

Әрменән ҡайтып, әле һалдат кейемен сисеп өлгөрмәгән яҡташ егеттәрҙе күрһәм, йәш сағымды иҫкә төшөрөп, улар менән бер аҙ һөйләшеп алғы килә башлай. Бөтөнләй таныш булмаһа ла, яҡын туғаным һымаҡ күрәм уларҙы. “Һалдат улым, һаумы! Армиянан ҡайтып киләһеңме?..” – тип килеп күрешәм.
Табип халҡын әрмелә барса һалдат та хөрмәт иткәнлеген белгәнгә күрә, үҙемдең отставкалағы хәрби табип икәнемде, званиемды ла әйтеп таныштырам. Яғаһындағы эмблема-һына ҡарап, ниндәй төр ғәскәр вәкиле икәнлегенә шунда уҡ төшөнөп, шул хаҡта һораша ла башлайым. Хәҙер әрмелә нисек ашатыуҙары хаҡында ҡыҙыҡһынам, әлбиттә. “Бабайлыҡ” тураһында ла белешке килә ҡай саҡ.
“Әрмегә барғаныңа үкенмәй-һеңме?” – тигән һорау ҙа биргеләйем.
Хәбәрсе булмауыма ҡарамаҫтан, әңгәмәбеҙ бәләкәй генә бер интервью һымағыраҡ килеп сыға. Өс-дүрт йыл элек хәрби йыһан көстәре составында хеҙмәт итеп ҡайтҡан яҡын туғаным Алмас менән дә һөйләшеп алдым. Уның һөйләүе буйынса, әрмелә дөйөм белемеңә, шулай уҡ, физик әҙерлеккә әле лә ҙур иғтибар бүләләр икән. Кейенеү, ашау яғына килгәндә, элеккегә (мин хеҙмәт иткән дәүергә) ҡарағанда күпкә яҡшыраҡ, тип аңланым. Аш рационында көн дә тиерлек йомортҡа, һөт булыуы, хатта йыш ҡына билмән ашатыуҙары хаҡында ишеткәс, ил һаҡсыларыбыҙ өсөн ысын күңелдән шатландым. Уларға хөкүмәтебеҙҙең шундай ҙур иғтибар бүлгәне өсөн.
“Мин хеҙмәт иткән часта (Хабаровск крайы) “бабайлыҡ” тигән нәмә бөтөнләй булманы”, – тине Алмас минең сираттағы һорауыма яуап итеп. Әрмегә барғанына һис кенә лә үкенмәүе, ир-егеттәрҙең унда барып сынығыу мәктәбе үтеү зарурлығы хаҡында ла әйтте әллә ни күп һөйләргә яратмаған туғаным. Хеҙмәттән алда спорт менән шөғөлләнеүе лә уға тик файҙаға ғына булған. “Күп егет юҡҡа ғына әрме хеҙмәтенә барыуҙы насарға һанай”, – тине ул аҙаҡтан…
“Ә беҙҙең заманда…” – тип башлап алып киттем үҙемдең йәшлек хәтирәләремде уға һөйләгәндә. Беҙ бала саҡта, үҫмер ваҡыттарҙа, һалдат булғыһы килмәгән бер кемде лә хәтерләмәйем. Хатта, киреһенсә, әрмегә бармай ҡалыуҙан ҡурҡа инек. Берәй малай ниндәйҙер эш боҙһа, йәиһә бер йомош үтәүҙә ялҡаулана башлаһа, мәктәптәге ҡайһы бер уҡытыусыларыбыҙ “һалдат була алмайһың” тип зитына тейер ине. Ата-әсәләр ҡай саҡ бәләкәйерәк малайҙарын: “Ялҡау булһаң, армияға алмайҙар”, – тип тә ҡурҡытты. Ышанаһығыҙмы-юҡмы, ысынлап та, беҙҙең малай халҡының иң ҡурҡҡан нәмәһе ана шул була торғайны. Тиҙерәк үҫеп етеп, һалдат булып, өҫкә шинель кейеп, билгә ҡайыш тағып өйгә ҡайтып инәсәгемде күҙ алдына кил-тереп, татлы хистәргә бирелгән ваҡыттарым минең дә йыш булды. Башҡа малайҙар һымаҡ уҡ, размеры күпкә ҙурыраҡ булыуына ҡарамаҫтан, ағайым-дың әрменән кейеп ҡайтҡан фураж-каһын әллә ни күреп, ҡырын ғына итеп кейеп, көҙгө алдынан китмәгәнем бөгөнгөләй күҙ алдымда.
