Ифрат шәп егет үҙе. Тракторҙа өсөнсө йыл. Көн-төн тип тормай, емертеп эшләй. Сәсеү, ураҡ ваҡыттарында илке-һалҡыраҡ йөрөгән бүтән тиңдәштәрен дә быжғыртып ала. Йәшлегенә ҡарамай, колхоз быйыл уға яңы К-700 биреп ҡуйҙы. Тел яғына килгәндә тупаҫыраҡ инде. Харрас ағай уға хатта бер һүҙ әйтергә биҙрәп тора. Тегеһе шунда уҡ яуабын таба. Кемдең әсе тире сыға, шуның әсе теле сыға, тип белмәй әйтмәгәндәрҙер инде. Ана, бөгөн дә: «Харрас ағай минең янға килеп сыҡһын әле!» — тип, кеше аша саҡыртып ҡына ебәргән. Кем кемде саҡыртырға тейеш бында? Баш инженер башың менән механизатор янына бараһың инде, ни эшләйһең.
Төшкөлөктө ашыҡ-бошоҡ ҡапҡылағас, Харрас ағай өйҙән ҡабаланып, ҡыҙы менән дә йүнләп һөйләшә алмай сығып китте. Асыҡ биҙәкле еңһеҙ ситса күлдәк кейгән ун ете йәшлек Рәмилә, атаһы урам яғына ыңғайлағас, артынан ҡысҡырып туҡтатты:
— Район үҙәгенә алып бармайһыңмы ни, атай? — тине ул, ҡалын толом итеп үрелгән сәс осон бөтәрләп. — Өфөгә китер алдынан кәрәк-яраҡ алырға ине бит.
Харрас ағай туҡтап, саҡ ҡына уйланып торҙо.
— Иртәгә, ҡыҙым...
— Э-эй, — тип һуҙып, балаларса тауыш менән иркәләнә Рәмилә.
— Фургоным йөрөмәй, ремонтта ултыра. Иртәнсәккә әҙер булыр, тинеләр.
— Больницаға әсәйем янына ла инергә кәрәк бит. Көтәлер инде хәҙер.
— Иртәгә иртүк, ҡыҙым. Ваҡытым юҡ бөгөн. Күрәһең бит, уттай ҡыҙыу эш өҫтө. Нисек ташлап китәһең, көпә-көндөҙ? Ана, Данир, килеп сыҡһын әле, тип һораған. Боҙолоп ултыралыр.
— Данир?..
Рәмиләнең асыҡ йөҙөндәге бер ҡатлы иркәлек атаһының күҙ алдында юғалып, оялсан уйсанлыҡ менән алмашынды. Керпектәрен ергә төбәне, битенә еңелсә алһыулыҡ йүгерҙе.
— Иртәгә таң менән илтермен, ҡыҙым, йәме. Кеше эш башлағанса.
Харрас ағай китте. Ауыл осондағы ырҙынға барып, баҫыуҙан иген ташыған машиналарҙың береһенә ултырҙы ла Ҡашҡатау битенә йүнәлде. Юлда Рәмилә хаҡында уйланды. Күҙ менән ҡаш араһында ғына еткән ҡыҙ булды ла ҡуйҙы. Күңелендә әллә шул Данир инде? Ояһынан осҡан ҡош кеүек, берәй заман өйҙән бөтөнләйгә айырылып сығып китер, тип, Харрас ағайҙың ҡото осоп тора. Әле быйыл Өфөгә барып, ун биш көн йөрөп, вузға имтихан биргән арала юҡһынып бер булды. Ҡыҙ бала — ҡыҙ бала инде. Ул өйҙә саҡта кескәй туғандары ла ҡараулы, бүлмәләр ҙә йыйыштырыулы. Әсәһенең юҡлығы һиҙелмәй ҙә. Һүҙ тейҙерерлек түгел — йыйнаҡ, тырыш. Ана, вузға ла инеп ҡайтҡан бит. Шатлығынан осорҙай булып йөрөй. Аҙна-ун көндән китә инде. Хәстәрле наҙ менән тулы һорғолт күҙҙәре, нәҙек ҡыйғас ҡара ҡаштары, һылыулығы, ҡалын сәс толомо, ҡаҡса буй-һыны — бөтәһе лә тап әсәһенең йәш сағы. Һуйған да ҡаплаған. Харрас ағай үҙе әлеге Данир