Бөтә яңылыҡтар
Махсус биттәр
2 Ғинуар , 21:55

Ағай, алып ҡайт мине... (Хикәйә)

...Һеңлеһен балалар йортонда ҡалдырып кит­кәндән бирле йөрәгенә тынғы тапмай Вәсил. Әле бына әрме хеҙмәтенә китер алдынан уның хәлен белеп ҡай­тып барыуы. Айы­ры­лышыу­ҙары былай уҡ ауыр булыр, тип күҙ алдына килтермәгәйне. Нәҙек кенә беләктәре менән муйынынан һыға ҡосаҡлаған һеңлеһенең, күҙ йәштәренә быуылып: "Ағай, ҡалдырма мине бында, алып ҡайт!" – тип һыҡтауы бәғерен өҙҙө Вәсилдең.

Ағай, алып ҡайт мине... (Хикәйә)
Ағай, алып ҡайт мине... (Хикәйә)


"Иркәм, хеҙмәт итеп бөтөү менән, кире килеп алырмын, бер аҙға ғына түҙеп тор инде," – тип йыуатырға тырышты. Бәләкәй бала һине аңларға торамы ни. Саҡ-саҡ ысҡындырҙы һеңлеһенең үҙенә сытырлап йәбешкән ҡул­дарын Вәсил. Ярай әле тәрбиә­селәре ярҙамға килде:
– Ағайың тиҙ генә барып, хеҙ­мәтен тултыра ла, һине кире килеп ала бит ул, саҡ ҡына түҙ инде! – тигән булып, тыныслан­дырырға тырышты бәләкәсте.
...Һағышлы уйҙарға бирелеп, ҡайтыу яғына юлланған егеткә яманһыу ҙа, һеңлеһе лә бик йәл ине. Әгәр атаһы яман сир менән сирләмәһә, әсәһе ҡаршы булмаһа, һеңлеһен балалар йортона тап­шырмаҫ та ине... Бында ла ата­һының кәңәшен тотоп ҡына алып килгәйне бит.
– Балам, донъя хәлен белеп булмай, Айһылыуым унда ҡараулы булыр. Ул ауылда Әлифә апайың­дың бер туғандары йәшәй, мо­ғайын, бөтөнләй ташлап ҡуймаҫ­тар. Хеҙмәтеңде тултырып ҡайт­ҡас, кире барып алырһың. Мин үлеп-фәлән китһәм, әсәйең һый­ҙырмаҫ, ҡағыр, тиеүем. Килен үҙе бала ғына, етмәһә, ауыр аяҡлы, барыбыҙға ла бер үҙе өлгөрмәҫ, – тине атаһы.
Көҙгө көн кискә ауыша ла башланы. Рашҡы бит остарын әсет­тереп семетә. Етмәһә, талғын ғына юртып барған Аҡбәкәлдең тояҡ­тары аҫтынан сәсрәгән боҙло ҡар иркен тын алырға ирек бирмәй. Эҫе тынға иреп төшкән тамсылар күҙҙе ҡаплай. Ҡапыл, әсе елгә ҡушылып, асырғанып ҡысҡыр­ған бала тауышы ишетелгәндәй бул­ды. Юҡ, уйланғанға шулай­ҙыр...
– Ағай, ағ-а-а-й-й!
Артына боролоп ҡараған Вәсил­дең йөрәге, күкрәгенә һыймай, өҙөлөп төшөрҙәй булды. Ат артынан, сәсе-башы туҙып, лыс тиргә батып, илай-илай һеңлеһе йүге­реп килә ине. Нисек тәрбиәсе ҡулынан ысҡынған да, нисек шул тиклем араны йүгереп үткән? Бәләкәй генә бит әле ул, дүртенсе йәше менән генә бара.
Атын туҡтата һалып, Вәсил һеңлеһенә ҡаршы йүгерҙе. Маң­лай сәстәре битенә йәбешеп, күҙ йәштәре керпек остарына боҙ булып ҡата башлаған ҡыҙҙы, санала ятҡан толопҡа урағас, са­раһыҙҙан, Вәсил үҙе лә үкһеп илап ебәрҙе.
– Туғаным, туңаһың бит...
Һеңлеһенең өшөгән ирендәре дер ҡалтырап:
– Ағай, ағай, ҡалдырма мине, кире алып ҡайт, – тип шыбырлай ине...
– Ярамай, туғаным. Апайҙарың һине эҙләп бер булалыр. Рөхсәтһеҙ сығып киткәнеңде белһәләр, тәрбиәсе апайҙарыңдың баштарынан һыйпамаҫтар, әрләп бө­төрҙәр. Иркәм, саҡ ҡына түҙ инде. Ҡайтыу менән килеп алырмын.
