Бөтә яңылыҡтар
Махсус биттәр
4 Ғинуар , 05:55

"Йондоҙ"ло табынды Мөнирә Мәхмүтова әҙерләй

Бөгөн үҙенең аш-һыу серҙәре менән талантлы яҡташыбыҙ, Мирхәйҙәр Фәйзи исемендәге Ырымбур татар дәүләт театры актеры Мөнирә МӘХМҮТОВА уртаҡлаша.

“Ҡыҙыл бәрхәт” торты

Дүрт йомортҡаға 240 г шәкәр һалып, күперткәнсе туғырға. Уға 200 мл үҫемлек майы, 320 мл кефир, ярты балғалаҡ сода һәм 10 г ҡамыр күперткес (разрыхлитель) һалып яҡшылап бутарға. Бол­ғауҙан туҡтамайынса аҙ-аҙлап 400 г он һалып, ҡаймаҡ ҡуйылы­ғындағы ҡамыр әҙер­ләргә. Тө­йөрҙәр ҡалмаҫлыҡ булғас, бер балғалаҡ какао, ике балғалаҡ ҡыҙыл төҫтәге махсус аш-һыу буяуы һалып бутарға.
Бисквитты 170 градус ҡыҙыу­лыҡтағы мейестә 45–50 минут тирәһе бешереп алырға. Ул һы­уынғас, үткер бысаҡ менән ике йәки өс  йәймәгә ҡырҡырға. Араларына крем һөртөп, ҡатларға. Торт өҫтөнә, ситтәренә крем һылағас, 2–3 сәғәт ултыртып тоторға. Табынға бирер алдынан ҡыҙыл төҫтәге еләк-емеш (ер еләге, сейә, ҡурай еләге һәм башҡалар) менән би­ҙәргә мөмкин.
Крем өсөн 300 г эремсекле сырға 200 мл 33 процентлы һөт өҫтө һәм 100 г шәкәр онтағы ҡушып, миксер менән туҡырға.

Ҡәһүәле-һөтлө желе

Бер ҡалаҡ һәм 1,5 ҡалаҡ желатинды айырым һауыттарҙа йылымыс һыуға һалып бүрттерергә.
Ике стакан һөткә өс ҡалаҡ шәкәр һалып, бутай-бутай талғын утта ҡай­натырға. Шәкәре иреп бөткәс, 10 г ванилин һалып бутарға. Бер аҙ һыуынғас, 1,5 ҡалаҡ бүрттерелгән желатин ҡушып, ҡайнамаҫлыҡ итеп талғын утта тоторға. Желатин тулыһынса иреп бөткәс, һөт һыуынғансы ситкә ултыртып торорға.
Бер стакан ҡайнар һыуға бер ҡалаҡ ҡәһүә һәм өс ҡалаҡ шәкәр һалып бутарға. Бер аҙ һыуынғас, бер ҡалаҡ бүрттерелгән желатин һалып, ул иреп бөткәнсе талғын утта тоторға. Ул ҡай­нарға тейеш түгел. Шулай уҡ ҡәһүә һыуынғансы ситкә ултыртып торорға.
Десерт һауытына һыуынған һөт һәм ҡәһүә ҡатнашмаларын ҡатлы-ҡатлы итеп ҡойоп, бер сәғәт һыуытҡыста тоторға.

Ҡарабойҙай бәлеше

Яртышар стакан он менән һөттө һәм ярты ҡалаҡ шәкәрҙе бутап, бер ҡалаҡ ҡоро сүпрә һалып, бер аҙ йылы урында тоторға. Ул ҡабарғас, тағы ла ярты стакан һөт, биш ҡалаҡ үҫемлек майы, ике йо­мортҡа, самалап тоҙ һәм 500 г он һалып, ҡамыр баҫырға. Сәғәт ярым тирәһе йылы урынға ҡуйып ҡабартырға. Ҡамырҙы тигеҙ бул­маған ике өлөшкә бүлеп йәйергә. 
Эслек өсөн бер стакан ҡара­бойҙай ярмаһын тоҙло һыуҙа бешерергә лә, 200 г ҡаты сырҙы ҡырып, бергә бутарға. Ике баш  һуғанды – турап, ике кишерҙе эре ҡырғыста ҡырып, ике ҡалаҡ үҫемлек майында биш минут ҡыҙҙырырға. 500 г бешкән тауыҡ итен ваҡлап турарға.
Ҙур йәймәне майлы табаға һалып, эслектәрҙе ҡатлап-ҡатлап (тәүҙә – сырлы ҡарабойҙай ҡат­нашмаһы, артабан – туралған ит, иң өҫкә – ҡыҙҙырылған йәшел­сәләр) һалып сығырға. Бәләкәй йәймә менән бәлеш өҫтөн ҡаплап, ситтәрен йәбештереп сығырға. 180 градус ҡыҙыу­лыҡ­тағы мейестә, өҫтөн пергамент ҡағыҙ менән ҡаплап, 70–80 минут тирәһе бе­шерергә. Мейестән алғас та бәлеш өҫтөнә туғылған йомортҡа һы­лаһаң, ул алтын­һыуланып, та­бынға йәм биреп торасаҡ.

Гөлнур ҠЫУАТОВА 
әҙерләне.

Читайте нас