Бөтә яңылыҡтар
Махсус биттәр
6 Ғинуар , 21:55

Ашҡына күңел, ашҡына...

Февраль. Урамда ҡотһоҙ буран тантана итә. Көслө ер ҡарҙы өйөрөп ҡыйыҡҡа килтереп бәрә, тәҙрә ҡапҡастары менән уйнай. Гөлнара тәҙрәгә ҡарап баҫты ла, иртә булыуға ҡарамаҫтан, ҡараңғылана баш­лаған урамға баҡты. Әллә ниңә яратмай ул ошо февраль айын. Сатнап торған һыуыҡ, буран... Етмәһә, бөгөн ҡурҡыныс хәбәр ишетеп тә йөрәге өшөнө. Яратҡан ғына ҡәйнәһе, Зөлхизә әбей, бала­ларының береһен күрергә тип алыҫ юлға сыҡҡан еренән ҡапыл йөрәге тотоп, вафат булып ҡалған икән. Гөлнараның ире әсәһен ерләшергә ҡайтты, ә ҡатын үҙе ике бала менән тороп ҡалды. “Ҡәйнәм оло күңелле кеше ине, ғәфү итер әле”, – тип уйланы ул.

Ашҡына күңел, ашҡына...
Ашҡына күңел, ашҡына...


...Ярты йыллап ваҡыт үтте. Айытҡол, туғандарымдың хәлен белешеп киләйек, тигәс, машина яллап, Ишкәү ауылына юл тоттолар.
Бына ҡәйнәһенең ҡәбере. Фотонан һис ҡартаймаған, ауыр­лыҡтарға бирешмәгән оло ҡатын ҡарай. Ә бит уға 56 ғына йәш ине. Һигеҙ бала үҫтереп, барыһын да башлы-күҙле итергә лә өлгөрмәй ҡалды. “Эй, Хоҙайым, ундай яҙмышты күрһәтмә, – тип үҙ алдына шыбырланы Гөлнара. – Балаларҙы етем итеп ҡалдыра күрмә”.
Зыяраттан сыҡҡас, улар Айыт­ҡолдоң һеңлеһенә йүнәлде. Атай кешегә ба­рыуҙан файҙа юҡ – ҡатыны үлгәс, йорттан ҡот киткән инде. Шуға ла Зөлхизә әбейҙең өлкән ҡыҙы Зөмәрә – ситтәге бөтә туған-тыумасаның таянысы.
Зөмәрә ағаһы менән еңгәһен шатланып ҡаршы алды. Һүҙ күберәк ауылдағы хәлдәр тура­һында барҙы. Айытҡол тороп киткән арала Гөлнара бикәсенә һүҙ ҡушты:
– Зөмәрә, беҙ ҡәйнәмдең ҡә­берен зыярат ҡылдыҡ. Хоҙай уны ваҡытһыҙ алды бигерәк. Зилә бикәсем бөтөнләй бала ғына көйө тороп ҡалды...
– Эйе, иң бәләкәсебеҙ саҡ һи­геҙҙе тамамланы шул. Ярай, йүнен күрербеҙ. Беҙ күмәк, бер-беребеҙгә ярҙам итәбеҙ инде. Терәк булайыҡ.
– Ниңәлер күңелем тулҡын­ланып тора. Шуға ла әйтеп ҡуям... Бәлки, яңылыш уйлайымдыр... Шулай ҙа берәй хәл була ҡалһа, минең ундай яҡын туғандарым юҡ икәнен беләһең. Улдарымды ҡарағыҙ. Айҙар менән Илнурҙы тәрбиәләүҙе мин кейәү менән һиңә генә ышанып тапшыра алам...
Икенсе көнө Гөлнаралар ҡайтырға сыҡты. Аҡ “Волга”, тиҙлеген арттырып, тау артында күҙҙән юғалғансы Зөмәрә ҡул болғап оҙатып ҡалды.
Әбейҙәр сыуағы булғас, көн иҫ киткес йылы. Ҡояш үҙенең һуңғы нурҙарын йәлләмәйенсә ергә һибә. Машинаның әкрен генә бәүелеүенә Гөлнара уйҙарға батып килә.
Ул йәш сағын иҫенә төшөрҙө. Үҙҙәрендә һигеҙ генә класты тамамланы ул. Һуңынан ике йыл һатыусылыҡҡа уҡыны. Буласаҡ ирен дә ҡыҙ магазинда осратты. Ул Өфөләге “Ағиҙел” кибетендә практика үтә ине. Үҙенсә һатыуға өйрәнә. Смена тамамланырға күп тә ҡалмағайны, милиция формаһындағы егет килеп инде. Әрменән яңы ғына ҡайтып төшкән Айытҡол баш ҡалала эшкә урынлашыу маҡсаты менән йөрөй булып сыҡты. Йәштәр бер-береһен оҡшатты ла ҡуйҙы.