Толопҡа уралған һеңлеһе, йы­лығамы әллә арыуҙанмы, мыш-мыш килеп йоҡлап киткәйне инде. Нимә эшләргә? Әллә алып ҡайтырға ла китергәме? Нисек булһа ла тороп торорҙар ине әле. Юҡ, атайымдың үпкә ауырыуы йоғоп ҡуйһа, әсәйем уны дауахана юлында йөрөтә алмаясаҡ, үҙе саҡ ҡыбырлай башланы. Хәйер, һау булһа ла дауалап йөрөмәйәсәк көндәшенең балаһын. Кире алып барырға кәрәк Айһылыуҙы.
Балалар йортонда был ваҡытта мәхшәр ҡупҡайны. Күп илауҙан күҙҙәре ҡыҙарып, шешенеп бөт­кән тәрбиәсе уларҙы ҡапҡа алдында уҡ ҡаршы алды.
– Нисек улай килеп сыҡты? Ни эшләп һеңлемде шунда уҡ алып инмәнегеҙ? Туңып үлеүе ихтимал ине бит.
– Ғәфү итегеҙ инде. Аяғына йөн ойоҡ алырға икенсе бүлмәгә ингән арала сыҡҡан да киткән бит. Эй, Аллам, рәхмәт мәрхәмәтеңә.
Иҙерәп йоҡлаған һеңлеһен уятмаҫ өсөн, аяҡ остарына ғына баҫып, Вәсил уның бүлмәһенә үтте. Ҡыҫыңҡыраҡ бүлмәлә сама менән һеңлеһе йәшендәрәк булған унлаған бала ҡолас ташлап йоҡлай ине. Туғанын ҡыҫып ҡосаҡлап, бер аҙ торғандан һуң, эйелеп, маңлайынан үпте лә, бәләкәсте карауатына һалды. Һеңлеһе уянманы ла. Егеттең тәне буйлап, күкрәген әсетеп, һары һағыш үтте...
– Туғаным, имен генә бул. Мин һине, һис шикһеҙ, килеп алырмын. Имен-һау хеҙмәт итеп ҡайтыуымды ғына телә. Ағайың иртәгәнән һалдат булып китә…
Вәсил менән Айһылыу бер атанан. Вәсилдең әсәһен фалиж һуғып, йорт эштәрен бөтөнләй башҡара алмай башлағас, ҡа­тынының рөхсәте менән аталары күрше татар ауылынан бер балалы ҡатын алып ҡайтты. Кәртә-ҡура мал-тыуар менән тулы булғас, хужалыҡ та ҙур ине шул.
Дүрт бала өҫтөнә эйәрсән ҡыҙ Әминә килеп ҡушылғас, ғаилә тағы ла ишәйеп китте. Өлкән ҡатыны балалар менән төп йортта йәшәһә, яңы ғаиләһенә аталары тиҙ арала ихатала үтә ҙур булмаған йорт төҙөнө. Әлифә апай эшлекле генә түгел, кешелекле лә булып сыҡты. Һис йыбанмай, үҙенекен дә, Вәсилдәр йәшәгән йортто ла гөлдәй итеп тотто. Түшәктә ятҡан көндәшен һис һуҡранмай, матур итеп тәр­биәләне. Әсәһе тәүҙәрәк көн­дәшенә рәхмәтле булып, уны йылы ғына ҡабул итһә лә, тора-бара көйһөҙлөгөн күрһәтә башланы. Быға көндәшлек кенә түгел, йылдар буйына һуҙылған сире лә булышлыҡ итте, буғай.
Әлифә апай ғына бер көйө ҡалды, һис үҙгәрмәне. Һәр саҡ салт йылмайып килеп инер ине лә, тамаҡтарын йүнәтеп, кер-мерен йыуып, өйҙө тәртипкә килтерә башлар ине.
Күпмелер йәшәгәндән һуң, Әлифә апайҙың ҡыҙы тыуҙы. Муйылдай ҡап-ҡара күҙле, ҡара сәсле һылыу һеңлеһен Вәсил баштан уҡ үҙ итте. Бигерәк матур шул иркәһе. Йәш аралары арыу уҡ булыуға ҡарамаҫтан, был бәләкәй генә йоморсаҡ Вәсилдең ҙур шатлығына әйләнде.