кеүек тракторҙа эшләгән саҡта, Рәмиләнең буласаҡ әсәһе лә унды тамамлап, ҡалаға уҡырға китергә дәртләнеп йөрөй ине. «Ауылда ҡал да ҡуй, эш табылыр әле», — тип инәлеп өгөтләүенә ул ҡолаҡ та һалманы. Аптырағас, егет үҙе лә йәшертен генә имтихандарға әҙерләнә башланы. Икәүләп киттеләр. Рәмиләнең әсәһе — пединститутҡа, егет — ауыл хужалығы институтына. Аҙаҡҡы курста өйләнештеләр. Рәмиләне Өфөнән бер- ике айлыҡ көйө күтәреп ҡайттылар ҙа, бәпәй туйын диплом менән бергә үткәрҙеләр. Артҡа әйләнеп ҡараһаң, шул көндәргә ун ете йыл. Бер-бер артлы тағы дүрт бала донъяға тыуҙы. Клуб хәтлем яңы йорт һалып инделәр. Гөрләшеп йәшәнеләр. Тик бына Рәмиләнең әсәһе яҙҙан һыуыҡ тейҙерҙе лә йәй төҫөн күрә алмай, больницаға ятты. Балалар мәктәпкә барғанса сығарырға тейештәр. Ярай әле, Рәмилә бар. Юғиһә, Харрас ағайҙың больницаға йышыраҡ барып торорға ла ваҡыты етмәне. Был баш инженер эшен... Утыҙ саҡрымлыҡ асфальт юлдан район үҙәген икешәр тапҡыр урап ҡайтҡан көндәр булды. Юҡ, инеп сығырға форсат теймәй ҙә ҡуя шул. Донъя емерелерҙәй күреп сабаһың. Шунһыҙ ярамай. Ҡайһы механизатор ниҙән интегә, нимәһе етмәй — барыһын да белеп, табып килтереп торорға кәрәк. Улары ла инде. Техниканы ватырға беләләр. Ә тиҙерәк ҡабат ҡороп, көйгә һалыу хәстәрлеген ураҡ мәлендә лә ҡайҙандыр күктән көтәләр. Һанай китһәң, ошондай вайымһыҙҙар байтаҡ йыйыла. Ундайҙарға Харрас ағайҙың яратҡан бер һүҙе бар. Бала саҡта, ауылда әле үгеҙ менән эшләгән йылдарҙа, ололарҙан ишетә торғайны: «Үгеҙ үлһә — ит, арба ватылһа — утын!» Әйтмәҫлекме ни? Бына, эргәлә руль тотоп килгән Ғәйсәргә, мәҫәлән? Оҙон аҡса артынан ҡыуып ситкә сығып ҡасмаһын тип, колхоз уға ике генә йыл элек өр-яңы ГАЗ-53 биреп ҡуйҙы. Шул арала машинаны ниндәй хәлгә еткерҙе? Тирелеп төшөргә тора бит. Тип-тигеҙ асфальт юлда ла ҡалтырап бара. Ваҡытында ҡарамай машинаһын. Йыбанамы, әллә, ысынлап та, ҡулы етмәйме? Теләгән кеше өлгөрә бит, үҙенеке кеүек күреп тора. Бөтәһе лә шулай итһә, складтағы запчасть кәрәк саҡта гел ҡул аҫтында ятыр ине. Харрас ағай ошо хаҡта шоферҙың үҙенә әйтмәй ҡала алманы.
— Ә? — тип, яй ғына боролоп, ҡабатлап һораны Ғәйсәр.
— Машинаңды, тим, ике йылға ла еткермәй, туҙҙырып киләһең.
Ғәйсәр ауыҙын асып тыңланы. Аңра тиһәң, аңра түгел. Ҡолаҡҡа ла ҡаты тимәҫһең. Әкрен ҡуҙғалып, һуҙып һөйләшә. Яман ғына телле үҙе. Әле лә Харрас ағайға юрамал үҙенең һүҙе менән яуап ҡайтарҙы:
— Миңә ни, үгеҙ үлһә — ит, арба ватылһа...
Харрас ағай уға йылп итеп асыулы ҡараш ташланы.
— Үгеҙ түгел, кешеләрҙең башына етерһең бының менән.
— Ураҡ бөткәнсә, түҙә-ә ул. Ҡул теймәй бит, ҡасан өлгөрәйем?
