– Колхоздың аты юғалған икән. Теге Шатун тигән шәп айғыры юҡ булған бит, ишеттеңме, күрше?
– Юҡ, ишетмәнем. Ҡайҙа булған икән? Эт-ҡош теймәһә…
– Эт-ҡошҡа ғына бирешеп тормай инде ул.
– Эйе шул, анау хәтлем айғыр.
– Бәлки, үлән утлап йөрөп, алыҫҡараҡ киткәндер.
Күршеләр үҙҙәре яғына ыңғайлаған Закирйәнде, юғалған айғыр тураһында бер-бер хәбәр ишетмәнеме икән, тип түҙемһеҙлек менән көтөп алды. Белһә, ул беләлер һуңғы яңылыҡты, идара тирәһендә эшләй бит.
– Закирйән ҡустым, кил әле яҡыныраҡ, – тип һүҙ ҡушты Миңлейәр. – Теге юғалған ат тураһында берәй хәбәр ишетелмәйме?
– Юҡ шул, Миңлейәр ағай, һыуға төшкәндәй, зым-зыя юҡ булды бит. Инде өсөнсө көн эҙләйҙәр, таба алмайҙар.
– Тышаулап ебәрмәй... – тип һүҙгә ҡушылды Әхмәҙиә.
– Тышауларға, ул бит арбаға егелгән булған. Идарала йыйылыш барған арала ғына юҡҡа сыҡҡан. Иң мөһиме – берәү ҙә күрмәгән дә, белмәй ҙә.
– Силсәүит алдынан алып китерлек булғас, бер ғиллә бар инде улайһа.
– Шулай шул. Көн иртә кисләй бит. Йыйылыш һуңғарып китте, етмәһә.
– Марат ағай нимәгә ат менән килгән инде ул йыйылышҡа? Ат ҡараусыға ҡалдырып килһә булмағанмы?
– Ул эшенән тура килде. Йыйылыш һуңынан Хисмәт баҫыуындағы трактористар янына барып урарға тейеш ине.
– Ай, әттәгенәһе, сыҡһа, ат юҡ, тиң.
– Шулай шул. Тәүҙә барыбыҙ ҙа бағанаға насар бәйләнгәнһеңдер ҙә, ысҡынып киткәндер, тиештек.
Колхоз бригадиры егеп йөрөгән дөлдөлдәй айғыр юҡ булды ла ҡуйҙы. Эҙләп ҡайҙарға ғына барманылар ҙа, кемдәргә генә мөрәжәғәт итмәнеләр. Яҡын-тирәләге кәрт һалыусы ла, күрәҙәлек ҡылыусы ла ҡалманы. Төрлөһө төрлөсә юраны.
Күрше районда бик шәп белемсе йәшәй тигәс, ышанып етмәһә лә, Марат ағай ҡәйнеше Рәсилде эйәртеп шунда юлланды. Аттың фотоһын һораны уныһы. “Ат кеше түгел дә инде, уның ҡайҙан кәртешкәһе булһын”, – тип Марат ағай көйәләнһә лә, Шатундың да кәртешкәһе булған икән. Район һабантуйында гел беренселекте алғас, фотоға төшөргән булғандар, бәхеттән, шул фото табылды. Айғырҙың рәсемен ҡарағас, теге белемсе ҡатындың йөҙө ҡара янып сыҡты. Быны күргән Марат ағай һағайып ҡалды. Тимәк, тигенгә түгел, тигән борсоулы уй бырауланы уның мейеһен. “Әгәр теге бәндәләр миңә үс итеп Шатунды юҡ итһә, нимә эшләргә?” – тигән уй йәшен тиҙлегендәй ялмап алды йәш бригадирҙы. Булыр уларҙан. “Йәш кенә көйөңә беҙҙе өйрәтергә, молокососһың әле. Телеңде тыя белмәһәң, ҡан ҡоҫасаҡһың. Күререң алда әле”, – тип янағандары ла булды инде. Эшләмәйҙәр тип тә әйтеп булмай үҙҙәрен, тик бер генә иҫкәртеүҙе лә күтәрә алмайҙар. Һеркәләре һыу күтәрмәй, үпкәләргә әҙер торалар. Эш урынында эсергә ярамай, эш ваҡытында кәрт һуғып ултырыу тыйыла, тип бар, әйтеп ҡара үҙҙәренә, шунда уҡ тере дошман күрерҙәр. Һуңғы осор уттай эш ваҡытында бал килтереп эсеп ултырғандарында иҫкәрмә яһағайны Марат, ана ҡайһылай ҡыҙып киттеләр.