Инде үҙ тормоштары менән йәшәгән ике апаһы, күрше ауыл мәктәбендә уҡып йөрөгән һең­леһе Фәнзилә бер нәмә тип өндәшмәһә лә, был ҡараҡасты әсәһе үҙ итә алманы. Уның шул саҡтағы ҡыланыштарын күпме аңларға тырышһа ла, аңлап еткермәне Вәсил. "Атай бит ике ғаиләһен дә һәйбәт ҡарай. Беребеҙ ҙә асығып ултырмайбыҙ. Игенен тарттырып тора, күлдәклек-фә­ләнен икеһенә лә бер төрлөнән алып ҡайта. Әсәйем ятып ауы­рыһа ла, Әлифә апайға алған кеүек күн итекте Күркин баҙа­рынан уға ла алып ҡайтҡан," – тип уйланы.
Бер көндө, йүнләп атлай ҙа алмай ятҡан әсәһенең, атаһы алып сығып барған онло тоҡто бысаҡ менән урталай ярып ебәргәнен күреп, бөтөнләй хайран ҡалды. Ул бысаҡты нисек үрелеп алған да, ырғып торорға көстө ҡайҙан тапҡан әсәһе?! Кәнсир бысаҡ менән урталай ярылған тоҡтан иҙәнгә боһорап арыш оно ҡойолдо. Атаһы, күҙҙәренә йәш алып: "Их, һин, һуғым һимертеүгә, тигән ризыҡты әрәм итәһең бит. Нимә етмәй һиңә? Һине аяҡҡа баҫтырабыҙ, тип тырышып йө­рөүебеҙ түгелме? Әлифәнең һиңә ни зыяны тейҙе?" – тине әрнеп.
– Йәш бисә менән йәшәйем тигәс тә, шашып киттең. Мине ауырыу тиһеңме? Аяҡҡа баҫыр­мын әле...
– Берәү ҙә һине ауырыу тимәй. Баҫ шул аяғыңа. Бына бит әле, үҙеңә кәрәк булғас, этлегеңә барып, нисек ырғып килеп торҙоң. Эй, һинең менән һүҙ көрәш­тергәнсе...
Атаһы уртаға ярылған онло тоҡто иҙәнгә ырғытты ла, ҡулын һелтәп, өйҙән сығып китте. Юҡ, ишекте ҡаты япманы. Ауырыу ҡатынын да, ғаиләһен дә һис рәнйетергә теләмәгәйне ул. Йылдар буйы түшәктә ятҡан ҡатынын йәлләп, үҙенең дә эсе боша ине. Әлифәне алып ҡайтырға ла үҙе кәңәш биргәйне лә баһа. Ҡаты­нының ырғып килеп тороуы, бөгөнгө ҡыланышы бер яҡтан һиҫкәндерһә, икенсе яҡтан, өмөт уятты...
Иҙәнгә һибелгән ондо Әлифә апай ярҙамы менән, нисек етте шулай, йыйып алдылар. Эштең нимәлә икәнлеген, күрәһең, атаһы уға аңлатып тормаған. Әлифә апай, тоҡ серек булып ярылып киткәндер, тигән фекерҙә ине мәгәр. Зирәк аҡылы менән, тоҡ­тоң бысаҡ менән теленгәнлеген күрһә лә, өндәшмәгәндер инде.
Әсәләре шул ҡалҡыныуҙан һуң яйлап тороп ултыра, урындыҡҡа таянып, аяғына баҫҡылай башланы. Тиҙҙән үҙ йомошо менән ихатаға сыға башлағас, Вәсилгә тағы ла күңеллерәк булып китте. Береһенә лә өндәшмәһә лә, бер нә­мәгә генә ныҡ эсе боша ине уның: үҙ әсәһе аяҡҡа баҫа баш­лағас, Әлифә апай, ҡыҙҙарын алып, үҙ ауылына ҡайтып ҡына китмәһә ярар ине. Ул саҡта инде тәтелдәп йөрөгән Айһылыуҙы күрмәй, нисек түҙер? Әлифә апайҙың эйәреп килгән Әминәһе лә бик илгәҙәк. Абый ҙа абый, тип артынан ҡалмай.
...Көтмәгәндә ғаиләгә бәлә килде. Сатлама һыуыҡтарҙың бе­реһендә, утын тейәп ҡайтып кил­гән ерҙән, атаһы менән Әлифә апай туңмай ятҡан йылыуға төшөп китә. Ярай әле үтә тәрән ергә эләкмәйҙәр. Боҙло һыуҙа йөгөн тартып сығара алмай ыҙалаған аттың арҡалығын ҡырҡып аҙапланған атаһы менән Әлифә апаһы лыс һыу булып ҡайтып йығыла. Икеһе лә шул йығылыуҙан һуң ләж ятты ла ҡуйҙылар. Хәле ауырлаша барған Әлифәне, Әминәһе менән бергә, бер туған апаһы үҙ ауылына алып ҡайтып китте. Ике үпкәһенә лә һалҡын тейгән ҡатын, күп тә тормай, мәрхүмә булып ҡалған. Вәсилдәргә әйтеп тә тормағандар. Хәйер, әйтһәләр ҙә ире бара алмаҫ ине, сөнки уның да хәле шәптән түгел ине инде…
Инде өс йәше менән барған Айһылыу, әсәһен юҡһынып, төн­дәрен илап уяныр булды. Быуылып-быуылып йүткергән атаһы ишетелер-ишетелмәҫ тауышы менән уны эргәһенә саҡырған бу­ла. Бәләкәсенең арыҡ арҡаһынан дөпөлдәтеп һөйөргә ынтылһа ла, хәлһеҙ ҡулдары буйһонмай.
