Бөтә яңылыҡтар
Махсус биттәр
16 Ғинуар , 22:00

Бурыс

Уларҙың тәндәре тәнгә ҡу­шылыуға ике генә аҙым, бер ынтылыу ҡалғайны. Өс йыл буйы бер-береһен ситтән генә күҙләп, ҡараштар менән генә иркәләп йәшәгән ике бисара йән, ниһайәт, батырсылыҡ итеп, аңлашырға әмәлен тапты. Юҡ, улар тәү ҡараштан хис­тәренең уртаҡ икәнен һи­ҙемләне. Әммә әйтелмәгән һүҙҙәр, сиселмәгән серҙәр нисектер икеләнергә сәбәп ҡал­дырҙы. Ә бөгөн улар тәүге тапҡыр аулаҡта ҡалып, бер-береһенә хистәрен аңлатты.– Мин һиңә тәү ҡараштан ғашиҡ, Зөһрә. Исемең есемеңә тап килә бит – күңел йыһа­нымдың иң яҡты йондоҙо һин...– Мин дә һине яратам!..

Бурыс
Бурыс


Бер аҙға һуҙылған уңайһыҙ тынлыҡтан һуң, телдәр генә түгел, ҡараштар ҙа, күңелдәр ҙә бер-береһенә булған ҡайнар тойғоларын еткерҙе. Уларҙың тәндәре тәнгә ҡушылыуға ике генә аҙым, бер ынтылыу ҡалды... Тик бер-береһен ҡосаҡларға һуҙылған ҡулдар һәленеп төштө: хистәрҙән намыҫ төшөнсәһе көслөрәк булып сыҡты. Сөнки уларҙың күңелдәрен ялмап алған, йөрәктәрен дәртлерәк тибергә мәжбүр иткән самими хис­тәрҙән тыш, икеһенең дә ҡорған донъяһы, никахлашҡан хәләле һәм ата-әсә наҙына мохтаж балалары бар ине. Иҙел нимә эшләргә белмәй, тәҙрәгә табан боролдо, Зөһрә иһә, бында тағы бер нисә минутҡа ғына ҡалһа ла төҙәтә алмаҫлыҡ хата ҡылырын аңлап, ашыға-ашыға сығып китте...
...Зөһрә менән Азаттың ата-әсәләре йәштән аралашып йәшәгәс, улар бала саҡтан дуҫ булды. Бер урамда үҫтеләр, бер мәктәптә белем алдылар. Араларында мөхәббәт хисе булманы, шул уҡ ваҡытта дуҫ­лашып йөрөгән йәрҙәре лә юҡ ине. Гел бергә йөрөгәс, туғ­андары ла, һабаҡташтары ла уларҙы пар итеп ҡабул итте. Ҡыҙҙың институт тамамлағас, артабан фән юлынан китергә ине ниәте, тормошҡа сығыу тураһында уйламаны ла. Тик яҙмыш ҡына уға бөтөнләй икенсе юл әҙерләгәйне.
Диплом алып, шатлыҡ ур­таҡлашырға ҡайтҡан Зөһрә өйҙә оло ҡайғыға дусар булды: тап шул төндә атаһы башын элмәккә тыҡҡан. Билдәһеҙ сәбәптәр менән төрлө банктан ете кредит алған булған. Түләй алмағас, ғәрләндеме, әллә янауҙар булдымы, әллә ни өсөндөр тағы ла аҡса кәрәктеме – яҡындары өсөн сер булып ҡалды.
Атаһы үлгәс, һин дә мин йөрөгән әсәһе лә биреште. Көнө-төнө илаған ҡатынды ҡыҙы нисек йыуатырға бел­мәне. Атаһы алған кредиттарҙы банк вариҫтар өҫтөнә һалды – ҡыҙ тиҙ арала эшкә урынлаша һалды. Әсәһе менән ҙур би­ләмәлә ултырған ике ҡатлы йорттарын һатып, бәләкә­йерәген алырға, ҡалған аҡса менән бер нисә бурысты булһа ла ҡапларға хәл иттеләр. Гаражда ултырған иҫке машина ла кәрәкмәҫ, тигән фекергә килделәр. Шулай осо-ҡырыйы күренмәгән проблемаларҙы хәл итеү юлдарын эҙләй-эҙләй баш ватҡан мәлдә уларға ата-әсәһе менән Азат килеп инде. Ауыр хәлдә ҡалған йән дуҫтарына ике лә уйлап тормай, аҡсалата ярҙам итергә килгәйнеләр.
