Бөтә яңылыҡтар
Махсус биттәр
9 Ғинуар , 21:55

Утҡа ингән күбәләк

Зилә эштән сығыу менән сумкаһынан телефонын алды. Һуңғы ике сәғәттә бер ят номер кәм тигәндә дүрт-биш тапҡыр шылтыратҡандыр. Аҙаҡ клиенттарының ризаһыҙлыҡ белдереүенән ҡурҡып, тауышын һүндереп үк ҡуйғайны. Кемгәлер ашығыс кәрәк булған, күрәһең. Тик эш ваҡытында уларға сит эштәр менән булышыу ҡәтғи тыйыла. Етмәһә, банк бинаһының һәр мөйөшөнә камера ҡуйылған, йәшенеп тә һөйләшеп булмай.

Утҡа ингән күбәләк
Утҡа ингән күбәләк


– Алло, һаумыһығыҙ. Һеҙ миңә шыл­тыратҡанһығыҙ...
– Сәләм, Зилә! Был Тәғзимә әхирәтең ине. Ғәфү ит борсоғанға...
– Тәғзимә?! Номерыңды алмаш­тыр­ҙыңмы әллә? Һин исемлектә бар бит, ә был сыҡмай.
– Эйе, шулай тура килде инде... Мин кисә генә һеҙҙең ҡалаға килдем, ваҡытың булһа осрашып алһаҡ, тигәйнем.
– Бөгөнмө? Оҙаҡҡа килдеңме? Ҡайҙа туҡталдың? – Зилә уйы менән кис­келеккә тәғәйен эштәрен барлай башланы, үҙе әхирәтенә һорау артынан һорау яуҙырҙы.
– Оҙаҡҡа, әгәр килеп сыҡһа, эшкә урынлашып, ошонда төпләнергә ине.
– Ә балаларың, ирең?
– Мин айырылып сығып киттем. Балалар әлегә әсәйем янында ҡалды. Уҡыу йылы башланғансы уларҙы ла алып килергә ине. Хәлдәр шәптән түгел. Осрашҡанда һөйләрмен әле.
– Әйҙә, улайһа ошолай килешәбеҙ: ми­нең ир иртәгә төн дауаханала дежур, өйҙә бер үҙем булам. Һин миңә ҡуна килерһең, шунда һөйләшербеҙ. Бөгөн ваҡыт яғы тарыраҡ.
– Ярай.
...Өйгә тиклем юлды Зилә ауыр уйҙар менән үтте, хатта борсолоуҙан магазинға инеп, икмәк-һөт кеүек аҙыҡ-түлек тә алырға онотто. Фатирына ингәс кенә иҫенә төшөп, иренә хәбәр ебәрә һалды. Ашарға бешергәндә лә, телевизор ҡарағанда ла уйы әхирәте тирәһендә уралды.
Улар үҫмер саҡтан дуҫ булды, икеһе лә бер гимназияны, вузды тамамланы. Шөкөр, Зиләнең тормошо матур бара. Яратып ҡауышҡан ире менән тиң ғүмер итәләр. Йәш саҡтан Себер тарафтарына килеп урынлашҡайнылар, бө­гөнгә тиклем ошондалар. Хаҡлы ялға сыҡҡас ҡайтырбыҙ, тип Өфөлә – фатир, Да­нирҙың ауылында йорт алдылар. Ике улы ла атаһының юлын дауам итергә теләп, Ҡазандағы медицина университетына уҡырға инде.
