Бөтә яңылыҡтар
Махсус биттәр
3 Ғинуар , 22:55

Йондоҙнамә (5 –11 ғинуар)

Ылаҡ (22.12 – 20.01) Уңышлы осор. Тап ошо арала абруйлы кешенән өмөтлө тәҡдим алыуығыҙ бар. Һис шикһеҙ, уға ризалыҡ ризалашыуығыҙ дөрөҫ булыр. Йомала файҙалы осрашыу көтөгөҙ.

Йондоҙнамә (5 –11 ғинуар)
Йондоҙнамә (5 –11 ғинуар)

 

Һыуғояр ( 21.01 – 19.02)

Аҙна башында үҙгәреүсән кәйефегеҙ эштәрегеҙгә бер аҙ ҡамасаулар. Йондоҙҙар ашыҡмаҫҡа, һәр мәсьәләне бар яҡтан да өйрәнергә кәңәш итә. Етди һөйләшеүҙән һуң яҡындарығыҙ менән арағыҙ мотлаҡ йылыныр.

Балыҡ (20.02 – 20.03)

Үҙегеҙҙе ышаныслы һәм тыныс тотоғоҙ. Был бөтә эшегеҙгә булышлыҡ итер. Оло йәштәге туғандрығыҙ шишәмбелә бик уңышлы кәңәш бирер, моғайын. Йорт-хужалыҡ эштәре лә һеҙҙән даими иғтибар талап итер.

Ҡуҙы (21.03 – 20.04)

Көндәр өмөтлө килер. Бәғзеләр яңы кешеләр менән танышыр, элек булмаған урындарҙы күрер. Ниндәйҙер сараға саҡырырҙар, унан баш тартмағыҙ. Йомала ишеткән кәңәшкә ҡолаҡ һалығыҙ.

Буға ( 21.04 – 21.05)

Шишәмбеләге бәхәстәр бер аҙ күңелегеҙҙе ҡырыр. Ҡайһы бер кешеләргә ҡараштығыҙ үҙгәрер. Был арала кемдер элек алған йөкләмәләрегеҙ тураһында иҫегеҙгә төшөрөр.

Игеҙәктәр ( 22.05 – 21.05)

Күпте булдыра алырһығыҙ. Хәл итә алмаҫлыҡ күренгән мәсьәләләрҙе лә урынынан ҡуҙғатып ебәрерһегеҙ. Һуңғы ваҡыта һеҙҙең тирәлә ышанысһыҙ кешеләр күбәйеп китте кеүек. Уларҙың хәбәренә ышанмағыҙ.

Ҡыҫала ( 22.06 – 23.07)

Был арала тыныс ҡына эш итергә мөмкинлек булыр. Һеҙгә бер ни ҙә ҡамасауламаҫ. Шаршамбыла һиҙелерлек уңыш көтә. Яҡындарығыҙ һеҙҙең менән бергә ҡыуаныр, көнләшкән кешеләр ҙә табылыр.

Арыҫлан ( 24.07 – 23.08)

Ҡәҙимге осор. Шишәмбелә туғандарығыҙ менән ниндәйҙер дәғүәләр килеп сығыуы бар. Әгәр үҙегеҙҙе тыныс тотһағыҙ, улар тиҙ онотолор. Йомала үҙегеҙгә ҡағылған өмөтлө хәбәр ишетерһегеҙ.

Ҡыҙ (24.08 – 23.09)

Алдығыҙҙа яңы мөмкинлектәр асылыр. Ләкин уңышҡа өлгәшеү өсөн ныҡлап эшләргә кәрәк булыр. Ҡайсаҡ ваҡытлыса артҡа ла сигенергә тура килер. Бер юлы элекке хатағыҙҙы ла төҙәтерһегеҙ, моғайын.

Үлсәү (24.09 – 23.10)

Был арала йорт-хужалыҡ эштәре күп ваҡытығыҙҙы алыр. Шишәмбелә тәжрибәле кешенең кәңәше бик урынлы булмаҡсы. Һис шикләнмәйенсә, уны үтәргә тырышығыҙ. Йомала һиҙелерлек килем көтөгөҙ.

Саян (24.10 – 22.11)

Һеҙҙе ҡатмарлы осор көтә. Алдан төҙөгән пландарығыҙ боҙолор. Шишәмбелә яҡын кешегеҙ менән һүҙгә килешеүегеҙ кәйефегеҙҙе ҡырыр. Был арала күңелегеҙ тартмаған ниндәйҙер сарала ҡатнашырһығыҙ.

Уҡсы (23.11 – 21.10)

Һәр саҡ асыҡ булыуығыҙ башҡаларға ыңғай йоғонто яһар. Бәғзеләр элек теше үтмәгән бик ҡыйын мәсьәләне еңел генә хәл итер. Һеҙҙе яңы вазифаға үрләтеү тураһында хәбәрҙәр йөрөй башлар һымаҡ.

ӨМӨТБАЙ.

Автор: Рөстәм Илтенбаев
Читайте нас