Бөтә яңылыҡтар
Махсус биттәр
12 Ғинуар , 21:55

Яратыу һәм яратылыу

– Байрастың ҡыҙы үҙенеке түгел бит...Лүзәнең ауыҙынан сыҡҡан был хәбәргә шаңҡып ҡалдым. Нимә уйларға ла, әйтергә лә белмәй аптырандым. Ҡатыраҡ бәрелмәҫ өсөн өндәшмәҫ кәрәк, әммә һүҙһеҙ ултырыу ҙа килешмәгән кеүек.

Яратыу һәм яратылыу
Яратыу һәм яратылыу


– Ниңә улай тип уйлайһың инде?
– Уйламайым, фантазиям да түгел. Теүәл беләм.
– Лүзә, Байрасты яуапһыҙ һөйөүең тор­мошҡа бер аҙ һөрөмлө күҙлек аша ҡарарға мәжбүр итә, шикелле...
Күңелен яраламаҫҡа тырышып сөсөлә­неүемде әхирәтем тыңлап торманы:
– Бынан биш йыл элек тап шуның өсөн дә һеҙгә белгәнемде һөйләмәнем. Бөтә кеше, хатта Байрас үҙе лә ышанмаҫ, һәр һүҙемде уны ҡатынынан айырырға маташыу, үс алыу тип ҡабул итер ине. Бына бит, һин дә аҡыл өйрәтергә маташаһың. Ә мин, һеҙҙән айырмалы рәүештә, Зәлиәнең әлеге ваҡытта кем менән һәм ҡайҙа икәнлеген беләм! – тип миңә ҡысҡырҙы ла, ишекте ҡаты ябып сығып китте.
Юҡ, Лүзә бушты, хатта ишеткән ғәйбәтен дә һөйләп ултыра торған кеше түгел. Бары тик бер мәлгә генә икеләнеп ҡалдым: әллә яуапһыҙ һөйөүе ҡара бесәй булып күңелен тырнаймы? Зәлиәһен шашып яратҡан Байрастың хистәрен һүрелтмәксеме? Әл­биттә, ул бысраҡ алымдарҙы ҡулланмаясаҡ. Йән дуҫыма шикләнгән өсөн үҙ-үҙемә асыу килде. Араларҙан ел иҫмәҫ элек ғәфү үтенеп шылтыратырға кәрәк...
Беҙ барыбыҙ ҙа яңы асылған гимназияға эшкә килгәс танышып, дуҫлашып киттек. Өс егет һәм биш ҡыҙ төрлө уҡыу йортон тамамлап, бер үк йылда эшкә урынлаштыҡ. Ололар артыҡ ышаныс күрһәтмәне – донъя мә­шәҡәтенә батҡан, урта быуында йәштәр ҡайғыһы булманы. Беҙҙән алдараҡ кил­гәндәрҙең дә үҙ көйө һәм өйө бар ине. Шуға ла беҙ, үҙебеҙ ҙә һиҙмәҫтән, бер-беребеҙгә терәк һәм ярҙамсы булып эшләй, йәшәй башланыҡ. Ялдарҙы бергә үткәрҙек, тыуған көндәрҙе билдәләнек. Етмәһә, эштә лә байрамдарҙы, сараларҙы бергә ойошторорға ҡушырҙар ине. Ирем менән шунда аралаша торғас, бер-беребеҙгә ғашиҡ булып, ғаилә ҡорҙоҡ. Марат менән Юлиә лә сәстәрен сәскә бәйләне. Ә бына Лүзә Байрасты тәү ҡараштан оҡшатһа ла, егет уға тик дуҫтарса ғына мөнәсәбәттә булды. Тәүге осорҙа уларҙы ҡауыштырырға маташып ҡараныҡ, әммә Лүзә беҙҙең “ярҙам”ды ҡәтғи тыйҙы, Байрас та ситләшә башланы. Дуҫлыҡты юғалтмаҫ өсөн башҡаса уларҙың яҙмышына ҡыҫыл­маныҡ. Әммә әхирәтемдең һаман да уны яратыуын һиҙә, тоя йөрөйөм.
