Бөтә яңылыҡтар
Махсус биттәр
7 Ғинуар , 21:55

Һин ҡайҙа инең? (Хикәйә)

Бәхтийәр төнө буйы һаташып сыҡ­ты. Был төштө аңлатып та килештерерлек тү­гел. Күҙ алдынан иҫәпһеҙ-һан­һыҙ йәш ҡыҙҙар йөҙө кинокадрҙар һымаҡ ағыла. Ҡай­һы мәл кадр­ҙар бер нисә секундҡа туҡтап та ҡала. Уға һылыу йөҙ, матур күҙҙәр ҡарай. Асыҡ-һоро, ҡуйы-ҡоңғорт, ҡара, йәшел, хатта ара-тирә зәңгәр күҙҙәр ҙә баға. Бар уртасалар, си­бәрҙәр... Хәйер, ҡыҙҙар йәмһеҙ булмай. Шундай тилмерткес, үҙәкте өҙә улар. Тиргә батып уянды егет. Простыня, мендәр лысма булған. Ниндәйҙер маньякка әйләндеме ул? Бер уянғас, йоҡо алмаҫ инде. Бөгөн ял, бүлмәләше Мирас рәхәтләнеп йоҡо һимертә. Ул һөйгәне менән осрашып йөрөп, бик һуң ҡайтты бит әле. Бәхетле, төш күреп йылмая. Бәхтийәр көрһөндө. Һағынып көтөүҙәр, татлы осрашыуҙар уға тәтемәй...

Һин ҡайҙа инең? (Хикәйә)
Һин ҡайҙа инең? (Хикәйә)


Барыһы ла бынан ун йыл элек башланды. Бәхтийәргә 13 йәш. Танауына еҫ инә башлаған ваҡыт. Ҡайһы бер клас­таштары ҡыҙҙар менән кеше күр­мәгәндә генә етәкләшеп йөрөй инде. Бәхтийәр ҙә ҡыҙҙарға күҙ һалғылай. Тик береһен дә яҡын күрмәй әлегә, ашыҡмай ҙа. Ауылда үҫмерҙәр байтаҡ ҡына. 13 – 15 йәшлектәр яҙ көнө бер төркөм булып ойошто. Әйҙең текә ярын төйәк итеп алдылар. Таҡта, түмәр киҫәктәре алып барып, эскәмйәләр эшләнеләр. Кистәрен йыйылып уйын ҡоралар, йырлайҙар, усаҡ яғып ултыралар.
Был уйындар йәй ҙә дауам итте. Тик Бәхтийәр унда сыға алмай – әлегә тиклем һыҡранып ҡына йөрөгән өләсәһе түшәккә ятты. Тамағына аш бармай, һыуҙы ла ауыр йота. Больницаға бармай: "Үҙ өйөмдә генә йәнем сыҡһын", – ти ҙә ҡуя. Оло кешенең янында көн оҙоно кемдер булырға тейеш. Атаһы менән әсәһе бынан биш саҡрым алыҫлыҡтағы йәйләүҙәрендә. Фермер­ҙар улар. 30 баш һыйыр, йәнә лә ҡышлағандар, быҙауҙарҙы көтөү, һауыу үҙҙәре өҫтөндә. Ҡайтмай яталар. Һөттө ҙур ғына һөт заводына тапшыралар. Кәрәгенсә айыртып, ҡаймаҡ, май итеп өйгә алып ҡайтып, аҙнаһына бер магазинға барып, пакет-пакет аҙыҡ алып, һыуытҡысты тултырып китәләр. Донъя Бәхтийәр менән 12 йәшлек Рәмзиәгә ҡала. Рәмзиә ҡыҙ бала булараҡ өләсәһе янында булырға тейеш һымаҡ. Ләкин ҡайҙа инде! Ул өйҙә ҡайнашыуҙы күрә алмай, күберәк ихатала. Ялҡау түгел: баҡсаға һыу һибә, йәшелсә утай, тауыҡ себештәре уның өҫтөндә. Был эштәрҙе етеҙ, еренә еткереп башҡара. Күп ваҡыт дуҫтары менән йылға буйында һыу инә. Төшкә асығып ҡайта ла, ашап алғас, йәнә юҡ була. Бәхтийәр ни хәл итһен? Ул оло бала, унда яуаплылыҡ ҙур. Өй эштәрен алып бара, белгән тиклем аш-һыу яраштыра, өйҙө лә тәртиптә тота. Өләсәһе янында ҡысҡырып китап уҡый. Ул шиғыр тыңларға ярата. Ике бала – ике донъя. Уларҙың төҫө лә башҡа, икеһе ике төрлө. Бәхтийәр әсәһенә оҡшаған: күҙҙәре шундай асыҡ-һоро, нурлы, оҙон керпектәр менән ҡаймаланған. Сәстәре лә ҡоңғорт, эре бөҙрә. Ул сәсен ҡыҫҡа йөрөтмәй. Матур тулҡындар аҡ йөҙөн уратҡан. Үҫмерҙәрсә ҡаҡ, нәҙек кәүҙәһе лә килешле, оҫта скульптор юнған тиерһең. Ә Рәмзиә инде атаһының күсермәһе. Киң йөҙлө, ҡарағусҡыл тәнле, күҙҙәре ҡыҫыҡ, керпектәре бөтөнләй ҡыҫҡа ғына. Ҡалын шырт сәстәрен толом итеп йөрөтмәй, ял кеүек ҡаты сәстәрен үреп килештерерлек түгел. Шуға ҡыҫҡа итеп киҫтереп торалар. Ҡыҙыҡай ағаһының төҫ-ҡиәфәтенә ныҡ көнләшә. Хатта күрә алмаҫ сиккә етә:
– Бынау күҙҙәр, бынау сәстәр минеке булырға тейеш булған, – ти ул, – уларҙы һиңә биреп, Алла бабай яңылышып киткән.
Хатта илай. Рәмзиә ағаһының матур, сағыу тауышынан да көнләшә.
– Бөтәһе лә һиндә инде, һиндә. Кит, һине яратмайым!
Алдай, әлбиттә. Малай һеңлеһен йәлләй, ҡосаҡлап ала:
– Әгәр мөмкин булһа, һинең менән төҫ-ҡиәфәтемде алмашыр инем, – ти.
Ысынлап та, егет кешегә ундай сағыу ҡиәфәт нимәгә? Сит ерҙә уға хатта ҡыҙыҡай тип өндәшкәндәре бар. Футболка, джинсы кейгән ҡыҙҙар күп бит. Матурҙан-матур әсәһе ябай ғына күренгән атаһын ярата, хөрмәт итә. Ә атаһы инде ҡатыны тип йән ата. Эш бына ҡайҙа.
Рәмзиә киске эштәрен атҡара ла ҡараңғы төшкәнсе малайҙар менән уйнай. "Полиция һәм бандиттар" тигән уйын уйлап сығарып, төнгә тиклем мәж киләләр. Рәмзиә командир, малайҙар уны тыңлай. Бәрелеп-һуғылып йүгереп йөрөп аяҡтарынан күк, яра эҙҙәре уңалмай. Бәхтийәр һеңлеһенең аяҡтарын йыуып, диванға һуҙып ултыртып “зеленка”, яра уңалта торған майҙар һөртә. Бына бөгөн дә төшкөлөктө ашаны ла юҡ булды. Малай өләсәһе янына килеп ултырҙы. Сынаяҡҡа һалып, буш ҡына тауыҡ һурпаһы килтерҙе. Тик ауырыу һыу менән генә иренен сылата, оҙон итеп тын алырға тырыша.
– Әҙ-мәҙ көсөм барҙа әйтәһе һүҙҙәремде әйтеп ҡалайым әле, – ти ул.
– Өләсәй, арыйһың, күп һөйләшмә.
– Юҡ, балам, бөгөн әйтеп ҡалмаһам, иртәгә һуң булыуы бар. Тыңла мине, – бер аҙ тын ҡалып ял иткәс, өләсәһе дауам итте: – Бына егет ҡорона етеп бараһың. Үҫеп еткәс, үҙеңә иш һайлар ваҡытың да етер. Әсәң менән атаңа иғтибар ит. Улар кеүектәр тирә-яҡта юҡ. Шул тиклем дуҫ, татыуҙар. Араларына ел дә үтеп инерлек түгел. Бер бөтөндөң ике яртыһы улар. Һиңә лә шундай уҡ яртыңды табырға насип булһын ине. – Өләсәһе тағы туҡтап ҡа­ла. Бала шым ғына көтә, уның ҡолағы ҡарпайҙы инде. – Үҙеңә яҙғанды табыу өсөн сабыр булырға кәрәк. Һылыуҙар, унан ары ҡыйыуҙар, ҡаратырға теләү­селәр күп осрар. Балам, һин ылыҡ­тырғыс көскә эйә, матурлыҡ ҡына түгел был. Эске нурың бар һинең. Ҡара­тыусылар күбәйә барған һайын түҙем­лерәк бул. Татлы емеш ҡабам тип, утлы емеш ҡапма.
– Икенсе яртым икәнен нисек белергә? – Малай аптырап, хатта ҡурҡып китте. Хәтәр хәбәр һөйләй өләсәһе.
– Уның һиңә оҡшаш тамғаһы булыр. Ул билдә һиндә бар инде. Көҙгөгә ҡара. Нимә күрерһең?
Малай атылып тороп шкафтағы көҙгөгә баға: бик сибәр үҫмер аптырап ҡарап тора. Аҡһыл йөҙөндә тары бөртөгөндәй генә матур миң ап-асыҡ күренә. Тап бит һөйәгенең осонда.
– Ошо миңме?
– Зирәкһең, балам. Ошо миң.
– Ошондай миң минең икенсе яртымда булырға тейешме?
