Бөтә яңылыҡтар
Махсус биттәр
14 Ғинуар , 22:00

Мөхәббәт бүләк иткән төн (Хикәйә)

Автор тураһында: Нәсимә ҒАЙСИНА 1956 йылда Әбйәлил районында тыуған. Мәғариф ветераны, балалар өсөн өс китап авторы. “Аманат” журналының Мифтахетдин Аҡмулла премияһы лауреаты. Шулай уҡ республика матбуғатында уның шиғырҙары, хикәйәләре даими баҫыла.

Мөхәббәт бүләк иткән төн (Хикәйә)
Мөхәббәт бүләк иткән төн (Хикәйә)


Телефон шылтыраны. Төпкө бүл­мәһенә ыңғайлаған Мәрйәм теләр-теләмәҫ кенә кире боролдо. Таш аҫып ҡуйғандармы ни – аяҡтарын саҡ һөйрәп атлай. Шаҡтай арыған да икән. Ошо арала мәшәҡәттәре лә бермә-бер арта төшкәйне. Килене Кәрименең сирләп, Мәскәү дауаха­на­һында ятҡанын әйт­кәндән һуң, йәне урын тапманы. Кәрим – берҙән-бер балаһы. Күңеле болоҡһоп, ҡапҡан ризығының тәмен юғалтты, ҡулына эш барманы. Йоҡоһоҙ төн­дәрендә Алланан ярҙам һораны: “Эй Раббым, балам бәхете өсөн ярҙамыңдан мәхрүм итмә! Са­быйҙары хаҡына белеп-белмәй ҡыл­ған гонаһтарын ғәфү итә күр!” Улының хәле бер көйө, тигәс, ап­тырауға ҡалды: ҡайһындай ҙур дауаханала ла һауыҡтыра алмайҙар. Бәлки, табиптар аҡса көтәлер, тип һуң булһа ла килененә шылтыратты:
– Йоҡоңдо бүлдем шикелле, килен. Ней... Мин, һыйырымды һатһам, аҡса булыр, тип тороуым әле. Кәримдең гаражда ултырған матасикылын да. Ҡоро тик ултыра бит, машинаһы булғас.
– Йоҡламағанмын әле, ҡәйнәм. Донор эҙләү менән булышам.
– Ул сама доллырҙы ҡайҙан тапмаҡ кәрәк, тип беләләр икән!?
– Аҡса түгел, донор кәрәк. Уға яраған ҡан була, – тине килене, ҡәйнәһе ишетһен тип, тауышын күтәрә төштө.
– Ә-ә, ҡолағым әллә ни ишетә лә ҡуя шул минең...
Башҡаса килененә шылтыратмай торғайны, хәҙерге йәштәргә аҡыл өйрәтәһе түгел. Аҙна элек килене яңы хәбәр еткерҙе:
– Ҡәйнәм, донор таптым. Килеп еттем, тиҙҙән күрешәбеҙ. Иртәгә Өфөгә алып ҡайтам. Ярап ҡына китһен ҡаны Кә­римгә. Һау булып тор, аҙаҡ һөй­ләшербеҙ! – тип ҡабалан ғына хәбәрен теҙҙе.
Ҡайҙа килеп еткән, кем менән күрешә – айышына төшөнә алманы. Шунан һуң оҡшаһа ғына ярай ине доноры, оҡ­ша­маһа, Кәримем менән ни булыр, тип хәбәр көтөп, өйҙән дә сыҡманы. Әле лә килене шылтырата икән:
– Ҡәйнәм, һөйөнсө! Кәрим тәүге дозаһын алды. Организмы ҡабул итте.
– Хоҙайымдың биргәненә мең рәх­мәт! Һөйөнсөңә күлдәк, киленкәйем! Терелеп кенә китһен балаҡайым! Донор кем?
– Рәхмәт! Донор булған кеше тура­һында һуңынан һөйләрмен. Кәримде, организмы йәш, элекке хәленә ҡай­тасаҡ, тине профессор. Яңы йылда уның янында булабыҙ. Ейәнең менән ауылға каникулға барырмын, тим. Шунда иркенләп һөйләшербеҙ. Үҙеңде һаҡлай күр, ҡәйнәм!