Белемсе ҡатын Шатундың һүрәтен улай-былай әйләндереп ҡараны ла: “Ниңә ерҙән эҙләйһегеҙ? Һыуҙан эҙләгеҙ, һыуҙа тора. Әлбиттә, тере түгел. Яуыз уйлы әҙәмдәр, ә улар өсәү булған, алып китеп, һыуға батырып киткән”, – тине.
– Ат йөҙә белә лә инде, ул һыуҙа нисек түҙеп торһон? – тип һорай һалды Рәсил.
– Сыға алырлыҡ итмәгәндәр шул. Муйыны нимәгәлер ҡайырылған, – тине ҡатын. – Ҡайтығыҙ ҙа, ауылығыҙ эргәһендәге йылға-күлдәрҙән эҙләгеҙ, шунда ул.
– Аттың ни ғәйебе бар инде? Ул бит телһеҙ йән эйәһе…
Белемсе ҡатындың әйткәндәренә әллә ни ышанып етмәһә лә, Марат бер төркөм хеҙмәттәше менән шул уҡ көндө эргә-тирәләге йылға-күлдәрҙе тағы ла бер ҡат ҡарап сығырға булды.
Оҙонгүлдең ҡуйы тал менән ҡапланған еренән барып таптылар айғырҙы. Тал ышығында, бөтөнләй күренмәҫлек ерҙә торған меҫкенең. Ҡолаҡтары ғына күренә. Шатундың башы дилбегә аша ҡайырылып, йүгән менән тәртәгә бәйләнгәйне. Сыбыртҡылап ҡыуып индерелгән хайуанҡай тәрән ергә етеп, артабан китә алмай, сәсәп йән биргән. Бер гонаһһыҙ ат һынлы атты һәләк иткән ҡанһыҙҙар, ошо хәлдән һуң кем инде улар? Ғөмүмән, уларҙың кеше булып был ерҙә йәшәргә хоҡуғы бармы?
Шик, әлбиттә, теге өс яуызға төштө, әммә күреүсе лә, белеүсе лә булмағас, иҫбат итә алманылар. Тикшереүселәр, тәфтишселәр күпме генә көс һалмаһын, ғәйеплене тапманы…
Аттың хужаһы булараҡ, сығымды түләү Марат ағайҙың елкәһенә төштө. Ни эшләһен инде, ғаилә барлы-юҡлы йыйынтығына ҡушып, балаларын аҡтан өҙөп, һауын һыйырын да һатып, аттың хаҡын колхозға кире ҡайтарҙы. Һаҡһыҙлыҡ күрһәткәне, колхоз малын әрәм-шәрәм итеүгә юл ҡуйғаны өсөн ҡаты шелтә лә бирелде. Эй, ул саҡтағы ҡаңғырыҡ… Түгелгән күҙ йәштәре, ҡатынының рәнйеше, балаларының аҡтан мәхрүм ҡалыуы, Мараттың йоҡоһоҙ төндәре… Иң үкенеслеһе, шундай шәп атты юғалтыу ине. Күҙең менән күрмәгәс, күңел һиҙенһә лә, тәғәйен генә кешене ғәйепләп булмай. Үсләшеп йөрөгән теге өсәүҙең генә эше икәнлеген һиҙеп, күреп тора инде Марат былай ҙа. Ошо хәлдән һуң, Маратты урамда тап итһәләр, ҡайһылай тантаналы төҫ менән эргәһенән үтә башланылар! Йәнәһе, томшоғоңдо ҡыҫҡарттыҡмы, әллә кем булып йөрөһәң, аҡылға тиҙ ултыртырбыҙ, тигәндәй, уның янында кинәйәле хәбәр һөйләп, төрттөрөр булып киттеләр. Марат, ауыр булһа ла, иғтибар итмәҫкә тырышты.