Ә бына Тәғзимәне яҙмыш ярайһы ғына ҡаҡҡылап, һуҡҡылап алды. Тәүге ире менән дүрт йыл тирәһе генә йәшәп ҡалды, уныһы башын элмәккә тыҡты – сәбәбен белә алманылар. Ике йәшлек улы менән тол ҡалды әхирәте. Улының үлемен кемдән күрергә белмәгән ҡәйнә килене менән бергә йәшәү тураһында ишетергә лә теләмәне. Әхирәтенә ауылына ҡайтыуҙан башҡа сара ҡалманы. Тәғзимәнең атаһы һирәк булһа ла эсергә ярата ине, бала эйәртеп ҡайтҡан ҡыҙын битәрләп кенә торҙо. Етмәһә, ауыл ерендә хисапсыларға эш тә юҡ бит. Йәйге ялдарға ҡайтҡан һайын Зилә Тәғзимәгә аҡсалата булһа ла ярҙам итергә тырышты. Ҙур улының шап-шаҡтай бәлә-кәсәйгән кейемдәрен алып ҡайтып тор-ҙо. “Әйҙә беҙҙең яҡҡа эшкә барып ҡара. Тәүҙә вахта ысулы менән йыйыштырыу-сы йәки ашнаҡсы булырға ризалаш. Аҙаҡ һөнәрең буйынса урын­лашырһың”, – тип әйткеләне. Ризалашманы. Балаһын ҡал-дырып китергә ҡыйынһынғандыр.
Бынан ун йыл тирәһе элек ул ҡабат кейәүгә сыҡты. Республиканың бөтөнләй икенсе яғына. Шунан бирле күреш­кән-дәре лә юҡ, аралашыу ҙа башлыса социаль селтәрҙә. Йылына бер-ике тапҡыр шылтыратып, тыуған көндәре менән ҡот-лашалар ине. Фотоларға ҡарап, Тәғзи-мәнең хәлле генә, матур йәшәүен белә. Үҙе лә зарланманы. Ә бөгөн килеп айырылдым, ти.
Хәйер, Ғәзимә апай ҡыҙының кейәүгә сығыуын (әллә кейәүенме) яратманы. Бер йылы Зилә ауылдарына ҡайтып барышлай, әхирәте, бәлки, ҡунаҡҡа килгән булһа, тип уларға һуғылғайны. Әсәһе шунда асылып китмәһә лә, үҙенең ризаһыҙлығын белдерҙе. “30-ҙы үтте, аҡылға ултырманы инде. Нимә тип кенә әйтәйем? Утҡа ингән күбәләк, уның шикелле. Исмаһам, бала тапмай тор, тинем. Тыңламаны, хәҙер ана икенсегә ауырлы. Альберты менән өсәү булалар. Һай, уйламай бит, уйламай...” – тип һамаҡланы. Ниндәйҙер ғиллә булғандыр, күрәһең...
Иртәгәһенә Зилә эштән сығыу менән әхирәте әйткән адресҡа юлланды. 11 йыл күрешмәгән ҡатындар тар урамды бер итеп ҡосаҡлашып-илашып алды ла, машинаға инеп ултырҙы. Зилә уның, кафеға ғына барайыҡ, тиеүенә ҡарамай, үҙенә алып ҡайтып китте. Тәғзимә хужабикә өҫтәл әҙерләгән арала иркен фатирҙы ҡарап сыҡты.
– Эй, дуҫҡайым, һин саҡырған саҡтарҙа батырсылыҡ итеп сығып китһәм, минән дә аҡыллы кеше булмаҫ ине. Бындай уҡ булмаһа ла, үҙемдең йәшәр мөйөшөм дә, эшләргә эшем дә булыр ине. Әллә ниңә шул саҡтарҙа туҡталып ҡалдым инде. Ә хәҙер, йәш 50-гә ҡарай киткәндә, ба­рыһын да яңынан башларға тура килә. Етмәһә, ике бәләкәй бала елкәлә, ә ҙуры яңы саҡ уҡып бөттө – эшкә лә урын­лашмаған.
– Әгәр был ауырлыҡтар ҙа ҡурҡытмай сығып киткәнһең икән, тимәк, өлгөр­гәнһең. Ҡасан да булһа батырсылыҡ итергә кәрәк бит.
– Батырсылыҡ итмәй ҡайҙа бараһың инде... Нужа йөрөтә кешене...