Иң яратҡан фильмдарыбыҙ һуғыш, әрме тураһында булһа, уйнаған уйындарыбыҙҙың иң мауыҡтырғысы ла һуғыш уйыны. Ғәҙәттә, “аҡтар-ҡыҙыл-дар” булып бүленешеп уйнарға яраттыҡ. Шулай уҡ бер яҡ “советский”, ә икенселәр “немец” булып та мөкиббән китеп уйнағандарыбыҙ иҫтә ҡалған. Әммә барыбыҙҙың да тик совет һалдаты ғына булғыбыҙ килә бит, ауыҙыңа май булғыры. Шыбаға тотошҡандан һуң, кемдер әлеге “дошман” ғәскәренә ризаһыҙ ғына “инеп китә”. Уйында ла совет һалдаты мотлаҡ еңергә тейеш… Граждандар һуғышы геройҙары Чапаев, Фрунзе, Буденный, Котовский йәки генерал Шайморатов, Александр Матро-сов (ул саҡта Шакирйән Мөхәмәтйәнов хаҡында белмәй инек) һымаҡ Бөйөк Ватан һуғышы батырҙары булып китер инек.
Кистәрен Ишбулды ағайҙарҙың өйөнә телевизор ҡарарға йыйылабыҙ (ауылда ул иң беренсе булып һатып алғайны). Таңһылыу еңгә нисек беҙҙе ҡыуып сығармағандыр инде… Өй тулы малай-ҙың “На каждом километре”, “Щит и меч”, “Четыре танкиста и собака” һымаҡ күп сериялы һуғыш киноларын иҙәндә теҙелешеп ятып, бар донъябыҙҙы онотоп тигәндәй ҡараған ваҡыттарын һағынып иҫкә алам. Разведчик Ганс Клосс булырға, Матросов һымаҡ батырлыҡ күрһәтергә хыялланмаған бер малай ҙа булмаған-дыр, моғайын…
Мин үҙем утынлыҡта таҡтанан автомат, пистолет, пулеметтар әтмәләргә лә яраттым. Дуҫтарымдың барыһына ла уларҙы бер иш итеп, хатта ысын “Калашников”ҡа оҡшатып яһарға тырыша торғайным. Үҙемдә таҡта етешмәй башлаһа, иптәш малайҙар өйҙәренән алып килә. Ҡай саҡ атайҙарҙың төҙөлөштә кәрәкле ағас-мағасын һорауһыҙ тотоноп, кәрәккә алғылаған саҡтар ҙа булманы түгел. Ә инде берәй “настоящный һалдат” әрменән ҡайтып төшә икән, барса малай һалдат күрергә шул өйгә йыйыла. “Стройҙа йөрөй торғайныңмы, ағай? Ысын автоматтан ата торғайныңмы? Поста тороу ҡурҡыныс түгелме?” – ошондай һорауҙар менән йөҙәтәбеҙ һалдатты. Ысын автоматтан атҡан, часовой булып торған шундай “ыздарауай һалдат” ағай менән һөйлә-шеү үҙе оло бәхет ине беҙҙең бала саҡта.
Беҙҙең инаныуыбыҙса, совет һалдаты – донъяла иң көслөһө, иң яҡшы кеше. Үҙеңдең бер туған һалдат ағайыңа (хатта туған булмаған күрше ағайға ла) – “әрмис”кә хат яҙыуҙы ҙур бәхеткә һана-ныҡ заманында. Ағаһынан бүләккә фуражка, ҡайыш йәки берәй значок алған һалдат ҡустыһы, әлбиттә, малайҙар ара-һында иң бәхетлеһе…
Бер аҙ үҫә төшөп (һигеҙенсе синыфта), тәүге медицина комиссияһына хәрби комиссариатҡа саҡырылғас, синыфташ ҡыҙҙарыбыҙ алдында әллә кем булып, ҡаҡайып йөрөгәнебеҙ иҫемдә. Тикшереүсе табиптар берәй сир таба ҡалһа, үҫмер өсөн был оло ҡайғы! Ауырыу булғаны өсөн түгел, ә “әрмегә алмай ҡуйырҙар” тигән уй иң тәүҙә борсой ине. Танау аҫтына бер аҙ ғына “бәпкә йөнө” сығып килгән малай, өҫтәүенә, ҡыҙҙар ҡарамаҫ, тип тә ҡурҡа…
Ағайҙарымдың береһенә ниндәйҙер диагноз ҡуйып, ярты йылға “отсрочка” биргәндәре хәтеремдә. Хәрби комис-сариаттан өйгә ныҡ кәйефе төшөп ҡайтып инде. Ярты йылдай совхозда эшләп алғандан һуң, сираттағы комис-сияла ҡулына “отправка” алғас, беҙҙең яҡтыҡылар әйтмешләй, тере ҡуян тотҡандай булып, уның нисек шатлан-ғанын күрһәгеҙ! Танк ғәскәрҙәре соста-вында ике йыл хеҙмәт итеп, погондарына ялтырап торған өлкән сержант “лычка-ларын” тағып, мыҡты кәүҙәле булып, балҡып ҡайтып төштө ул әрменән.
