

Һыуғояр (21.01 – 19.02)
Аҙна ҡыйыныраҡ башланып китер һымаҡ. Ләкин дөйөм хәлегеҙ бик тиҙ яйға һалыныр. Асыҡ күңелегеҙ кешеләрҙе йәлеп итеп торор. Хатта элекке дошмандарығыҙ ҙа йөҙ күрһәтер. Күптән башланған эшегеҙ өсөн аҡса ла килер.
Балыҡ (20.02 – 20.03)
Аҙна яҡшы башланырға оҡшай. Бөтәһе лә һеҙ уйлағанса барыр. Шишәмбеләге икеле хәлдәр һеҙҙең файҙаға тамамланыр. Был арала ниндәйҙер бик оҙаҡҡа һуҙылған эшегеҙгә нөктә ҡуйырһығыҙ.
Ҡуҙы (21.03 – 20.04)
Ҡыйынлыҡтар осрап торһа ла, бирешмәҫһегеҙ. Хатта элекке дошманығыҙ менән дә уртаҡ тел табырһығыҙ. Кесе йомалағы һөйләшеү ваҡытында өҫтөгөҙгә артыҡ йөкләмәләр алырға тырышмағыҙ.
Буға (21.04 – 21.05)
Үҙегеҙҙе һәр саҡ ышаныслы тойорһоғоҙ. Һеҙҙе бер нәмә лә ҡурҡытмаҫ. Әйткәндәй, был арала ҡыйынлыҡтар осрамаҫ. Ошо көндәрҙә элек боҙолған мөнәсәбәттәрҙе тергеҙә алырһығыҙ. Быға ике яҡ та ҡәнәғәт булыр.
Игеҙәктәр (22.05 – 21.06)
Һеҙҙең тирәләге ваҡиғалар йыш борсолорға мәжбүр итер. Юҡ-бар хәлдәр ҙә эсегеҙҙе бошорор. Йондоҙҙар иғтибарығыҙҙы таныш, көндәлек эштәргә йүнәлтергә кәңәш итә. Кесе йомала күптән көткән хәбәрҙе ишетеүегеҙ ихтимал.
Ҡыҫала (22.06 – 23.07)
Күтренке кәйефегеҙ бөтә эшегеҙгә булышлыҡ итер. Шаршамбыла һиҙелерлек уңышҡа өлгәшерһегеҙ. Ошо көндәрҙә бик оҙаҡ күрмәгән кеше менән осрашырһығыҙ, бәлки.
Арыҫлан (24.07 – 23.08)
Тура һүҙле булыуығыҙ ҡайһы бер икеле хәлдәрҙе асыҡларға ярҙам итер. Күңелегеҙ ҙә бер аҙ тынысланыр. Кесе йомала ниндәйҙер бүләк алыуығҙ ихтимал. Йомаға етди эштәрегеҙҙе тәғәйенләмәгеҙ.
Ҡыҙ (24.08 –23.09)
Аҙна башы ҡыйыныраҡ килер. Бәхәстәр күбәйер, бер кем дә сигенергә теләмәҫ. Шишәмбенән һуң дөйөм хәлегеҙ ҡырҡа үҙгәрер. Бәғзеләр өмөтлө күренгән ниндәйҙер ҙур эште башлап ебәрер. Кемдер файҙалы бәйләнеш булдырыр.
Үлсәү (24.09 – 23.10)
Был арала яңы мөмкинлектәр асылыр кеүек. Элек алған тәжрибәгеҙ һәм ижади һәләтегеҙҙең кәрәге тейер. Ярҙамға килергә әҙер булған дуҫтар ҙа табырһығыҙ. Кесе йомала һис тә уйламағанда ҡулығыҙға аҡса килеүе бар.
Саян (24.10 – 22.11)
Көндәр яҡшы килер. Шулай ҙа ҡайһы бер эшегеҙҙе кисектерергә лә тура килер, бәлки. Алда уңайлы мәлдәр булыр әле. Шаршамбыла осраҡлы ҡыуаныслы осрашыу булыуы мөмкин.
Уҡсы (23.11 – 21.12)
Был арала һәр саҡ һаҡ булыуығыҙ мөһим. Юҡ-бар хәбәргә ышанмауығыҙ хәйерле. Башығыҙҙы бутаусылар ҙа күбәйер. Яҡындарығыҙ менән аралашыу ҙа шыма бармаҫ. Кемдер элекке хәлде иҫегеҙгә төшөрөр.
ӨМӨТБАЙ.