Тик әсәһе генә был сабыйға ҡарата битарафлыҡ күрһәтте. Муйылдай сөм ҡара күҙҙәрен мөл­дөрәтеп: «Әтей!» – тип ынтыл­ғанында, әсәһенең шул ғына сабыйға йоҙроҡ төйөүен аңлай алманы Вәсил. Ярай әле Фәнзилә бар – Айһылыуҙы йыуындырған да, сәстәрен таҫмалап үргән дә шул.
Ә бит Вәсилдең үҙен тиҙҙән әрме хеҙмәтенә аласаҡтар. Фән­зиләгә лә уҡыуын дауам итергә тура киләсәк. Ун йыллыҡ мәктәп күрше ауылда ғына шул. Әрмегә китеп барһа, ауырыу атаһы менән әсәһен, бәләкәс Айһылыуҙы кем ҡарар? Йә әсәһе бауырына баҫ­май. Аяҡҡа баҫты, тигәс тә, үҙе лә саҡ ҡуҙғалып йөрөй бит әле. Әллә тиҙ арала кәләш әйтте­рергәме? Һөйгән ҡыҙы Шәмсиә тураһында уйлағас, егеттең күңеленә йылы йүгерҙе. Мәктәптә, теүәл фәндәрҙе һыу кеүек эскән, аҡҡоштай ап-аҡ йөҙлө, ҡуңыр күҙле был һылыу ҡыҙ менән бер парта артында ултырып уҡынылар. Үҙҙәренең генә түгел, өлкәнерәк кластарҙа уҡыған бик күп егетте йоҡоһонан яҙ­ҙырған, ҡыйғас ҡашлы һылыуҡай ҙа Вәсилгә битараф түгел ине. Ә, бәлки… Тик һөйгәне был хәтлем үк йөктө йөкмәргә риза булырмы? Унан килеп, 3 – 4 йыл һалдатка булып ултырырға ла тура киләсәк бит. Уның үҙенең дә әсәһе яңғыҙ.
Киске уйынға сыҡҡан ваҡытта Вәсил ипләп кенә һөйгәненә ошо хаҡта һүҙ ҡатты.
– Вәсил, кәрәк булһа, мин һинекеләргә ярҙам итеп торормон. Тик әлегә һинең тәҡдимеңде ҡабул итә алмайым. Минең уҡып, белем алғым килә.
– Шәмсиә, әсәйемдәр сирләгән өсөн генә түгел, өҙөлөп яратҡан өсөн яһаным бит һиңә тәҡдимде. Әйҙә, бергә булайыҡ. Ҡатыным булып ҡал… Мин хеҙмәттән ҡайтҡас, бергәләп инербеҙ уҡырға.
…Никах уҡытып, 2 – 3 аҙна кейәүләп йөрөгәс, бәләкәй генә табын ҡорҙо йәштәр. Яңғыҙ булһа ла, Шәмсиәнең әсәһе шәпләне барыһын да. Шулай итеп, әле яңы ғына ун етеһе тулған ҡыҙ ҡайны йортона килен булып төштө.
Барыһы ла еңел тын алғандай булды. Бигерәк тә был эшкә уңған, илгәҙәк балаға атаһы ҡыуанды. Эйе, йәш килен эшкә уңған, аш-һыуға оҫта булып сыҡты. Алты йәшенән үк етем ҡалып, тор­моштоң бар әсе-сөсөһөн үҙ елкәһендә татып үҫкәнгәме, эшлекле лә, кеселекле лә ине ул. Һуғыштан һуңғы йылдарҙың ауырлығын ирҙәрсә күтәргән әсәһенә оҡшап, Шәмсиә лә донъя көтөргә таҫыллы булып сыҡты.

ЙӘНБИКӘ.

(Дауамы бар).