— Ғәйсәр туған, һуң әрләп тә, инәлеп тә әйтеп ҡарағаным бар ҙа баһа. Бүтәндәр бит өлгөрә.
Асыуланырға тырышһа ла, бөгөн Харрас ағайҙың тауышында ғәҙәттәге ҡәтғилек юҡ ине. Күңеле барыбер көр ине бөгөн. Яланға сыҡһаң, ҡыуанмай мөмкин түгел быйыл. Иген емерелеп үҫте. Бығаса ундай уңыш күрелгәне юҡ ине. Колхоздың нисәмә шоферы бар, ситтән күпме машина ярҙамға килде, ә комбайндан ырҙынға, колхоздан элеваторға ташып өлгөртә алмайҙар. Көндәре лә, алдан һорап алғандай, матур тора. Баҫыуҙар иртә таңдан кискә тиклем ҡояштың нурына мансылып, күҙҙе ҡамаштырып ултыра. Ураҡ бөтә инде хәҙер, ике-өс баҫыу ғына ҡалды. Мәлдең ҡыҙыулығын аңлап, йоҡо менән иҫәпләшмәй эшләй бит егеттәр. Бер уйлаһаң, ауыл араһында ғына йөрөгән машинаны туҡтатыу ҙа йәл. Ысынлап та, бына ураҡ бөткәс...
Алда, Ҡашҡатау итәгендә, ике төҫкә бүленгән оҙон баҫыу күренде. Ҡояш нурында йымылдаған һары ҡамыллы ерҙе Данирҙың тракторы бешкән муйылдай ҡарағусҡыл төҫкә әйләндереп ташлаған. Ә үҙе хәҙер юл ситендәрәк эшһеҙ ултыра.
Харрас ағай Ғәйсәргә Данир янында туҡтарға ҡушты. Шофер тормоз һалғас, машина Данирҙы елдереп үтеп китеп, ҡырҡ-илле метр арыраҡ барып ултырҙы. Инженерҙың һораулы ҡарашы менән осрашҡан Ғәйсәр аҡланырға тырышҡандай аңлатып бирҙе:
— Тормоз майы бүҫкәргән. Кисәнән бирле аға.
— Күрәм, күрәм.
— Бөгөн эш бөткәс, тултырып алам, Харрас ағай, билләһи!
— Иртәгә бөтәгеҙҙе лә тикшереп сығырға тура килер, — тине инженер, кабинанан сығышлай. — Ярай, иген тейәгәс, ошонда минең янға һуғыл. Бергә ҡайтырбыҙ.
Данир уны, еңен терһәккә тиклем торөп, тракторҙың моторында ҡаҙынған килеш ҡаршы алды. Туҙан менән ҡапланған тар маңлайынан, батынҡы яңаҡтарынан, хатта сәс араларынан сорлап тир ағып, ҡыҙыл-күк шаҡмаҡ күлдәге арҡаһына һыуланып йәбешкән. Харрас ағайға ул: «Ә-ә, килеп еттеңме?» — тигәндәй, бер генә ҡарап ҡуйҙы. Йәш егеттең етди һоро күҙҙәрендә саҡ ҡына ла үҙгәреш һиҙелмәне, маңлай уртаһындағы беленер-беленмәҫ яңғыҙ һыры лә тәрәнәймәне.
Йәнгә тейтес һөйләшеү буласағын тойһа ла, Харрас ағай һүҙҙе шаярта биреберәк башланы:
— Ултырабыҙмы? Үгеҙ үлһә — ит, арба ватылһа — утын, тиһең инде?
Ләкин шунда уҡ шып туҡтаны, телен тешләрҙәй булды: кемгә-кемгә, Данирға был һүҙҙәрҙе шаяртып әйтеү ҙә уңайһыҙ икәнен иҫенә төшөрҙө.
— Реле! — тип ҡырт киҫте Данир. — Ә һеҙҙә һаман утын да ит ҡайғыһы. Релеһыҙ бынау өй ҙурлыҡ өр-яңы трактор ни утынға, ни иткә эшкинмәй. Тот та, асыуыңдан металломға бир.
— Тағы релемы?
— Колхоздың йүнле запчасы бармы? Тағы! — Данирҙың маңлайындағы яңғыҙ һыры тәрән йыйырылды. — Давай, теләһә ҡайҙан табығыҙ. Ана, күпме ер һөрөлмәй ҡалды. Ярты көн ултырам. Йыйылыштарҙа август зәбе тип ҡысҡырырға шәпһегеҙ бит.
