Июнь башына хас булғанса йылы, матур бер кис ине. Йәшеллеккә донъя саңы ҡунып өлгөрмәгән, май ямғырҙарынан һуң саф, таҙа сифатта. Был күркәмлектәр берәүҙәрҙе дәртләндерә ҡалһа, бишенсе ҡатта йәшәгән Хәйрүш өсөн, мәҫәлән, булды ни ҙә, ҡалды ни. Бөгөн дә ул үҙе ише “арба ватылһа – утын, үгеҙ үлһә – ит” тип йәшәгәндәр менән рәхәтләнеп кәйеф-сафа ҡора.
Хәйрүш кем һуң? Уның хәйерһеҙ зат икәнлеген, әлбиттә, әйтеп тораһы ла түгел. “Йәшел йылан” менән артыҡ дуҫлашҡанға тәүҙә эштән бушаттылар. Аҙағыраҡ ҡатыны менән балалары өйҙән сығып китте, ике бүлмәле фатирҙа ҡарт әсәһе һәм бесәйе менән генә тороп ҡалды. Тәүҙә: “Баш ҡатырғыстарҙан ҡотолдом, яңы тормош башлайым”, – тип хыялланды, тик тырышлығы буш ынтылыштарҙан һәм дивандан ары китмәне. Әсәһенең пенсияһына көн иттеләр, күңелен эскегә һалған холоҡһоҙ улы менән көрәшергә ҡарсыҡтың көсө лә, хәле лә етмәне. Иң тәүҙә бесәйе сығып олаҡты, унан әсәһе лә кинәт кенә гүргә инде. Алыҫтағы ҡаланан әсәһен һуңғы юлға оҙатырға килгән апаһы (ә уның менән бәхәсләшергә ярамай) тетмәһен теткәнсе әрләне лә, шарт ҡуйҙы: әлегә Хәйрүш фатирҙа ҡала, апаһы коммуналь хеҙмәттәр өсөн үҙе түләй, әммә аҙаҡ, коттеджын төҙөп бөткәс, уны эргәһенә күсерә (хужалыҡта ярҙам итеп, күҙ-ҡолаҡ булып торор, йәнәһе), ә был торлаҡты апаһының ҡыҙы исеменә яҙасаҡтар. Хәйерһеҙ Хәйрүш ыжламаны ла: хыялланһын әйҙә, ҡасан төҙөп бөтә лә, ҡасан күсерә әле... Һөҙөмтәлә, апаһы ҡайтып киткәнсе бер аҙ тыныс йөрөнө лә, ҡабат йөҙөп йөрөп эсә башланы. Айныған арала яҡындағы магазинда йөк бушатышты – ни тиһәң дә, тамаҡты ялғарға кәрәк.
...Шулай итеп, сираттағы табын ҡыҙғандан-ҡыҙа барған, шешәләр йәшен тиҙлегендә бушай торған, ҡырағай тауыштар ныҡ көсәйгән мәл етте. Тәүҙә хужаны – хәйерһеҙ Хәйрүште ҡунаҡсыллығы өсөн маҡтанылар, унан һуң донъяуи ҡиммәттәр хаҡында бәхәсләшә башланылар, артабан араҡы миҡдары менән кем кемде хөрмәт иткәнен йәки итмәгәнен асыҡланылар. Әммә бер аҙ торғас, хис-тойғоларҙы, күңелдә йыйылған зарҙарҙы ташҡын ише бүҫеп сығарыр өсөн “шайтан һыуы” аҙыраҡ булғанына төшөндөләр. Подъезд халҡын көйәләндереп, дөбөр-шатыр йыйынып, тағы ла магазинға барып килделәр. Ул арала төн дә етте.
Хәйрүшкә стена аша йәшәгән Леша йоҙроғон төйөп, тешен ҡыҫып, саҡ түҙеп ята ине. “Аңлай торған әҙәм түгел был Хәйрүш: йөҙ тапҡырмы полиция саҡырттылар, күрше-күлән нисә тапҡыр әрләшеп тә, дөмбәҫләп тә ҡараны – файҙаһыҙ, байрам итергә сәбәп тә, сара ла табылып тора. Дөмөкһә генә ярар ине, хайуан! Мин булмаһам, исмаһам, башҡа берәйһе башын ярғансы һуҡһасы – ҡасан ғына тыныс йәшәй башлайбыҙ инде!” – тигән күңелһеҙ уйҙар менән күршеләге эт туйына йәне көйөп, ипотекаға алған фатирын һатып китә алмағанына әсенеп, оҙаҡ йоҡлай алмай ятты.
Ниһайәт, Хәйрүштең ҡунаҡтары ла арыны: таң һыҙа башлағанда баҫҡыстан кемдәрҙеңдер аҫҡа табан арҡыс-торҡос атлап төшкәне, подъезд ишегенең асылып-ябылғаны ишетелде. Хәленән килмәгәндәре иһә, ҡайһыһы ҡайҙа йығылып, ҡотһоҙ фатирҙа иҫерешеп йоҡоға талды. Ошо йылдар эсендә күпте күргән, күпте кисергән иҫке, әммә хайран ҡалырлыҡ ныҡлы йортта буран алдынан ғына була торған шомло тынлыҡ урынлашты.
Хәйрүште генә йоҡо алманы. Бер стенанан икенсеһенә һуғылып йөрөй торғас, башына хәтәр шәп уй төштө – йыуынып алырға! Оҙаҡ икеләнеп торманы, һарғайып-ҡатып бөткән ванна ишаратына мул итеп йылы һыу ағыҙырға ҡуйҙы ла сисенер-сисенмәҫтән инеп тә ятты. Арыған, талсыҡҡан, бысраған тәне йылы һыуҙың майҙай яғылыуына илерҙе, яҙылды, әммә күҙ ҡабаҡтары ауырайғандан-ауырая барҙы. Тағы бер нисә минуттан Хәйрүш хыял диңгеҙҙәрендә иҙрәй-иҙрәй алға табан гиҙә, ожмах рәхәтлеген кисерә ине инде...