– Эй, минең йәштә һаҡланам тиһәң дә, йәш үҙенекен итә шул. Кәрим дә киләме?
– Юҡ-юҡ, уға йөрөргә иртә. Дауахананан һуң санаторийға барыр.
– Йә Раббым, һауығып китһен, үҙ аяҡтары менән килеп төшһөн. Әсәй, тип әйткәнен ишетергә яҙһын! – тине күңеле тулып.
– Ҡәйнәм, һиңә аҡса һалам. Беҙҙән Яңы йыл бүләге булыр, бер матур күлдәк алып кей! Парикмахерға барып сәсеңде лә буят. Яңы йылда барыһы ла матур булһын!
– Ярай, шулай итермен. Рәхмәт, килен!
Мәрйәм Вәлимә килененән уңды. Арыу йәшәргә тырыша, ҡәйнәһен тарта. Кәриме бушамаһа ла, үҙе килә һалып, баҡса сәсешә, утарға, тәр­биәләргә лә ваҡыт таба. Аралашыуға ла илгәҙәк.
Бөгөнгө яҡшы хәбәрҙән күңел күге яҙылып, дәртләнеп йүгерә-атлай йөрөүе Мәрйәмдең. Ҡулы нимәгә тотонһа ла, эше ыраны. Бәлеше лә уңып беште, сәксәге лә, тултырмаһы ла. Йәшнигенән шыршыһын сығарып ултыртты. Яңыр­тып уйынсыҡтар ҙа алып өлгөргәйне, биҙәп бөткәс, өйөрөлөп йөрөп ҡарап сыҡты ла, иркен тын алды:
– Булды, буғай. Етешмәгән ерен килен ипкә килтерә торған, – тип ял итергә уйланы.
Байрам көнө телефоны ла тынсытманы – йәнә шылтырап торасы. Кеме икән һуң? Ҡотлау сәләмдәрен ебә­реүселәре бөткәйне һымаҡ. Береһен дә ҡалдырмай теүәлләп, дуҫ-туғандарын ҡотланы.
– Хәҙер, хәҙер, – тип барып трубканы алды. – Эйе, алло, тыңлайым!
– Хә-хәлдәрең нисек, Мәрйәм? Яңы йыл ме-менән! – икенсе оста ише­телгән тауышты ишетеп, йөрәге күкрәк сит­легенән атылып сығырҙай булып, дарҫлап тибергә тотондо. “У-ул!?” Күк­тәрҙе сағылйытып, ялт-йолт йәшен йәшнәп, болоттар ярылып дөбөрләп ҡойолғанда ла, башҡа бер тауыш менән дә бутамаясағына аҡылы камил. –Ни-ниңә өндәшмәйһең?
– Ә-ә, һинме ни, Мәҡсүт? – тине лә, ары теле асылманы Мәрйәмдең.
Һуңғы тапҡыр бәйләнешкә ингән көндәгеләй тотлоға Мәҡсүт. Эскәнме? Эскән ваҡытында ла улай булғаны беленмәне. “Бәхетле бул, Мәр-мәрйә­мем. Ми-не һиңә оноторға кәрәк. Ми-мине ғә-ғәйепләмә. Шулай һиңә лә, миңә лә яҡшыраҡ бу-булыр. Матурһың да”, – тип өҙөп-өҙөп хәбәрен һөйләне. Шунан һуң улар араһындағы бәйләнеш өҙөлдө.
– Алло-алло, и-ишетәһеңме? Мин юлда, һиңә ки-килергә сыҡтым, Мәр­йәмем! Берәй сә-сәғәттән барып етәм.
Өнөммө-төшөммө был, тип ҡатын шаңҡып ҡалғайны. “Мәрйәмем тисе, бынағайыш! Нисек мин уның Мәрйәме булайым ти?! Уныңса мин уны оноторға тейеш инем бит!”
– Килмә-килмә! Онот, ти инең дәһә... Шулай тигәс ни, күптәнән минең өсөн юҡһың инде.
– Туҡта! Беҙ, беҙ күрешергә те­йеш­беҙ!