— Һуң, туған, әле генә ҡайҙан табайым уны?
Данир һаман Харрас ағайға ҡарамай, янған релены алып маташа ине. Тракторында соҡонған килеш һөйләште.
— Белмәйем, һеҙ бит баш инженер. Мин түгел. Эй, инженермы ни, доставщик! Районға сабыуҙан бушамайһығыҙ. Уныһын да әле... Хет складта кәрәк деталь тулып ятһа, асыу килмәҫ ине.
Харрас ағай Данир ыңғайына ҡыҙманы. Ғәйепле кеше һымаҡ, тыныс ҡына яуап бирә торҙо.
— Район үҙәгенә генә түгел дә инде, туған. Үҙең эшләп ҡарағас...
— Эшләмәһәм дә күреп торам. Әллә ни аҡыл кәрәкмәй. Запчасть биреүселәргә ярты ултыртып, бергә эсә белһәң...
Данир Харрас ағайҙың бөтөнләй эсмәгәнен иҫенә төшөрөп, саҡ ҡына һүрелә төштө.
— Их, туған, туған, — тине инженер көрһөнөп. — Улай түгел шул.
— Ысынлап әйтәм, әйҙә, тиҙерәк табайыҡ. — Данир баҫыла бирҙе, ул хатта инженерға инәлгәндәй йөҙ менән ҡараны.
— Табырмын, туған, һүҙ бирәм — иртәгә табырмын.
— Иртәгә-ә? — Данир төшлөктән ауышып, көнбайышҡа ыңғайлаған ҡояшҡа күрһәтте. — Ана бит, ниндәй көн үтә.
— Бөгөн үтә инде, нишләтәһең. Шартлаһам да таба алмайым, белеп тораһың. Фургон ремонтта ултыра, транспорт юҡ. Иртәгә иртүк район үҙәгенә барып урайым. Хәлдән килгәндең бөтәһен дә эшләрмен, туған.
Данирҙың тауышы өмөтһөҙ сыҡты.
— Төнгө сменаға төҙөк трактор тапшырырға ине. Былай булғас, иртәгә лә ярты көн бушҡа үтә инде. — Ул эшенән айырылып, инде бөтөнләй һүрелеп, тыныс тауыш менән һораны. — Нишләп гел реле һуң, Харрас ағай? Йәнгә тейҙе бит инде... Әллә эшләй белмәйемме икән?
— Юҡ, туған. Киреһенсә — эшләгәнгә туҙа. Күп көс төшә. Нишләйһең, бәләкәй генә булһа ла, самый кәрәкле деталь. Үҙең беләһең бит, бөтә энергия селтәрен ҡабыҙып, тракторға йән биреүсе — шул...
Ошо арала Ғәйсәр иген менән килеп туҡтаны. Данир эшенә ҡабат тотондо:
— Ярай, исмаһам, бер туҡтағанда тракторҙы тотош һәйбәтләп ҡарап алайым...
Харрас ағай машинаға ултырҙы. Бер аҙ өндәшмәй барғас, Ғәйсәр үҙ алдына һөйләнгәндәй, һуҙып әйтеп ҡуйҙы:
— Миңә эш бөттө-ө. Комбайндар Ҡашҡатау аръяғындағы аҙаҡҡы баҫыуҙың яҫмаларын йыя. Унда командировкаға килгән шоферҙар талаша-талаша тейәй. Бүтән килмәһәң дә ярай, тине агроном.
Харрас ағай бер аҙ яуапһыҙ барҙы ла ҡапыл йәнләнеп китте.
— Улай булғас, әйҙә, туған, игенеңде бушат та, район үҙәгенә, ремонт-техник предприятиеһына саптыҡ!
Тегеһе: «Унда ни бар тағы?» — тигәндәй, аптырап ауыҙын асты. Инженер уңайлы мәл килеп сыҡҡанға ҡыуанып, ҡулдарын ыуа-ыуа аңлатты:
— Әйҙә, йәһәтерәк! Эш бөтмәҫ борон барып етә һалайыҡ. Һиңә әле ҡайтҡас та машинаңды ҡарарға муйындан ваҡыт ҡала.