18 йәшлек ҡыҙы кейәүгә сығасағы хаҡында хәбәр иткәс, Юлдыбикә юғалып ҡалды. Бына һиңә мә! Тәжрибәһеҙ, шаталаҡ ҡыҙы ғаилә ҡормаҡсы, имеш. Әсә кеше тәүҙә ҡаршы төшөп ҡараны. Әммә йәштәр ике яҡты ла ризалата алды. Тиҙҙән уларға ҡыҙҙың ауылынан йорт һатып алып бирҙеләр.
Бына тиҫтә йылдан ашыу инде Гөлнара ире менән бер көйө генә ғүмер кисерә. Төрлө саҡ булып китә. Бер-береһен ярат­мағандарын һуң аңланы ул. Айыт­ҡолдоң хәрби формаһына ғына ҡыҙығып кейәүгә барған кеүек тоя үҙен хәҙер. Ир ҙә ҡатыны менән һалҡын мөнәсәбәттә. Гел кәм­һетә, йәберһетә. Фермаға һа­уынға Гөлнара күгәргән күҙ менән дә барғаны бар. Әммә ул ғаиләһен һаҡлап ҡалыу өсөн бар көсөн һала. Бигерәк тә 10 йәшлек Айҙар менән саҡ ҡына кесерәк Илнур йәл...
Ҡабаттан февраль айы етте. Гөлнара ҡәйнәһенең йыллығын үткәреп алды. Ә мартта – үҙенең тыуған көнө. Яҙҙың тәүге көндәренең береһендә уға 30 йәш туласаҡ. Юбилейын Гөлнара бар шартына тура килтереп ҡаршыларға теләне. Баҙарҙа йөрөп, төрлө тәм-том, йәшелсә-емеш һатып алды. Әхирәттәренә лә, әҙер­лә­шергә килегеҙ, тип әйтеп ҡуйҙы. Ошо юбилейы нисектер тормошондағы ар­табанғы ваҡиғаларға йоғонто яһар, уны үҙгәртер кеүек тойолдо. Күңеле нимәгәлер ашҡынды...
Сәғәттең туҡтауһыҙ зыңғыр­лауына Гөлнара һиҫкәнеп уянып китте. Таңғы биш тә булып килә икән. Фермаға һауынға барырға кәрәк. Ҡатын, урынынан теләр-теләмәҫ кенә ҡалҡынып, сәй ҡуйҙы. Ире уянғайны. Гөлна­раның яй ҡуҙғалыуын күреп, өндәшә ҡуйҙы:
– Барғас, бөгөнгә бар инде һауынға. Һуңынан берәй ун көн ял алырһың. Кәримә урынына теге ваҡыт күпме эшләнең?!
– Эйе, ял кәрәк шул. Бигерәк арыт­ты.
Айытҡол уның нимә әйтергә теләгәнен аңлап еткермәне. Гөлнара сығып киткәс, урынынан торҙо. Ғүмерҙә булмаған хәл: ниңә утты һүндермәй сығып китте икән? Ул ҡабыҙғысҡа үрелгәндә өҫтәлдә яртылаш ҡына эселгән сәйҙе күреп ҡалды. Ир, сәйерһенеп, йоҡларға ятты.
Фермала эштәрен тиҙ тамамланы Гөлнара. Һыйырҙарын һауып бөткәс, ғәҙәттә, биҙрә­ләрен йыуып ҡуя торғайны: бөгөн, ниңәлер, йыуып тормайым, тигән уйға килде ҡатын; күңеле өйгә ҡайтырға ашҡынып тора ине. Ферма ауылдың иң осонда булғас, ҡайтып етеүе оҙаҡ. Балалар тороуға сәй әҙер­ләргә лә кәрәк. Ә тышта буран ҡотора. Гөлнара ни эшләргә белмәй аптырап торған арала артында таныш тауыш ишетелде.
– Күрше, ҡайтырға уйлап то­раһыңмы?
Ҡатын боролдо – мал ҡараусы Ринат икән.
– Әй, ысын, көт әле. Бер яҡҡа бит. Эй, ярай, биҙрәләрҙе йыуып тормайым. Бер үҙем ҡалһам, был ыжғыр буранда нисек ҡайтып етермен? – Гөлнара, өтәләнеп, ат санаһына ултырып та алды.