– Эйе, бәлки, битенең икенсе яғында булыр, тик булыуы зарур.
Үҫмерҙең ышанғыһы килмәй, ауырыу кеше ни һөйләмәҫ.
– Ярар, өләсәй, – ти ул ауырыуҙың хәтерен ҡалдырмаҫ өсөн генә.
– Арыным инде, серемгә киттем.
Бәхтийәр пәрҙәне тартты, аяҡ осона ғына баҫып ишек алдына, гөрләп торған матур көн ҡосағына сыҡты.
Өләсәйҙең ейәне менән оҙаҡ итеп һуңғы һөйләшеүе булды. Ауырыу башҡаса һөйләшмәне тиерлек. Йә иҫһеҙ ятты, йә ауыртынып ыңғырашты. Атаһына ярҙамға Сәкинә апай китте. Әсәһе гел ауырыу янында, түҙеп булмаҫлыҡ һыҙланыусыға көн һайын көслө дарыу ҡаҙаны. Матур ғына, ҡояшлы ямғыр һибәләп торған көндө әбей донъя менән хушлашты. Өләсәһен ерләгәс, Бәхтийәр бер бушлыҡта япа-яңғыҙ ҡалған кеүек булды. Яңғыҙ ғына һыу буйына йә болонға сығып китә. Ҡәҙерле кешеһе һөйләгән әкиәттәрҙе, уның менән һөйләшеүҙәрҙе күңеленән кисерә. Юҡ, иламай ул. "Һин илаһаң, теге донъяла миңә ауыр буласаҡ", – ти ине өләсәһе. Бәхтийәр уның ғазап сигеүен теләмәй.
Көҙ етеп уҡыуҙар башланғас, өләсәһенең васыяты иҫкә килеп төштө. Бәхтийәр һиҙҙермәй генә мәктәптәге бөтә ҡыҙҙы ла күҙҙән үткәрергә кереште. Башланғыс кластан алып өлкән класта уҡығандарына тиклем ҡарап сыҡты. Үткерерәк үҫмер ҡыҙҙар һиҙеп ҡала һалып, үҙҙәре үк һүҙ ҡушалар, күҙ уйнатҡан булалар. Тик үҙенә кәрәклене бер кемдә лә күрмәне егет остоғо. Тимәк, бында түгел. Олимпиадаларға, спартакиадаларға йөрөгәндә лә был хаҡта онотманы үҫмер. Гел ҡарап йөрөнө. Юҡ булғас, юҡ инде.
16 йәше уҙғас, тауышы ныҡ асылып китте. Уның көмөш сыңы сыңрап торған тауышы иҫ киткес ине. Йыр конкурстарына йөрөнө, алдынғы урындар яуланы. Унда ла күрергә теләгән кешеһе осраманы. Ярай, йәш бит әле. Алда күпме йылдар, күпме юлдар. Ул йырсы буласаҡ.
...Бәхтийәр – сәнғәт академияһы студенты. Тыумыштан ҡуйылған драматик тенор тауышлы егеткә уҡыу йортона инеү ауыр булманы. Вокал уҡытыусыһы егеттең тырышлығын, һәләтен таный. Тик планканы һаман күтәрә бара.
Әҙ генә буш ваҡыты булһа, егет спортзалдан сыҡмай. Һәр яҡтан камил булғыһы килә. 30 йәштә ҡорһаҡ үҫтерә башлаған йырсы булғыһы килмәй. Уҡыу йорто, дөйөм ятаҡ – йәш, дәртле, һәләтле йәштәр менән тулы урын. Ауыр, яуаплы уҡыу һымаҡ булһа ла, күңел асырға, ғишыҡ-мишыҡ уйындарына барыбер ваҡыт табыла. Бәхтийәр шәмбе, йәкшәмбе көндәрендә үткәрелеп тора торған мәжлес, кисәләрҙә ҡатнашмаҫҡа тырыша. Сибәр, һәләтле булып та егеттең нәфис заттар менән бер ҙә аралашмауы төрлө имеш-мимеш, аптыраш тыуҙыра. Эсмәгән-тартмаған бер суфый, етмәһә. Бәлки ул, йәнәһе, "средний род"тыр, йә "зәңгәр"? Ҡыҙҙар ғашиҡ булып маташа, күрәләтә иғтибар талап итеүселәр бар. Егет йомшаҡ, урынлы ғына итеп кире ҡаға килә. Ҡыҙҙарҙы бирсәткә кеүек алыштырыусы, алһыҙ-ялһыҙ ғишыҡ яңыртыусы Рәсим бер көн уны тап итеп туҡтатты. Әллә ниндәй оятһыҙ мәғәнәле йылмайып, һүҙ башланы:
– Слушай, һиңә минең бер предложение бар. Һинең кеүек шәп егеткә ураҙала йөрөү ҡыйындыр ул. Ә мин аҙыҡ төрләндереп алырға ризамын...
Бәхтийәрҙең күҙҙәре ҡан баҫып ҡотороп киткән үгеҙ ҡиәфәтенә инде. Гел асыҡ сырайлы, көлөп кенә торған һылыу йөҙҙөң кинәт үҙгәреп китеүе Рәсимдең ҡотон алды. Ул да булмай Бәхтийәр тимерҙәй бармаҡтары менән боғаҙынан алып стенаға ҡыҫты.
– Йә, ҡабатла тағы! – Нәфрәт ҡатыш ҡыҫылып сыҡҡан тауыш йөрәк тетрәтерлек ине. Рәсим быуылып Бәхтийәрҙең беләктәренә йәбеште, үлемесле ҡулдарҙан ҡотолорға теләп тыпырсынды. Дошманы бармаҡтарын бушатҡас, ҡых-ҡых йүткерә-йүткерә:
– Шаяртҡанды ла аңламайһыңмы? Псих, үлтерә яҙҙың бит, – тине, – ярар, ғәфү ит, зинһар.
ӘМИНӘ.
(Дауамы бар).

Бәхтийәрҙең йөрәк серен бүлмәләш дуҫы Мирас ҡына белә ине. Был ике егет тәүге көндән үк дуҫлашты, бер-береһен аңлап торҙо. Кәрәк саҡта ярҙам, дуҫтарса аралашыу улар өсөн оло байлыҡ ине. Мирас Башҡортостандың төпкөл райондарының береһенән. Нота ғилемен үҙаллы уҡыған, үҙаллы баянда уйнарға өйрәнгән. Музыка мәктәбе кимәленә еткереп, хатта институтҡа инә алған һирәк осрай торған талант ине.
Ауыр ҙа, дәртле лә, күңелле лә студент йылдары һиҙелмәй ҙә ҡалды кеүек. Бәхтийәр менән Мирастың филармонияла ҡаласағы алдан билдәле ине инде. Ата-әсәһе һаман фермерлыҡ менән көн күрә. Малдарын артыҡ арттырып та, кәметеп тә ҡуймай бер кимәлдә тоталар. Кәрәкле ҡорамал, техникалары ла бар. Килем дә яҡшы. Уҡыу йортон бөтөүгә Бәхтийәргә ике бүлмәле фатир бүләк итеп ҡуйҙылар.
Уҡыуҙы тамамлағас, ял итеп алырға ла мөмкин. Ләкин егеттәр эш башларға ашҡынды. Бер төркөм егет-ҡыҙ йыйылып, концерт бригадаһы төҙөп ебәрҙе. Транспорт та табылды. Үҙенең микроавтобусы менән кәсеп итеүсе Алексей исемле егет Башҡортостанды арҡырыға-буйға гиҙеү ниәтенән риза булды.

* * *
Башҡортостанды урап сығып киләләр инде. Район үҙәктәре, ҙур һәм бәләкәй ауылдар тип ҡарап торманылар. Бөтә ерҙә булырға тырыштылар. Ауыл тамашасылары күберәк оло кешеләр инде. Күптән бындай тере концерт күргәндәре юҡ. Ҙур теләк менән ҡарап ултырып, ихлас алҡыштарға күмәләр. Иң һөйөклө артист Бәхтийәр булды. Белгән кеүек репетуарҙары бик уңышлы һайлаған: тәүҙә – халыҡ, унан һуң ретро йырҙар китә. Был моңдар йөрәктең иң нескә ҡылдарына үтеп әсир итә. Улар артистың да күңел зары бит. Аккомпониатор Мирас ҡына. Егеттәр был ваҡыт бер бөтөн. Бәхтийәр башҡа кешенең уйнауын теләмәй, сөнки дуҫы ғына аңлай уны.
Бына бөгөн Башҡортостандың иң төньяғы булған райондың бер ауылында һуңғы концерт. Бында ла Бәхтийәрҙең эҙләнеүҙәре һөҙөмтә бирмәне. Автобусҡа тейәлер алдынан үҙҙәрен оҙатып сыҡҡан клуб директорына һорау бирмәй түҙмәне егет:
– Яҡындараҡ тағы берәй бәләкәйерәк ауыл юҡмы?
– Бар. Бынан бик алыҫ түгел. 25 кеше генә йәшәй.
– Мирас, баянды тот та төш. Беҙ ҡалабыҙ.
Ғәбиҙулла тигән музыкант сәсрәп сыҡты:
– Егеттәр, был ни эш? – тип ҡысҡырып ебәрҙе.
– Ҡалабыҙ. Бәләкәй ауылда хәйриә концерты бирәбеҙ тигән ниәтебеҙ бар.
– Иртәгә иртүк ҡайтырға сығабыҙ. Ҡунаҡханала яҡшылап йыуынып, хәл йыйып алырға кәрәк. Ал-ял белмәй йөрөнөк, тигәндәй.
– Хәҙерге заманда Өфөгә ҡайтыу проблемамы ни?
– Үҙегеҙ ҡарағыҙ. Беҙ ҡайтабыҙ.