...Дүртенсе ҡатта урынлашҡан фатирҙағы хәлдәргә килгәндә, кис көнө, ғәҙәттәгесә, эләгешеп алдылар. Дөрөҫөрәге, бисәһе сарбайланы, ире өндәшмәне, ҡыҙы, ҡолағын баҫып, үҙ эштәре менән булды. Был ғаилә өсөн хәлдәрҙең ошондай торошо ғәҙәти күренеш ине. Мәгәр, һәр нәмәнең дә аҙағы була, тигәндәй, Хәлиттең түҙемлек һауыты бүҫкәрелергә күп ҡалмағайны. Бер ай элек пианино килтерҙеләр. Музыка мәктәбендә уҡыған ҡыҙының ҡәтғи талабы ине был. “Ике бүлмәле фатирҙың ҡайһы мөйөшөнә ҡуяһың уны?” – тигәненә, ҡатыны тишерҙәй итеп ҡараны ла:
– Баланың һәләтен үҫтереү өсөн бер ни йәл түгел! Шәп булғас, ҙурыраҡ фатир ал! Яҡындарыңдың шундай шарттарҙа көн итеүе – һинең ғәйеп, – тип, ауыҙын япты ла ҡуйҙы.
Музыка ҡоралын дүртенсе ҡатҡа күтәреү, эштең ҡот осҡос хаҡын түләү – барыһы ла Хәлиттең иңенә ятты, ҡатыны бының тап шулай булырына шикләнмәне лә. Ғөмүмән, йортта аҡса табыусы – тик Хәлит, ләкин был хәл берәүҙе лә борсомай. “Һин тейеш, һин – ир, беҙҙең именлек – һинең намыҫта, ҡатын-ҡыҙ донъяны йәмләр өсөн генә тыуған”, – тигәнерәк лозунг менән ҡолағын ашарға ҡатыны ла, ҡыҙы ла шәп ине. Хәлит – ҙур автосервиста баш механик, алтын ҡуллы, абруйлы белгес. “Тимер аты”н йүнәтеү өсөн кешеләр уны юллап, ҡаланан ғына түгел, башҡа райондарҙан да килә. Эше ҡатмарлы, бысраҡ, әммә төшөмлө. Шуныһы ғәжәп: нәзәкәтле ҡатыны кеҫә тултырып алып ҡайтҡан аҡсаның тир түгеп, арып табылғанын уйлап та бирмәй. Иллә мәгәр иренең майға ҡатып йөрөүе уны сығырынан-сығара, хатта бик бошондорғос, күңелһеҙ уйҙарға батыра. “Минең кеүек наҙлы, сибәр ҡатын ошондай ҡара эштә йөрөгән туң йөрәкле ир менән ғүмерен заяға үткәрергә тейешме? Ниндәй ғәҙелһеҙлек!” – тип көн буйы сәс тарап, тырнаҡ буяп, кейем алмаштырып өйҙә ултырған йәки магазиндар ҡыҙырған бисәкәй үҙенсә бик яфалана, күңеленә тыныслыҡ тапмай. Шуға күрә ире менән һүҙгә килешергә, уның кимәле бик түбән икәнлеген ҡат-ҡат иҫбатларға тырыша ине. Үҙенең иһә бер ваҡытта ла эшләгәне булманы: атаһы менән әсәһе иркәләтеп-бәпләп кенә үҫтерҙе: университет тамамлағас, кейәүгә сыҡты. Ҡыҙы тыуғас, уны тәрбиәләү менән мәшғүл булды, төрлө секцияға, түңәрәктәргә йөрөттө. Бала һүрәт тә төшөрҙө, балет менән дә шөғөлләнде, уҡ атып та ҡараны, шахмат, йөҙөү, бейеү һәм башҡалар менән мауыҡты. Ниһайәт, һайлана торғас, ҡатыны балаһының музыкаға һәләте барлығын аңғарып ҡалды. Шуның менән эҙләнеүҙәр тамамланды, ҡыҙҙары музыка мәктәбендә шөғөлләнә башланы. Аҡ пианино үрҙә телгә алынған ынтылыштарҙың касафаты ине. Ҡыҫҡаһы, бына шулай йәшәй дүртенсе ҡаттағы ғаилә. Залдағы пианино янында ҡыҙҙары йоҡлай, ә Хәлит, йыуынып-таҙарынып алғандан һуң, мәңге ҡәнәғәтһеҙ ҡатыны янына инеп ята. Элек, исмаһам, залда ҡунып була ине.
Ана ул пианино: ялтыр аҡ буяулы, бүлмәнең яртыһын хужаларса биләп тора. Яңылыш яҡын барып, ҡағылып ҡуймағыҙ – ҡатынының йөрәге шартлаясаҡ.
– Ҡыҙымдың һәләте киң һәм юғары! Ул бөйөк музыкант булырға тейеш! Ҡәҙимге проблемалар менән баланың башын ҡатырма, ваҡытын сарыфлама! Иң тәүҙә рухи йәһәттән үҫешеү зарур! Нисек инде саң һөртөргә? Уның нескә бармаҡтары яраланһа, ни эшләрһең? Уйна, ҡыҙым, уйна! Атайың кеүек эшкинмәгән әҙәмдәрҙең ҡараштар даирәһе тар була, уның беҙҙе аңламауына аптырарға түгел. Эй, хәйерһеҙ, бәғерһеҙ яҙмыш! Ни өсөн миңә шундай һынауҙар бирҙең? Күңелемдең елкенеүҙәрен бер тамсы ла аңламаған моңһоҙ әҙәм менән ғүмерем заяға үтә!