– На-а, Саптар! – Ринат дил­бегәне тартты. Ат яйлап ҡына сананы һөйрәп китте...
Ә буран һаман ҡоторҙо. Бына-бына ҡайтып етеп, йылы өйгә инәбеҙ, тип килгән санала­ғы­ларға ла һыуыҡ була башланы. Икеһе лә, ышыҡланырға теләп, яғаларын күтәреп ҡуйҙы. Ап-аҡ буран араһында бер ни күренмәй ҙә хатта.
Ул арала юлдың яртыһы үтел­гәйне инде. Ауылдың ҡап уртаһында юлдарҙың киҫелеше – шунда килеп еттеләр. Был тирәлә һаҡ булырға кәрәк: машина-фәлән килеп сығыуы бар. Ринат, шуны уйлап, толобоноң яғаһы эсенән башын кү­тәргәйне – ҡото осто: ҙур тиҙлектә был яҡҡа табан елгән еңел автомобиль күҙ асып йомғансы юлсыларға килеп бәрелде. Сана түңкәрелде. Машина уның өҫтөнән шәп итеп үтеп китте лә, үҙе әллә нисә тәкмәсләп, юл ситенә барып төштө...
Айытҡол, бына нисәнсе тап­ҡыр инде, сәғәткә күҙ һала. Таңға ҡарай борғоланып тик ятты. Ярай әле, бөгөн эшләмәй – ялы. Ҡатынының тыуған көнө етеп килә, матур байрамы – юбилей. Әллә нимә булды һуңғы арала. Юҡтан ғына ҡыйырһыта ла ҡуя Гөлнараһын. Бына тыуған көнө етһен әле, ғәфү үтенәсәк. Ул бит бөтә яҡтан да килгән: матур, уңған. Барыһын да етештереп, өлгөртөп тора, малайҙарҙы ҡарай, тәрбиәләй. Үҙе яндырай шул Айытҡол: ҡәнәғәтһеҙлеген белдереп, ҡул да күтәреп маташа бит әле. Иргә оят булып китте.
Ҡапыл ишек асылды. Айытҡол тороп ултырҙы. Миһран икән.
– Бәй, һин өйҙәме ни? – Дуҫы түргә уҙҙы ла шешенеп киткән йөҙөнә ҡарап:
– Нимә булды, йонсоу күре­нәһең? – тип ҡуйҙы.
– Әллә, йоҡлай алманым да... Ярай, иғтибар итмә.
– Гөлнара эштәлер инде... – Миһран ҡапыл шымып ҡалды. Бер килке өн­дәш­мәй ултыр­ғандан һуң, ситкә ҡарап:
– Ауыл янында ниндәйҙер хәл булған, – тине. – Берәүҙәр үлгән, буғай. Йөҙҙәрен күрһәтмәнеләр, милиция ҡарарға рөхсәт итмәй. Кешеләрҙе ҡыуалар.
Айытҡол нисек һикереп тор­ғанын һиҙмәй ҙә ҡалды. Бына ни өсөн йөрәге сығырҙай булып типкән икән!
– Нисек? Ҡайҙа? – ул ҡабалана-ҡарһалана кейенә башланы.
– Тегендә, юл сатында...
Барып еткәс, үҙ күҙҙәренә үҙе ышанмай торҙо ир. Сана ваҡ-ваҡ киҫәктәргә тураҡланған. Аҡ ҡар өҫтөндә ике йәнһеҙ кәүҙә ята.
– Өлгөрмәнең, Айытҡол, – тине ауыл участковыйы. – Әле генә ҡатының иҫен юғалтҡан еренән ҡапыл күҙен асты. Үҙем аптыраным. Тирә-яғына ҡаранып, һуңғы тапҡыр “аһ”, – тине лә йән дә бирҙе...
Ир күҙ йәштәренә быуылды. Ҡатынын һаҡ ҡына ерҙән кү­тәреп, сәсенән һый­паны. Башы үтәнән-үтә тишелгәйне.
– Гөлнарам... – Айытҡол күҙҙә­рен күккә төбәне. Буран тым­ғайны.
Юбилярҙың тыуған көнөнә тип әҙер­ләнгән аш-һыу уның аятын уҡытыуға китте.