Ҡараңғы төшөп етмәгән. Бер яҡтан шаҡтай текә генә тау һырттары, икенсе яҡтан мул ғына һыулы йылға. Шул арауыҡта ҡыҫҡа ғына урам һуҙылған. Тәбиғәт бик хозур. Ауыл таушала биргән. Күпселеге һуғыштан һуң һалынған уртаса ҙурлыҡтағы йорттар. Урта төштәрәк бәләкәй генә клуб ишараты. Боронғо мәсет икәне аңлашылып тора. Шул тирәләге матур өйҙөң ҡапҡа төбөндә туҡтанылар. Егеттәр улай-былай ҡаранғансы, ҡапҡа асылып, ихлас йөҙлө апай килеп сыҡты. Ыҫпай кейемле, һылыу егеттәрҙе күреп йылмайҙы. Баянға ла күҙ ташлап өлгөрҙө.
– Кемде эҙләйһегеҙ, егеттәр?
– Һеҙҙе.
Апай саҡ ҡына аптырай төштө:
– Бындай матур энекәштәрем юҡ ине, әллә үҙем белмәй йөрөгәнменме?
– Эйе, бына танышығыҙ хәҙер, – егеттәр исемдәрен, шөғөлдәрен әйтеп таныштылар. – Клубығыҙ ипкә килерлекме? Иртәгә көндөҙ мәрхәмәтлек концерты күрһәтәбеҙ.
– Әстәғин! Беҙҙе лә иҫкә төшөрөүселәр бар икән! Әйҙә, инәйек, сәй эсәйек. Алла бирһә, иртәгә клуб әҙер булыр. Асҡысы миндә. Ғүмер буйы бында кино күрһәттем.
Зәйнәп апайҙың тәмле сәйенән егеттәр һуң ишек алдына сыҡты. Һил. Рәхәт. Ихата уртаһында эскәмйә һәм сәскә түтәлдәре. Ауыл өҫтөнә баян моңо таралды.
Тыныс, саф һауалы йортта егеттәр таралып китеп, йән белмәй йоҡланы. Иртәнсәк тороуға хужабикә өйҙә юҡ. Өҫтәлдә яҙыу ҡалдырған. "Балаҡайҙар, тамаҡ әҙер. Үҙегеҙ һалып ашағыҙ, сәй ҙә ҡайнаған". Егеттәр тамаҡ ялғап бөтөүгә Зәйнәп апай ҙа ҡайтты.
– Улдарым торған да икән, – апай шат, биттәренә алһыулыҡ ҡунып, йәшәреп киткән һымаҡ, – бөтәһе лә булды. Клубты тәртипкә килтерер өсөн өмә яһап ташланыҡ. Ике сәғәт тирәһе елләп алғас, барырға ла булыр.
– Ә тамашасылар?
– И-и, улар күптән әҙер инде, һеҙҙе генә көтөп йөрөйҙәр.
Ике тиҫтә йыл йыйылған саң-туҙан тәҙрәләрҙән, иҙәндәрҙән йыуып алынған, кибеп тә өлгөргән. Ишек шар асыҡ тора. Тамашасылар – 60 – 80 араһындағы оло кешеләр. Им өсөн булһа ла йәш ҡатын-ҡыҙ заты юҡ. Бәхтийәр һиҙҙермәй генә көрһөндө. Булмағас, булмай икән.
Ике кешенән торған концерт башланды. Иң тәүҙә Мирас донъя классикаһында булған бер нисә көй башҡарҙы. Яҡшы музыканың милләте юҡ. Шунан дәрле бейеү көйҙәренә күсте. Күҙҙәрҙә нур ҡабынды. Дәртлерәк апайҙар төшөп, тыпырлап та алды. Баян моңонан һуң сығып баҫҡан Бәхтийәр үҙҙәре менән таныштырҙы. Шунан башланды инде. Был хәлде хатта саҡ ҡына аҡылдан яҙыу менән сағыштырырға булыр ине. Бәхтийәрҙең был тиклем дә шашып йырлағаны булманы. Эйе, илһамланып, бирелеп йырлай ул концерттарҙа. Ләкин хәҙерге менән сағыштырып булмай. Йырҙарына бөтә юҡһыныуын, аһ-зарын, мөхәббәтен эҙләп интизар булыуын, өмөт-өмөтһөҙлөк, түгелмәгән күҙ йәштәрен һалды ла ҡуйҙы.
Һуңғы йырҙы башҡарғанда асыҡ ишек фонында бер һын пәйҙә булды. Илаһи һын. Тыштан төшкән яҡтылыҡ йоҡа күлдәкте юҡҡа сығарғандай идеаль камил кәүҙәне ап-асыҡ күрһәтә. Бына ҡыҙ сәхнәгә атланы. Атлауы ышанысһыҙ, табандары менән шыуыбыраҡ ҡына баҫа ул. Ҡулында – аҡ сәскә менән ҡатнаштырылған ҡыңғырау сәскәләренән торған гөл шәлкеме. Сәхнә ҡаршыһына килеп етте. Сәскәләрҙе йырсыға һуҙҙы. Йәш кешеләрҙең бармаҡтары бармаҡҡа тейҙе. Йәшен шартлағандай булды. Баш түбәһенән табанғаса утлы ҡамсы ярып үтте. Ҡыҙҙың эстән яҡтырып торғандай алтынһыу бит осонда ап-асыҡ булып миң баҙланы. Егет сәскә шәлкемен йөрәгенә баҫты. Мирасҡа ымланы: теге йырҙы.
Һин ҡайҙа инең? Ҡайҙа йөрөнөң?
Нисек кенә мин күрмәнем икән?
Һин торған йортто, һинең урамды?
Нисек кенә мин белмәнем икән?
Ҡыҙ йырҙы ҡымшанмай тыңланы. Йөҙөнә, аҫҡа ҡараған күҙҙәренә бер хис сатҡыһы сығарманы. Бәхтийәр сәхнәнән иҙәнгә һикерҙе. Һәм... һуңғы куплетты ҡыҙҙың йөҙөнә ҡарап тағы йырланы. Тамашасылар тын да алмай күҙәтте. Был хәлде уңышлы сәхнә күренеше тип ҡабул итте. Шунан бар көстәренә алҡышланылар. Мирас концертты япты. Сәғәт ярым тирәһе ваҡыт үтеп тә киткәйне инде. Кешеләр егетте уратып алып ҡат-ҡат рәхмәт уҡыны. Йәшерәк апайҙар ҡунаҡҡа саҡыра башланы. Ҡыҙ кеше оло ғына ябыҡ әбейҙе етәкләп алған. Гөл кеүек ҡыҙ бала һәм кибеп өрөккә әйләнгән әбей. Бәхтийәр уларҙы күҙҙән ысҡындырмай. Ниһайәт, Мирас теле-телгә йоҡмай, ашығып һөйләй башланы:
– Инәйҙәр, апайҙар, иғтибарығыҙ өсөн ҙур рәхмәт. Ә бына ҡунаҡҡа йөрөүҙәр һис барып сыҡмай. Беҙҙең һәр минутыбыҙ һанаулы. Насип булһа, тағы осрашырбыҙ.
Бәхтийәр дуҫына, Зәйнәп апайға дөрөҫөн һөйлә, тине лә инде күптән сығып киткән йәш ҡыҙ менән ҡарсыҡ артынан ашыҡты. Әбей менән ҡыҙ оҙаҡ та бармай ҡәҙимге генә бер йорт ҡапҡаһынан инеп китте. Егет уларҙың йортҡа инеп киткәнен бер аҙ күҙәтә биреп, көрһөнөп торҙо. Биш минут самаһы ваҡыт үткәс, ишек шаҡыны.
– Ин, инегеҙ, – тигән хәлһеҙ генә тауыш ишетелде. Әбей инде диванда ята, ә ҡыҙ уға дарыу килтерә. Ишара менән генә урын күрһәтте. Бәхтийәр тамағын ҡырҙы.
– Мин һеҙгә оло үтенес, оло йомош менән килдем. Был ауылға килеүемдең сәбәбе – һеҙ.
Әбей нурһыҙ күҙҙәрен егеткә төбәне, йыш-йыш тын алды. Сабырлыҡ менән көттө. Бер башланған хәбәр әкренләп үҙ юлына төшөп, дауам итте. Бәхтийәр оҙаҡ һуҙмаҫҡа тырышып, өләсәй васыяты, инде оҙаҡ ҡына йылдар өлөшөнә төшкән көмөшөн эҙләүен бәйән итте.
– Инде ни тиһәгеҙ ҙә һеҙҙең хөкөмдә, – егет туҡтап ҡалды.
Әбей ҡуҙғалып, тороп ултырҙы, уйҙарын ипкә килтерҙе.
– Балам, күреп тораһың, мин ҡарт инде. Эш ҡартлыҡта ғына түгел, ныҡ сирлемен дә. Әлегә бармын, иртәгәһен әйтеп тә булмай. Ошо берҙән-берем бөтөн ҡайғым. Мин был донъянан китһәм, кем ҡулына ҡалыр, – әбей көрһөндө.
Тынлыҡ. "Ғәжәп, йәп-йәш, ҡарамаҡҡа һап-һау ҡыҙ үҙ яҙмышын хәл итмәҫлекме? Аҡыл яғынан сәләмәт түгелме әллә?" Егеттең йөрәге ҡыҫылды.
– Тик эштәр былай тора, – әбей иренен сылатты. – Ҡыҙым тулыһынса һау түгел. Уның күҙҙәре бик насар.
Егет ялт итеп ҡыҙға ҡараны. Уныһы башын баҫҡан. Тәү ҡараштан ҡыҙҙың күҙҙәренә баҡты егет. Был күҙҙәр йәшлек дәрте менән янмай ине шул.