Ошондай монологтар өйҙә көн һайын тиерлек ҡабатланып тора. Уныһы ғына нимә – һөйөклө ҡатыны, нәзәкәтле кейеменә уралып, ҡулдарын һелтәй-һелтәй,“аһ” та “ух” диванға йығылып китмәһә, ярай әле. Бындай ғәмәлдәргә Хәлит элек көйә ине, хәҙер ыжламай ҙа. Тамағын хәстәрләй ҙә (ашарға бешереүсе юҡ – ҡатындың маникюры боҙола), ҡолаҡсындарын кейеп, планшеттан кино ҡарарға ултыра.
– Зиһен кимәлең ниндәй икәнлеге маңлайыңа яҙылған – кеше шундай кино ҡараймы? Рухиәт, рухиәт хаҡында уйларға, күңел аҙығын хәстәрләргә кәрәк! – ҡатынының йәмһеҙ тауышы ишетелмәй, исмаһам.
...Был кистә лә эләгешеп алдылар, тигәйнек. Хәйерһеҙ Хәйрүштең кәмиттәренән улар ҙа “ғарҡ” туйып бөткәйне. Өҫтә табын ҡыҙа башлағас, ҡыҙы килеп пианиноны асты ла, бар көсөнә Бетховенды яңғырата башланы. Ҡатыны бик ҡәнәғәт ҡалды, мәгәр көн буйы эшләп, арып ҡайтҡан Хәлиткә, әлбиттә, был оҡшаманы.
Гүзәлиә БАЛТАБАЕВА.
(Дауамы бар).
– Өҫтә былай ҙа тауыш, ҡыҙым, ҡуйып тор пианиноны.
– Бер алкаштың байрам иткәнен тыңларға йыйынмайым! – тип кире яуапланы ҡыҙы.
– Булма бала менән! Юғиһә, яңы фатир хәстәрләр инең – йәшәйбеҙ теләһә ниндәй әтәргәләм араһында. Хәйер, һинең ише әҙәмдәр инде барыһы ла, нимәһенә аптырарға, – ҡатынының әсе телен эткә киҫеп ташлаһаң да, ашамаҫ, валлаһи.
– Һай-һай, шашаһың, һөйөклөм, – тине Хәлит, тешен ҡыҫып. – Хәйерлегә булһын.
– Эй, Хоҙайым! Һин миңә угрожаешь? – тип сарбайланы бисәһе. – Я это так не оставлю!
Кәйефһеҙ генә йоҡларға таралыштылар. Ҡатыны дарыуын эсте, Хәлит, әйләнә-борғолана торғас, саҡ ойоп китте. Ара-тирә өҫтәге тауыштарға уянғылаһа ла, башын ҡалҡытманы – арыуы еткәйне. Ҡыҙыҡ ҡына төш күрә, имеш: иҫ киткес күркәм урман буйлап китеп бара. Йәшеллек, хозурлыҡ, ҡайҙандыр шишмә сылтырағаны ишетелә. Шул сығанаҡты һис шикһеҙ барып табырға, һыуһынды ҡандырырға кәрәк. Үлән йырып алға атлай, тик шишмә тауышы ишетелһә лә үҙе күренмәй. Ниндәй мөғжизә был? Ни ғәләмәт? Хәлиттең йәне көйә башланы, алға ынтылды, булмышында ниндәйҙер көс, ғәйрәт барлыҡҡа килде. Аһ, ана бит! Тағы бер, ике, өс, дүрт аҙым... Шул саҡ тертләп уянып китте. Һыҙылып ҡына таң ата икән. Ярым ҡараңғылыҡ, тауыш-тын юҡ. Тик... Теге шишмә һаман сылтырай түгелме һуң? Сөбөрләгән тауышы сыға ла баһа. Ниндәй төш был? Әллә аҡылдан яҙамы? Хәлит тороп ултырҙы, тирә-яҡҡа ҡолаҡ һалды. Ысынлап та, һыу тауышы бар шул. Ипләп кенә залға ыңғайланы. Күҙенә салынған күренеш уны тәүҙә тетрәндерҙе, унан ҡотон осорҙо, ә бер нисә секундтан ул шарҡылдап көлөп ебәрҙе. Затлы пианиноға өҫтән шаптырлап һыу ҡойола ине. Ҡәһәрең, аҡ ҡына тышы ебеп, ҡабарып та өлгөргән, эсенә лә һыу үткәндер инде. Ҡара һин уны! Ни арала быға тиклем ғорур баҫып, бар залды хужаларса биләп торған пианино күшегеп, бәләкәсәйеп ҡалған? “Шуның менән музыкаль яҙмышың тамам, пианино, – тип уйланы Хәлит һис бер тамсы үкенесһеҙ. – Теге мөртәт Хәйрүштең эше был, һыуын һүндерергә онотҡан икән, халыҡты батырырға булғандыр...”
Пианино, ысынлап та, йәл түгел ине уға. Баҡтиһәң, ҡатынының мыжыуынан шул тиклем туйған. Үҙенең ҡәҙере хатта ошо ялтыр пианинонан да кәмерәк булғанын ул әле саҡ аңланы ла, яҡындарының ни кисерәсәген күҙаллап, ҡысҡырып көлөп ебәрҙе. Бер аҙҙан көлөүенә күҙ йәштәре лә ҡушылды. Үҙен, бушҡа үткән ҡәҙерле көндәрен йәлләп иланы уҙаман. Уны һауын һыйыры итеп күргән, бер генә уртаҡ ҡыҙыҡһыныуы, маҡсаты ҡалмаған ҡатыны менән бығаса ниңә тиктомалға ғүмер үткәргән икән? Ярар, исмаһам, ошо пианино менән үсен ҡандырһын.