Күптәребеҙ хеҙмәт юлын башлаған гимназиянан китте. Икенсе һөнәр һайлаусылар ҙа булды. Әммә 15 йылға яҡын ваҡыт үтһә лә, аралашыу туҡтаманы. Йылына 1-2 мәртәбә, берәй байрамды тап килтереп, мотлаҡ теүәл генә осрашып торабыҙ. Ғаилә ағзаларыбыҙ ҙа бер-береһе менән танышып, дуҫлашып бөттө.
Лүзә өсөн иң ғазаплыһы шул булды: Байрас буласаҡ ҡатыны Зәлиә менән уның юбилейында танышты – өс туған һеңлеһе ул. Зәлиә аҡыллы, етди, тәртип яратҡан, ҡара һылыу апаһының тап киреһе – шаян, юҡтан көлкө таба белә. Үҙе Барби ҡурсағына тартым: оҙон һары сәстәр, ҡабартылған ирендәр, нескә бил һәм ҡалҡыу күкрәктәр – ир-егеттәрҙе тәү ҡараштан әсир итерлек тә. Байрас та уға үлеп ғашиҡ булды һәм йөрәген яулар өсөн бар көсөн һалды. Йылдан ашыу артынан йүгерә торғас, ҡыҙ уға кейәүгә сығырға ризалыҡ бирҙе. Ә Лүзә бөгөнгө көнгә тиклем яңғыҙ. Байтаҡтан бирле Сәлих исемле егет менән осраша, хатта ваҡыты-ваҡыты менән бергә йәшәп тә алалар. Кейәүгә сығырға бер нисә тапҡыр тәҡдим яһаһа ла, әхирәтем төрлө сәбәп табып, баш тарта килә. Күптән түгел генә уның уй-ниәтен белеп ҡалдым: ауырға ҡалырға ла, араһын өҙөргә уйлай. “Яратмаған кеше менән йәшәп, уны ла, үҙемде лә бәхетһеҙ иткем килмәй”, – тине ул.
Байрас ҡатыны менән матур ғына йәшәй кеүек ине. Ҡыҙҙары тыуҙы, йорт һатып алдылар. Үткән аҙнала ирем шаҡ ҡатырлыҡ хәбәр әйтте: Зәлиә, башҡаса мине эҙләмә, һинән айырылам, тип сығып киткән. Ире хәҙер уны ҡайҙан эҙләргә лә белмәй баш вата. Әрләшкәндәрҙер, тынысланһалар – яра­шырҙар, тип ҡуйҙыҡ. Ә бөгөн килеп Лүзә лә шаҡ ҡатырлыҡ сере менән бүлешмәксе булды. Минең генә тыңлап бөтөргә сабырлыҡ етмәне...
– Лүзә, ғәфү ит, һине һис кенә лә үп­кәләтергә теләмәнем. Кешегә яла яғыу түгел, ысын булған хәлде лә ғәйбәт итеп сығараһы кеше түгеллегеңде яҡшы беләм...
– Мин ғәйбәт йәки ғибрәт итеп һөйләр өсөн һүҙ башламаным. Зәлиәнең ҡылығын белә тороп, уны ла, Байрасты ла яңылыш аҙымдан туҡтатмағанға намыҫым тынғы бирмәй. Баштан уҡ уларҙың яҙмышы минең ҡулда булғандыр, тим. Тик кеше һүҙенән, улар менән аралар боҙолоуҙан ҡурҡып, өндәшмәй ҡалыуҙы хуп күрҙем. Ә хәҙер бер яҡта Байрас өҙгәләнә, икенсе яҡта сабый бала “атайым” тип үҫкән кешеһен һағынып, көнө-төнө илай. Зәлиәнең дә киләсәге томанлы, әллә бәхетле була ул, әллә юҡ.
– Әйҙә, кире борол. Кил, тыныс ҡына ултырып һөйләшәйек. Нимә булғанын һөйләрһең, ярҙам итеү юлын эҙләрбеҙ.