– Ләйлә ҡыҙыма быйыл 18 тула. Хәтеренең шәп булыуы арҡаһында 9-сы класты бөтөрә алды. Бесән сапҡан ваҡытта көслө ямғыр сығып китеп, улым менән киленемде йәшен һуҡты. Бер-береһен ҡосаҡлап ҡына ағас аҫтында ултырғандар. Өшөгәндәрҙер инде. Ысҡындыра алмайынса бергә гүргә һалдылар. Баламдың ата-әсәһе вафат булғас, мин ауырыуға һабыштым. Ләйләм ул ваҡытта ни бары йәш ярымлыҡ ине.
Ләйләнең дә, әбейҙең дә күҙҙәренән өнһөҙ генә йәштәр аға ине.
– Ләйләне табипҡа йөрөтмәнегеҙме ни?
– Уҡырға инмәйенсә белеп тә булманы. Аҙаҡ билдәле булғанда мин баланы түгел, бала мине ҡарай ине. Туҡтауһыҙ ҡалаға йөрөргә, дауаларға, операция яһарға кәрәклеген белдек улай ҙа. Сит кешеләр һинең балаң артынан йөрөй алмай бит.
– Әбей тип әйтәйемме, инәйме, минең бер фекер тыуҙы. Әле йәй – беҙҙең кәсеп ваҡыты. Алла бирһә, көҙләтеп тағы килермен. Ләйләне лә, һеҙҙе лә ҡалаға алып китермен. Табиптарға күрһәтермен. Ләйлә күктәр тарафынан минең икенсе яртым итеп яратылғас, һеҙҙе яҙмыш ҡосағында ҡалдыра алмайым.
Оло кеше егетте тәү ҡараштан яҡын күрҙе. Хас та үҙ балаһы инде бына. Ышанды.
– Мин ризамын. Башҡаса юлым, таяныр кешем дә юҡ. Аллаһым ни рәхим итер, шул булыр.
– Рөхсәт итһәгеҙ, Ләйлә менән һөйләшеп йөрөп киләйем.
– Рөхсәт.
Ләйләнең йөҙөнә һиҙелерлек алһыулыҡ йүгерҙе, гөлйемеш сәскәһенә әйләнде. Бәхтийәр уға ҡулын һуҙҙы, йәнә ток һымаҡ хис ҡалды. Егет етәкләп алғандан һуң ҡыҙ етеҙ, еңел атланы. Тыҡрыҡ аша һыу буйына төштөләр. Яҙғы ташҡын һыу ситенә йыуан тирәк ағасы ҡалдырып киткән. Егет ҡыҙҙы шунда тартты.
Бына улар йәнәш ултыра. Бәхтийәр Ләйлә яҡҡа боролоп уҡ ултырған, уның йөҙөнән күҙен алмай. Ҡыҙ матур ине, хатта бик-бик матур. Сәнғәт институтында уҡыған ҡыҙҙар менән аралашҡан егет күп һылыуҙы күҙҙән кисергән. Улар косметика ҡуллана, сағыу, ҡыйыу, күҙгә бәрелеп тора. Ә бында бөтөнләй башҡа. Ләйләнән йомшаҡ эске нур ағыла, йөҙөнөң төҫө алтынһыу һымаҡ. Елбәҙәк ҡар бөртөгөн йә иһә ағасҡа ҡунған бәҫ нәфислеген аңлатырға әҙәм теле етмәгән кеүек, ҡыҙҙың йөҙөндәге гүзәллекте лә аңлатып булмай. Шундай самими ҡиәфәтле ул. Уны күреп бөтөр өсөн бер ҡарау ғына етмәй төҫлө. Һәм ҡыҙҙан яҙғы саф һауа төҫлө тәбиғи еҫ аңҡый. Бәхтийәр ҡыҙҙың ҡулдарын йәнә ҡулдарына алды. Бәрхәттәй йомшаҡ ҡулдар, оҙонса нәфис тырнаҡтар. Бына ниндәй гүзәллек, сафлыҡ яралған уның өсөн! Өнһөҙ өңөлөп ҡарап ултырыуҙан оялып:
– Ышанаһыңмы миңә? – тип һораны.
– Ышанам, – тигән яуапты алғас, талпынып ҡуйҙы.
– Ҡосаҡларға рөхсәт ит.
Ләйләнең йөҙөнә йәнә ут ҡапты, оялышынан ырғығандай һелкенеп ҡуйҙы.
– Эйе, – тине шым ғына.
Бәхтийәр уны һаҡ ҡына ҡосағына алды, ҡыҙ ике усын уның күкрәгенә терәне. Юҡ, был кире ҡағыу түгел, ә көслө күкрәкте һиҙергә теләне. Ышанысы артып киткән төҫлө булды, йөрәге рәхәт типте. Әлегә улар араһында мөхәббәт тыуып етмәгән әле. Уны нәфис сәскә, йә яңы тыуған сабый төҫлө иркәләп үҫтерергә кәрәк. Бәхтийәр быны аңлай инде. Ләкин бер-береһенә тартылыш, үҙ итеү һиҙелеп тора. Улар күптәнге таныштар һымаҡ.
– Беҙгә китергә ваҡыт инде, – егет ҡыҙҙың йөҙөндә ҡатмарлы хистәр алышыуын күрҙе.
Тынысланып ҡалған яҡты йөҙҙө ҡара болот баҫа бара. Шул тиклем дә айырылғыһы, китке килмәй. Ошо бәләкәй ауылда Ләйлә эргәһендә бар донъя мәшәҡәтенә төкөр ҙә ҡал да ҡуй ине. Тик егет өндәшмәй. Артыҡ ҡотортҡос тойғо был. Улар ҡайтыу яғына юл алды.
– Мин көҙгә килермен, – егет тағы бер ҡабатланы. – Хәҙер башҡараһы эштәр бик күп. Сиреңде дауалап булыр. Ышанаһыңмы?
– Эйе...
Егет үҙенең муйынында йөрөткән көмөш медальонды ҡыҙҙың муйынына таҡты. Был әйберҙе ул нисә йылдар һалмай йөрөтә ине. Бына әле көмөш биҙәүес хужаһын тапты:
– Вәғәҙә бүләгем.
Зәйнәп апайҙың ҡапҡа төбөндә Мирас саҡырған такси көтөп тора ине инде.
– Һау булып тор, ҡәҙерле кешем, – егет Ләйләнең маңлайынан үпте лә машинаға инеп ултырҙы.
Киттеләр. Кескәй ауыл кешеләренә айҙар буйы сурытыр яңылыҡ, аптыратҡыс һөйләшеүҙәр, ышаныу-ышанмауҙар ҡалды. Бер генә тапҡыр осрашҡан кеше менән айырылышыу ниңә шул тиклем ауыр һуң? Танау мышҡылданы, күҙ бәбәктәрен йәш семетеп үтте. Ауыр һағыш баҫты. Ай күрҙе лә ҡояш алды. Ҡыҙ бала шатланырғамы, иларғамы икәнен төшөнөп етмәй әле. Өләсәһе һөйләгән тылсымлы әкиәт илендә гиҙә кеүек. Утлы хистәр донъяһы өйөрөлтә. Маңлайын эҫе ирендәр ҡалдырған эҙ һаман өтә, кәүҙәһендә – Бәхтийәр ҡалдырған наҙлы ҡулдар йылыһы...

* * *
Өфәгә ҡайтыу менән Бәхтийәр эшкә сумды. Егеткә кәсеп табылып торҙо – аҡса күп кәрәк буласаҡ. Ләйләне табиптарға йөрөтөү, операция була ҡалһа, һуңынан дауалау курстары үтеү кеүек мәшәҡәттәр көтә. Фатиры ла буп-буш тиерлек. Йоҡо бүлмәһендә матрас өҫтөндә йоҡлап йөрөй. Әле Мирас уның өйөндә йәшәп тора, егет унан фатир хаҡы алмай. Икеһе бер булып киң карауат алдылар. Үҙ өлөшөн Мирас "бүләк булыр" тине лә ҡуйҙы. Һуңғы арала Бәхтийәрҙең миңе лә шашып китте. Әсетә, һыҙлай, үрмәксегә оҡшап бүртеп тора. Аптырағас, тире ауырыуҙары табибына барғайны. Уныһы кисектермәй миңде алып ташлау яғында. Онкология менән ҡурҡыта.
– Юҡ! – Егет табип янынан шартлай яҙып сыҡты ла китте.
– Һуң булып ҡуймаһын, – тип ҡысҡырып ҡалды доктор.
Бәхтийәр инде, ашығырға кәрәк, тип уйлай.
Бына егет таныш йорттоң ишек алдында тора. Ишек бикле, ихатаны үлән баҫҡан. Күтәрмә өҫтөнә ел сүп-сар ырғытҡан. Бында күптән кеше аяғы баҫмағаны күренә. "Ни булды икән? Көтөрмөн тигәйне лә баһа. Телефон номерын ҡалдырырға кәрәк булған бит. Шул тиклем дә аңра булып буламы?" Бәхтийәр Зәйнәп апайҙың ишеген ҡаҡты. Ярай, ул өйҙә икән.
– И-и-и, туғанҡайым! Килдеңме?
– Килдем дә бит. Юлым уңышһыҙмы әллә?
– Түрҙән уҙ, – апай сәй ҡуйҙы, хәбәрҙәрен теҙҙе. – Һин китеп ике аҙна үтеүгә Баһар әбей донъя ҡуйҙы. Ләйлә балаҡайым бөтөнләй баҙап ҡалды. Әбейҙең Златоуст ҡалаһында йәшәгән алыҫыраҡ туғаны бар. Минең тиңдәшем ул. Мәрхүмәне ҡуйышырға саҡырҙыҡ. Ләйлә бер үҙе йәшәй алмай, күрҙең бит. – Егет түҙемһеҙләнеп тыңлай, йөрәге тынысһыҙ тибә. – Ләйләнең һис киткеһе килмәне. Миндә йәшәп торорға риза ине. Тик Нәбирә риза булманы. Тәки алып китте баланы. Бөгөнгә миндә ҡунып, иртүк юлға сығырһың. Райондан автобус йөрөй, такси ҙа.