Бишенсе ҡаттан ҡойолған һыу даръялай йәйелде, стеналарҙы ебетте, иҙәнде тултырҙы. Хәлиттең тауышына тәүҙә ҡыҙы уянды, еүеш диванда ултырғанын тойоп, һикереп үк торҙо. Күҙҙәрен аҡайтып, сикһеҙ асырғанып:
– Әс-сәй! – тип ҡысҡырып ебәрҙе.
Дүртенсе ҡаттағы фатирҙа мәхшәр башланды. Ҡатын менән ҡыҙы береһенән-береһе уҙҙырып сеңләй, ярҙам һорап ялбара, Хәлиттең ни булһа ла эшләүен үтенә. Ә өҫтән аҡҡан һыу артҡандан арта, йыһаз-ғәләмәттәр еүешләнә, ҡаҡшай бара. Хәлит иһә, бер фекергә килеп, кухняға сәй хәстәрләргә сыҡты, һыуланып бөтһә лә, ҡәнәғәт йылмайып, ултырғысҡа ҡунаҡланы.
* * *
Өсөнсө ҡатта инсульт кисергән ҡарт менән әбейе, уларҙың күптән түгел армиянан ҡайтҡан, ярҙам итеү маҡсатында эргәләренә күсеп килгән ейәне йәшәй ине. Бәһлеүән ҡарт – заманында таһыллығы менән генә түгел, уҫаллығы менән дә дан тотҡан цех начальнигы – әлеге хәленә һис тә күнегә алмай ҡаңғырҙы. Донъя һелкетеп, барыһына ла хужа булып, шартлата баҫып йөрө лә, кинәт кенә аяҡтан йығыл, имеш. Кәүҙәһенең уң яғы бөтөнләй эшләмәй, түшәктән тороу мөмкин түгел. Уның ҡарауы, аҡылы теүәл, яҡындарының йәшәйешен белеп-күҙәтеп ята, ҡәнәғәтһеҙлек белдерергә лә өлгөрә. Ғәҙәт, хужаларҙың ғәҙәте был, йәмәғәт. Дөрөҫөн әйткәндә, бәләкәй генә буйлы, һомғол кәүҙәле көләкәс бисәһенә нужа күрһәтмәне, әммә йылылыҡ та бирмәне, уның йылыһын да тойорға теләмәне ул. Ҡатыны ла, иренең уҫаллығын белеп, һүҙенән сыҡманы, ҡаршы әйтмәне, теләктәрен белдермәне. Шулай ағас һәм уның күләгәһе төҫлө йәшәнеләр. Булдымы икән йырҙарҙа йырланған ҡайнар мөхәббәт, илерткес тойғолар? Бәлки, бәлки... Уны бит һәр кем үҙенсә кисерә, үҙенсә аңлай.
Бынан бик күп йылдар элек, ауылдың беренсе сибәркәйе, бихисап егеттең йоҡоһон алған шаталаҡ Нурия, вәғәҙә биреп тә, башҡаға кейәүгә сығып киткәс, уға үс итеп, ике аҙна эсендә күрше ауылдан эйәртеп ҡайтҡан етем ҡыҙ бала ине уның ҡатыны. Өләсәй менән генә үҫһә лә, ҡайҙан белгән дә, нисек өйрәнгән тиерһең: кәләше беренсе көндән үк ирен ҡәҙерләп-хөрмәтләп торҙо, аш-һыуға оҫта булды, донъяны ла бөхтә тотто, балаларын да бынамын итеп тәрбиәләне, юҡтан тауыш сығарып ултырманы. Әгәр был урында йылмаяҡ Нурия булһа, әлеге көндәрҙе күрә алыр инеме икән? Нурия тигәс, иҫән уның беренсе мөхәббәте, дүртенсе ире менән ауылда донъя көтә. Ҡарт ошондай тынғыһыҙ уйҙар менән көндәрен үткәрә, ярай әле әбекәйе эргәһендә. Балалары – ҡайһыһы-ҡайҙа, тик был ҡалала береһе лә юҡ. Бөтә өмөт ейәнгә– ҡарттарға күҙ-ҡолаҡ булып торһа, магазинға-дарыуханаға йөрөһә, йыуындырырға ярҙамлашһа, шул еткән...
Ейәнгә бәләкәйерәк бүлмәне бушаттылар, үҙҙәре залды төйәк итте. Ике урынлыҡ ҙур карауатты ҡуйғас, ҙур ғына бүлмә тығыҙайып ҡалды. Әлбиттә, күркәм егеткә кистәрҙе ҡарттар менән үткәреү бик тә күңелһеҙ, шуға күрә, эштән ҡайтыу менән ул дуҫтары янына ашыға. Ә былай йомарт, хәстәрлекле егет: бер көн шулай өләсәһенә кеҫә телефоны алып ҡайтҡан. Иң ябайын, төймәлеһен.
– Бына, өләсәй, телефон. Бынау йәшел төймәгә баҫһаң, шылтыратыуҙар таҫмаһында “Ейәнем” тигән яҙыу торор. Шунда уҡ тағы берҙе баҫ. Күрҙеңме, минең телефонға шылтыратыу китте? Бына шулай, бәйләнештә булырбыҙ! Бер-бер хәл була ҡалһа, мин тиҙ генә килеп етермен, – тип аңлатты.