Лүзә оҙаҡ асыу һаҡлай торған кеше түгел: минән шылтыратыу ғына көткән, күрәһең: күп тә үтмәй, ишегемде кире шаҡыны. Арабыҙ һыуынмаҫ элек яйланыуына шатланып, уны ҡосаҡлап уҡ алдым. Тик һөйләгән хәлдәре генә бик күңелле булманы шул...
– Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уларға ярҙам итеп булмаҫ инде. Зәлиә кейәүгә сыҡҡансы Айнур исемле бер егет менән дуҫлашты. Бай, эшлекле, етмәһә, бик сибәр, тине, үҙебеҙҙең күргәнебеҙ булманы. етеш ғаиләлә үҫкән, ҙур ғына урында эшләгән кеше булараҡ, ул беҙҙең кеүек ябай ауыл ке­шеләрен һанға һуҡманы, шикелле. Ә һеңлем үлеп ғашиҡ булды, ауыҙынан Айнур исеме төшмәй. Уның тиңһенмәүен дә, һанға һуҡмауын да аңларға, күрергә теләмәй. “Мин барыбер уға кейәүгә сығам”, – ти ҙә ҡуя. Күрәҙәселәр ҙә ҡалманы, психологик тренингтарға ла йөрөнө – файҙаһы ғына күренмәне. Минең Байрасты яратыуымды, әммә “һөймәгәнгә һөйкәлмә” тигән прин­ципҡа барып, уның өсөн көрәшергә теләмәүемде ҡабул итергә теләмәне. “Һәр кем бәхетте үҙе булдыра алғанса ҡора”, – тигән фекерҙә ине ул. Өс йыл тирәһе шулай Айнур өсөн янды ла көйҙө Зәлиә.
мин Сәлих менән танышып, осраша башла­ғайным инде. Ялдарҙа йыш ҡына уның ҡала ситендәге йортона барабыҙ – саф һауа, баҡса, мунса – ваҡыттың үткәне һиҙелмәй ҙә ҡала.
Бөгөнгөләй хәтеремдә: 1 Май байрамы ине. Көнө буйы баҡсала булышып, һуң ғына йоҡлап киткәйнек. Төн уртаһында Сәлихкә шылтыраттылар. Тәүҙә – аптырап, аҙаҡ көлә-көлә һөйләште лә: “Килегеҙ”, – тип телефонын һалды. “Лүзә, ғәфү ит, хәҙер ҡунаҡтар килә. Күптән белгән егет бер ҡыҙ менән йоҡлап сығырға рөхсәт һораны. Эскән, руль артына ултыра алмай, – тине миңә аҙаҡ. – Күңелле егет ул, табын ҡороп, бер аҙ ултырып алайыҡ. Иртәгә эшкә түгел”. Тороп кейенеп, өҫ-башымды рәтләп тә өлгөрмәнем, ҡапҡа шаҡынылар. Сәлихкә эйәреп ингән Зәлиәне күреп, аптырап киттем. Эргәһендәге егеттең Айнур икәнен аңлағайным инде – ысынлап та, бик сибәр һәм үҙ баһаһын яҡшы белә ине ул. Һауалы түгел, әммә ябай ҙа тип әйтеп булмай.
Таныштыҡ, таң атҡансы һөйләшеп ул­тырҙыҡ. Айнур аулаҡҡа һеңлемде үҙенә ҡунаҡҡа алып ҡайтҡан булған. Тик көт­мәгәндә ата-әсәһе ҡайтып төшкән. “Ҡарттар күрмәҫ борон, тип тиҙ генә йыйындыҡ та, ҡаса-боҫа сығып тайҙыҡ”, – тип көлдө.
– Ә ата-әсәйең йөрөгән ҡыҙыңды күреп, танышҡандан нимә була һуң? – тинем аптырап. – Һеҙ бит ҡурҡа-ҡаса йөрөргә 15 – 16 йәшлек бала түгел. Хәҙер хатта ундайҙар ҙа бер-береһенең йортона барып йөрөй.