Таксист егетте кәрәкле йорттоң ишек алдында төшөрөп китте. Бәхтийәр 5-се ҡаттағы фатирҙың ҡыңғырауына баҫты. Ниңәлер ашыҡмайҙар. Ниһайәт, Зәйнәп апай йәшендәге тулы кәүҙәле ҡатын ишекте асып, егеткә ҡарап ҡатты. "Был сибәр егет бында нимә юғалтты икән? – тигән һорау яҙылғайны уның йөҙөндә. – Хәйер, белмәҫһең. Бәлки, шундай алдатҡыс ҡиәфәтле йорт баҫыусылыр?"
– Һаумыһығыҙ! Мин Ләйләне эҙләп килгәйнем.
– Ниндәй Ләйлә тағы? Һин кем?
– Мин Бәхтийәр Заманов. Ләйләнең буласаҡ тормош юлдашы. Зәйнәп апай был турала әйтмәнеме ни?
Әйтте, ҡалай ғына ла әйтте әле. Ләкин Нәбирәнең ҡаны ҡатты, үҙе лә аңламаған ниндәйҙер хөсөтлөк, көнсөллөк уттары тоҡанды: "Ҡара һин уны! Һуҡыр тауыҡтың шундай егете булыуына кем ышанһын?"
– Әллә ниндәй уй менән йөрөйһөңдер, кем белә? Бәлки, һин органдар менән һатыу итеүсе бандиттыр.
– Һеҙ нимә? Нимә һөйләйһегеҙ? – Тауыштар күтәрелә барҙы.
– Юҡ бында Ләйлә! Кит бынан, торма һерәйеп! – Ҡатын ауыр кәүҙәһе менән егетте ҡыҫырыҡлай башланы.
– Индерегеҙ, үҙ күҙҙәрем менән күреп, ышанырға тейешмен!
– Кит! Хәҙер полиция саҡыртам!
– Саҡырығыҙ! Миңә ҡулай ғына булыр. Бер ни аңламаған ҡыҙ баланы алдап алып килеп, бикләп йәшәтәһегеҙме? Иҫкә төшөрөүегеҙ яҡшы булды. Полицияны хәҙер үҙем саҡырам! – Егет телефонын сығарҙы.
– Бәхтийәр! Мин бында! – Ләйлә бәрелә-һуғыла килеп сыҡты. – Килдеңме? Мин көттөм, эҙләп табыр, тип уйланым, – ҡыҙ ярһып илап, егеткә барып һырыҡты.
– Ләйлә, оятһыҙ бала! Туҡта тим! Шулай инде етем бала аҫраһаң. Ҡәҙерһеҙ! – Был хәлдән шаңҡыған Нәбирә ни эшләргә белмәне. Ошондай күрекле егеттең бер һуҡыр ҡыҙ артынан юллап килеүе аптыратты. Зәйнәптең һөйләүенә ул көлөп, бер аҡылдан яҙыу тип ҡарағайны.
Ләйләнең ауылдан китеүенә ике ай үтеп бара ине инде. Ауылдан һис киткеһе килмәне ҡыҙҙың. Нәбирә апаһы юха теле менән шул тиклем арбаны, йыумаланы:
– Был йәһәннәм төпкөлөндә ни эшләп ятмаҡ итәһең? Ҡала тормошо бөтөнләй башҡа бит ул. Парктарға, ҙур магазиндарға алып барырмын. Ят тәмлекәстәр менән һыйлармын, риза бул да ҡуй инде.
Ҡала йәштәрен күрерлек кимәлдә булмаһа ла, ҡыҙ күңелләнде. Бәлки, ҡайғым баҫылыр, тип уйланы. Тик ҡалаға барып төшкәс тә ауыр һауа, шау-шыу оҡшаманы. Апаһы туңдырма менән һыйланы, бер көндө паркка алып барып, каруселдә әйләндерҙе. Сәй янына тәмле торт ҡуйҙы. Шуның менән байрам бөттө. Икенсе көндө Нәбирә уны иртүк уятты ла:
– Үҙ тамағыңды үҙең туйҙырырға тейешһең, миндә Әндерәй ҡаҙнаһы юҡ, – тине лә ҡояш төшөп торған бүлмәгә индереп, оҙон өҫтәл артына ултыртты. – Бына был кәсәләрҙә мәрйендәр. Шуларҙы епкә теҙергә кәрәк. Бөгөн бер һауыттан ғына эшләрһең. Иҙәнгә ҡойма, теүәл тотон. Башла, ниңә ҡатып ҡалдың? – апаһының тауышы талапсан ине.
Ләйләнең һиҙгер бармаҡтары эшкә тиҙ төшөндө. Башта еңел эш һымаҡ тойолдо. Ләкин ике сәғәт самаһы ваҡыт үтеүгә арҡаһы, биле, күкрәктәре талды. Эш урынынан тороп, апаһы менән бергә йоҡлап йөрөгән бүлмәгә инеп ятып торғайны, йоҡлап та киткән. Тик тәнендә әллә ниндәй ҡулдар йөрөүен һиҙеп һикереп торҙо.
– Ә-ә, красавица, уяндыңмы? – Тауышҡа уҡшытҡыс һаҫыҡ тын бәрелде. – Не знал, что у меня есть такая красивая племянница, ха-ха-ха, – әрһеҙ ҡулдар уны үҙенә ҡыҫа барҙы.
– Нәбирә апай! – Ләйлә ҡысҡырҙы, тыпырсынды. Дөп-дөп йүгереп килгән аяҡ тауыштары ишетелде.
– Ә-ә, ҡайттыңмы, аҡсаң бөттөме, подлец! Теймә, һинең туғаның, үҙ ҡаның ул! – Тыпырсынған Ләйләне хәсис ҡулдарҙан көслөк менән тартып алды.
Ләйлә Нәбирә апаһының Роберт исемле эшкинмәгән, эскесе улы барлығын белмәй ине.Роберт бер хәйерһеҙ бала булды шул. Уҡырға барымы булманы, үҙе кеүек тыйнаҡһыҙҙар компанияһында йөрөнө. Һөнәр алырға ла тырышманы. Унда-бында еңел-елпе эш табып, эшләп ала ла тапҡанын эскегә тотона, кейем-һалым, ашау әсәһе өҫтөндә. Атаһы тере саҡта ул тиклем оятһыҙлана алмай ине. Ул донъя ҡуйҙас, тамам әрәмтамаҡҡа әүерелде. Үҙе кеүек әшнәләр табып, әле береһендә, әле икенсеһендә аҙғынлыҡ, эскелек ойоштороп ваҡыт үткәрәләр. Торғаны менән әсәһенең баш ауырыуы.
Әсәй кеше күпләп арзанлы төймә-мәрйендәр алып, уларҙан күҙ яуын алырлыҡ биҙәүестәр эшләп, яҡындағы "Мәрйен" тигән бижутерия магазинына тапшырып, күпмелер аҡса эшләй, пенсияһына ҡушымта булһын өсөн тырыша. Төштән һуң Ләйлә янына Ксюша тигән ҡыҙ килә. Ул 11-се класта уҡый. Ул бауға теҙелгән мәрйендәрҙе үреп, селтәрләп, бәйләп матур кулондар, селтәрҙәр, беләҙектәр яһай. Был биҙәүестәрҙе үҫмер ҡыҙҙар, хатта олораҡтар ҙа теләп һатып ала. Нәбирәнең Ләйләне алып ҡайтырға тырышыуы ла шул сәбәпле ине. Был рус ҡыҙыҡайы ла Нәбирәгә яҡшы көндән йөрөмәй. Ата-әсәһе эскесе уның. Килгәс иң беренсе төшкө ашты ашай. Шунан эшкә ултыра, кисен дәрес тә әҙерләргә кәрәк уға. Ләйләнең руссаһы шәптән түгел. Ауылдан сыҡҡаны булманы бит. Ксюша уны телгә өйрәтә. Ә Ләйлә зирәк. Бына шулай үтә көндәр. Нәбирә апай ҡыҙҙы ныҡ һаҡланы, йоҡо бүлмәһенә бик ҡуйҙы. Ләкин ҡыҙҙың күңеленә ҡурҡыу оялап алғайны инде.

* * *
– Йә, ни ҡарап тораһығыҙ инде? – тине егет шаҡ ҡатҡан ҡатынға ҡарап, – Ләйләгә юлға йыйынырға ярҙам итегеҙ.
Нәбирә өтәләнеп китеп туғанының әйберҙәрен йыя башланы. Бәлки, китеүе яҡшыраҡтыр ҙа. Нәбирә таш йөрәк түгел дәһә. Роберттан күпме һаҡлар тағы. Эске кейемдәрен, футболка кеүек әйберҙәрен бер пакетҡа тултырҙы. Ә бына ҡыҙҙың яңы плащы, ботинкалары, арыу күлдәктәре юҡҡа сыҡҡайны. Роберт Ләйләнең яҡшы кейемдәрен урлап алып сығып китеп, һатҡайны инде. Ярай әле джинсы, свитер һәм кроссовкиҙары тороп ҡалған. Көҙгө көндө йоҡа свитер менән сығып китергәме? Егет ҡашын йыйырып:
– Башҡа кейеме юҡмы ни?
– Оят инде, балаҡайым, эскесе улым урлап һатҡан. Юлға сығыр алдынан, исмаһам, сәй эсегеҙ, – тип өтәләнде ҡатын.