– Мәҡсүт, хәҙер һин онот мине! Минең һине онотҡаныма 25 йыл!
– Э-э, юҡ! Бер тапҡыр булһа ла һине күрергә рөх-сәт ит. Бер тапҡыр ғы-ғына!
– Килмә! Үтенеп һорайым! Беҙҙең арала бер ни юҡ!
– Барғас аң-аңлатырмын.
– Аңлатыу кәрәкмәй! Хуш, Мәҡсүт! Мин... мин...
Мәрйәмдең башы әйләнеп, быуын­дары ҡалтыранып, ҡулындағы телефон труб­каһы, резина сымын бәүелтә-бәүелтә, иҙәнгә тәгәрәне. Башында: “Ниңә улай тинем? Ни эшләнем мин? Ниңә килмә тинем?!” – тигән һорауҙар ҡайнашты. Кинәт күкрәге түрендәге нисә йылдар йыйылған ғазап-һағыш­тарының иңрә­үенән тәненең һәр күҙәнәге берсә утта янып, берсә боҙҙа туңыуынан хәлдән тайып иҙәнгә сүгәләне. Иҙәнгә төшкәс, устары менән йөҙөн ҡаплап, йән әрнеүе тышҡа бәреп, һулҡылдап иларға тотонма­һынмы! Шатлыҡ-ҡыуаныс та бар һы­маҡсы күҙ йәштәрендә... Барыһы ла ашып-ташып быуаһынан йырылды. Ҡайнар йәштәре сикәләрен, ирендәрен өтөп шаулап түгелде лә түгелде. Оҙаҡ, бик оҙаҡ иланы ул. 25 йыл был тиклем иламағайны.
Күпме дауам иткәндер, ниһайәт, тынды. Йәне ниндәйҙер ауыр йөктән ҡотолғандай ҙа булды. Шул саҡ ҡо­лағына: “Ал-ло, ал-ло!” – тигән тауыш салынды. Бә-әй, трубканы һалмаған­мын. Ишеттеме икән? Нисек ишет­мәһен шул тиклем илауын! Киләсәк­мен, тине. Тимәк, килә. Яҡшы белә ул үҙ һүҙле Мәҡсүтте.
Аңҡы-тиңке килеп торғанда ҡаршы­һындағы көҙгөләге һынды күреп шаҡ ҡатты.
– Үҙгәргәнме-ен... Ул ваҡыттағы һы­лыу Мәрйәм түгелмен инде. Мәҡ­сүтте ғашиҡ иткән, янып торған сөм-ҡара, нурлы күҙҙәрем моңһоуланған. Ҡул­дарына алып һыйпаған толомдарымдан ус аяһы сәс осмото ҡалған.
“Егерме биш йылда бер ни үҙгә­решһеҙ ҡалмай. Улың атай булған. Мәҡсүт менән бергәләп ултыртҡан шыршығыҙ ҙа үҫкән. Уның кеүек олпат, буй-һыны төҙ ағас. Ылыҫтарын Мәҡсүттең бөҙрә сәстәренә оҡшата инең түгелме? Бөгөн – Яңы йыл төнө. Иҫләйһеңдер был көндө, Мәрйәм?” – ҡатын әллә үҙ-үҙе менән, әллә хә­ти­рәләре менән бәхәскә ингәндәй булды:
– Онота буламмы ла...

* * *
Мәҡсүт: «Мине онот», – тиһә лә, Мәрйәм көтөүҙән төңөлмәне. Бәлки, һынайҙыр, тип артыҡ иғтибар бирмәне. “Шулай итәһеңме әле, мин дә һине шаяртайым әле!” – тип, ул яҙмағас, үҙе лә уға хат яҙыуын туҡтатты. Сессия ваҡыты, тығыҙ осор. Стипендияһыҙ ҡалһа, һаулығы ҡаҡшаған әсәһенә йөк буласаҡ. Юҡ-юҡ, яңғыҙ әсәһен ундай хәлгә ҡалдырмаясаҡ! Каникулында ла эш табып, аҡса йүнләргә уйы.