– Шулай, рәхәт тормоштан берәү ҙә китмәй, – Зилә табын әҙерләп бөттө лә, ҡунағын өҫтәл артына саҡырҙы.
Тиҙ генә әҙерләнһә лә, тәмле ризыҡ мул ине. Тик ашар өсөн дә күңел тыныслығы, яҡшы кәйеф кәрәк шул. Тәғзимә ризыҡҡа артыҡ ҡағылманы. Байтаҡ ваҡыт аралашмаған дуҫына ул хәл-әхүәлен ҡайһы ерҙән башлап һөй­ләргә белмәй ине. Зилә һорау биреп йонсотмаҫҡа уйлаһа ла, күңелен борсоған төп теманы ситләп үтмәҫкә булды.
– Ә айырылырға ныҡлап хәл иттеңме һуң? Бәлки, барыһы ла яйланыр? Ир менән ҡатын араһында сетерекле хәлдәр тиҙ генә хәл ителә, ғәҙәттә. Һиҙмәй ҙә ҡалаһың.
– Беҙҙеке яйланмаясаҡ. Һәм яйлан­мағаны ла яҡшыраҡ, тип уйлайым.
– Ниңә?
– Ҡурҡам мин унан... – Тәғзимә тағы бер талай һүҙһеҙ ултырҙы. – Һин Ғарифтың ниндәй кеше икәнен бел­мәйһең бит. Ата-әсәйемдән башҡа берәү ҙә белмәй... Ине. Хәҙер бөтәһе лә ишетеп белә инде. Үҙе лә ауылға килгәндә эскән баш менән күрше-тирәгә маҡтанып һөйләп бөткән. Әйтерһең, маҡта­ныр­лығы бар...
– Нимә эшләгән һуң?
– Ул бит тәүге ҡатынын үлтереп, һигеҙ йыл төрмәлә ултырып сыҡҡан кеше. 12 йылға хөкөм иткән булғандар, яҡшы тәртибе өсөн дүрт йылын алғандар.
Зилә ишеткәндәренән шаңҡып ҡалды: нимә-нимә, ә бындай хәбәрҙе көт­мә­гәйне.
– Ә һин кейәүгә сыҡҡанда быны белә инеңме?
– Эйе. Ултырған сағында интернет селтәрендә танышып киттек бит. Күрше ҡатын өгөтләп, танышыу сайтына теркәгәйне. Күп кенә ир-ат яҙҙы. Тик береһенән бер йүнле хәбәр килмәй. Ә Ғариф һирәк, әммә матур яҙа ине. Хәлдәрҙе һораша, уҡыған китаптары, ҡараған фильмдары тураһында фекер алышабыҙ. Тәүҙә ултырғанын әйтмәне. Телефон номерымды ла һорамай, осрашыу ҙа тәҡдим итмәй. Миндә ниндәйҙер ҡыҙыҡһыныу уянды. “Әйҙә телефондан аралашайыҡ”, – тинем. Тәүҙә, ауылда бәйләнеш алама, һөйләшеп булмай, тине. Аҙаҡ ултырғанын әйтте. Сәбәбен һо­раманым. Шунда уҡ араны өҙ бит инде, юҡ – аҡыл етмәй. Интернет ҡына бит, ваҡытлыса ғына, тип уйлаған булам.
– Ярай, аралашҡанһың, ә ниңә кейәүгә сыҡтың һуң?!