– Юҡ, рәхмәт, – Бәхтийәр үҙенең өҫтөндәге йоҡа куртканы ҡыҙҙың яурынына һалды.
Өфөгә такси менән ҡайтырға булдылар, сөнки автобусты оҙаҡ көтөргә ине. Артҡы урындарға инеп ултырғас ҡына Бәхтийәр үҙенә иңкәйеберәк ултырған ҡыҙға иғтибар менән ҡараны. Ауылда күргән Ләйлә менән әлеге ҡыҙ араһындағы айырманы күреп тетрәнде: эске нур менән балҡыған ҡыҙҙан бер ни ҙә ҡалмаған тиерлек. Балҡып торған йөҙ һурылып буҙарып тора, күҙ төптәрендә күгелйем таптар, хатта ебәк кеүек ялтыраҡ сәстәре тоноҡланған. Йомро һоҡланғыс яурындар ҡаҡ һөйәк кенә. Ярар, йәш тән тиҙ ипкә килер. Һөйгәне уны яҡшы тәрбиә итергә тырышыр.
Саф һауалы, яҡты фатир Ләйләгә тыуған йортона килеп ингәндәй тәъҫир ҡалдырҙы. Бит-ҡулдарҙы йыуып алғас, егет тиҙ генә аш-һыу әҙерләне. Киске ашты ашағанда Ләйләнең кәйефе яҡшы ине. Шатлыҡтанмы, үҙен ҡурсаулы итеп тойоуҙанмы, элеккесә нурланып, биттәре алһыуланып китте. Бәхтийәрҙең зәңгәр футболкаһы ябыҡ тәнендә иркен генә ултырһа ла, оялсан ҡалҡҡан түштәрен, нәҙек кенә биленең матурлығын йәшермәй. Ҡул суҡтарына, аяҡ тәпәйҙәренә тиклем нәфис, килешле. Шулай идеаль кәүҙә булыр икән.
Ике ай тиерлек сыҡмай бүлмәлә йәшәү уны шул тиклем йонсотҡайны. Шуға күрә иреккә сыҡҡан ҡошсоҡ кеүек сутылдап, хәбәрҙәрен теҙҙе.Әле ҡыҙ нервы көсөргәнешенән сыҡҡан, уға рәхәт ине. Бәхтийәргә тулыһынса ышана. Ана ниндәй ул: әллә ҡайҙан юллап килеп, тәки тапҡан бит. Уның менән осрашҡас, битендәге һыҙлауы бөттө. Әйткәндәй, егеттә лә шул уҡ хәл: миңе элекке хәленә ҡайтып тынысланды.
– Иртәгә эшкә төштән һуң барам, – тине егет, – иртән сауҙа үҙәгенә барып, һиңә кейем алырбыҙ.
– Минең өләсәйем ҡалдырған аҡсам бар, – тине ҡыҙ, – джинсының балаҡ осона индереп тегеп барғайны.
– Ярай, ул аҡсаң операциянан һуң кәрәк булыр әле.
– Операциянан ҡурҡам мин, – Ләйлә ҡалтыранып ҡуйҙы.
– Унан һуң донъяны яп-яҡты итеп, асыҡ төҫтәрҙә күрерһең, – тип тынысландырҙы егет.
Ваҡиғаларға бай булған көн үтте. Киске сәғәт 12 булып бара инде.
– Минең карауат берәү, тик ул бик киң. Һин бер осона, мин бер осона ятырмын, – егет быны кире ҡаҡҡыһыҙ итеп әйтте. – Һиңә операция яһатып һауыҡҡас, никах уҡытырбыҙ, ЗАГС-та яҙылышырбыҙ. Әлегә минең һеңлем кеүек йәшәрһең.
Әҙәби китап уҡый, телевизорҙан сериалдар ҡарай алмаған Ләйлә егет-ҡыҙ араһын бөтөнләй белмәй ине. Бәхтийәр ни әйтһә, шул дөрөҫ. Ксения уға егеттәр тураһында һөйләй башлағайны, Ләйләнең был темаға һөйләшкеһе килмәне. Егеттәр Роберт һымаҡ ҡәбәхәт кеүек тойолдо. Ә Бәхтийәр – ул башҡа.
Бәхтийәр, ғәҙәтенсә, иртүк тороп, ҡоймаҡ ҡойорға кереште. Оҙаҡламай Ләйлә лә торҙо. Йыуынып сыҡҡас, үпкәләгәндәй итеп:
– Ниңә мине уятманың, минең дә ярҙам иткем килә, – тине.
– Сәйҙән һуң һауыт-һаба йыуырһың, шунан магазиндарҙа йөрөрбөҙ.
Бәхтийәр бешергән ҡоймаҡтар ифрат тәмле, Ләйләнең ябығып бөткән тәне ашау көҫәп тора.
– Оялмайса аша, һиңә көс йыйырға кәрәк.
Ҡыҙ һауыттарҙы бик бөхтә итеп йыуып, өҫтәлде йыйыштырып ҡуйҙы. Ҡулы эш белә, йыйнаҡ тотона.
Сауҙа үҙәгенә барып кейем һайлау уның өсөн ҙур байрам булды. Береһе –өйҙә, икенсеһе кеше араһында кейергә күлдәк, ванна халаты, берет менән шарф, көҙгө итектәр алдылар. Тәмле еҫтәр сығып торған яңы кейемдәргә ҡыҙ ныҡ шатланды. Ниндәй генә ҡыҙ яңы кейем яратмаһын инде. Ҡыуанысынан Бәхтийәрҙең бит осонан үбеп алды. Магазиндан ҡайтҡас, егет эшенә ашыҡты.
Тоноҡ ҡына күрһә лә, яңы кейемдәрҙе кейеп көҙгө алдында өйөрөлдө ҡыҙ. Үҙенең һынын яҡшы ғына сырамыта ул, әйберҙәрҙең килешеп тороуын аңлай.Тик ултырып өйрәнмәгән ҡыҙ ванна бүлмәһенән иҙән йыуыр өсөн биҙрә, йыуғыс табып алып, иҙән йыуып алды. Тәҙрә төбөн һөрткәндә буш икәнен аңлап: "Гөл үҫтерергә кәрәк", – тигән ҡарарға килде. Юлда кейгән джинсыһы менән свитерын йыуып алырға булды. Нәбирә апаһындә йәшәгәндә ул ваннала кер йыуырға өйрәнгәне. Тик тәүҙә бөкләп тегеп ҡуйылған балаҡ осон һүтергә кәрәк. Ҡайсы табып алғас, өҫтәлгә һалып тырышып ҡына һүтеп, балаҡ осона йәшерелгән аҡсаларҙы алды. Шулай маташа торғас, кис етте. Бәхтийәр һаман юҡ. Саҡ ҡына баш терәп, сереп итеп алырға булды. Күҙе насар күргән кешегә ҡала буйлап йөрөү, өй эштәрен эшләү икеләтә көс талап итә. Шуға күрә Ләйлә тиҙ арый.
Егеттең һуңлап ҡайтыуының үҙ сәбәптәре бар. Филармонияла бөгөн концерт булмаһа ла, туйҙа йырларға заказ бар ине. Сәғәт 6-ла шунда китте. Хәҙер икәү ҙә булғас, йәшәргә күберәк сығымдар талап ителәсәк. Тәүге йыл ғына эшләй башлаған артистың хеҙмәт хаҡы ҙур түгел. Ата-әсәһенән аҡса һорау хәҙер оят инде. Әлегә Ләйлә хаҡында уларға белдергеһе килмәй. Ҡунаҡтар алдында сығыш яһау ҡаҡшатҡыс ҡына эш. Һәр хәлдә Бәхтийәр өсөн шулай. Ҡыҙмаса булып алған ҡунаҡтарҙың талаптары бәйелһеҙләнеп китә ҡайһы ваҡыт. Минең өсөн генә бына ошо йырҙы йырла, тип талаптар ҡуйыу, бокал күтәртергә тырышыуҙар була. Ә һин түҙергә, каприздарҙы күтәрергә, һаман йылмайырға тейешһең.
Һуңлап ҡайтты, Ләйләнең йоҡоға киткәнен күрҙе. Сисенмәй, ябынмай ғына ятҡан. Уның өҫтөнә ябып, үҙе лә йоҡларға йыйынды. Иртән тороуына ҡыҙ күптән тороп йөрөп ята ине. Сәй ҡайнатҡан, йомортҡа ҡурған. Иҙәндең ялт итеп тороуын иртән иртүк күрҙе инде. Ләйлә уны көтөп бер булыуын, эсе бошоуын татылданы. Бөгөн Бәхтийәр иртән китә.
– Киләһе аҙнаға офтальмологка яҙҙырҙым һине, – тине егет китер алдынан. Үҙен оҙатырға килгән ҡыҙҙың арҡаһынан һөйөп хушлашты.
Бәхтийәрҙең Ләйләгә күп ваҡыт бүлә алмауына эсе боша. Ҡыҙ шул тиклем асыҡ, саф, бер ҡатлы. Үтә күренмәле гәлсәр кеүек. Ҡыҫҡа ғына осрашыуҙар ваҡытында үҙе хаҡында һөйләп ҡалырға тырыша.
– Нәбирә апайым уҫал ғына кеше булһа ла, унда йәшәүем файҙаға ғына булды, – ти ул. – Ул мине күп нәмәгә өйрәтте: ванна бүлмәһендә ҡайҙа ни барын, туалет менән файҙаланырға. Мин бит ул нәмәләрҙе тотоп та ҡарамағанмын. Ауылда бөтәһе лә бик ябай.
Шәмбе көндө Бәхтийәр бер ҡайҙа ла бармай, тик Ләйлә менән үткәрергә булды.