– Ой, юҡ! Мин бит үҙемдекеләрҙе яҡшы беләм. Хәҙер, өйлән, үҙ ояңды ҡор, тип аптырата башлаясаҡтар. Ейән таптырырға ла күп һорамаҫтар...
Зәлиә белергә теләп тә, һорарға ҡыймаған һорауҙы бирергә мөмкинлек сыҡҡанға ҡыуанып ҡуйҙым.
– Тимәк, әле өйләнергә, етди мөнә­сә­бәттәргә әҙер түгелһең инде?
– Иртә әле. Тормош-көнкүреш проблемалары менән йәш ғүмерҙе әрәм иткем килмәй.
– Ҡыҙыҡ, осрашырға, уйнарға мөмкин. Ә етди мөнәсәбәттәргә иртәрәк, тиһең.
– Ниңә улай тиһегеҙ? Зәлиә менән уйнамайым, беҙҙең аралар етди. Башҡалар менән дә уйнап йөрөгән юҡ. Ғаилә тормошона әҙер түгелмен, тип кенә әйтеүем...
Башҡаса был турала һүҙҙе дауам итә алманым, сөнки Сәлих үҙемә “атака” асты:
– Бәй, Айнур, һеҙҙең бит Лүзә менән ҡараштар тап килә! Ул үҙе лә ғаилә ҡороп, ир-ат тәрбиәләп йәшәгеһе килмәй...
Һүҙҙе тиҙ генә икенсегә бороп ебәрҙем.
Шул көндән һуң беҙ унда булһаҡ, улар ҙа йыш ҡына Сәлихтең йортона инеп сыға башланы. Бер йылдан мин тыуған көнөмдө үткәрҙем. Туған-тыумаса менән таныш­тырмаҫ өсөн Сәлихте табынға саҡырманым. Айнур ҙа шул сәбәп менән килеүҙән баш тартты. Зәлиә шунда Байрас менән танышты ла инде. Мин яратып йөрөгән кеше тәү ҡараштан һеңлемә ғашиҡ булды. Тик тегелә уның ҡайғыһы юҡ – Айнурына мөкиббән. Ә миндә бер ваҡытта ла уларға ҡарата насар уйым, Зәлиәлә көндәш күреү булманы. Ул булмаған хәлдә лә Байрастың мине яратмаҫын, бергә була алмаҫыбыҙҙы яҡшы аңлай инем...
Һеңлем менән егете Сәлихкә тағы ла бер тапҡыр ҡунаҡҡа килеп, ҡуна ҡалдылар. Төндә уянып киттем дә, йоҡо осто. Борғаланып ята торғас, тышҡа сығырға булдым. Ә унда йәштәр бәхәсләшә ине.
– Һин мине үҙеңә алдаҡ юл менән өйләндерергә теләүеңде аңлайһыңмы? Бала, ғаилә тураһында хыялланмағанымды яҡшы белдең, риза булдың. Һаҡланам, тинең. Мин ышандым. Әле ваҡыт бар, алдыр.
– Айнур, ҡасан да булһа өйләнәсәкһең бит. Быйыл ни, биш йылдан ни, ниндәй айырма? Бала беҙҙе тағы ла нығыраҡ бәйләйәсәк...
– Шул-шул, бәйләргә уйланың да бит, килеп сыҡмаҫ! Абортҡа аҡса бирермен, бик тә табам тиһәң, алимент түләрмен. Баш­ҡаһына өмөт итмә. Әгәр һүҙемде тыңла­майһың икән, башҡаса бөтөнләй аралаш­майбыҙ! Минең барлыҡты онот. Нимә тип хәл итәһең, СМС менән яҙырһың. Әйҙә, инәйек, һөйләшеү тамам!