– Һай, Марат дуҫҡай буш итте... Бер һөйләһен ине тағы аҡса кәрәк, тип. Эш унда ғына булһа, ярҙамһыҙ ҡалдырыр инекме ни?! Уны һаҡлай алманыҡ, һеҙҙе яңғыҙ ҡал­дырмайбыҙ! – тине Юлай ағай һәм Зөһрәгә бер конверт аҡса тотторҙо. – Азатҡа фатир алһаҡ, тип йыя башлаған аҡса был. Баш һау булһа, аҙаҡ алырбыҙ. Әле өйләнмәгән, яңғыҙ башы. Өйләнһә лә, йортобоҙ ялан тиклем, һыйырбыҙ. Хәҙерге ва­ҡытта һеҙҙең проблеманы хәл итергә кәрәк.
Зөһрә шатлығынан ғаилә дуҫтарын ҡосаҡлап алды ла, үкһеп-үкһеп иланы. Проблемалары менән яҡын туғандарына ла барырға батырсылыҡ ит­мәгәндә Азаттың ғаиләһе үҙҙәре белеп ярҙам ҡулы һуҙыуы мөғжизә кеүек ине. Ә бер йыл тирәһе ваҡыт үткәс, әсәләре йәштәрҙе өйләнешергә димләне. 25-кә яҡынлап та, шашып яратыуҙың ни икәнен белмәгән, тыныс холоҡло, яманаттары сыҡмаған тәртипле йәштәр нисектер шунда уҡ ризалашты ла ҡуйҙы. Азат нимә уйлағандыр – белмәй, ә Зөһрә өсөн ярҙамдарынан һуң ер йөҙөндәге иң ышаныслы һәм яҡын кешеләр уларҙың ғаиләһе ине. Ғүмер буйы ҡурсыулы, яҡлаулы булырын алдан аң­ланы. Ул иренә лә, ҡайны-ҡәйнәһенә лә ихтирамлы, иғ­тибарлы булды. Күңел тү­рен­дәге рәхмәт хистәре мөхәб­бәткә әүерелмәһә лә, яйлап ҡына ҡәҙерле кешеләренә әйләнде улар. Бер-бер артлы ике улдары тыуҙы. Киноларҙа күргән, китаптарҙа уҡыған иҫ киткес һөйөү тойғоларын татымаһа ла, йәш ҡатын үҙен бәхетле һанай ине.
Өс йыл элек Азаттың ике туған һеңлеһе кейәүгә сыҡты. Туй көнө улар бер-береһе менән тәү тапҡыр осрашты ла инде. Һәм тәү ҡараштан бер-береһенә ғүмерлеккә ғашиҡ булдылар. Яҙмыштың уҫал шаярыуы ине был – бер ҡасабала йәшәп, уның туғаны менән тиҫтә йыл ғүмер итеп, быға тиклем Иҙелде күргәне бул­маған. Иртә саллана башлаған сәстәреме, мөләйем йөҙөмө, ихласлығымы – Зөһрә уның нимә менән арбауын аңла­маны. Улай тиһәң, төҫкә-башҡа Азаты күпкә матурыраҡ кеүек. Холҡон иһә бөтөнләй белмәй. Ә белмәгән кешегә нисек күңел тартыла һуң ул? Ҡатын үҙенең хис-тойғоларын бөтөнләй аң­ламаны. Табында урындары ла бер тирәлә ине, Иҙел һәм уның ғаиләһе менән яҡынданыраҡ танышыу мөмкинлеге булды. Балалары һә тигәнсе дуҫлашып алды, килендәше лә аралашыусан кеше булып сыҡты. “Туғандар булып та, быға тиклем танышмау, аралашмау оят, эйеме?” – Динараның был һүҙ­ҙәре менән ризалашҡан кеүек баш ҡаҡһа ла, Зөһрә: “Хоҙай аралаған!” – тип уйланы ҡапыл.