Ләкин ҡыҙ түҙмәне, ике аҙна үткәс, һөйгәненә хат яҙып һалды. Тағы-тағы яҙҙы. Тик Мәҡсүт береһенә булһа ла яуап яҙманы. Һуңғы ике хаты кире ҡайтты. “Был адреста ундай кеше йәшәмәй”, – тиелгәйне конверт тышында. Ул бө­гөнгәсә уның үҙен йә хәбәрен көттө, өмөтөнән төңөлмәне. Яҙ ҙа көттө, буранлы ҡыштарҙа ла, алтын көҙҙәрҙә лә. Бер килер тип, йыл­дарының артҡанын да һиҙмәне. Хоҙайына рәхмәтле: берҙән-бер улы менән йыуанды. Мәҡсүтенә тамсы һыуҙай оҡшаған Кәрименә бар ғүмерен бағышланы.

* * *
Урамда машина пипелдәне. Ҡапҡаһы төбөнә туҡтағайны, бер ни тиклем ваҡыттан һуң ҡуҙғалып китте. Йәш­тәрҙер, тип уйланы. Күп тә тормай, ҡапҡаһының тимер келәһе бер күтә­релеп, бер төшөп шаҡылданы. Әкрен генә ҡар шығырҙауы өйөнә табан яҡынайғандан-яҡынайҙы. “Килде лә­ме ни? Юҡтыр ҙа... Мәҡсүт ығыш атламаҫ. Бәлки, уңайһыҙланалыр. Миңә ни күҙе менән күренмәк кәрәк уға? Әгәр ул була ҡалһа, миңә ни эшләргә? Ниндәй ҡиәфәттәмен? Күлдәгемде алмаштырып, яңыһын кейһәмсе...” Мәрйәм төпкө бүлмәһенә ашыҡты. Сүкеш һуҡҡанға оҡшаған “туҡ-туҡ” тауыш тупһанан өҫкә кү­тәрелде, бер ни тиклем соланда тапанды. Әкрен генә өй ишеге асылды.
– Мө-мөмкинме? – тигән ир тауышы эскә инде.
“Сүкеш”е менән ишек төбөндәге иҙән таҡтаһын ике-өс тапҡыр ҡаты һуҡты ла, тынды. “Ғәжәп... Ни эш­ләүелер?!” – тип һағайҙы ҡатын.
– Мөмкин. Ней... мин хәҙер, хәҙер, – тине Мәрйәм тулҡынланып, ҡаршы сығырға ҡыймайынса.
Улай ғына ла түгел, элекке һымаҡ атлығып ҡосағына ташланғыһы ла килмәйсе. Ул инде әүәлге йәш Мәрйәм түгел. “Ни уйлап килде? Беҙ хәҙер бер-беребеҙгә бөтөнләй ят йәндәр булып бөткәнбеҙ. Аҙ ғүмер үтмәне лә бит. Әллә сығып кит тип ҡыуырғамы? Туҡта, ә ниңә мин үҙемде ул ир була белмәгән әҙәм алдында түбән күр­һәтәм? Минең һөйөп-һөйөлөр саҡ­тарымда татлы наҙҙарҙан мәхрүм иткән, зар илатҡан әҙәмдән?! Ба­лаҡайғынам атай һора­ғанда ҡайҙа йөрөгән?! Ни ҡыланыуым! Мәмәй ҡыҙ балалай ебеп төшкәнменсе! Ниңә һуң әле мин балаларым бүләк иткән матур күлдәгемде кейеп ал­ғанмын?! Бушҡа ғына ҡатын-ҡыҙҙы “сепрәк баш” тимәйҙәр икән”, – тип мең уй менән дыу килде Мәрйәмдең аҡылы. Дөрөҫ ҡарар тапҡанына ҡәнәғәт ҡиәфәттә күлдәген өҫтөнән йолҡоп тигәндәй сисеп ташланы. Бына, шулай итәйем, тип көн дә кейгән спорт салбарын, футболкаһын кейҙе. Ҡалай бармын – шулаймын! Өлкәнәйә башлағас, баш эйеп киләме... Көтөп кенә торһон әле! Мәҡсүттән былайыраҡтарға мах бир­мәгән Мәрйәм икәнен белһен!
– Ней, Мә-мә-рйәм, мин килдем.