Ырҙында игенде бушатҡандан һуң, ауылға ла инеп тормай, тура асфальтҡа сыҡтылар. Ярты юлға еткәс, Харрас ағай Рәмиләнең дә район үҙәгенә барырға теләгәнен иҫенә төшөрҙө. Ләкин уның өсөн кире боролоп торор әмәл юҡ ине инде. Тағы ҡыҙы хаҡында уйланды. Данир менән Рәмилә араһында ниҙер барлығын әҙерәк һиҙенһә лә, асылын белмәй ине ул.
Рәмилә был егеткә атаһының, Данир ҙа Данир, тип һөйләнеүенән иғтибар итә башланы. Ул ниндәй ҡыҙыҡ исем? Йә Дамир, йә Данияр түгел. Баҡтиһәң, «Дан ир» тигәнде аңлата икән. Ысынлап та, ҙур исемгә лайыҡ микән һуң, тип күҙ һалып йөрөй торғас, Рәмилә ошо баһадир кеүек олпат, оҙон егетте оҡшатты ла ҡуйҙы. Унынсы класҡа етеп, кистәрен клубҡа сыҡҡылай башлағас, һиҙелмәҫтән бер-береһенә яҡынайҙы ла киттеләр. Тик һуңғы көндәрҙә генә аралары бер аҙ боҙолоп тора.
Рәмилә, иртәгә вузға имтихан бирергә китәм, тигән көндө Данир уны кинонан оҙатып ҡуйҙы. Байтаҡ һүҙһеҙ атланылар. Егет бойоҡ ине. Ул өндәшмәгәс, Рәмилә үҙе башланы.
— Уңыш телә миңә, Данир ағай.
— Ағай, тиһең һаман...
— Бөтә һынауҙарҙы ла уңышлы биреп, инеп ҡайтыуымды телә.
— Барма ла ҡуй унда, Рәмилә. Бөтәһенә лә вузда уҡырға, тимәгән. Ана, фермаға күпме һауынсы етешмәй.
— Юҡ, минең әсәйем кеүек уҡытыусы булғым килә.
Данир тәрән итеп көрһөндө.
— Биш йыл буйына айырылышып торорға кәрәк бит, биш йыл!
— Әйттем дә инде мин һиңә — айырылышҡың килмәһә, үҙең дә бар. Атайым менән әсәйем дә...
— Юҡ, мин бер ҡайҙа ла бармайым. Һәр тракторсы инженер булырға ынтыла башлаһа, ҡайҙа китә? Беҙҙә бүтән кеше Харрас ағай кеүек эшләй ҙә алмаҫ. Уны алмаштырырлыҡ кеше яңынан бер егерме йылһыҙ табылмаҫ та, кәрәкмәҫ тә.
— Улайһа, бында ғына көт.
— Унда һиңә кемдәр генә осрамаҫ. Көтөп-көтөп, көтөүем бушҡа булһа?
— Мин үҙемде беләм. Кейәүгә сығырға ла ашыҡмайым әле. Вузды бөткәндә егерме ике була. Һиңә егерме биш... Яратһаң, түҙемле генә көт. Көтмәһәң, тимәк, ысын күңелдән яратмағанһың, булып сыға.
— Һағыныуҙан һарғайып кибәсәкмен бит. Барма унда, Рәмилә.
— Улай тимә бүтән. Асыуланам, юғиһә.
Данирҙың инәлеү ҡатыш баҫалҡы тауышы ҡапыл үҙгәрҙе — ҡатыраҡ, тупаҫыраҡ сыҡты.
— Һин нимә? Әллә мин дә асыулана белмәҫ, тип уйлайһыңмы? Инәлтә икән берәү...
Улар Рәмиләләрҙең өйө тәңгәленә килеп еткәйнеләр. Һүҙһеҙ генә айырылышырға мәжбүр булдылар. Иртәгәһен Рәмилә китте.
Егет иһә йөрәк ярһыуын бик оҙаҡ баҫа алмай йөрөнө, асыуын кемгә төшөрөргә белмәне, һүҙ ҡушҡан кешегә йә тупаҫыраҡ яуапланы, йә бөтөнләй өндәшмәне. Харрас ағай быларҙы белмәй ине.
«Уҫалыраҡ күренһә лә, һәйбәт егет, — тип уйланы ул. — Һәр хәлдә эш өсөн уның кеүек йәне-тәне менән яныусылар һирәк. Шул дәртен генә һүндермәҫкә ине. Их, бөгөн табып алып ҡайтҡанда ошо релеһын...»