...Был кис тә ҡәҙимге кеүек ине. Подъезд буйлап кемдәрҙеңдер туҡтауһыҙ йөрөүен, асыҡ тәҙрә аша өҫкө фатирҙа сираттағы кәйеф-сафа ҡороуҙарын иҫәпкә алмағанда, әлбиттә. Ейәне, тамаҡ ялғап алыу менән, урамға сығып һыҙҙы. Ҡартты ашатып, түшәген алмаштырғандан һуң, арыған ҡарсыҡ башын мендәргә терәне, оҙаҡ ҡына уйланып, тынғыһыҙ, ауыр йоҡоға талды. Бабай иһә, шым ятһа ла, йоҡламаны: “Башҡа уянмаһам ҡалай шәп булыр, ошо хәлдә ятҡансы, үлеп ҡотолғаның мең артыҡ”, – тигән алама, йәбешкәк уйҙар мейеһен быраулай ине.
Таңға табан буғай, әбей ҡартының боршаланып, көсһөҙ генә ыңғырашыуынан тертләп уянып китте. Аңлай алмайынса ятты – ни ғәләмәт был? Тороп утты ҡабыҙайым тиһә, уныһы эшләмәй булып сыҡты. Яйлап барып пәрҙәләрҙе тартты. Таңғы һаран яҡтылыҡ күңелһеҙ күренеште асты: өҫкө ҡаттан тыпылдап һыу аға, ҡуҙғала алмай ятҡан ҡартының тап өҫтөнә, хатта битенә тамалаһа. Ҡарсыҡ албырғап ҡалды, шунан ҡарһаланып барып бабайының еүеш юрғандарын һыпырып ташланы. Тик ни фәтеүә? Һыу аға ла аға, ҡарты ғына урынынан ҡуҙғала алмай шул. Аҙыраҡ күсерәйем тиһәң, уның ике тапҡырға ҙурыраҡ кәүҙәһенә көс етерлекме һуң? Нимә эшләргә? Ни ейәне таң атҡанса әллә ҡайҙа йөрөй. “Иртәгә ял көнөм, мине көтмә”, – тип сығып киткәйне. Ҡарсыҡ бабайын теге-был яҡҡа тартҡылап ҡараны, йүнләп һөйләшә алмаған ҡарт йөҙөн сирып, ҡәнәғәтһеҙлеген белдерҙе. Өшөй башлаған – һыуыҡ тейеҙереү генә етмәй ине... Ҡарсыҡ аптырап, ары-бире йөрөй башланы, кухняға сыҡты. Ахырҙа, бер нисә пакет алып, ҡарты янына килде, шкафтан ҡоро юрған алып япты, өҫтөнә баяғы пакеттарҙы йыртып ҡапланы. Ваҡытлыса булһа ла бәләнән ҡотҡара бит! Тәҙрә тупһаһында ейәне ҡалдырған телефон ята. Ҡайһы төймәгә баҫ, тигәйне әле? Ошо йәшеленә буғай. Ике тапҡыр. Оһо, осто саҡырыу! Күп тә тормай телефондың теге осонда ейәненең борсоулы тауышы ишетелде:
– Нимә булды, өләсәй?
– Ҡайҙа һин, балам? Ҡайта һал тиҙерәк! Олатайыңды һыу баҫа!
– Нимә һөйләйһең һин, ниндәй һыу, ҡайҙан баҫа?
– Өҫтәге күршеләрҙән, ахыры. Әйҙә, тиҙерәк, олатайыңды ҡорораҡ урынға күсерергә кәрәк.
Аңлаштылар, ахыры. Бик арыу нәмә икән был телефон. Тағы ярты сәғәттән ейәне ҡайтып та инде. Бабай өшөп, тамам һыуланып бөткәйне. Байтаҡ йонсонолар, шулай ҙа икенсе урынға күсереп, өҫтөн алмаштырып һалдылар. Былай ваҡытта бик ҡәнәғәтһеҙ булған ҡарттың бөтөнләй тауышы сыҡманы, уның ҡарауы күҙе тулы йәш ине. Юу-уҡ, тота килеп үлеп ятырға ни! Тереләсәк әле ул, мотлаҡ аяҡҡа баҫасаҡ! Ҡарсығын етәкәләп, яланға сығасаҡ, һөйөклө ҡатыны, терәге-таянысы өсөн ҡосаҡ тултырып сәскәләр өҙәсәк...
Ейәне түҙмәне, эште тамамлау менән, дүртенсе ҡатҡа күтәрелде. Ишекте оҙаҡ туҡылдатырға тура килмәне – әйтерһең дә, көтөп торғандар – асылып та китте һм унан ҙур ғына сумка тотҡан күрше Хәлит күренде. Ауыҙ асып өлгөргәнсе:
– Һыу баҫамы? Беҙҙе лә баҫа, рәхим ит, – тип йылмайҙы ла, әйберҙәрен йөкмәп, һыҙғыра-һыҙғыра аҫҡа төшөп китте.
Ул арала ишектән күрше бисәнең ялбыр башы күренде:
– Хә-әлит! Ҡайҙа бараһың, Хә-әлит! Беҙ ни эшләргә тейеш? Һин – һатлыҡйән! Бәлә килгәндә ни йөрәгең менән беҙҙе яңғыҙ ҡалдыраһың? – тип илаулай меҫкен.
Егет бер төшөп киткән ир артынан, бер алһыу пеньюарҙағы бисәгә ҡарап торҙо ла артабан күтәрелде. Аңлағайны инде: дүртенсе ҡаттағылар – шундай уҡ ҡорбандар, бәлә башы – бишенсе ҡатта... Ул ҡотһоҙ ишеккә оҙаҡ ҡына туҡылдатып торҙо, әммә асыусы табылманы. Уның ҡарауы, башҡа күршеләр ҡайһыһы ишеккә башын тығып, ҡайһыһы быяла тишек аша Хәйрүштең фатир төбөн күҙәтте. Хәл хөрт ине.