– Эйе, эйе, үт... Үтегеҙ! – тине ҡатын, өй хужабикәһе икәнлеген белдергән­дәй, ҡыйыу тонда һәм башын юғары тотоп, төпкө бүлмәнән сыҡты. – Һин... һин... А-а-аһ!
– Э-э, мин... Бы-бына шулай...
Мәрйәм уның ни тип әйткәнен ишетерлек хәлдә түгел ине. Күҙ алдары ҡараңғыланып, ултырғысҡа барып ул­тырҙы. Йәнә бер күтәрелеп ҡараны ла, иҫәңгерәп, күҙҙәрен йомдо.
...Күҙҙәрен асҡанда кемдер битенә һыу бөркә... Күҙен асҡас, янындағы әҙәм бокал һондо.
– Һыу... һыу эс!
Ауыҙына терәлгән бокалдан һыуҙы түгә-сәсә бер-ике йотом эсте. Бер ни тиклем ваҡыт үткәс:
– Мәҡсүт, һинме ул?.. – тине ҡал­тыранған тауыш менән.
– Мәр-мәрйәмем! – ирҙең бармаҡ­тары Мәрйәмдең ҡыраулана башлаған, йомшаҡ сәстәренән һыйпай: «Бармаҡ­тары һалҡынсы... Ҡыш бит, өшө­гән­дер...»
– Күҙҙәрең... күҙҙәрең генә үҙгәр­мәгән. Ни булды һиңә?
– Аф-аф-ғанда...
– Афғанда?! Унан һуң эшкә ҡалдым, тинең бит...
– Юҡ, улай уҡ тү-түгел. Мин, мин... Беҙ бит то-тотҡонда... Ҡо-толғас, тағы ут эсенә эләктем. Мина шартлағанда иҫтән яҙып ҡо-ҡолағанмын. Госпи­талдә о-оҙаҡ дауаланылар. Йылдан ашыу һөйләшә ал-алманым...
– Ни тип уйланың мине, Мәҡсүт?!
– Мин ғә-рип һиңә ни-нимәгә? Ҡабул ит-итмәҫһең дә, тип...
– Ә бит мин һине ошо көнгә тиклем көттөм. Һине көтөп ҡартайҙым... Бәй­ләнеш өҙөлгәндән һуң ғына, йөккә уҙғанымды белдем.
– Кә-рим улымдың да ба-барлығын белдем. Мин, мин а-таймын!
– Ҡайҙан белдең?
– Мә-мәскәүҙә, дауаханала. Улыбыҙға до-донор булдым, Мәрйәм. Вә-лимә килен ми-мине эҙләп, интернет сел-тәренә белдереү яҙған. Миңә та-таныштарым еткерҙе.
– Рәхмәт, Кәримде ҡотҡарғаның өсөн.
Мәрйәм Мәҡсүттең башынан, маң­лайынан, һул яҡ битендәге тәрән яра эҙҙәренән һыйпаны. Күҙҙәренән ҡайнар йәш тәгәрәне. Мәҡсүт ҡатынды ҡосағына алды. Ҡатын күкрәге менән уға нығыраҡ һыйынды. Ике тән, ике йән ҡушылып, бер бөтөнгә әйләнде. “Мин һине яратам”, – тип шыбырланы ҡалтыранған тауыш. “Мин дә”, – тине наҙлап ҡына ҡатын. Ниһайәт, улар аңлашты.
– Был өн, эйе бит? Беҙ бергә. Ә ул ваҡытта беҙ йәш инек, матур ҙа...
– Мә-мәрйәм, беҙҙең мөхәббәтебеҙ ҡа-ҡартаймаған.
– Мин һине әүәлгеләй яратам. Бөгөн мин бер нәмәне аңланым, буғай. Йән, тән ҡартайһа ла, йөрәк ҡартайыуҙы белмәй... Йөрәк хистәре мәңге йәш ҡала икән дәһә! Ысын мөхәббәттә генә йылдарҙа ла, миҙгелдәрҙә лә, ямғыр­ҙарҙа ла, ажғыр буран-елдәрҙә лә уңмай, туҙмай торған көс һаҡлана.