Үҙем хәрби табип булып оҙайлы хеҙмәтемде башлағас та, йыш ҡына төрлө өлкә һәм республиканың хәрби комиссариаттарына һалдат алыу өсөн командировкаға йөрөй торғайным. Бәғзе бер призывникты һаулығы буйынса ҡалдырып китеүе проблемаға әйләнә ине. Күптәр, нисек кенә булһа ла, диагнозын “еңеләйттереп” йәиһә бөтөн-ләйгә юйҙырып, әрме сафына эләгергә тырышты. Сирен йәшереп маташҡандар менән дә танышырға тура килгеләне (айырыуса яҡташтарыбыҙ араһында). Бәлки, бына ошо мәҡәләне уҡып ултырыусы бәғзе йәштәрҙең әллә ни ышанып та етмәүе мөмкин. Әммә был – ысынбарлыҡ. Ата-әсәһе килеп: “Улым-дың армияға ныҡ барғыһы килә, алып ҡына китегеҙ инде, зинһар”, – тип үтен-гән осраҡтар ҙа булманы түгел.
Сираттағы бер ялыма ҡайтҡанда, Өфөләге йыйыу пунктына инеп сыҡмаҡсы булдым. Бәлки райондаштарымды, таныштарымды осратырмын, тигән уй менән. Призывниктар араһында күрше ауылдан Булат исемле ҡоҙа тейеш егетте танып ҡалдым. Иңенә рюкзак аҫҡан, кәйефе төшөнкө. “Ни булды, ҡоҙа, нишләп кәйефең юҡ, ҡайҙа тәғәйенләнеләр?” – тим уға (Афғанстанда һуғыш барған мәл, ул ваҡытта саҡырылыш буйынса хеҙмәт иткән һалдаттарҙы ла алалар ине. Әллә шунан ҡурҡамы был егет?...) “Өйгә ҡайтарып ебәрергә итәләр. Медкомиссиянан үтеп булманы, ҡолаҡта ауырыу таптылар, – ти егет бик күңелһеҙ генә. – Ауылда иптәштәр, ҡыҙҙар оҙатып ҡалғайны. Улар алдында ла уңайһыҙ…” Кәрәк кешеләр менән инеп һөйләшеп ҡарауымды үтенде: “Һине – офицер кешене – моғайын, тыңларҙар…” Хәрби комиссариатҡа рәсми командировкам да булмауына ҡарамаҫтан (сираттағы отпуск мәле ине бит), начальствоға инеп һөйләштем. “…Яҡын ғына туғаным. Хеҙ-мәт иткеһе килә. Ниндәй төр ғәскәр составына булһа ла риза”, – тинем. “Ә һеҙ үҙегеҙ ҡайҙа хеҙмәт итеп йөрөйһөгөҙ?” – тип һорай начальник. “Түбәнге Тагилдағы частарҙың береһендә”. “Улай икән… Һеҙҙең үҙегеҙгә туп-тура ебәрһәм, нисек ҡарайһығыҙ?” “Рәхмәт, иптәш подполковник…” Булат яҡындағы часта бер ниндәй проблемаһыҙ яҡшы ғына хеҙмәт итеп, ике йылдан өйөнә ҡайтып китте.
Ата-бабаларыбыҙ борон-борондан ил именлеген һаҡлауҙы үҙенең изге бурысы тип һанаған. Егеттәребеҙ һалдат һөнәрен үҙләштереп, һәммәһе лә ғүмере буйы потенциаль ил һаҡлаусы булып ҡала. “Запаста” тип әйтәләр улар тураһында. Илебеҙҙә улар күп меңләгән. Кемдер – танкист, кемдер – артиллерист, өсөн-сөләр моряк булып Ватан саҡырыуына һәр саҡ әҙер. Элегерәк ошондай бер йырҙы ла йырлай торғайнылар: “Эй, бригадир мин үҙем, комбайнер һәм тракторист. Кәрәк икән – булам танкист, ял иткәндә – гармонист”... Күп кенә билдәле шағир-әҙибебеҙ: Ирек Кинйә-булатов, Марсель Сәлим, Әхмәр Үтәбай, Әмир Әминев, Хәйҙәр Тапаҡов, Салауат Әбүзәр һәм башҡалар ҙа совет армияһы заманында һалдат һурпаһын эсеп ҡайт-ҡан кешеләр бит.
Хөкүмәтебеҙҙең саҡырылыш буйынса барған егеттәрҙе хәҙерге ваҡытта “ҡыҙыу нөктә”ләргә ебәрмәүен хуплайым. Хәрби хеҙмәт ауырлыҡтарын татып, илебеҙ һағында торған һалдаттарыбыҙҙың һәм-мәһенә Аллаһы Тәғәләнән ныҡлы иман, эштәрендә уңыштар, хеҙмәтен тамамлап, өйөнә имен-һау ҡайтып етергә насип итеүен һорайым.
Хәлил ҺӨЙӨНДӨКОВ,
отставкалағы медицина подполковнигы.