Ә икенсе ҡатта йәшәгән яңғыҙ ҡатынға бөгөн танышы килде. Дөрөҫөн әйткәндә, бер тапҡыр кейәүгә сығып, ауыҙы бешкәс, ир-атты урап үтә ине ул быға тиклем. Балаһы ла бәләкәс, туҡтауһыҙ сирләй – ир ҡайғыһымы ни бында? Әммә бынау Әсләм әрһеҙ булып сыҡты: бер мәжлестә танышҡайнылар, сат йәбеште лә ҡуйҙы, өҙмәй ҙә ҡуймай.
– Мин яуаплы вазифа биләйем, ғишыҡ-мишыҡҡа ваҡытым юҡ. Балам бар – үҙеңә тиң ҡыҙҙар бөткәнме? Атайың-менән әсәйеңде уйла – кеше ҡалдығына өйләнергә йөрөйһөң, тип әйтәсәктәр.
Әсләмде һыуындырыр өсөн нимә тип кенә әйтмәһен: “Минең тормошта береһенең дә эше булмаһын”, – тип яуап бирҙе лә, тегеһе икенсе ҡаттағы фатирға һуҡмаҡты таҡырайтыуын белде. Ҡарап торһаң, ипле генә һымаҡ – бөхтә, хатта артығы менән; килгән һайын ул-был күстәнәстән өҙмәй; илтифатлы һөйләшә, эшләгән урыны бар. Ятаҡта тора тороуын. Уныһы ла проблема түгел, әммә нимәлер һаман тота, сикләй ине ҡатынды. Икенсе яҡтан, шәхси бәхет хаҡында ҡайһы гүзәл зат хыялланмай? Барыһының да яҡлаулы, һаҡлаулы булғыһы, ышаныслы арҡаға ышыҡланғыһы килә...
...Ҡосаҡлашып ятҡан был икәүҙе әлеге лә баяғы бишенсе ҡаттағы “даръяның” тамсылары уятты. Әлбиттә, дүртенсе ҡатҡа эләккән “ташҡын” бында уҡ килеп етмәгәйне, шулай ҙа тып-тып тамған тамсы тауышы иртәнге тынлыҡта ҡолаҡты ярырҙай булып яңғырай. Әсләм башта албырғап ҡалды, әммә бик йәһәт һикереп тороп, тиҙ-тиҙ генә кейенә башланы.
– Ҡәбәхәттәр! Һыуҙы ла яба белмәйҙәр! Башҡаларҙы уйлау юҡ! Мотлаҡ судҡа бирергә, матди зыянды ҡаплатырға кәрәк! Ҡәҙерлем, бер нимәгә лә ҡағылма. Хәҙер полицияға хәбәр итәбеҙ, торлаҡ-коммуналь идаралыҡтан белгес саҡыртабыҙ, барлыҡ зыянды иҫәпләтәбеҙ! – тип ҡыҙҙы ғашиҡ ир. – Күрһәтәбеҙ беҙ уларға!
Ишек төбөнә йүгереп килде лә, эленеп торған еңел курткаһына, күн түфлиҙарына һыу тейәгәнен күреп, оторо ярһып:
– Ай-яй-яй! Германия һынды Германиянан яҙҙырып алған курткам юҡҡа сыҡҡан! Был аяҡ кейемен ни эшләтәм мин хәҙер? Уның хаҡы күпме икәнен беләһеңме? Ай-ай-яй! Ниндәй бәхетһеҙлек! – тип яр һалды.
Хужабикә өндәшмәне. Ваннаға инеп, иҙән йыуғысын алды, тасты эләктерҙе. Уныһын тамған урынға ҡуйып торһа, иҙәнде лә ҡоротоп алырға кәрәк. Эшкә йыйынырға ла ваҡыт етеп килә. Ул арала Әсләм, зыр әйләнеп, өҫкә менеп төштө. Өсөнсө, дүртенсе ҡаттағы ишектәрҙең асыҡ торғанын абайлап, тауыш килгән урынға, бишенсе ҡатҡа күтәрелде. Унда бер-береһен йөҙгә танып белгән, әммә былай саҡта аралашмаған, бөгөн иһә уртаҡ бәлә берләштергән күрше-күлән йыйылғайны. Әсләм өҫтәгеләргә һыу менән ҡойондорғанда ниндәй хоҡуҡтар менән файҙаланырға, ҡайҙа мөрәжәғәт итергә, нисек судҡа бирергә һәм башҡа файҙалы, әммә әлеге минутта һис урынһыҙ ғәмәлдәр тураһында һөйләгәс, икенсе ҡатҡа, һөйгәне янына кире төштө. Уны хужабикә ишек төбөндө көтә ине:
– Ҡайт, Әсләм, бөгөнгә, йөрөмә ваҡыт сарыфлап. Аҙаҡ һөйләшербеҙ, юҡһа, миңә донъяны йыйыштырырға кәрәк, улымды баҡсаға алып бараһым бар.