Уларға күренмәҫ өсөн тиҙ генә йоҡо бүлмәһенә инеп киттем. Иртәнсәк Зәлиә менән һөйләшергә мөмкинлек булманы, улар иртәнге сәйҙе лә эсмәй ҡалаға юлланды. Аҙаҡ шылтыратырмын, тип уйланым. Тик тағы ла өлгөрмәнем – ул бер нисә аҙнанан Байрасҡа кейәүгә сығырға ризалыҡ биргәйне. Айнурға үс иттеме, әллә “ирһеҙ бала тапҡан” тигән исемдән ҡурҡтымы – аңламайым. Бер нисә тапҡыр Айнур һәм бала тураһында һөйләшергә уҡталдым да туҡталып ҡалдым. Үҙе хәл иткән, үҙ тормошо, тип ҡуйҙым. Һеңлем нисектер баҫалҡыланды, уйсанланды – элекке шаталаҡ, сая ҡыҙҙан бер ни ҙә ҡалмағайны. Уның ғазаптарын, өмөтө өҙөлөп әрнеүен яҡшы аңланым, тик ярҙам итергә мөмкинлек кенә булманы. Бер тапҡыр ғына Айнур тураһында һорашҡайным, бөтөнләй аралашмайбыҙ, тине. Өйләнгәс тә, бәпес тыуғас та Байрастың ҡанатланып, бәхеткә сорналып йөрөүен күреп, бөтөнләй тыныс­ландым. Уларҙың матур йәшәренә өмөт иттем.
Тик юҡҡа. Сығып китер алдынан Зәлиә миңә килде. Өгөтләү ҙә, әрләү ҙә, 2 – 3 йыл булһа ла сабыр булырға саҡырыу ҙа ярҙам итмәне. “Мин бит Айнурҙы һаман яратам, апай! Ошо йылдар буйы килерен, ғәфү үтенерен, һаман яратам, тип әйтерен көтөп йәшәнем. Һәм шулай булды ла. Ул хәҙер бөтөнләй икенсе: өлкәнәйгән, тормошҡа ла ҡарашы үҙгәргән. Ҡыҫҡаһы, мин Байрастан айырылам да, уның менән яҙылышабыҙ. Аҙаҡ Себер тарафтарына сығып китербеҙ, тип һөйләштек. Башҡаса ирем менән йәшәй алмайым. Яратмаған кеше менән йәшәп булмай ул. Өйгә ҡайтҡым килмәй. Ә ул уның һайын янымда бөтөрөлә, тамам туйҙырҙы...” – тип иланы.
– Ауырлы булып, Айнурыңа кәрәкмәгән саҡта бер ҙә, туйҙырҙы, тимәй инең...
– Ә һин ҡайҙан беләһең? Кем әйтте?!
– Һеҙҙең һөйләшкәнде ишеттем. Байрас кеше балаһын үҫтергәнен беләме?
– Кисә әйттем. Ышанманы, аҙаҡ иланы...
– Ауырлы ҡатынды ташлап киткән иргә тағы берҙе ышаныс күрһәтәһеңме? Ә ярҙам иткәненә хыянат итәһең...
– Яратам, апай. Бәлки, мин донъялағы иң насар кешелер, тик бәхетле булғым килә. Яратылып йәшәп ул бәхетте татыманым, хәҙер үҙем яратҡан менән йәшәгем килә...
Бына шундай тарих. Айнур әле Сорғот ҡалаһында йәшәй, эшләй икән. Үҙенең бизнесы, эше, йорто бар. Билеттар алынған, айырылышыуға Зәлиә ғариза биргән. Бөтә туған-тыумаса менән әрләшеп бөттө. Иң әсен­дергәне – Байрас ҡосағында үҫкән ба­лаҡай көнө буйы атаһын таптырып илай. Тик әсәһенең бәхеттән күҙе тонған, аңларға теләмәй. Өйрәнә ул, ти ҙә ҡуя...
Лүзә әхирәтемдең һөйләгәндәренән кү­ңелгә бер төйөр инеп ултырҙы. Ҡатмарлы яҙмыштар, хистәр һәм холоҡтар... Уларҙы хәл итергә, дөрөҫ юлға сығарырға башҡа­ларҙың ҡулынан килмәй шул. Ҡыҙғаныс...


Гөлнур ҠЫУАТОВА.

Автор: Гөлнур Ҡыуатова
Читайте нас