– Теле менән арбаны. Ҡатынымды икенсе берәү менән тоттом да, иҫерек баштан аҡылымды юйғанмын, ти. Ғүмерлек һабаҡ булды, башҡаса араҡыны ауыҙыма ла алмайым, тип анттар әйтте. Ышандым. Аҙаҡ белдем, ултырғанда улар йә психологияны, йә компьютерҙы ныҡлы өйрәнә. Ғариф ҡыҙыҡһыныу уятыу, үҙенә әүрәтеү өсөн нимәләр яҙырға, үҙен нисек тоторға икәнен яҡшы белә. Почта аша хаттар ебәрә ине – үҙе бер әҙәбиәт өлгөһө кеүек. Башты тамам әйләндерҙе. Осрашыуға килеп, кейәүгә сығырға тәҡдим яһағайны, ризалығымды бирҙем дә ҡуйҙым. Яңғыҙлыҡтан ялҡ­ҡайным, етмәһә, эскән һайын атайым, кейәүҙең башына еттең, тип битәрләй. Берәү шулай михнәттән ҡотола, имеш...
Шул саҡ Зиләнең иҫенә Ғәзимә апайҙың, “утҡа ингән күбәләк”, тигән һүҙҙәре төштө. Ысынлап та, әхирәте үҙе теләп упҡынға атлаған була түгелме?
– Арыу йәшәнегеҙме һуң? Эсмәйем, тигән һүҙендә торҙомо?
– Һүҙ юҡ, туғыҙ йыл ауыҙына ла алманы. Матур йәшәнек, Альбертты үҙ улы кеүек күрҙе. Тәүге ҡатынынан ҡыҙы менән улы бар ине, ҡәйнәһе ҡараны. Улар ҙа килеп йөрөнө. Эсмәгән саҡта унан да һәйбәт кеше булманы. Ҡулынан кил­мәгән эше юҡ, аҡса таба, донъя көтә. Тик бер йыл элек “ысҡынды”. Тәүҙә мунсанан һуң һыра эсештерә башланы. Әкренләп ҡатырағына күсте. Холҡо үҙгәргәнен тойманым. Ә бына элекке ҡәйнәһе, уның эсә башлауын белгәс тә, балаларын ебә­реүҙән ҡырҡа баш тартты. Юҡҡа булмаған икән: бер көндө ул лаяҡыл иҫереп, мине лә, балаларҙы ла баҙға ябып ҡуйҙы. Ниндәй генә ғәйептәр таҡманы!? “Һеҙҙең кеүек ҡатындар арҡаһында ирҙәр кешелектән сыға”, – тип ҡысҡыра башланы. Ә иртәнсәк тубыҡланып, илай-илай ғәфү үтенде. Тағы бер мөмкинлек биреп ҡарарға булдым. Ике аҙна һин дә мин йөрөнө лә, тағы эсте. Кейем үтекләп тора инем, үтек шнуры менән муйынымды быуа башланы. Күҙ алдымдан бар тормошом үтте. Иҫән ҡалһам, бер минут та тормайым, тип әйтеү әйттем. Үҙем үлермен дә китермен, ярай, Альберт улым һөнәр алып ҡалды. Ике бәләкәйем етем ҡалыр, тип ҡурҡтым. Шулар хаҡына сығып китер көс таптым да инде.
– Ярай ҙа тыныслыҡта ҡалдырһа.
– Юҡ инде. Көнөнә дүрт-биш шылтырата, шуға телефон номерымды ал­маштырҙым. Ауылға ла килде ул, йә­шенеп ҡалдыҡ. Әсәйем, Өфөгә эшкә урынлашты, тип алдап ебәрҙе. Рәсми рәүештә адвокат аша ғына айырылыштым. Алимент та һорамайым хатта. Себергә сығып китеүемдең дә сәбәбе – Ғарифтан алыҫыраҡ булыу.
...Зилә, әлбиттә, әхирәтенә эш та­бышырға, балаларын мәктәпкә урын­лаштырырға ярҙам итергә булды. Тик ҡәтғи рәүештә Ғариф менән араһын өҙөү шарты менән. Сөнки ул белә: ундай ирҙәр ҡатындарынан, балаларынан ғына түгел, ауыр саҡта уларға ярҙам иткән кешеләрҙән дә үс алыусан була.


Гөлнур ҠЫУАТОВА.

Автор: Гөлнур Ҡыуатова
Читайте нас