Тик быға тиклем хыянаттан һаҡлап килгән юғары көстәр артабан уны ныҡлап һынарға теләне, шикелле – ғаиләләре менән йыш осраша башланылар. Тәүҙә оло улдары тыуған көнөнә яңы танышҡан туған­дарын, дөрөҫөрәге, уларҙың балаларын саҡырырға теләне. Аҙаҡ тегеләр яуап итеп үҙ­ҙәренә ҡунаҡҡа саҡырҙы. Уртаҡ туғандар ҙа уларҙың дуҫлығын күреп, табындарға бергә әйтә башланы. Был осрашыуҙар Зөһрә менән Иҙел өсөн күңел байрамы ла, шул уҡ ваҡытта оло ғазап та ине. Ике ғашиҡ йән бер-береһен өнһөҙ-тынһыҙ, ҡараштар менән генә яратып йәшәне. Мөлдөрәмә хистәрен, наҙҙарын сайпыл­дырмаҫ, баш­ҡаларға һиҙҙермәҫ өсөн Зөһрә бөтә булған сабырлығын яр­ҙамға саҡырҙы. Тора-бара был хәленә күнекте, хатта йәшерен хистәренән дә бәхет табырға өйрәнде. “Яра­тыуҙың нимә икәнлеген дә белмәй йәшәүем бар ине бит...” – тип үҙен йыуатты.
Ә бөгөн улар тәүге тапҡыр икәүҙән-икәү генә осрашты. Әгәр теләһәләр, күптән әмәлен тапҡан булырҙар ине. Тик намыҫ, күңел матурлығы менән йәшәп өйрәнгән кешеләр үҙ­ҙәре теләп яңылыш ғәмәлгә бармайҙыр. Иҙел менән Зөһрә лә хистәрен белдерергә, осрашыу эҙләргә тырышманы. Шулай ҙа, яҙмыш уларға ошо мәлде бүләк иткәс (Динара килендәшен баҡса еләген йыйып алырға саҡырғайны, тик уны көтмәгәндә эшенә саҡырт­тылар), күңелдәрен асырға батырсылыҡ иттеләр.
Зөһрә үҙенең бурысын онотманы. Бер генә минутҡа ла иҫенән сығарманы. Юҡ, Азат ата-әсәһе менән биргән аҡса өсөн түгел. Ә уларҙың кешелеклелеге, йөрәк йылыһы, ауыр саҡта терәк булғаны өсөн бурыслы ул. Аллаһы Тәғәлә алдында никах менән нығытҡан вәғәҙә бурысы бар. Һәм “атай” тип өҙөлөп торған ике бала алдында әсәлек бурысы бар. Хистәр нисек кенә ҡайнар, көслө булмаһын, был бурыс­тарҙы ҡаплай алмаясаҡ. Кире­һенсә, хыянат уларҙы бермә-бер арттырып, ғүмерлек йөк булып, намыҫ утында ян­дырасаҡ. Ауырлыҡтан, өмөт­һөҙлөктән ҡотҡарған кеше­ләрҙе ҡараға буярға хаҡы юҡ Зөһрәнең. Шуға ла ваҡытында намыҫы уяныуға, һөйгәне янынан сығып китергә көс таба алғанына ҡыуанып, ҡатын урам буйлап барҙы ла барҙы.
Иҙелгә булған хистәренең үтә лә тәрәнлеген, уны ғүмеренең ахырына тиклем яратырын аңлай ул. 32 йәшенә тиклем тәләфләнмәгән, бөтөн килеш һаҡланған күңеле бынан һуң да ваҡланмаясаҡ. Әммә ике ке­шенең бәхете өсөн тиҫ­тәләрсә кеше күҙ йәше түгергә, бә­хетһеҙлек кисерергә хаҡы юҡ. “Һуңланыҡ шул, Иҙел, һуң­ланыҡ. Яҙмыш иңдәребеҙгә оло бурыстар һалғас, ғаилә ептәре менән сырмағас осрашып һуңланыҡ...”
Ә уларҙың йәндәре береккән, тәндәре ҡушылыуға ике генә аҙым, бер ынтылыу ҡалғайны...

Гөлнур ҠЫУАТОВА.

 

Автор: Гөлнур Ҡыуатова
Читайте нас