Инженер сәғәтенә ҡарап алды.
— Ҡыуыңҡыра, туған.
Ғәйсәр уға ғәжәпләнеп күҙ һирпте лә, газға баҫыңҡырай бирҙе.
— Әллә ниңә ашҡынаһығыҙ бөгөн, Харрас ағай...
— Күрмәйһеңме ни ҡайҙа ашыҡҡанды?
Күршеһенең минут һайын тиерлек сәгәткә ҡарап килгәнен күреп, Ғәйсәр тағы ла шәберәк ҡыуҙы. Район үҙәгенә күҙ күреме ер ҡалғас ҡына, Харрас ағай юл буйындағы түңәрәк билдәгә күрһәтте:
— Ярай, яйлат инде. Йә ГАИ килеп сығыр.
Юлда ГАИ күренмәне. Ҡаршыға машиналар ҙа һирәк-һаяҡ ҡына осраны. Уба хәтлем генә ҡалҡыулыҡҡа күтәрелгәндә, алғы яҡ битләүҙән КрАЗ яҡынлашты. Инде тиңләштек, тигәндә, уның артынан йылп итеп «Жигули» килеп сыҡты. Артабан бөтәһе лә күҙ асып йомған ваҡыт эсендә булды: Ғәйсәр «Жигули»ға бәрелмәҫ өсөн машинаһын ситкә ҡайырып өлгөрҙө; теге икәү имен генә уҙып киткәс, тиҙлекте яйлатырға теләне, ләкин ГАЗ-53, тормозы тыңламай, текә юл ситенә тәгәрәп төшөп, бер тапҡыр әйләнеп ултырҙы. Кабина эсендәгеләр нисек өйөрөлөп-тулғанғанын да һиҙмәне. Харрас ағайҙың эсен ниҙер көйҙөрөп алғандай итте.
Тәүҙә икеһе лә ләм-мим өндәшмәне. Кабиналағы ғәҙәттән тыш тынлыҡтан ҡолаҡтары шауланы. Күпмелер ултырғас, тышҡа сығып ҡаранылар. Машина ватылмаған. Кабина башы ғына бер аҙ йәмшәйгән. Уның бөтөнләй ләпшәйеүен кузов тапҡырындағы тимер рәшәткә һаҡлаған булһа кәрәк. Һүҙһеҙ ҡарап йөрөй торғас, Харрас ағай ҡул һелтәне лә ултырырға ымланы:
— Ҡуҙғалып ҡарайыҡ әле...
Стартерға бер баҫыуҙан уҡ мотор эшләп киткәс, инженер ҡабат йәнләнде, күҙҙәре өмөтлө йылтыраны. Ләкин юл буйына бүтән өндәшмәне, бер нөктәгә текәлеп, сытырайып тик барҙы.
Ремонт-техник предприятиеһының тейешле бүлмәһенә инер өсөн икенсе ҡатҡа күтәрелергә кәрәк ине. Машина туҡтар-туҡтамаҫтан, Харрас ағай ишекте асырға ҡабаланды.
— Һин дә өҫкә менерһең әле, туған, — тине ул, кабинанан сығышлай. — Әллә нишләп хәл бөтөр һымаҡсы, күкрәк ауырта. Бында эште бөтөргәс, больница яғына ыңғайларбыҙ. Бер юлы балаларҙың әсәһен дә күреп сығырмын.
Ғәйсәр, машина менән байтаҡ булашҡандан һуң, икенсе ҡатҡа күтәрелеп, коридорҙа ултырғыста көттө. Харрас ағай оҙаҡламаны. Ҡулына накладнойҙар тотоп, көлөп килеп сыҡты. Уны тәүҙә Ғәйсәр танымай торҙо: йылмайһа ла, йөҙөндә нур әҫәре юҡ, ҡытыршы яңаҡтары, һырлы маңлайы аҡ ҡағыҙ төҫөнә ингән, күҙҙәре эскә батҡан. Ул ҡағыҙҙарын ялбыратып, шоферға күрһәтте:
— Во! Релеһы ла, бүтәне лә бар! Әйҙә, складтан барып ала һалайыҡ. Шылтыратып әйттеләр — беҙҙе көтөп тора! Былай булғас, Данир тракторҙы төнгө сменаға өлгөртә!..