Вәсилен әрме хеҙмәтенә оҙатҡас, ауырыу ҡайны-ҡәйнәне тәрбиәләү менән бер рәттән, йорт бағыу, ҡош-ҡорт ҡарау, мал-тыуарға аҙыҡ йүнәтеү кеүек мәшәҡәттәр бер үҙенең елкәһендә булды. Йорттағы эштәрен теүәлләй һала ла, бәләкәй санаһын һөйрәп, урманға утынға йүгерә. Ҡышҡы сатлама һыуыҡтарҙа, ҡул бысҡыһы менән бысып, тунап алып ҡайтҡансы, эңер төшә. Сей утынды ярғылап, мейескә индергәнсе, ҡараңғылап китә. Уныһы бер килке быҫҡылдап, тоҡанмай ҡаңғырта әле ул. Тамаҡ йүнәтеп, өйҙәгеләрҙе ашатып, эсергәнсе ярты төн ауыша. Арығанын да, ҡасан ятып, ҡасан торғанын да һиҙҙермәне үҙе. Етмәһә, төндәре һөйөклөһөнә мөхәббәт тулы хаттар яҙыу менән үтә. Вәсил үҙе лә һөйөү менән һуғарылған хаттарҙан өҙмәне Шәмсиәһен.
Бер эштән дә ҡурҡып тормаған Шәмсиә, атайһыҙ үҫкәнгәме, үҙе лә ҡайныһын атай урынына күрҙе. Әсе йүтәл ыҙалатҡан ҡайныһының хәлен еңеләйтергә тырышты. Ауырыуы йоғоп ҡуйыр, тип, ытырғыланып, яҡын килергә ҡурҡып торманы. Ҡәйнәһен дә аңларға тырышты. Был ҡырыҫыраҡ холоҡло ҡатын менән араны боҙмай, һәр ҡушҡан-ҡушмаған йомошон еренә еткереп башҡарҙы. Бәләкәй Айһылыу менән ҡәйнәһе араһындағы һалҡынлыҡты ғына аңлай алманы Шәмсиә. Ҡайныһының хәле насарая башлағас, ун биш саҡрым алыҫлыҡта ятҡан ауылға, ҡышҡыһын бәләкәй ҡул санаһы һөйрәп барып, Айһылыуҙы алып ҡайтҡанда ла, ҡәйнәһенең шул сабыйға нәфрәт тулы күҙ менән ҡарағанын күреп, аптыраны килен кеше. Баланың ни ғәйебе бар инде, тип уйланы.
Айһылыу ҙа атаһын шул тиклем ныҡ һағынғайны. Әллә бала күңеле менән, был осрашыуҙың һуңғы күрешеү икәнлеген һиҙендеме икән? Өс көндән һуң, Шәмсиә, һөйләшеп-килешеү буйынса, Айһылыуҙы балалар йортона кире алып барырға тейеш ине. Атаһына сат йәбешеп илаған сабыйҙы саҡ-саҡ алдаштыра алды.
– Ҡайным, әйҙә, кире юллап алайыҡ, – тип ялбарһа ла, ҡайныһы риза булманы.
– Рәхмәт, ҡыҙым, изге ниәтеңә, тик Вәсил ҡайтмайынса, Айһылыуҙы урынынан ҡуҙғатма. Бер үҙеңә ауырға тура килер. Үҙеңдең бәпесең булып китһә, өлгөрә алмаҫһың.
Килененең инде бер аҙ ҡалыная барыуын һиҙмәй буламы инде өлкән кеше. Айһылыуҙы балалар йортона илтеп ҡуйғандың өсөнсө көнөнә ҡайныһы, таңға ҡарай туҡтауһыҙ быуылып, йүткереп уянды.
– Балам, кил әле яҡыныраҡ. Мин оҙаҡҡа бармам. Улымдың ҡайтыуын көтөп ала алмам инде. Килен, ҡайсы ғына бир әле миңә, – Ҡайныһы ауыр итеп, йыш-йыш тын ала башланы. Ҡайсыны биргәс, ҡалтыраған ҡулдары менән һаҡал, мыйығының остарын ҡырҡып алды ла: – Ҡыҙым, ошоно ҡағыҙ киҫәгенә төрөп, һандыҡҡа һалып ҡуй. Вәсилемә тапшырырһың. Иҫтәлегем итеп һаҡлар...
Был сәйер ҡыланышты нисек ҡабул итергә белмәгән Шәмсиә:
– Ҡайным, үҙ ҡулдарың менән бирерһең улыңа, – тигән булды.
– Юҡ, балам, һандығың төбөнә һалып ҡуй. Аманат итеп һаҡла...
Ҡайныһының төҫө үҙгәрә барғанын күргән Шәмсиә, үҙ йомошо менән ихатаға сыҡҡан ҡәйнәһен тиҙерәк саҡырырға кәрәк, тип тышҡа атылды. Кире ингәндә, ауыҙ ситенән һыҙылып ҡына ҡан киткән ҡайныһы һуңғы һулышын алғайны инде. Инде үҙ атаһылай күреп, ҡәҙерле кешеһенә әүерелгән изге күңелле ҡайныһын ошо хәлдә күреп, күҙҙәренә йәш эркелде Шәмсиәнең. Күңелен ҡурҡыу түгел, юҡһыныу тойғоһо биләп алды...