Айытҡол донъянан төңөлгәйне инде. Кешенең ҡәҙерен ул эргәңдә булмаһа ғына беләһең шул. Ирҙең алдына, артабан нисек йәшәргә, тигән һорау килеп баҫты. Ярай әле ҡәйнәһе балаларға тейешле пенсияны юллашты. Әммә башҡа бында ҡалып булмаясағын аңлай ине Айытҡол. Өйҙәге һәр нәмә Гөлнараны хәтерләтеп торған төҫлө. Ҡайғыһын баҫыу юлын араҡыла ғына күрҙе ир. Ул электән дә был насар ғәҙәткә ҡуй тимәй ине былай. Хәҙер тағы ла нығыраҡ эскегә һабышты.
Бахыр Ринат та китте был донъянан. Ярты кәүҙәһе хәрәкәтләнмәгәс, ул ҡа­тынһыҙ ҙа, балаларһыҙ ҙа ҡалды. Ғәрип ир уларға кәрәкмәй булып сыҡты. Ринат, күрәһең, был ыҙаларға түҙә алмағандыр – фажиғәнән һуң бер ай үткәс, үҙ-үҙенә ҡул һалды.
Йәй еткәс, Айытҡол улдары менән үҙ яғына күсеп ҡайтты. “Әгәр ҡәйнәләр яғында төп­ләнергә баштан уҡ ҡаршы булһам, бындай хәл дә булмаҫ ине”, – тип уйланы ул.
Ишкәүгә ҡайтҡас та, әлбиттә, бар донъя ал да гөл барманы. Айытҡол эскеһен ташламаны, туғандарының өгөтләүенә лә ҡараманы. Балаларына бигерәк ҡыйын ине. Атай кеше пенсияны ала ла шул уҡ көндө эсеп бөтә. Ҡайҙа ул бурыстарҙы ҡаплау, малайҙарҙың өҫ-башын йүнәтеү! Айҙың билдәле бер көнөндә гәзит тара-тыусыны күргән һайын Зөмәрә ҡар­шыһына йүгереп сыға ла:
– Рәмилә, теге балаларҙың пенсияһы бөгөн килергә тейеш ине, килдеме? – тип һорай.
Тегеһе башын сайҡай.
– Килгәйне лә, аталары алды инде. Бирмәй булмай – беләһең дә инде холҡон...
Бындай һөйләшеү ай һайын ҡабат­ланып тора. Әгәр ҙә нин­дәйҙер мөғжизә менән Айыт­ҡолдоң өйҙә булмаған сағы тура килһә, аҡса балалар ҡулына эләгә. Зөмәрә нисек тә булһа был аҡсаға уларға куртка-фәлән алып бирергә тырыша. Һөт, иттән өҙмәй былай туғандарын.
...Биш йыл үтте. Ул ваҡыттағы ма­лайҙарҙы хәҙер малайҙар тип тә атап булмай инде. Үҫеп, егет ҡорона инделәр. Үҙ йүндәрен үҙҙәре күрә алалар. Тәүҙә эшкә әллә ни ылығып бармайҙар ине. Аҙбарҙа – ҡарарлыҡ мал, утынлыҡта ярырлыҡ утын булманы. Әммә Зөмәрә уларҙы эшкә өйрәтеү өсөн ваҡытын да, көсөн дә йәлләмәне. Саҡырып ала ла ихаталағы ваҡ-төйәк эшкә ҡуша, үҙ балалары менән бергә еләккә, бәшмәккә йөрөтә. Улай, ис­ма­һам, тамаҡтары ла туҡ йөрөй. Ә Айытҡол быны өнәп етмәй ине.
Ҡасандыр еңгәһе әйтеп ҡалдырған һүҙҙе үтәне ҡатын. Егеттәр үҙҙәре лә Зөмәрә апаларын яратып ҡына тора. Яңыраҡ Айҙар: “Һиңә тәүге эш хаҡымдан алтын алҡа алып бирәсәкмен”, – тип аптыратты ла, шатландырҙы ла.
Ана, әле лә бишәүләшеп утын өйәләр. Зөмәрәнең үҙенең өс балаһы менән бергә үҫәләр. Уларға ҡарап һоҡланып торҙо ла ҡатын, таҙа дәфтәр бите алып, хат яҙырға ултырҙы. “Һаумы­һығыҙ, Юлдыбикә ҡо­ҙағый! – тип башланы ул. – Хәлдәрегеҙ нисек? Сирләмәйһегеҙме? Беҙҙә барыһы ла яҡшы, иҫән-һаубыҙ. Еңгәнең йыл­лығын уҡытып торабыҙ. Айытҡол ағай кисә күрше районға юлға сыҡҡайны. Унда эскенән дауалаусы инәй йәшәй икән...”

Л. РАИЛОВА.

Автор: Рөстәм Илтенбаев
Читайте нас