– Мө-хәббәткә тиңләр бер ни юҡ. Ул әжәлдән дә ҡу-ҡурҡыуҙы белмәй торған көс тә. Һин нисек түҙҙең, Мә-мәрйәм?
– Өмөт. Әлдә был донъяла ул бар. Өмөт йәшәтә, йәшәргә ынтылыш бирә. Тайғанымда таянысым да, тормош түбән атҡанда талған аяғымды терәр баҫҡысым да, упҡындарға батҡанымда бәлә-ҡазаларҙан ҡурсалаусы, иңдәремә ҡанат ҡуйыусы фәрештәм дә булып, ошо көнгә еткерҙе. Аҡты ҡаранан айырырға өйрәтеүсе, тура юлға етәкләүсе күктәге яҡты йондоҙом да. Моңдан яҙғанымда кү­ңелемдә моң уйыусы ҡошом да. Ғәзиз балама йән өрөүсе тере һыуым да. Беләһеңме, Мәҡсүт, хатта нескә генә һабаҡлы сәскә лә киләсәккә өмөт бағлап, көҙгә етеп орлоҡтарын ергә сәсә. Үҫкән тупра­ғында тамырҙарын йәйеп, һауа­һына, һыуына һөйөүен белдереп, яҙҙарында йәнә йәшәреп, күкрәп сәскә ата.
Кинәт өй эсенә гөлп итеп яҡтылыҡ ҡабынғанға, баштарын күтәрҙеләр. Тышта бер-бер артлы салют тауыштары яңғыраны, шау-шыу ҡупты.
– Хәтереңдәлер, Мәҡсүт, тап бынан 25 йыл элекке Яңы йыл төнө?
– Эйе, хә-хәтеремдә. Ул, ул төн-төндө оноторға мөмкинме ни?!
– Эйе, беҙ һис ҡасан да онота алмаясаҡбыҙ.

* * *
Бынан бик күп йылдар элек алыҫта ҡалған Яңы йыл төнөндә лә, сәғәт 12-не һуғыр алдынан, дөйөм ятаҡта йәшәүсе студенттар урамға атылды. Уңда-һулда, артта-алда, баш осонда ялт-йолт балҡып салюттар атылды. Шул шау-шыу, шат­лыҡлы тауыштар араһында ҡолаҡтарын ҡаплап, башын түбән эйгән килеш ергә сүгәләгән йәш ҡыҙҙы күреп, Мәҡсүт янына килде.
– Әллә ҡурҡаһыңмы, һылыуҡай? – тип һораны.
– Эйе, эйе, – тип башын ғына ҡаҡты ҡыҙ, күтәрелеп ҡарамайынса.
Егет уның ҡулдарынан тотоп тор­ғоҙҙо. Ҡыҙ күҙҙәрен йомған килеш өнһөҙ баҫып тора бирҙе.
– Э-эй, йылына бер килгән шундай матур төндө лә күрмәй ҡалаһың бит!
– Мин ҡурҡам!
– Ҡурҡма, атып үлтермәйҙәр бит! – тип ҡыҙҙы күкрәгенә һыйындырҙы, дерелдәп ҡалтыранған арҡаһынан һөйҙө, толомлап үрелгән оҙон сәс­тәренән һыйпаны.
Ниһайәт, ҡыҙ тынысланып башын ҡалҡытты. Ҡараштар осрашып, тынып ҡалдылар... “Аһ, ундай ҙа ап-аҡ йөҙлө була икән кеше! Ҙур шоморт күҙҙә-әр!” – тип телдән яҙҙы егет. “Һин кем, матур, ҡыйыу егет?” – тип оҙон кер­пектәрен бөгөлдөрөп, елп-елп ҡағып ҡарай ине шул минутта Мәрйәм дә егеткә. Ошо Яңы йыл төнөндә ике йөрәктә тәүге мөхәббәт осҡоно дөр­ләне.
Егет уҡыуын тамамлағас, йәштәр бергә булырға һүҙ ҡуйышып, туй үткәрҙе. Ҡыҙға диплом алырға ике йыл ҡалғайны әле. Мәҡсүт: “Һин уҡып бөткәнсе, бер бурысымды үтәйһем бар. Әрмегә барып ҡайтам”, – тип теләген белдерҙе. Тик йәш егет әрме хеҙмәтен үтәгәндә ут эсенә инәсәген, алда аяуһыҙ яҙмыш һаға­лағанын белмәй ине...