Ҡәйнәһенең өйрәтеп тороуы буйынса, мәрхүмдең күҙҙәрен йомдороп, шартына килтереп, эйәген, аяҡ-ҡулдарын йүнәтеп, яулыҡ менән бәйләгәндән һуң, күрше-тирәгә, туған-тыумасаға ҡайныһының вафатын йәүкәләргә сығып йүгерҙе. Ауылдың йәше-ҡарты, һәр ҡайһыһы хәйер һалырға килеп, аят-доғалар уҡып, ҙур ихтирам менән оло ҡартты ерләүҙә ҡатнашты. Вәсил генә атаһын һуңғы юлға оҙатырға ҡайта алманы. Телеграмма һуҡһалар ҙа, ҡайтырға рөхсәт булманы. Ҡайныһын тәрбиәләп ерләп, өсөн, етеһен уҡытҡандан һуң, өй эсе бушап, моңһоуланып ҡалды. Үҙе менән бар йәмде алып киткәндәй тойолдо. Өйҙәге бушлыҡты ял көндәрендә ауылға ҡайтып йөрөгән, Фәнзилә генә тултырып торҙо.
Айһылыуҙы алып ҡайта алмаһалар ҙа, Фәнзилә менән Шәмсиә йыш ҡына барып, уның хәлен белеп торҙо. Алып та ҡайтырҙар ине, ҡәйнәһе ризаһыҙлыҡ белдерҙе. Ә 1949 йылдың йәйендә Шәмсиә үҙе, барыһын да ҡыуандырып, ап-аҡ шалҡандай малай тапты.
...Вәсил шул китеүҙән әрме хеҙмәтендә дүрт йыл йөрөнө. Ул әйләнеп ҡайтҡансы, Маратына өс йәш тә булып китте. "Атайым миңә һалдаттан лампаси кәнфит алып ҡайта," – тип тәтелдеге сыҡты сабый.
Ҡайтыуының икенсе көнөнә үк Вәсил менән Шәмсиә Айһылыуҙы алып ҡайтырға, тип балалар йортона юлланды. Тик, үкенескә күрә, балалар йорто ошо арала ғына, алыҫҡа, Өфө аръяғына, күсерелгәйне. Һалдат хеҙмәтенән һуң тиҙ арала теркәлеү үтергә, эшкә урынлашырға кәрәк ине. Һуғыштан һуңғы ауыр йылдар... Бөтә ерҙә емереклек, ир-ат ҡулы етешмәй. Йәш һалдатҡа хәрби кейемен һалып тороу форсаты ла теймәне. Ҡыйрала, тарҡала барған хужалыҡты аяҡҡа баҫтырыу бурысы йөкмәтелде. Уны колхозға бригадир итеп тәғәйенләнеләр. Ул заманда бригадир эше, колхоз, партия ойошмаһы рәйесенән ҡала, юғары һәм яуаплы вазифаларҙан һаналды. Эш ҡулы етмәй, булғаны ла күпселек ҡатын-ҡыҙ, үҫмерҙәр һәм һуғыш яланынан яраланып ҡайтҡан фронтовиктар ине. Халыҡ ҡына түгел, мал-тыуар ҙа үтә миктәгән, йонсоу. Шуларҙың барыһын да яйға һалыу, төҙөкләндереү, тергеҙеү эшен алып барыу, аслыҡ-яланғаслыҡ, юғалтыуҙар аша үткән, һуғыш афәтен үҙ елкәһендә татыған кешеләр менән мөғәмәлә итеү ҙә еңелдән түгел. Көнө-төнө, ал-ял белмәй тартырға тура килде йөктө.
Әрме сафында уҡ партияға алынған Вәсилгә дилбегәнең еллеһе тағылды. Һеңлеһе янына барып әйләнеү мөмкинлеге лә булманы башта. Ярты йыллап ваҡыт үткәс кенә, Өфөлә ярты йыллыҡ эш йомғаҡтары буйынса үткәрелгән йыйылышҡа барыу бәхете тейҙе уға. Бер ыңғайҙан һеңлеһе Айһылыуҙы бөтөнләйгә алып ҡайтыу теләге менән, балалар йортона юлланды.
