Бөтә яңылыҡтар
Махсус биттәр
4 Ғинуар , 10:00

Әсә ҡаһарманлығы (Хикәйә) Рәмзәнә Абуталипова

Ҡапыл һикереп тотоп алайым ғына тигәндә, өйрәк осто ла китте. Тик, ахыры, ҡанаттары йәрәхәтләнгән, саҡ-саҡ ҡуҙғала, бахыр: ергә тәгәрәп китә лә, оса алмағандай, ҡанаттарын хәлһеҙ генә елпеп ала. Тотоп булһа, алып ҡайтып дауалар инем дә бит. Тағы алға ынтылам! Ҡош та бар көсөнә ары талпына. Шулай яр буйлап байтаҡ ҡыуалаттым тегене. Бына өйрәк оҙон үлән араһында ҡапыл  юҡ булды...

Әсә ҡаһарманлығы  (Хикәйә)  Рәмзәнә Абуталипова
Әсә ҡаһарманлығы (Хикәйә) Рәмзәнә Абуталипова

Рәмзәнә Абуталипова

Әсә ҡаһарманлығы

(Хикәйә)

 

Йәй көндәрендә иң рәхәт ер ҡайҙа, беләһегеҙме!? Әлбиттә, ауылда, йылға буйында! Шуға мин йәйге каникулды йыл һайын түҙемһеҙләнеп көтөп алам. Ауылдың бер ҡыйын яғы ла бар – унда хәҙер бөтөнләйгә балалар юҡ. Минең кеүек олатай-өләсәйҙәренә киникулға килгән бер нисә малай-ҡыҙ бар ул, тик улары ла, телефондарынан айырыла алмай, уйнарға бөтөнләй тиерлек сыҡмай...

 

Ә мин йылға буйынан көндәр буйына ла ҡайтмаҫҡа әҙер! Унда бит аҙым һайын мөғжизә! Һәр күргәнемде телефонҡа төшөрә барам. Күрһәгеҙ икән минең фотоальбомымды! Нимәләр генә юҡ унда!

Бына бөгөн дә мин бер ҡыҙыҡлы хәлгә тарыным.

Ғәҙәттәгесә, өләсәйҙең ваҡ-төйәк йомоштарын үтәнем дә йылға буйына йүгерҙем. Йылғаға инде килеп еттем тигәндә, яр буйындағы ҡыуаҡтан бер ҡош “пыррр” итеп осоп сыҡты ла минән бер нисә генә аҙым ергә барып ҡоланы. Ҡыр өйрәге бит был! Тиҙ-тиҙ генә бер нисә кадр төшөрөп алдым – өйрәк ҡуҙғалмай. Ҡулымды һоноп, бер талпынһам, эләктерәм инде үҙен! Ҡапыл һикереп тотоп алайым ғына тигәндә, өйрәк осто ла китте. Тик, ахыры, ҡанаттары йәрәхәтләнгән, саҡ-саҡ ҡуҙғала, бахыр: ергә тәгәрәп китә лә, оса алмағандай, ҡанаттарын хәлһеҙ генә елпеп ала. Тотоп булһа, алып ҡайтып дауалар инем дә бит. Тағы алға ынтылам! Ҡош та бар көсөнә ары талпына. Шулай яр буйлап байтаҡ ҡыуалаттым тегене. Бына өйрәк оҙон үлән араһында ҡапыл  юҡ булды. Аптырап, тирә-яғыма күҙ йүгертәм. Ипләберәк ҡараһам – өйрәгем икенсе ярҙа ултыра! Һыуға сумғанын күрмәй ҙә ҡалдым дабаһа! Мине ирештергәндәй, рәхәтләнеп ҡанаттарын да ҡағып ала: “Тоттоңмо ҡойороғомдо!?” тиҙер инде. Вәт һин уны, бер ҙә яралыға оҡшамағансы!

Мин йүгереп ҡайтып киттем. Ҡыр өйрәген тота яҙғанымды өләсәйемә тиҙерәк һөйләге килә лә инде!

Өләсәйем мине ишек алдында ҡаршыланы:

- Ай-һай, улым, көн буйы йылға буйынан ҡайтмайһың! Йә, һөйләп ебәр, бөгөн нимәләр күрҙең унда? – тине.

- Өләсәй, мин әле генә бер ҡыр өйрәген тота яҙҙым! – тим, көскә тын алып.

– Ай-һай, улым! Ҡойроғо ҡыҫҡа бит уның! Ҡул менән генә тоттормай  ул, – тине өләсәйем.

- Ысын, өләсәй! Ул бит яралы ине: үләнгә тәгәрәп китә лә үле кеүек ята, унан, тора алмағандай, талпынып-талпынып ҡуя. Алып ҡайтып дауалармын тип, тотоп алырға булдым бахырҙы… Ятҡан еренә инде барып етһәм, оса ла китә! Шулай ҡыуалатып әллә күпме ер үттем, тотоп булманы…  Уға хәҙер нимә булыр икән инде, төлкө фәлән тотоп ашармы икән? – тим борсолоп.

Өләсәйем ҡәнәғәт йылмайҙы:

- Ә-ә-ә… Аңлашылды. Яралы түгел, балалы ул, бәпкәләре сыҡҡан инде! – тине.

- Нисек балалы, бер үҙе генә ине ул! – тим мин, ғәжәпләнеп.

- Ҡайҙалыр яҡында бәпкәләре булған да, шуға һине ситкә алып киткән! Сәмләндереп, яралы булып ҡыланған, етмәһә! Кешеләрҙең сәләмәт ҡошто ҡыуалатмаҫын белә инде ул!

– Ысынмы, өләсәй! Вәт хәйләкәр! – тинем һоҡланып.

– Әллә инде, улым, хәйләкәр тип кенә әйтеү дөрөҫ була микән... Балаларын хәүефтән ҡурсалау, дошманын ояһынан алыҫҡа алып китеү өсөн, үҙен үҙе аямай, шул юлға бара бит инә ҡош! – Оҙаҡ ҡына уйланып торғандан һуң. –  “Әсә ҡаһарманлығы” тиер инем мин... – тип өҫтәне өләсәйем.

Мин дә, был хәлгә хайран ҡалып, тәрән уйға сумдым…

Төштән һуң ҡабат йылға буйына йүгерҙем. Өйрәк бәпкәләрен фотоға төшөрөп алғым килә бит инде хәҙер! Өйрәк һиҙеп ҡалмаһын тип, ҡаса-боҫа ғына барам. Хатта тынды ла әкренерәк алырға тырышам. Йылға буйына килеп етһәм, һыу өҫтөндә ҡап-ҡара томшоҡло һарыҡай ғына өйрәк бәпкәләре! Тумалаҡ ҡына йомороҡастар бер һыуға сумалар, бер әле үҫеп тә өлгөрмәгән тоҡос ҡанаттарын елпегән булып, шәп итеп йөҙөп китәләр. Күрһәгеҙ икән, ниндәй шәп фотолар килеп сыҡты!

Ҡаһарман инә өйрәк иһә, күҙ яҙлыҡтырмай, балаларынан ҡарауыллай…

 

 

Автор: Гөлнур Ҡыуатова
Читайте нас