Хоҙай, үҙең тырыш булһаң, тереләргә тереклек итергә ярҙам итә бит ул барыбер. Туғандарының ярҙамы менән һәүкәш һатып алып, тиҙҙән һөт-ҡаймаҡлы ла булып китте Мараттар. Тормош үҙ ағышы менән яйлап аға барҙы. Йәйҙе – көҙ, уныһын ҡыш алмаштырҙы. Ауылдың бөтмәҫ-төкәнмәҫ көндәлек мәшәҡәттәрен унда йәшәгән кешеләр үҙҙәре генә белә. Көҙгө ураҡ эштәрен саҡ тамамлаған ауыл кешеһенә, тәүге ҡырпаҡ ҡар төшөү менән, мал-тыуары өсөн ҡышҡы ризыҡты – бесәнен кәртә-ҡураға имен-аман ташып алыу бурысы килеп баҫа. Һәр кем яйын табып, ошо эш менән мәшғүл була башланы.
Ошондай көндәрҙең береһендә ауылға ҡот осҡос хәбәр таралды. Тап Марат менән этләшеп йөрөгән теге әҙәмдәрҙең Шатун сәсәп үлгән күлгә батыуҙары тураһында ине ул ҡурҡыныс хәбәр…
Эш былай була. Ныҡ ҡына төшөрөп алған әшнәләр колхоз тракторында кемеһенеңдер бесәнен алып ҡайтырға бара. Урау юлдан бармай, ҡайтҡанда күл аша тураға тарталар. Ҡырпаҡ ҡар менән ҡапланып, туңмай ятҡан шәрегә төшөп китәләр. Исмаһам, берәүһе төшөп, боҙҙоң ныҡлығын тикшерһәсе... Икәүһе трактор эсендә үк тонсоҡҡан, сығып та өлгөрә алмаған, меҫкендәрең. Өсөнсөһөн тракторҙан алыҫ түгел ерҙән сығарҙылар. Боҙ өҫтөндә бүреге ятып ҡалған. Тимәк, ул өҫкә ҡалҡҡан булған, тик үлем көслөрәк булып сыҡҡан. Трактор уйылып төшкән ерҙәге боҙ ситтәрендә ҡан таптары ла бар ине. Йәшәү менән үлем араһында көслө алыш булыуы тураһында һөйләй улар. Ҡышҡы кейем үҙе генә ни тора, аҫҡа һөйрәгәндер. Хәйер, ул меҫкен өҫтөндәге фуфайкаһын да сисеп маташҡан, тик бер еңен сисә алмаған. Мәрхүмдәрҙе иртән генә барып таптылар. Төнө буйы көтөп тә ҡайтмағас, ғаиләләре набат ҡаҡҡайны. Бөтә ауыл шаҡ ҡатты.
Марат ағай ҙа шаңҡып ҡалды был хәлгә. Аты юғалғанда белемсегә барыуын һанамағанда, хөрәфәттәргә ышанып бармаһа ла, был аяуһыҙ үлемдең осраҡлы ғына хәл түгеллегенә бөтә күңеле менән инанды. Ҡон ҡайтарыу тигәндәре әллә дөрөҫмө? Ошо кешеләр тарафынан һәләк булған Шатун әллә үс аламы? Шулай булмаһа, ни эшләп шул күл һәм ни эшләп тап Шатун сәсәп үлгән ер?
Әзмәүерҙәй өс ирҙе бер көндә, бер үк сәғәттә ерләнеләр…
Рузидә ҮТӘШЕВА-КӘРИМОВА