– Мин бүләк иткән медальонды юғалттыңмы әллә? – тип һорап ҡуйҙы ул .
– Юҡ, мин уны түшлегем эсендә генә һаҡлап йөрөттөм, Роберт абзый урлап ҡуйыр тип ҡурҡтым. Кисә мин джинсының балаҡ осонан аҡсамды һүтеп алдым. Йоҡо бүлмәһендә ята, ал әле.
– Нисек һүтә алдың, ҡулыңды киҫһәң?
– Мин күҙ йомоп туҡмас киҫә алам. Нескә генә оҙон итеп.
Әллә ҡайҙан кулонды килтереп сығарып:
– Таҡ әле, зинһар, – тип егеткә һуҙҙы. Фокус күрһәтеүсе тиерһең. Яҡында ғына йөрөткән, күрәһең.
Бәхтийәр һаҡ ҡына ҡыҙҙың аҡҡош муйынына биҙәүесте һалды һәм эләктереп ҡуйҙы. Уның эҫе һулышы ҡыҙҙың елкәһен өттө. Ҡыҙ әкрен генә бер аҙым артҡа сигеп, егеттең күкрәгенә һыйынды. Әллә егете, әллә ағаһымы ул? Үҙе лә аңламай, дөрөҫө, икеһе лә аңламай.
– Бесәйем минең, – егет бер аҙ һаҡ ҡына ҡосаҡлап торҙо ла ысҡындырҙы. Шунан арттырырға теләмәй. Бик һау булмаған ҡыҙ баланың йомшаҡлығынан файҙаланырға намыҫы ҡушмай. Ә Ләйләнең иркәләнгеһе килә. Гел, гел. Өләсәһе уны дөп-дөп арҡаһынан ғына һөйә ине. Ҡулдары ҡаты, ҡаҡ һөйәк.
Шунан һуң егет балаҡ осонан сыҡҡан аҡсаларҙы һанай башланы. Биш меңлектәр ине, бөтәһе 100 мең һум булды. Икеһе лә ныҡ шатланды.
– Былай булғас, һине дауаларға аҡса бар!
Баһар әбей быны күпме ваҡыт йыйҙы икән? Үҙенә бик кәрәк булған дарыуҙарҙы алмаған, ашағыһы килгәнен ашамаған, кейем өсөн иҫе лә китмәгән, алмаш күлдәк-ыштан булһа еткән.
Офтальмологка бараһы көн етте. Урта йәштәрҙәге ир бик иғтибарлы, ихлас ҡараны.
– Тыумыштан катаракта, – тине.
Башта һис тә һиҙелмәгән. Әкренләп кенә ҡара эшен эшләй биргән. Ҡыҙ бит башланғыс кластарҙа отличник ине. Үҫә биргән һайын яҡтылыҡ тоноҡлана барҙы. Район табибы яҙған күҙлек тә ярҙам итмәй башланы. Ә 9-сы класҡа еткәндә яҡшы хәтере арҡаһында ғына уҡый ине. Өләсәһе был ваҡытта ныҡ сирле, Ләйлә бер үҙе генә йөрөй алмай ине шул. Бына шундай хәлендә осратты уны Бәхтийәр.
– Бер нисә айҙан ҡалмай яһалма хрусталиктар ҡуйырға кәрәк, – тине табип. – Тиҙ арала анализдар бирә башлағыҙ.
Бәхтийәргә бик күп көндәр эшен ҡалдырып торорға кәрәк буласаҡ. Хатта эштән бушатыу янаһа ла, уның урынына әллә нисә кеше килергә торһа ла, Ләйләнең күҙҙәрен ҡотҡарырға кәрәк. Ул көслө егет, эшһеҙ ҡалмаҫ әле.
– Ниңә балтаң һыуға төштө? – Мирастың һорауы Бәхтийәрҙе айнытып ебәрҙе. Егет дуҫы менән кәңәшләшмәй булдыра алманы:
– Ләйләне анализдар бирҙерергә йөрөтөр кәрәк. Эшкә йөрөп булмаясаҡ.
– Ә һин волонтерҙарға мөрәжәғәт ит. Шундай ассоциация барлығын белмәйһеңме ни?
– Белмәгән нәмәң юҡ, әй. Мине ҡотҡарҙың.
Һәр көн бер кеше килеп, Ләйләне төрлө табипҡа, анализдарға йөрөттө. Ошо юл менән бөтә белгестәрҙе үтеп, анализдарын биреп бөттө. Хрусталиктар Ләйләнең үҙ аҡсаһына алынды. Тәүге операция уңышлы үтте. Ләйләнең кәйефе яҡшы, ул гел шат йөрөй. Уның шатлығы Бәхтийәргә күсә. Барыһы ла шыма бара. Тимәк, ҡыҙҙың бәхете бар, ҡаршылыҡтар килеп тыумай. Күреү һәләтен ҡайтарыу өсөн ай ярым ваҡыт билдәләнһә лә, бер айҙан һуң Ләйләнең күҙе тулыһынса һау тип табылды. Икенсе күҙгә лә операция яһалды. Шатлыҡтың иге-сиге булманы. Ҡыш уртаһында Ләйлә бар яҡлап сәләмәт, йәшлеге күкрәп сәскә атҡан, алтын ҡалаҡҡа ғына һалып йоторлоҡ ҡыҙ ине. Үҙаллы ҡаланы өйрәнә, магазинға аҙыҡ-түлек алырға йөрөй. Осраған кешеләр уға һоҡланып ҡарай, хатта туҡтап, ҡараштары менән оҙатып ҡалыусылар бар. Ләйлә башлығын батырып кейеп, ҡара күҙлектә йөрөргә мәжбүр.
Ҡыҙ медицина колледжына уҡырға инергә ҡарар итте һәм әҙерләнә башланы. Бәхтийәр уның өсөн идеал, ҡотҡарыусы фәрештә һәм тағы ла әллә кем. Егеттең ҡараштары хәҙер Ләйләнең һораулы, хатта моңһоуланып, өмөт менән ҡараған күҙҙәре менән йыш осраша.
Ҡараштар... Бигерәк тә Ләйләнең ҡараштары. Ҡыҙҙың бар күңел донъяһын яҡтыртып торған күҙҙәр. Бәхтийәр ул күҙҙәр менән осрашыуҙан ҡасып, башын баҫа. Әллә нимә булды уға. Ошо алиһә кеүек ҡыҙҙы һөйгәнен, ҡатыны итеп күҙ алдына килтерә алмай. Ярата, үлеп ярата ул уны, бер-ике көн күрмәһә, һағына башлай. Тик был ер тойғоһо түгел икәнен аңлай. Диван һатып алды. Хәҙер шул диванда йоҡлап йөрөй. Бер карауатта йоҡлап йөрөргә ояла. Аптырағас, психологҡа яҙылды. Бик тыйнаҡ күренгән аҡыллы ҡатынға үҙенең хәлдәрен бәйнә-бәйнә һөйләне. Уны иғтибар менән тыңлаған психолог һөйөү төрҙәрен оҙаҡ ҡына аңлатҡас, шулай тине:
– Һеҙҙә эрос үлгән, үҙегеҙ үлтергәнһегеҙ уны. Йәғни физик тартылыш, ҡатын-ҡыҙға ҡарата булырға тейеш дәртле хис юҡ һеҙҙә. Әлеге ваҡытта һеҙҙә апатия. Иң-иң юғары, иң саф, эскерһеҙ, сикһеҙ һөйөү – ул әсәнең балаға булған һөйөүе. Һеҙҙең һөйөү ҙә шундай. Был тойғонан эросҡа күсеү мөмкин түгел һымаҡ. Әммә бөтәһе лә үҙегеҙҙән тора. Һеҙ йәш, сибәр ир-егет. Бәлки, башҡа йәр табырһығыҙ. Һеңлем тип йөрөткән ҡыҙҙы үҙегеҙҙән ысҡындырығыҙ. Ул да үҙ мөхәббәтен табыр.
– Юҡ, быныһы булмаҫ. Уның менән айырылышыуға ҡарағанда, үлеүем артыҡ! – тип сығып китте егет.
Нисек инде Ләйләне, йәндән артыҡ күргән фәрештәне, сит ҡулдарға тотторорға? Егет бесән өҫтөндә ятҡан эт тип хис итте үҙен. Ғүмер буйы бер йортта ағалы-һеңлеле булып йәшәрҙәр. Ләкин Ләйләгә был хаҡта әйтмәй йөрөү, уны бушҡа өмөтләндереү, сәскәләй йәшлеген елгә осороу менән бер.
Бәхтийәр бер ял көнө ҡыҙҙы ҡаршыһына ултыртып, бәйнә-бәйнә ошо хаҡта һөйләп ташланы. Ә Ләйләгә, бөтөнләй башҡаны көтөп, өмөтләнеп йөрөгән ҡыҙға, был һүҙҙәр баштан-аяҡ боҙло һыу менән ҡойондороуға бәрәбәр булды. Матур күҙҙәрен тултырып ултыра бирҙе лә, аңына барып еткәс, йоҡо бүлмәһенә йүгерҙе, илап, мендәргә ҡапланды. Бәхтийәр бер-бер хәл булыуҙан ҡурҡып, үҙен йолҡҡолап ташларҙай сиккә етеп, аш бүлмәһендә ултырҙы. Хатта уйлау һәләтенән яҙып, ҡатып ҡалғайны. Ниһайәт, Ләйлә сығып, илап ҡыҙарған күҙҙәрен саҡ асып:
– Бәхтийәр, – тине, юҡ, ағай тимәне ул, егет уға ағай түгел, һөйгәне икәнен аңлатырға теләне. – Мин бер кемде лә ярата алмаясаҡмын, хатта башҡаларға күтәрелеп ҡарағым да килмәй. Кемгәлер башҡаға тормошҡа сығыр эшем юҡ. Әйҙә, һеңлең булып ҡалайым, тик ҡыума мине. Әгәр кемгәлер өйләнә ҡалһаң, һеҙгә хеҙмәтсе, бала ҡараусы булып булһа ла ҡалырға рөхсәт ит.