* * *
Ул ваҡыттарҙан һуң күпме һыу аҡты, нисә тапҡыр ер йәшәреп, йәшел яҙҙар, аҡ ҡарҙарын яуып, буранлы ҡыштар килде. Икеһен дә һағыш утына һалып, көҙҙәрҙә ҡайын япраҡ ҡойҙо. Та­ныштарының, дуҫтарының, туғанда­рының күптәре донъя ҡуйҙы, йә­шә­йеште дауам итеп, сабыйҙар ауаз һалды. Ил шатлыҡты ла, ҡайғыны ла күрҙе...
Урамда бер-бер артлы салют яң­ғыраны. “Ур-ра!” ҡысҡырышҡан кү­ңелле тауыштар ҡупты. Улар ҙа тышҡа ашыҡты. Унда ябалаҡлап ҡар яуа. Бейек-бейектә һиҙелер-һиҙелмәҫ кенә һанһыҙ йон­доҙҙарҙың шәмдәре йымылдаша. Күктә ҡар бөртөктәре аҡ күбәләктәргә әүе­релеп, ҡанаттарын елп-елп ҡағып, һауа тулып оса. Елдәр ағас ботаҡтарына, ҡоймаға, тимер сымдарға ҡунған ҡар бөр­төктәрен бәүелдереп уйната ла, йәнә осора. Урамдар ҙа, юлдар ҙа, урамға сыҡҡан кешеләр ҙә ап-аҡ төҫтә. Яңы яуған ҡарҙарҙан дөм-ҡараңғы ҡышҡы төн дә яҡтырғандай.
– Рө-рөхсәттер бит? – тине Мәҡсүт, фейерверк алып.
– Рөхсәт. Мин алмағайным да, – тине, үҙен ғәйепле һанағандай, ҡатын.
– Бе-белә инем, ал-алмағаныңды, – тип мут йылмайҙы ир.
– Мин хәҙер ҡала тормошон тәү күргән ҡурҡаҡ ауыл ҡыҙсығы түгелмен.
– Эйе, беҙ күп һы-ынауҙарҙы үттек, Мәрйәм.
Баш осонда гөлп-гөлп итеп, төн шаршауын асып, әллә нисәмә нурлы балҡышта йым-йым янып, йәйғор нурҙары һибелде. Их, ниндәй матур Яңы йыл төнө!
– Мәр-йәм, беҙҙең Яңы йыл төнө!
– Эйе, беҙҙең иң-иң матур төнөбөҙ.
Күк йөҙөн сағылйытҡан балҡыш­тарҙан күҙҙәрен алмай бер-береһенә һыйы­нышҡан парҙы үтеп барыусылар ҡотлап үтә. Ҡайһылары ҡул биреп иҫәнләшә. Улар ҙа ҡотлай. Аҡ мамыҡ шәлдәгеһе бүрек кейгән, тәбәнәгерәк кәүҙәлеһенең ҡулын ҡыҫып тотҡан. Бүреклеһенең һул аяғының тубыҡтан алып түбәнге өлөшөндә, һул ҡул суғында – протез. Һул битендә – тәрән яра эҙе. Һау ҡулы таяҡҡа таянған. Тик был минуттарҙа, уларҙың тирә-яғында ҡайнашҡан, шатлыҡтан, бәхеттән ашҡан күңелдәр ғәрип ирҙе шәй­ләмәне. Аңғарғаны булһа: “Ниндәй бәхетле пар!” – тип уғата һоҡлан­ғандыр.
Мәҡсүт менән Мәрйәм дә бер-бе­реһенә Яңы йыл теләктәрен еткерҙе:
– Яңы йыл менән, Мә-мәрйәм!
– Беҙгә мөхәббәт бүләк иткән Яңы йыл менән, Мәҡсүт!

Нәсимә ҒАЙСИНА

Беҙҙе MAX-та ла ҡарап бар!

Автор: Рөстәм Илтенбаев
Читайте нас