Ул осрашыу бөгөнгөләй хәтерендә Вәсилдең. Интернат ихатаһында үҫкән аллы-гөллө сәскәләргә һыу һибеп йөрөй ине Айһылыуы. Буйға тартылып, һомғолланып киткән һеңлеһен, биш йылға яҡын күрмәһә лә, шунда уҡ таныны. Һалдат гимнастеркаһын сисмәгән, ҡояшҡа ҡара янған был һөйкөмлө ағайға, бер аҙ сәйерһенеп ҡарап торғандан һуң, һеңлеһе, ҡулындағы кескәй биҙрәләрен ырғытты ла, үҙәк өҙгөс тауыш менән: "Абый! " – тип ҡысҡырып, ҡосағына ташланды. Эргәлә йөрөгән тәрбиәсе, был икәүҙе, күҙ йәштәренә төйөлөп, ситтән күҙәтә ине...
Оҙаҡ, бик оҙаҡ торҙо улар шулай. Ике бер туған – бер ата балалары. Иламаҫҡа тырышһа ла, Вәсилдең дә күҙҙәрен әсе йәштәр ҡапланы.
– Иркәм, әйҙә ҡайтайыҡ! Мин һине алырға килдем. Шәмсиә еңгәң менән бәләкәй ҡустың да һине көтөп ҡалды...
– Абый, ә минең әхирәттәрем? Әлмирә, Әлиә минһеҙ ни эшләр? Уларҙы малайҙар ҡыйырһытмаҫмы? Был сәскәләргә, мин ҡайтып китһәм, кем һыу ҡойор? Кем улар менән һөйләшер?
– Беҙ уларҙың хәлен каникул һайын килеп, белешеп торорбоҙ.
Вәсил һеңлеһен шулай еңел генә алып ҡайтырға уйлаһа ла, балалар йортоноң ҡанундары буйынса, етем баланы, юлламайынса, тиҙ генә биреп ебәрмәйҙәр икән. "Башланғыс класты тамамлаһын тәүҙә. Балаға сит мөхиттә, яңы коллективҡа өйрәнеп, ылығып китеүе лә еңелдән булмаҫ," – тип тотҡарланылар.
Һәр каникулды ағаһы менән еңгәһе эргәһендә үткәрергә ғәҙәтләнһә лә, Айһылыу ниңәлер бөтөнләйгә ауылда ҡалыу яғында түгел ине. Өйрәнгән мөхитте, бергә уҡыған дуҫтарын һағынып бер булды. Ағаһы менән еңгәһенең ишәйә барған ғаиләһендә, сыр-сыу килеп сабышҡан туғандары менән танһығы ҡанғансы аралаша ла, каникул аҙағына үҙ мәктәбенә кире китеү яғын ҡарай. Быға үгәй әсәһенең һаман да уны үҙһенмәүе сәбәпсе булғандыр.
Йыл артынан йылдар үтте. Мәктәпте тамамлап, Айһылыу приборҙар эшләү заводына эшкә урынлашты. Ситтән тороп, Башҡорт дәүләт университетының химия-биология факультетына уҡырға инде. Ҡап-ҡара сәсле, һылыу йөҙлө, белем алырға ынтылып торған алсаҡ һеңлеһе Вәсилдең ғорурлығы булды. Айһылыу үҙе лә, яйы сыҡҡан һайын, ағалары янына йышыраҡ ҡайтырға тырышты. Үҙе генә түгел, Әминә апаһын да бергә алып ҡайта башланы.
Һылыу ҡыҙҙарға ауыл егеттәре күҙ һалһа ла, Айһылыуҙы ауылда ҡалдырғыһы килмәне Вәсилдең. " Үҙем уҡый алмағанға күрә, ул ҙур кеше булырға тейеш!" – тип уйланы ул. Айһылыу менән осрашҡан һайын, ошо хаҡта иҫкәртә килде. Тик бер нәмәнән генә ҡурҡты: һеңлеһенең яҙмышын сит милләт егете менән бәйләүҙән.
– Үҙ кешеңә етә буламы? Телең дә, динең дә, моңоң да бер булыуға етмәй инде ул, – шул хаҡта йыш һөйләште улар.
– Абый, милләттән тормай бит ул, ямандар беҙҙең халыҡта ла әҙме ни?
– Иркәм, мин башҡа милләт кешеләре насар, тимәйем бит. Динебеҙ башҡа булмаһын ине, тием. Унан килеп, еңгәң бер ауыҙ урыҫса һүҙ белмәй, һин урыҫ эйәртеп ҡайтһаң, сәй эсерә лә алмай ултырыр, – тип шаяртҡан булды.
…Ғүмер шулай һәүетемсә генә үтә торҙо. Айһылыу юғары уҡыу йортон тамамлап, аспирантураға инде һәм химия фәндәре кандидаты булып китте. "Инде башлы-күҙле булһа, һеңлем ҡуйған маҡсатына иреште," – тип ҡыуанды Вәсил.