Бәхтийәрҙең күҙҙәренән субырлап йәш аҡты.
– Һин нимә, Ләйлә! Ниңә үҙеңде шулай түбәнһетәһең? Мин ни эшләп һине үҙ янымдан ебәрәйем. Шул тиклем ҡәҙерлеһең миңә! – Ул Ләйләне ҡосаҡлап алды. Шулай оҙаҡ ҡына ултырҙылар. Тик Бәхтийәргә кәрәкле химия барыбер, тыумай ине. Ә тышта күңел елкендергес яҙ ҡотора, аҡылдан яҙырлыҡ йәме, саф һауаһы, һайрар ҡоштары менән ғашиҡтарҙы елкендерер ваҡыт.

* * *
Бәхтийәрҙәр бригадаһы Төмән яҡтарына гастролдәргә сығып китте. Был өлкәлә башҡорттарҙың күплеге һәр кемгә билдәле. Егет үҙен аямай, бар йөрәген, бар булмышын һала йырҙарына. Сорғот, Лянтор, Нефтеюганск ҡалаларында концерт ҡуйҙылар. Һәр ҡалала ла улар аншлаг менән үтте. Халыҡ тамашанан һуң осрашырға, аралашырға тырыша. Сәскәләр, бүләктәр менән күмәләр.
Бына ҡайтыр көндәр яҡынлашты. Бөгөн – һуңғы концерт. Егет тәрән һулап гримеркала ултыра. Үҙен тәртипкә килтерә, концерт костюмдарын рәтләй. Шул ваҡыт ишек шаҡынылар.
– Инегеҙ.
Иң беренсе оҙон буйлы, күркәм ҡиәфәтле ағай күҙгә ташланды. Һаман йәшлек осҡоно һүнмәгән ҙур ҡоңғорт күҙҙәр, ҡалын ҡара ҡаштар үҙенә йәлеп итә.
– Һаумы, туғаным, – гөрөлдәк, яғымлы тауыш, – "Сибай"ың менән үлтерҙең дә ҡуйҙың бит, күҙ йәштәрем сыҡты, – шулай тине лә уны ҡеүәтле күкрәгенә ҡыҫты. – Йырҙағы кеүек ғүмер буйы һағынып йәшәтһә лә, тәки ошонда ҡалдыҡ бит. Таныш булайыҡ: мин Рәмис ағайың, хәләлем Гөлйөҙөм. – Иренең артында ғына торған, буйы уның иңбашына ла етмәгән, бәләкәс кенә апай күренде. Мөһабәт, һылыу ир янында бәләкәс кенә һоро сәпсек. Ағай кеше йомшаҡ, яғымлы ҡарашы менән ҡатынға һөйөп баға. – Оялсаным ул минең, һаман йәш ҡыҙыҡай кеүек, – тигән була.
Торғаны бер контраст, егет аптыраулы ҡарашын йәшерә алмай.
– Мөмкин булһа, ҡунаҡҡа алыр инек. Джип көтөп кенә тора.
– Бара алмайым шул, абзый. Бик теләп барыр инем дә, иртүк юлға.
– Эх, йәл, бик тә һөйләшеп ултырғыбыҙ килгәйне.
Гөлйөҙөм апай алға сыҡты:
– Өйөңдә кәләшең йәки һөйгәнең барҙыр. Был алҡалар уға бүләк, зинһар, кире ҡаҡмағыҙ, – тип Бәхтийәҙең ҡулына бәләкәс ҡумта тотторҙо. – Һеҙҙең күп йырҙарығыҙ – беҙ студент саҡта йырлаған йырҙар. Йөрәктәрҙе айҡап ташланы.
– Туғаным, аптырама. Бер нәмәне әйтмәй булдыра алмайым. Ошо бәләкәй генә турғайым тауҙай ирҙе кеше иткән кеше ул. Әлеге донъяла булыуым да фәҡәт уның арҡаһында. Йәрең менән беҙҙең кеүек бәхетле булырға яҙһын. Донъя байлығы ла, ҙур карьера ла һөйгәнең менән бәхетле булыуға етмәй. Һин йәш кеше, шуны аңла. Хуш...
Киттеләр. Бәхтийәр бер мәлгә иҫен йыя алмайыраҡ ултырҙы. Йөрәгендә ниҙер иреп аҡтымы әллә шартлап һындымы, үҙе лә аңламаны. Гөлт итеп бер күренеш ҡабынды: Ләйләнең өмөт ҡатыш һағышлы күҙҙәре уны саҡыра. Егет уны өҙөлөп һағынғанын аңланы. Хәҙер үк күргеһе, ҡосағына алғыһы килде. Рәмис ағай менән Гөлйөҙөм апай сихырлап киттеләрме әллә?
Ә Рәмис менән Гөлйөҙөмдөң ҡыҫҡаса тарихы былай ине. Айнымаған ғаилә балаһы ине Рәмис. Ярай әле бала яралғанда ата-әсәһе йәшлектәре менән айныҡ булған. Унан һуң тағы ла ике-өс йыл әҙәмсә йәшәргә тырышҡандар. Артабан ғаилә башлығының гармунсы булып, туйҙан-туйға, мәжлестән-мәжлескә йөрөүе сәбәпле, эскелек һаҙлығына батҡандар. Рәмис дүрт йәшенән яҙмыш ҡосағына ташланып ҡуйылған, сабыйлыҡ бәхетен күрмәгән, һөйөү-иркәләүҙең ни икәнен татымаған, хатта аңламаған. Аслыҡтан иҫен юғалтҡан алты йәшлек Рәмисте табып алып, нисектер иҫенә килтереп, өйөнә индергән күрше ҡыҙ Гөлйөҙөм уға бер стакан һөт, бер телем икмәк ашата, кеҫәһенә перәник тултыра. Бынан ары ошо ҡоро сәпсектәй генә ҡыҙ уны бер ҡасан да ташламаны. Уның менән уйнаны, тағы ла өйөнә индерҙе. Әсәһенән икеһен дә ашатыуын үтенде.
Тәүҙә был хәлде әсәһе өнәмәй ине. Ләкин ҡыҙы алдында ҡанһыҙ, таш бәғер булып күренгеһе килмәне. Әсә үҙе лә насар кеше түгел, тик күршеләренә нәфрәте сикһеҙ. Иҫәйә килгән малай үҙе лә был ғаиләгә ярҙам итергә, көсөнән килгәнде эшләргә тырышты. Ауылда эш аҙмы ни? Ике бала етәкләшеп бергә уҡырға йөрөнө, дәрес әҙерләне. Рәмис тулыһы менән менән күрше ғаилә ҡарамағында тиерлек булды. Үҫмер егет ата-әсәһенең юлы - үлем юлы икәнен аңлай ине инде. Ә һоро сәпсек уның өсөн иң матур ҡыҙ ине. Яуыз телдәр Гөлйөҙөмдөң ата-әсәһен мыҫҡыллап:
– Үҙҙәренең йәмһеҙ генә ҡыҙҙарына кейәү үҫтерәләр, – тип ауыҙ сайҡаны. Изгелекте күрмәмеш булдылар.
Ике йәш йөрәк етәкләшеп йөрөп институт тамамланы. Бында ла уларҙы айырырға теләүселәр булды. Һөнәр алып, өйләнешеп, Себер тарафтарына юл алдылар һәм шунда төпләнделәр.
Бәхтийәр менән Мирас икеһе бер купеға билет алды. Башҡалар менән аралашҡылары килмәй ине. Гел күмәк кеше араһында ҡайнашыу шаҡтай арытҡайны. Хатта икәү генә булған хәлдә лә, шым ғына тәҙрә аша тиҙ алмашынған күренештәрҙе күҙәттеләр. Бәхтийәр Ләйләне иҫенә төшөрһә, йөрәге тынысһыҙ тибә башлағанын тойҙо.
– Нимә шымып ҡалдың?
– Үтмәй генә был ваҡыт...
– Ғәжәп, былай ашҡынмай торғайның, буғай.
– Был юлы ашҡындыра.
– Күҙ теймәһен, – Мирас көлөмһөрәй, – йәне юҡ, ахры, тип уйлай башлағайным. Һинең никахыңды күптән көтәм бит. Ә нисек аҡылдан шашып эҙләгәйнең Ләйләне. Аҙаҡ һүндең дә ҡуйҙың...
Бына Бәхтийәр фатирының ишеген шым ғына асты. Йөрәге ашҡынып типте, үҙен тыйырға тырышһа ла, йәне-тәне тыңламаны. Плащын йолҡа-йолҡа сисеп ҡайҙа бәргәнен иҫләмәне, ботинкалары ла икеһе ике яҡҡа осто, юл сумкаһына абына яҙып алға үтте. Уға ҡаршы ашҡынған Ләйлә бер нисә секундҡа ғына туҡтап, егеттең хәлен самаланы. Ашҡыныулы-һағышлы ҡараштарҙы күреп, ҡаршыға атылды, егеттең муйынын нескә наҙлы беләктәре менән сорнаны, ул да етмәгәндәй, хатта аяҡтары менән биленән уратты. Ә Бәхтийәр, көслө ул. Ҡәҙерле йөгө менән алға уҙҙы.
Уларҙы һағынышлы, шашҡын осрашыу ләззәте көтә...

ӘМИНӘ.

Тәскирә ДАЯНОВА.

Автор: Рөстәм Илтенбаев
Читайте нас