһе менән эшкә йөрөнө. Әммә тағы ла күңелһеҙерәк хәлдәр алда көткән икән. Бер көндө кис тышҡа сыҡҡан Рауил Шәкирҙең үҙ ихатаһында йөрөүен күреп, аптырап китте.
– Һиңә тағы нимә кәрәк? Яныңа үҙем барам, тип йөрөй инем әле. Ни эшләп балаларҙы ҡурҡытып, этең менән беҙгә килеп йөрөгәнһең?
– Эй ҡустым, улай дорфа һөйләшмә әле, асыуланырлыҡ бер ни ҙә юҡ. Уның ҡарауы, этегеҙҙең минекенә ҡарағанда шәберәк икәнлеге асыҡланды. Шатланырға кәрәк. Овчарка һынлы овчарканы туҡмап ҡайтарһын әле. Маъмайҙарҙың һуғышҡанын балалар урамда ла күрә инде. Ҡыҙыҡ булһын, тип кенә көрәштергәйнем. Әле бына ҡуяндар сығып киткән дә, бәрәңге баҡсаһы буйлап эҙләп, һеҙгә килеп сыҡҡанмын, шул ғына... – тине лә һыпыртыу яғын ҡараны.
“Был тиктомалға йөрөмәҫ, берәй этлек уйлап килгән, моғайын”, – тип уйлап, Рауил инеп китергә ашыҡманы. Күңеле нимәлер һиҙенде. Аҡтүште саҡырып ҡараны, тегеһе килмәне. Урамда йөрөймө икән?
– Аҡтүш! Аҡтүш, фьют, фьют...
Йүгереп инеп, өйҙән фонарик алып сыҡты. Лапаҫҡа инде. Унда... Саҡ-саҡ тын алып, һуҙылып төшөп Аҡтүш ята.
– Аҡтүш, нимә булды һиңә? Шәкирҙең генә эше. Этенең туҡмалғанын кисерә алманы инде. Үәт, ҡәбәхәт.
– Нимә эшләп инмәй оҙаҡлайһың ул? – тип уғаса булмай Мәликә килеп сыҡты.
Эштең ниҙә икәнлеген күреп, өйҙән һөт, һыу сығарып биреп ҡараны. Эттә уның ҡайғыһы юҡ ине. Ауыр итеп тын алып, бер нисек тә ярҙам итә алмайһығыҙмы ни, тигәндәй тилмереп хужаларына ҡарап тик ятты. Буй-буй булып аҡҡан күҙ йәштәре ярылып ята, бахырҡайҙың. Рауил тиҙ генә машинаһын ҡабыҙып, мал табибын алырға китте. Ул этте ҡарағас, ағыуланған булыуы тураһында әйтте.
Аҡтүштең үлемен барыһы ла ауыр кисерҙе. Балалар буҫығып иланы. Мәликәнең йөрәге әрнене. Рәнйене ул был яман кешегә...
– Баянан бирле ҡарап торам, Мәликә, әллә һин инде? – тигән тауышҡа ҡатын терт итеп ҡалды.
Бер аҙ текләп торғас ҡына танып ҡалды – күрше Райхана икән.
– Уй, Райхана, һаумы, һаумы, күрше. Хәлдәрегеҙ нисек?
– Арыу ғына былай. Үҙегеҙ ни хәлдә һуң? Нисек килеп сығырға булып киттегеҙ әле? Ҡайтып киткәнегеҙгә лә байтаҡ бит инде хәҙер.
– Шулай, егерме йылдан артыҡ.
– О-о-о, шул тиклем ғүмер үткәнме? Әйҙәгеҙ, бында ни эшләп тораһығыҙ? Беҙгә барайыҡ, сәй эсеп китерһегеҙ.
– Рәхмәт, инеп торорға ваҡыт юҡ. Юл ыңғайы ғына һуғылдыҡ. Күреп китергә уй бар ине лә, оҙаҡлабыраҡ киттек. Башҡа ваҡытта килеп сығырбыҙ әле. Шәкир донъя ҡуйған икән, ауырынымы?
– Ю-у-ҡ, шап-шаҡтай йөрөп ята ине әле. Кинәт кенә китеп барҙы. Йәшәмәне түгел, йәшәне – һикһәнде уҙҙы инде. Ауылда төрлө хәбәр йөрөй. Әбейе үҙе: “Ағыу эсерҙем. Йәшәремде йәшәгәнмен, бер нәмәнән дә ҡурҡмайым. Ҡалған ғүмерем тыныслыҡта үтер, исмаһам, күптән кәрәк булған”, – тип һөйләнеп йөрөгән, тиҙәр, ысын булһа. Бисараға көн күрһәтмәне бит. Һиңә һөйләп тораһы түгел инде, үҙең беләһең Шәкирҙең ниндәй кеше булғанын. Бер тирәлә йәшәнек тә.
Ишеткәненән Мәликәнең иҫе китте. Ағыулап үлтергәндәр... Бына нисек булып ҡуя? Үҙенең этлеге үҙенә ҡайтҡан. Әҙәм балаһы нилектән шундай яһилға әйләнә икән? Шәкирҙең дә, ана, ҡарап тороуға бөтә нәмәһе булды, етеш йәшәнеләр. Тик кешегә барыбер нимәлер етмәгән. Ғүмер буйы донъянан йәм тапмай, яҡындарыңа тынғы бирмәй йәшә әле.
Мәликә юл буйына шул турала уйланып барҙы. Хәтирәләре яңырып, йөрәген өйкәне. Өләсәһе мәрхүм һәр ваҡыт: “Рәнйеш алырға тырышмағыҙ, рәнйеш бер ваҡытта ла ебәрмәй”, – ти торғайны. Ә был әҙәм аҡтығы Аҡтүштең рәнйешен алмаған, тиһеңме ни? Юғиһә шундай үлем килер инеме ни?
Хәлиҙә ЧЕМБАРИСОВА.