Бөтә яңылыҡтар
Махсус биттәр
13 Ғинуар , 06:00

"Йондоҙ"ло табында - Зөһрә ӘМИНЕВА

Бөгөн үҙенең аш-һыу серҙәре менән Салауат башҡорт дәүләт драма театры ветераны, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Зөһрә ӘМИНЕВА бүлешә.

Ваҡ бәлеш

2,5 стакан ондо иләп бер семтем тоҙ,        1 стакан ҡаймаҡ, 1 ҡалаҡ май, 3 ҡалаҡ һыу һәм 50 г бүлмә температура­һында йомшарған маргарин һалып, йомшаҡ ҡына ҡамыр баҫырға. Уларҙы 8 – 12 өлөштәргә бүлеп, шарҙар әүәләргә һәм йәйергә.
Эслек өсөн 3-әр һуған менән картуфты турарға. 500 г итте ит турағыс аша үт-кәрергә, шулай уҡ ваҡ ҡына итеп турарға ла мөмкин. Аҙыраҡ малдың эс майын ҡу-шып ебәрһәгеҙ, бәлеш тәмле һәм һутлы буласаҡ. Тоҙ, борос һалып, бөтәһен бергә бутарға.
Эслеген һалғас, ситтәрен “ауыҙы” асыҡ ҡалырлыҡ итеп бөрөп сығырға. Майлы табаға теҙеп сыҡҡас, 180 градус эҫелек­тәге мейестә 50 минут бешерергә. Әгәр ҡорораҡ кеүек тойолһа, яртылаш бешкәс һәр береһенә 1 балғалаҡ һурпа ҡойорға мөм­кин. Шулай уҡ яртылаш бешкәс бәлештәрҙең өҫтөнә иретелгән аҡ май һөртһәгеҙ, ул алтынһыу төҫкә инәсәк.

Бауыр торты

Мин уны ғәҙәттә тауыҡ бауырынан әҙерләйем. 600 г ба­уырҙы ит турағыстан  үткәреп, 250 мл һөт, 3 йомортҡа, 1 стакан он, 70 мл үҫемлек майы һәм самалап тоҙ, ҡара, ҡыҙыл борос өҫтәп  туҡырға. Унан  8 – 9 ҡоймаҡ бешереп алырға.
3 кишерҙе ҡырғыс аша үт­кәрергә, 3 һуғанды ярым­тү­ңәрәкләп турарға. Уларҙы әҙер булғансы (7 минут тирәһе) үҫемлек майында ҡыҙҙырырға һәм тоҙ һибеп бутарға. 200 г майонезға 3 – 4 бүлкәт иҙелгән һарымһаҡ һалып бутарға.
Тәрилкәгә ҡоймаҡтың бере­һен йәйеп һалып, өҫтөнә тәүҙә майонезлы соус һыларға, артабан ҡыҙҙырылған йәшелсә­ләрҙе һалырға. Икенсе ҡоймаҡ менән ҡапларға һәм артабан шулай ҡатлы-ҡатлы итеп дауам итергә. Һуңғы ҡоймаҡ өҫтөнә майонезлы соусты һылағас, өҫтөнә ваҡлап туралған йәшел тәм­ләткестәр (петрушка, укроп, һуған) һибергә. Табынға бирер алдынан 2 сәғәт тирәһе һалҡын урында ултыртып торорға кәңәш итәм – һарымһаҡ ба­уырға һеңеп, һут биреп торасаҡ.

Балыҡ кәтлите

900 г һөйәгенән таҙартылған аҡ балыҡты 1 л тоҙло һыуҙа бешерергә лә, тишекле сүмес менән алып, һарҡытырға һәм ваҡлап турарға. Ошо уҡ һурпала                4 картуфты бешереп алырға һәм иҙергә. 200 г консер­ва­ланған аҡ фасолде маринадынан һарҡытып, блендер менән иҙергә. Уға картуф иҙмәһе, туралған балыҡ, самалап тоҙ һәм борос һалып яҡшылап бутарға. Был фарштан кәт­литтәр яһап, онда әүәләргә лә, ике яҡлап 3-әр минут үҫемлек майында ҡыҙҙырырға. Уларҙы гарнир менән (бешкән ярма, макарон) табынға бирергә мөмкин.
Шулай уҡ махсус соуста томалап алырға ла мөмкин. 200 г ҡаймаҡҡа                   1 балғалаҡ соя соусы, самалап тоҙ, семтем генә кайен боросо һалып туҡырға. Ҡыҙ­ҙырылған кәтлиттәрҙе табаға теҙеп һалғас, өҫтөнә ошо соусты һалып, 6 минут томалап бе­шерергә.

Гөлнур ҠЫУАТОВА 
әҙерләне.

Читайте нас