Әсләм туфлиҙарын йәлләй-йәлләй кейеп (һыуланғас, киңәйә инде!), донъяның ғәҙелһеҙлегенә зарланып ҡайтып китте. Хужабикә, уның артынан ишекте япҡас, күкрәк тултырып, еңел һулап ҡуйҙы – ҡайһылай ҙа ауыр икән Әсләм янында тын алыуы! Ҡатын шул тиклем арығанлығын һиҙҙе. Ниндәйҙер ялған, көсләп тағылған киләсәкһеҙ тормош ағымына төшкәнен, бына хәҙер, ошо минутта уҡ унан ысҡынмаһа, өйөрмәгә эләгәсәген, ә унан ҡотолоу юлы табылмаясағын тәне генә түгел, йәне менән дә асыҡтан-асыҡ тойҙо, бар булмышы менән ошо уҙамандың бөтөнләй икенсе “ҡамырҙан” булыуын, бергә йәшәй башлаһалар, һәр көнө ҡағыҙҙағы отчет кеүек, теүәл билдәләмәләрҙән һәм аныҡ күрһәтмәләрҙән торасағын аңланы. Әсләм, имеш. Бәлә башы тап шул ир йоратында икән дә. Быға тиклем уның ни тиклем ваҡсыл, иҫәпсел әҙәм икәнен нисек күрмәгән? Әллә күрһә лә, иғтибар итмәгәнме? Һөйләгән хәбәрҙәре, һис шикһеҙ, аҡыллы, дөрөҫ кеүек, тик уларҙан ни эшләп хаҡлыҡ түгел, ә кенәселек еҫе сыға? Һорауҙарға яуаптар эҙләйһе бар ине. Ә әлегә иҙәндәге һыуҙы ҡороторға, әйберҙәрҙе ҡотҡарырға кәрәк. “Ҡалғаны үҙ яйына хәл ителер, ғәйеплеһе лә табылыр”, – тип, ҡатын эшкә тотондо.
* * *
Подъезд тамам уянды, халыҡ бишенсе ҡатҡа менде-төштө, асыулы тауыштар менән фекер алыштылар, ишекте меңенсе ҡабат ҡаҡтылар, балта менән емереп инергә лә ниәтләп бөттөләр. Һыуҙан зыян күрмәгән яҡта йәшәүселәр зыян күреүселәрҙе бик тә йәлләне, , хәйерһеҙ Хәйрүште эттән алып эткә һүкте, күптән берәй сара күрергә кәрәклегенә ишараланы.
– Ярай әле һыу менән генә ҡотолһаҡ! Ә ут сығарһа, йортто яндырып ебәрһә? Ыстағафирулла тәүбә! – тип яр һалды подъездың иң әүҙем “старший” ҡарсығы Валентина Матвеевна.
Ниһайәт, кемдер полиция, “Ашығыс ярҙам”, ҡотҡарыусыларҙы саҡырырға тотондо. Таңғы тыныс ҡаланы сирена геүелдәүе менән һиҫкәндереп, улары ла тиҙ генә килеп етте. Ҡыҙыҡһыныуын тыя алмаған халыҡты тар ғына майҙансыҡтан ҡыуып төшөрҙөләр, ишекте махсус бысҡы менән емереп астылар. Эскә тәүҙә ҡотҡарыусылар, полиция хеҙмәткәрҙәре инде, арттарынан табиптар эйәрҙе. Һыу, даръя булып, һаман аға ине. Ваннаның ишеге шар асыҡ. Ике бүлмәләге иҫке дивандарҙа иҫ белмәйенсә йоҡлап ятҡан заттар күҙгә салынды. Уянғандарының, әлбиттә, ҡунаҡтарҙы күреп күҙе аҡайҙы, әммә тауыштары сыҡманы. Ниндәйҙер бәләгә тарығандарын, “бахмурҙан” булһалар ҙа, яҡшы аңлай ине кисә теттереп байрам итеүсе әҙәмдәр.
Тыштан күҙәтеүселәр тын да алырға ҡурҡып, эстән яңылыҡ көттө. Участковый иң тәүҙә үрелеп кранды япты, унан әсенеүле йылмайыу менән:
– Был шайтанға нимә булһын инде? Үҙ-үҙен һаҡлау инстинкты көслө ҡәбәхәттең. Бер ҙә үлгеһе килмәй икән – батмаған бит ваннала, әйләнеп төшкән нисектер... Эй, тор, тим, бисура, тор! Карабың ярға килеп етте. Ҡулдарын килештереп, яңаҡ аҫтына ҡыҫтырған бит әле, хәстрүш! – тип, аяҡ осо менән иҙәндә, бысраҡ сепрәк-сапраҡ өҫтөнә башын терәп, сабыйҙарса иҙрәп йоҡлаған Хәйрүшкә төрттө.
Ишек төбөндә торған “Ашығыс ярҙам” хеҙмәткәре, яңылыҡ көткәндәргә боролоп:
– Көймәгеҙ, нимә булһын һеҙҙең “яратҡан” күршегеҙгә – ул теп-тере. Ана, айнып та бөткән үҙе, – тип белдерҙе.
Халыҡ, әлбиттә, инеп, Хәйрүште өҙгөләп ташларға әҙер, мәгәр, хоҡуҡ һаҡлаусыларға һылтанып, фатирҙарына таралашырға мәжбүр булды, сөнки көн оҙонона теүәлләйһе эштәре күп ине әле. Шулай ҙа Хәйрүштең иҫән булыуына эстән генә шатландылар: төн буйы тере кеше йыуылған һыу менән ҡойоноу барыбер яҡшыраҡ та инде...
* * *
Был бер кислек тарих нимә менән бөттө, тиһегеҙме? Хәҙер һөйләйем. Хәйрүшкә күршеләренән эләкмәне түгел, бик ныҡ эләкте. Бишенсе ҡатта аҙ ғына шикле хәрәкәт һиҙелдеме, полиция саҡыртып аптыраттылар, күмәкләшеп апаһына шылтыраттылар, тиҙ арала килеп, ҡәбәхәт ҡустыһы менән матди сығымдарҙы ҡаплауҙы талап иттеләр. Әллә туҡтауһыҙ зарланыуҙарҙан арыны, әллә намыҫы уянды – апай кеше, бер көн ысынлап та килеп төштө, күршеләр менән осрашып, сығымдарҙы баһаланы, аҡса таратты. Шунан фатирҙы бикләне лә, Хәйрүште эйәртеп, ҡайҙалыр алыҫҡа ҡайтып китте.