Ашығып төшә башланылар. Баҫҡыстың урта тирәһенә еткәс, Харрас ағай ҡапыл бер ҡулы менән күкрәгенә тотоноп, икенсеһендәге ҡағыҙҙарҙы егеткә һуҙып, өмөтһөҙ һәм ялбарыулы ҡараш менән өндәште:
— Ғәйсәр туған?..
Тегеһе аңлап та, яуап биреп тә өлгөрмәне, Харрас ағай тубыҡтан бөгөлөп, һалҡын таш баҫҡысҡа яй ғына ултыра төштө. Бармаҡтары яҙылып, ҡулындағы ҡағыҙҙары тирә-яҡҡа осто. Ғәйсәр, аяҡҡа баҫырға ярҙам итергә тип, уның ҡултыҡ аҫтынан эләктерҙе. Ләкин Харрас ағай ауыр кәүҙәһе менән һаман атлай биреп, баҫҡыс рәшәткәһенә терәлде. Юлдашының ҡото осоп: «Харрас ағай! Харрас ағай!..» — тип ҡысҡырыуына ла, яурындарынан ярһып һелкетеүенә лә яуап бирмәне.
...Уның кәүҙәһен Ғәйсәрҙең машинаһына һалып алып ҡайттылар. Көсөргәнешле кисерештәрҙән ваҡыт төшөнсәһен юғалтҡан шоферҙың башында бүтән буталсыҡ уйҙар менән бергә тағы бер уй сағылып-сағылып үтте: «Бына һиңә арба ватылһа — утын...»
Харрас ағайҙы алырға район үҙәгенә килгән ауылдаштары араһында Рәмилә лә, Данир ҙа бар ине. Рәмиләнең оҙаҡ илауҙан шешенеп ҡыҙарған күҙҙәренә ҡарарға ҡыймай, Данир бары тик үҙен генә ғәйепле һанап ғазапланды. Яланға саҡырып тороп, запчасть давайла, имеш! Эшем эйәһе! Етмәһә, тауыш күтәр, күрәләтә нахаҡ һүҙҙәр менән рәнйет! Һуңғы һөйләшеү икәнен белгән булһа!.. Районға әллә ҡасан үҙе сабып, бөтә складтарының аҫтын-өҫкә килтереп, үҙе генә табып алып ҡайтыр ине ул нәмәкәйҙе. «Реле... Күп көс төшә торған самый кәрәкле деталь, тигәйне. Янһа, өр-яңыһына алыштырҙың-ҡуйҙың. Ә һинең кеүек кешене, Харрас ағай, кем алыштырыр? Бүтән һис берәүҙе күрге килмәй бит әле һинең урында. Әллә... Рәмилә әйткәнсә, тәүәккәлләп ҡарарғамы? Харрас ағайға торошло инженер була алыр инемме икән?»
Автор тураһында:
Мирас Хәмзә улы ИҘЕЛБАЕВ – Салауат Юлаев һәм «Башҡортостан Республикаһы алдындағы ҡаҙаныштары өсөн» ордендары кавалеры, Башҡортостандың атҡаҙанған халыҡ мәғарифы хеҙмәткәре, Рәми Ғарипов исемендәге премия лауреаты. Ул 1945 йылдың 9 декабрендә Баймаҡ районының Ишбирҙе ауылында тыуа. Башҡорт дәүләт университетын тамамлай, әрме хеҙмәтен үтә. СССР Фәндәр академияһының аспирантураһын тамамлағас, оҙаҡ йылдар үҙе белем алған университетта уҡыта. Башҡорт әҙәбиәте буйынса 500-ҙән ашыу ғилми хеҙмәт, уҡытыу-методик ҡулланма һәм дәреслектәр авторы. Шуларҙың йөҙҙән ашыуы башҡорт халҡының милли батыры Салауат Юлаевҡа арналған.
Мирас Хәмзә улы талантлы прозаик булараҡ та танылыу яуланы. Ике хикәйәләр китабы авторы, билдәле шәхестәргә арналған «Юлай улы Салауат» тарихи-документаль әҫәре, «Декабрь йондоҙҙары» һәм «Ҡыҙыл ҡарҙар» повесын яҙҙы. Ә «Иҙел йорт» романында автор Башҡортостан биләмәһендә Нуғай ханлығы иҙеүе аҫтында йәшәгән башҡорт ырыуҙары тормошон һүрәтләй.