Берҙән-бер көндө туйға саҡырыу килде. Телеграммала "Айһылыу, Рәил" тип яҙылғанды күргәс, Вәсилдең түбәһе күккә тейҙе.
– Эй, рәхмәт яуғыры! Тыңлаған бит ағаһын. Рәил, тип яҙған, тимәк, үҙ милләтебеҙҙе һайлаған.
– Ярар инде, Вәсил. Йәне теләгән – йылан ите ашаған, тиҙәрме әле халыҡта? Кемгә сыҡһа ла, иң мөһиме, матур йәшәһендәр, – тигән булды сабыр Шәмсиәһе. – Уҡып белем алды, әллә ни ярҙам да итә алманыҡ.
Ике яҫтыҡ, пары менән ҡаҙ алып, бер аҙ аҡса төйнәгән булып, тағы әллә күпме ваҡ-төйәк тейәп, туйға киттеләр. Рәил тигәне Валерий тигән урыҫ егете булып сыҡты. Айһылыу иркәһе, шаҡ ҡатҡан ағаһын йыуатып:
– Абый, һине туйға килмәй ҡуйыр, тип, башҡорт исемен яҙҙым. Алдағаным өсөн ғәфү ит!
– Былай булаһын белһәм, ике аяғымдың береһен дә баҫмаҫ инем! – тип туҙынды бер аҙ ҡыҙмаса булып алған Вәсил.
– Ҡуй, үҙ йүнен үҙе күреп уҡыны Айһылыу. Дөрөҫөн әйткәндә, үҙ кендеген үҙе ҡырҡты. Беҙгә ҡайтып йөрөү менәнме ни? Ҡуй, емермә яҙмышын. Урыҫ булһа ни булған? Әҙәмдең миһырбанлы бер балаһылыр, бәлки, – тип тыйҙы ирен Шәмсиә.
Ҡатынының һүҙе барып еттеме, күнеүе шул булдымы – нисек ҡыҙһа, шулай уҡ тиҙ генә туҡтаны Вәсил.
Эйе, кейәүҙәре ысынлап та бик тәрбиәле, инсафлы булды. Айһылыуҙы өрмәгән ергә ултыртманы. "Моя Аичка!" – тип кенә торҙо. Күлдәктәренә тиклем үҙе үтекләп, тәңкләп элеп ҡуйыр ине. Кейәүҙең башҡорт ирҙәре өсөн ситен был ҡылығын Вәсил үҙ итмәһә лә, Валераның үҙен кеселекле булғаны өсөн ныҡ ихтирам итте. Ауылға ҡайтҡандарында ла хәленән киләме-килмәйме, бар нәмәлә ярҙамға килергә әҙер торор ине.
Ҡайны-ҡәйнәһе генә был ҡарағусҡыл һылыу башҡорт ҡыҙын үҙһенмәне. Ейәндәре тыуыу ҙа, тәкәббер ҡартатай менән өләсәйҙе йомшарта алманы. Фатир алып, үҙ аллы тормошҡа аяҡ баҫҡас та, килеп күренмәнеләр. Валерий үҙе генә барып, хәлдәрен белешеп йөрөнө. Кәрәк булһа, ярҙам да итте, әммә ғаиләһен ирекһеҙләмәне.
Ир менән ҡатын бер кафедрала эшләне. Айһылыу – химия, Валерий биология фәненән профессор булдып китте. Берҙән-бер улдары Руслан ата-әсәһенең юлын һайлап, кандидатлыҡ диссертацияһын яҡланы. Рита тигән ҡыҙ менән сәстәрен сәскә бәйләп, Мәскәү ҡалаһында төпләнде. Валерийҙың ғына ғүмере ҡыҫҡа булды. Студенттарға сираттағы лекцияһын уҡып ҡайтып, ял итергә ятҡан еренән ҡабат уянманы ла ҡуйҙы.
Айһылыу иркәһе һаман Өфө ҡалаһында йәшәй. Хаҡлы ялда. Улы эргәһенә саҡырһа ла, ғүмеренең иң аҫыл мәлдәре уҙған Өфөһөн ташлап китергә йыйынмай. Өлкәнәйеп барһа ла, һылыулығын, күңел көрлөгөн ташламай. Тормоштоң бар ауырлығын үҙ елкәһендә татыған, етемлектең әсе һабаҡтары аша үтеп, оло еңеүҙәргә өлгәшкән был нәзәҡәтле, сибәр һеңлеһе менән һоҡланмау ҙа мөмкин түгел Вәсилгә.

ЙӘНБИКӘ.

Рузидә КӘРИМОВА.

Автор: Рөстәм Илтенбаев
Читайте нас