...Дүртенсе ҡаттағы Хәлит башҡаса ҡатынына әйләнеп тә ҡараманы: уның бөтмәҫ талаптарынан, сикһеҙ мыжыуынан шул тиклем арығайны. Бисәһе иһә илап та, ялбарып та, ҡурҡытып та ҡараны, судҡа бирәм, тип тә ярһыны. Ҡыҙы ла әсәһенең йырын йырланы, әммә Хәлит ҡаты торҙо. Уға былай ҙа ошо туймаҫ бисә янында уҙған көндәре уғата йәл ине. Ҡыҙы иһә, үҫә килә аңлар әле, аңламаһа – мәйеле. Әлегә алименттарын түләп торһа, ара-тирә аралашһа, шул еткән. Пианиномы? Суҡынып китһен пианиноһы – ни ҡылғандарҙыр, ҡыҙыҡһынғаны булманы. Эстән генә хәйерһеҙ Хәйрүшкә рәхмәт уҡыны: әгәр ҙә шул йүнһеҙ эт туйы ойоштормаһа, ғүмере заяға уҙғанынын аңламаҫ, аңлаған хәлдә лә, ҡыйыулығын йыйып, сығып китә алмаҫ ине Хәлит...
...Өсөнсө ҡаттағы ҡартмы? Аяҡҡа баҫыуын баҫманы, әммә хәстәрлекле балалары махсус коляска һатып алып бирҙе, ейәне, ҡарсығы менән тышҡа ла сыҡҡылап инде. “Йәшерәк саҡта ҡарсығымдың ҡәҙерен белеп бөтмәгәнмен икән”, – тигән үкенес ҡартты эстән оторо кимерҙе, әлбиттә, хатта ҡаты сир кеүек ауыр һынау ҡыҙыу ҡарттың холҡон да яйға һалды, тик әйтер һүҙҙәрен еткерерлек итеп теле генә асылманы. Эх-х, булғандың ҡәҙерен ваҡытында белергә, әйтер һүҙҙәрҙе ваҡытында яңғыратырға кәрәк икән шул, ҡәҙерле дуҫтар...
...Икенсе ҡаттағы фатирға Әсләм тағы килгәйне, ҡатын уға ишек асманы – йөрөмәһен башҡа йән көйҙөрөп. Социаль селтәр аша ғына яҙҙы: “Башҡа ваҡытыңды әрәм итмә, беҙҙең юлдар уртаҡ түгел. Элекке иремдең кредит бурыстарын түләүҙе йөкмәттеләр – мөхәббәт ҡайғыһы юҡ”. Аҙаҡҡы һөйләм, әлбиттә, ялған ине, мәгәр ваҡсыл Әсләмде берәгәйле һыуындырырыға бик тә етте – башҡа борсоп торманы.
Ах, онотоп торам, беренсе ҡатта ни булды, тиһегеҙме? Юҡ, беренсе ҡаттағы фатирҙы ла иҫләйем, әлбиттә. Хәйерһеҙ Хәйрүш ойошторған мәхшәрле кистә унда бер кем дә юҡ ине – хужалары күптән күсеп, һатырға ҡуйылған торлаҡ булғанға. Барлыҡ йортто тетрәндергән ваҡиғаларҙан һуң бер ай самаһы үткәс, тауарҙы күрһәтергә килгәйнеләр, әлбиттә. Ишекте асҡас та, танауҙарына еүеш еҫ килеп бәрелгәнен, түшәмдәрҙә-стеналарҙа кипкән һыу эҙҙәре ҡалыуын аңлатып тормайыҡ. “Улай икән...Уйларбыҙ, ҡарарбыҙ, кәңәшләшербеҙ” – тип, килгән кешеләр, тиҙ генә һыпыртыу яғын ҡараны, хужа иһә, дөрөҫлөк эҙләп, өҫкө ҡатҡа менеп китте...
Хәйер, быныһы бөтөнләй икенсе тарих, башҡа кәлимә, ваҡыт булғанда уныһын да бәйән итербеҙ, бәлки...
...”Аннушка майҙы түктеме әле, юҡмы?” Иҫләйһегеҙме? Бөйөк Булгаковтың үлемһеҙ әҫәрендә ишара яһалғанса, тормошта һәр хәл-ваҡиға үҙ-ара бәйле тигәнгә, һәр ҡылыҡ өсөн яуап бирергә тура киләсәгенә, Йыһанға ниндәй сәләм ебәрһәң, шундай яуап аласағыбыҙға иманым камил. Шикләнәһегеҙме? Мин дә теүәл генәһен белмәйем, төрлө яҡлап уйланам, әлбиттә. Аныҡ ҡына аңлатма табырыма ла ышанып бөтмәйем... Шулай ҙа ғибрәт ҡылырлыҡ, фәһем алырлыҡ хәлдәр күп тирә-йүндә, йәмәғәт.
Гүзәлиә БАЛТАБАЕВА.
(Автор тураһында - Учалы районында тыуып үҫкән. Башҡорт дәүләт университетының Башҡорт филологияһы һәм журналистика факультетын бүлеген тамамлағандан һуң, хеҙмәт юлын Күгәрсен районы гәзитендә башлаған. 2004 йылдан – “Башҡортостан” республика ижтимағи-сәйәси гәзите журналисы, 2021 йылдан Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитетының матбуғат хеҙмәтенә етәкселек итә. Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәре. Өс бала әсәһе.)